Башҡорттарҙың һинд-иран сығышы тураһында гипотеза

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Башҡорттарҙың һинд-иран сығышы тураһында гипотеза

Башҡортостан Республикаһының Милли музейы директоры Ғәли Вәлиуллин, крайҙы өйрәнеүсе Луиза Фархшатова, башҡорт ғалимдары Салауат Ғәлләмов булышлығында һирәк осрай торған карта таба.

1896 йылғы географик сығанаҡта башҡорт тигән өлкә билдәләнгән. Ул боронғо Иран дәүләтенең көньяғында, Фарсы ҡултығы ярында урынлашҡан Башкерди өлкәһе. Бында һинд-иран төркөмөнә ҡараған ике миллионлы, көнсығыш-иран телендә һөйләшкән «башҡорт халҡы» йәшәй.

«Өфө ғалимдарының был асышы башҡорт халҡының этногенезына асыҡлыҡ индерә, — ти Ғәли Вәлиуллин. — Ваҡытында тарихсы-филолог Салауат ҒәлләмовУрал батыр“ эпосы менән шумерҙарҙың „Гилгәмеш“ эпосы араһындағы оҡшашлыҡты иҫбат итеп, башҡорт ҡомартҡыһына 4 мең йәш икәнен дәлилләне. Ғалимдар оҙаҡ ваҡыт был феноменды аңлата алманы. Һуңыраҡ Салауат Абдрахман улы СССР Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты, филология фәндәре докторы Николай Дмитриевтың тикшеренеүҙәренә таянып, башҡорттарҙың сығышы һинд-иран телдәр төркөмөнә барып тоташыуы тураһында гипотеза менән сығыш яһаны».

Һинд-иран халҡында «башҡорт халҡы» тураһындағы асыш башҡорт тарихына яңыса ҡарарға мөмкинлек бирә.

Фарсы ҡултығы ярындағы Башҡорт халҡының тел фонетикаһы Көньяҡ Уралда йәшәүсе башҡорттарҙың тел фонетикаһына тап килә, тип иҫәпләй Салауат Ғәлләмов.

Әммә ҡайһы бер ғалимдар был фекер менән риза түгел (ҡарағыҙ Башҡорттар. Этногенез).

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]