Зәкиев Мирфәтих Зәки улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Зәкиев Мирфәтих Зәки улы
татар. Мирфатыйх Зәки улы Зәкиев
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of the Soviet Union.svg СССР
Flag of Russia.svg Рәсәй
Тыуған көнө 14 август 1928({{padleft:1928|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:14|2|0}}) (90 йәш)
Тыуған урыны СССР, РСФСР, Татар Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы[d], Бугульминский кантон[d], Q38687845?, Q20580904?[1]
Һөнәр төрө педагог
Эш биреүсе Ҡазан университеты[d]
Бүләктәре һәм маҡтаулы исемдәре
Халыҡтар Дуҫлығы ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында фиҙакәр хеҙмәт өсөн» миҙалы Заслуженный деятель науки РСФСР
Уҡыу йорто Ҡазан университеты[d]
Ғилми исем профессор[d]
Ғилми дәрәжә филология фәндәре докторы[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы[d]

Зәкиев Мирфәтих Зәки улы (14 август 1928 йыл) — тел белгесе, төркиәтсе, юғары мәктәп уҡытыусыһы, йәмәғәт эшмәкәре. Татарстан Республикаһы Фәндәр Академияһы академигы (1991), филология фәндәре докторы (1963), профессор (1964), Башҡорт дәүләт университетының почётлы докторы (2011). РСФСР-ҙың (1976) һәм Татар АССР‑ының (1970) атҡаҙанған фән эшмәкәре, СССР-ҙың юғары мәктәп отличнигы (1972), мәғариф отличнигы (1974). ТАССР Юғары Советы рәйесе (1980—1990). Татарстан Республикаһының Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы (1994), Жәлил Кейекбаев исемендәге премия (1993) лауреаты. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971), Халыҡтар дуҫлығы (1981), «Татарстан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» (2008) ордендары, шулай уҡ бер нисә сит ил ордендары кавалеры.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Мирфәтих Зәки улы Зәкиев 1928 йылдың 14 авгусында Татар АССР-ының Бөгөлмә контоны Бәйрәкә волосының[2]бөгөнгө көндә бөткән Зәйпе ауылында тыуған.

Һуғыш осоро йәштәштәре кеүек, мәктәптә уҡыу менән бергә, егет ҡорона ингәс тә колхоз эшенә егелә: 1941 йылда көтөүсе, 1942 йылда ат ҡараусы була. 1943—1946 йылдарҙа тимерсе булып эшләй. Тырышлығы өсөн «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында фиҙаҡәр хеҙмәт өсөн» миҙалы менән бүләкләнә.

Мәктәпте тик «бишле»гә генә тамамлап, 1946 йылда Ҡазан дәүләт университетының татар теле һәм әҙәбиәте факультетына уҡырға инә һәм 1951 йылда уны ҡыҙыл диплом менән тамамлағас, аспирантурала ҡалдырыла.

1954 йылда «Хәҙерге татар әҙәби телендә хәбәр» («Сказуемое в современном татарском литературном языке») тигән темаға кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай. Артабан 1960 йылға ҡәҙәр Ҡазан дәүләт университетының татар теле һәм әҙәбиәте кафедраһында өлкән уҡытыусы һәм доцент булып эшләй. «Татар теленең синтаксисы», «Татар теленең барлыҡҡа килеү тарихы», «Аҙ һанлы милли халыҡтар телдәренең яңырыу һәм үҫеш проблемалары» тигән курстарҙы уҡыта. Эш дәүерендә күп кенә телдәр грамматикалары менән танышҡандан һуң «Синтаксический строй татарского языка» тигән битлек монография яҙа, ул докторлыҡ диссертацияһы булып баһалана, һәм автор уны 1963 йылда уңышлы яҡлай.

Артабанғы хеҙмәт эшмәкәрлеге:

  • 1960—1965 йылдар — Ҡазан дәүләт университетының татар теле кафедраһы мөдире;
  • 1965—1967 йылдар — Ҡазан дәүләт педагогия институтының фән буйынса проекторы;
  • 1967—1986 йылдар — Ҡазан дәүләт педагогия институты ректоры; шул иҫәптән 1968—1986 йылдарҙа — институттың татар тел белеме кафедраһы мөдире;
  • 1986—1996 йылдар — СССР Фәндәр Академияһының Ҡазан филиалы (1992 йылдан — Татарстан Республикаһы Фәндәр Академияһы) Тел, әҙәбиәт һәм тарих институты директоры;
  • 1996—2000 йылдар — Татарстан Республикаһы Фәндәр Академияһының Тел, әҙәбиәт һәм сәнғәт институты директоры;
  • 1992—2002 йылдар — Татарстан Республикаһы Фәндәр Академияһының гуманитар бүлеге академик-секретары.

Йәмәғәт эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • 1980—1990 йылдар — Татар АССР-ы Юғары Советы депутаты һәм Юғары Совет Рәйесе[3]

Төп ғилми хеҙмәттәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Татар теле проблемалары, татар халҡының тарихы, төрки халыҡтарының этник тарихы, милләт-ара һәм телдәр бәйләнештәре, ике- һәм күртеллелек мәсьәләләре буйынса ғалим 800-гә яҡын фәнни хеҙмәт, шул иҫәптән 60-ҡа яҡын монография, дәреслек һәм уҡыу ҡулланмаһы баҫтырып сығарған. Шулар иҫәбенән түбәндәгеләрҙе лә күрһәтергә була:

  • Закиев М. З. Хәзерге татар әдәби теле. Синтаксис. — Казан, 1958. — 244 бит. Вуз студенттары өсөн уҡыу ҡулланмаһы.
  • Закиев М. З. Синтаксический строй татарского языка. — Казань, 1963. — 464 с.
  • Закиев М. З. Татар халкы теленең барлыкка килүе. — Казан, 1977. — 208 бит.
  • Закиев М. З. Происхождение тюрков и татар — Казань: Инсан, 2002. — 496 б. — ISBN 5-85840-317-4.
  • Закиев М. З. Волжские булгары и их потомки. (соавт. Я. Ф. Кузьмин-Юманади). — Казань, 1993. — 160 с.
  • Закиев М. З. Проблемы языка и происхождения волжских татар. — Казань, 1986. — 304 с.
  • Закиев М. З. Татары: Проблемы истории и языка. — Казань, 1995. — 464 с.
  • Закиев М. З. Татарская грамматика. Том 3. Синтаксис. Издания на русском: Казань, 1992 и 1995. — 576 с. Издание на татарском: — Москва-Казань, 1999. — 510 с.
  • Закиев М. З. Төрки-татар этногенезы. — Мәскәү-Казан, 1998. — 624 бит.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • «Татарстан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» ордены (2008)
  • Татарстан Республикаһының Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы лауреаты (1994)
  • Жәлил Кейекбаев исемендәге премия лауреаты (1993)
  • Халыҡтар Дуҫлығы ордены (1981)
  • РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1976)
  • СССР-ҙың мәғариф отличнигы (1974)
  • СССР-ҙың юғары мәктәп отличнигы (1972)
  • Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1971)
  • Татар АССР‑ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1970)
  • «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында фиҙаҡәр хеҙмәт өсөн» миҙалы

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Башкирская энциклопедияБашкирская энциклопедия, 2005. — 4344 с. — ISBN 978-5-88185-053-1
  2. хәҙер Татарстан Республикаһының Баулы районы биләмәләре
  3. Татарстан Республикаһы Фәндәр Академияһының рәсми сайты

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Академик Мирфатых Закиев: к 70-летию со дня рождения. М., 1998.  (рус.)
  • Проблемы изучения и преподавания тюркской филологии: преемственность поколений: сборник материалов Международной научно-практической конференции, посвященной 80-летию академика М. З. Закиева. Стерлитамак, 2008.  (рус.)
  • Творческие связи Казанской тюркской лингвистической школы: материалы Международной научно-практической конференции, посвященной 80-летию Мирфатыха Закиева. Казань, 2010.  (рус.)
  • Мирфатых Закиевич Закиев. Библиография учёных Татарстана. — М.: Инсан, 1995.  (рус.)
  • Урманче Ф. И., Махмутов Х. Ш. Академик Мирфатых Закиев. — М.: Инсан, 1998. — 448 с.  (рус.)

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]