Краузе Александр Сергеевич
Краузе Александр Сергеевич | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | Рәсәй |
Тыуған көнө | 17 ноябрь 1947 (76 йәш) |
Тыуған урыны | Һарытау, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | профессор |
Эшмәкәрлек төрө | физика-математика фәндәре докторы[d] |
Уҡыу йорто | Башҡорт дәүләт университеты |
Краузе Александр Сергеевич (17 ноябрь 1947 йыл) — физик. Физика‑математика фәндәре докторы (2004), профессор.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Краузе Александр Сергеевич 1947 йылдың 17 ноябрендә Һарытау ҡалаһында тыуған[1]. 1971 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлағандан һуң Өфө авиация инстиутында (хәҙер Өфө дәүләт авиация техник университеты) инженер, лаборатория мөдире, ассистент, 1990 йылдан доцент, 1997 йылдан физика-математика фәндәре кандидаты. 2004 йылда физика-математика фәндәре докторы ғилми дәрәжәһенә дәғүә итеп, «Динамика молекул апротонных растворителей в ионных растворах» темаһына диссертация яҡлай. Өфө дәүләт авиация техник университетында физика кафедраһы профессоры вазифаһын биләй[1].
2011 йылдан алып Молекулалар һәм кристалдар институтында эшләй. Фәнни хеҙмәттәре молекула-ара тәьҫир итешеүҙе, тирбәлеү спектроскопияһы алымдары м‑н шыйыҡлыҡтарҙағы яҡын динамик тәртипте тикшереүгә арналған. Краузе тарафынан шыйыҡлыҡтарҙағы төрлөсә тәьҫир итешкән молекулаларҙың динамикаһы яҡтылыҡтың комбинацион сәселеүе спектроскопияһы алымын ҡулланып өйрәнелә. Һыҙаттарҙың контурҙары формаһының шыйыҡлыҡтарҙа молекулаларҙың үҙ-ара урынлашыуы менән бәйләнешле булыуы асыҡлана.
Тикшеренеү һөҙөмтәләре шыйыҡлыҡ лазерҙары өсөн актив мөхит һайлағанда һәм шыйыҡ фазала үтә тиҙ химик реакцияларҙы өйрәнгәндә файҙаланыла[1]. 140‑тан ашыу фәнни хеҙмәт һәм 3 уйлап табыу авторы.
Ғилми баҫмалары[2]
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Краузе А.С., Шретер Ю.Г. Фотолюминесценция p-GaSb в условиях одноосного сжатия. Физика и техника полупроводников. - 1971.- Т.5. - № 10. -С. 1912-1916.
- Краузе А.С., Михайлов Г.П., Перелыгин И.С. Расчет корреляционных функций колебательной и ориентационной релаксации молекул по спектрам комбинационного рассеяния света в условиях перекрывающихся полос. Журнал Прикл. Спектр. - 1986. - Т. 44.- №3. - С. 431- 435.
- Краузе А.С. Перелыгин И.С. Исследование колебательной и ориентационной релаксации молекул жидкого ацетонитрила по спектрам спонтанного комбинационного рассеяния света. Журн. Прикл. Спектр. - 1987.- Т.45.- № 3.- С. 453-460
- Краузе А.С., Перелыгин И.С. Изучение колебательной и ориентационной релаксации молекул жидкого пиридина методом спектроскопии спонтанного комбинационного рассеяния света. Журн. Прикл. Спектр.- 1987. - Т.46.- № 6.- С. 962-969.
- Краузе А.С. Перелыгин И.С. Колебательная и ориентационная релаксация молекул ацетонитрила в ионных растворах. Химич/ Физика. - 1988. - Т.7. - №5.- С. 641- 647.
- Краузе А.С., Перелыгин И.С. Спектры комбинационного рассеяния и динамика молекул пиридина в ионных растворах.Химич. Физика.- 1988.- Т. 7.- №9.- С. 1043-1049.
- Краузе А.С., Перелыгин И.С. Колебательная и ориентационная релаксация молекул ацетона в ионных растворах. Химич. Физика.- 1989.- Т. 8. - №8.- С. 1043-1049.
- Краузе А.С., Перелыгин И.С. Об эффекте несовпадения максимумов в спектрах изотропного и анизотропного рассеяния света жидкостей. Оптика и спектроскопия.- 1996.- Т. 81.- №6.- С. 929-934.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 Краузе Александр Сергеевич // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Академия наук Башҡортостана
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Краузе Александр Сергеевич // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 15 ноябрь 2022)
- Академия наук Башҡортостана