Сисин Михаил Фёдорович
Сисин Михаил Фёдорович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 17 ноябрь 1926 |
Тыуған урыны | Башҡортостан Республикаhы, РСФСР, СССР |
Вафат булған көнө | 17 август 2009 (82 йәш) |
Һөнәр төрө | ғалим, сәйәсмән |
Биләгән вазифаһы | СССР Юғары Советы депутаты[d] |
Уҡыу йорто | ӨДНТУ |
Ғилми дәрәжә | техник фәндәр докторы[d] |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Сисин Михаил Федорович (17 ноябрь 1926 йыл, Башҡорт АССР-ы Стәрлетамаҡ районы Яңы Ивановка ауылы — 17 август 2009 йыл, Тверь өлкәһе, Красное ауылы) — совет ғалим-химигы, техник фәндәр докторы, «Газпром Нефтехим Салауат» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең беренсе генераль директоры, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Михаил Федорович Сисин[1] 1926 йылдың 17 ноябрендә Башҡорт АССР-ы Стәрлетамаҡ районының Яңы Ивановка ауылында тыуған.
1943 йылда Өфөлә туғыҙ синыфты тамамлай һәм армияға алына, Японияға ҡаршы һуғышта ҡатнаша. Армия хеҙмәтендә булып, урта мәктәптең 10-сы синыфын тамамлай.
1950 йылда демобилизациянан һуң Өфө нефть институтына уҡырға инә. 1955 йылда институтты «Нефть һәм газ эшкәртеү технологияһы» һөнәре буйынса тик бишле билдәләренә генә тамамлай.
1955 йылда хеҙмәт эшмәкәрлеген Салауат ҡалаһының 18-се комбинатында башлай, инженер-технолог, гидроформинг ҡоролмаһы начальнигы, нефть эшкәртеү заводының 11-се цехыының өлкән инженеры булып эшләй.
1959 йылда ҡабаттан ойошторолған тәжрибә-тикшеренеү цехының начальнигы итеп тәғәйенләнә. 60-сы йылдар башында үҙәк лабораторияла үткәрелгән тикшеренеүҙәр нигеҙендә М. Ф. Сисин һәм уның хеҙмәттәштәре аэрогелдең өҙлөкһөҙ алыу процесын — түбән температуралы процестар өсөн юғары сифатлы йылылыҡ үткәрмәүсене эшләйҙәр. 1967 йылда күрһәтелгән эш буйынса кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай.
1961 йылда Сисин юғары баҫымлы полиэтилен етештереү буйынса комбинаттың баш инженер урынбаҫары, 1963 йылда полиэтилен етештереүҙең начальнигы була. 1965 йылда М. Ф. Сисин баш инженер урынбаҫары итеп тәғәйенләнә, һуңынан комбинаттың баш инженеры була. 1969 йылда 18-се комбинаттың начальнигы була. 1972 йылдан алып, «комбинат начальнигы» вазифаһы бөтөрөлөү һәм «генераль директор» вазифаһын индереү менән бәйле комбинаттың, һуңынан «Салауатнефтеоргсинтез» производство берекмәһенең һәм Газпром Нефтехим Салауаттың беренсе генераль директоры була,
Сисин ваҡытында полиэтилен, аммиак һәм карбамид етештереү, дизель яғыулығын, бутил һәм майлы спирттарҙы, этилен әсемәһен, этилбензол-стирол-полистирол, метилэтилкетон (МЭК), платформингты һ.б. гидротаҙартыу үткәрелә.
Йыһан ракеталары өсөн яғыулыҡтың — диметилгидразиндға нигеҙ һалыусыларҙың береһе булып тора.
М. Ф. Сисиндың туранан-тура ҡатнашлығында комбинатта «Башҡорт иҡтисади эксперимент» тип практикаға ингән хужалыҡ реформаһы үтә (1969—1971), был етештереү күләмен шаҡтай арттырырға мөмкинлек бирә.
1972 йылда СССР Юғары Советы Президиумы Салауат нефть химияһы комбинатына «СССР-ҙың 50 йыллығы» исемен бирә.
М. Ф. Сисин Салауат ҡалаһының һәм Башҡортостан Республикаһының йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнаша. 1965 йылда ул КПСС-тың Салауат ҡала комитетына ағза булып һайлана, 1967—1991 йылдарҙа — халыҡ депутаттарының Салауат ҡала Советы депутаты, 1967 йылда — БАССР Юғары Советы депутаты. М.Ф. Сисин СССР Юғары Советының 9-сы саҡырылыш депутаты була.
1975 йылда Сисин СССР нефть һәм химия сәнәғәте министрлығында министрҙың беренсе урынбаҫары итеп тәғәйенләнә, унда 1985 йылға тиклем эшләй. Техник фәндәр докторы дәрәжәһен ала, Рәсәйҙә генә түгел, донъяның башҡа илдәрендә лә танылған ғалим булһа
2009 йылдың 17 авгусында вафат була. Мәскәүҙә ерләнгән. Салауат ҡалаһында М. Ф. Сисин йәшәгән йорттоң стенаһына мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Германияны еңгән өсөн» миҙалы (1945)
- «Японияны еңгән өсөн» миҙалы (1945)
- «Почёт Билдәһе» ордены (1963)
- Ленин ордены (1971) — 8-се биш йыллыҡтың заданиеларын уңышлы үтәгәне өсөн
- «СССР-ҙың нефть эшкәртеү һәм нефть химияһы сәнәғәте отличнигы» (1967)
- «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы
- Октябрь Революцияһы ордены (1975)
- II-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1985 г.)
- «СССР-ҙың уйлап табыусыһы» билдәһе
- СССР нефть сәнәғәте министрлығының һәм тармаҡтың профсоюз Үҙәк комитетының Почёт грамотаһы (1973)
- «Хеҙмәт ветераны» миҙалы.
Хеҙмәттәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]М. ф. Сисин 10 мәҡәләнең, 5 асыштың, байтаҡ рационализаторлыҡ тәҡдимдәрҙең авторҙашы.
- Авторское свидетельство СССР № 525707 от 25.08.1976 г. Способ получения олигомеров изобутилена. Соавторы: РАФИКОВ САГИД РАУФОВИЧ, СИСИН МИХАИЛ ФЕДОРОВИЧ, КИРИЛЛОВ АЛЕКСЕЙ ПЕТРОВИЧ, ЯНУ АНТОН ЮЗЕФОВИЧ, ПУШКАРЕВ ГЕННАДИЙ АЛЕКСАНДРОВИЧ, ПЛИСОВ АНАТОЛИЙ ВАСИЛЬЕВИЧ, РОГОВА НИНЕЛЬ НАУМОВНА, МИНСКЕР КАРЛ САМОЙЛОВИЧ, САНГАЛОВ ЮРИЙ АЛЕКСАНДРОВИЧ
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Зыкина Р., Чистяков Ю. «М. Ф. Сисин. Линия судьбы» изд. Скиф, 2011 г.[2] Серия книг "Золотые имена Башкортостана".
- Газпром нефтехим Салават. Энциклопедия. Уфа. 2013.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ NetAngels - Виртуальный Хостинг 2016 йыл 4 март архивланған.
- ↑ Золотое имя Башкортостана | Телекомпания «Салават»(недоступная ссылка)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 17 ноябрҙә тыуғандар
- 1926 йылда тыуғандар
- Башҡортостанда тыуғандар
- 17 августа вафат булғандар
- 2009 йылда вафат булғандар
- Өфө дәүләт нефть техник университетын тамамлаусылар
- Ленин ордены кавалерҙары
- Октябрь Революцияһы ордены кавалерҙары
- 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалерҙары
- «Почёт Билдәһе» ордены кавалерҙары
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- «Хеҙмәт ветераны» миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- «Японияны еңгән өсөн» миҙалы менән наградланыусылар
- 9-сы саҡырылыш СССР Юғары Советы депутаттары
- Техник фәндәр докторҙары
- Шәхестәр:Салауат
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Алфавит буйынса ғалимдар
- Башҡортостан шәхестәре