Октябрь районы (Дондағы Ростов)
Октябрь районы | ||
| ||
Дондағы Ростов | ||
---|---|---|
Тәүге телгә алыу: |
1937 | |
Майҙаны: |
49,5 км² | |
Халыҡ һанын иҫәпләү: |
2016 | |
Халыҡ һаны: |
↗167 620[1] кеше | |
Телефон кодтары: |
863 | |
Рәсми сайт |
Октябрь районы — Дондағы Ростов ҡалаһында 1937 йылдың авгусында нигеҙ һалынған.
Ҡаланың Совет, Ленин, Киров, Ворошилов райондары һәм Ростов өлкәһенең Мясниковский районы менән сиктәш. 49,5 квадрат километр майҙанды биләй.
Халҡы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Халыҡ иҫәбе | ||||||
---|---|---|---|---|---|---|
1959[2] | 1970[3] | 1979[4] | 2002[5] | 2009[6] | 2010[7] | 2012[8] |
97 509 | ↗154 702 | ↗197 862 | ↘153 652 | ↘152 009 | ↗160 591 | ↗163 706 |
2013[9] | 2014[10] | 2015[11] | 2016[1] | |||
↗165 874 | ↗166 153 | ↗167 358 | ↗167 620 |
Халыҡ һаны 153,8 мең кеше тәшкил итә, халыҡ тығыҙлығы бер квадрат километрға 3469 кеше.
Социаль хәле буйынса: эшләүсе халыҡ — 77 528 кеше, пенсионерҙар — 35 639 кеше (шул иҫәптән 100 йәшкә еткәндәр — 3 кеше), 7 йәшкә тиклемге балалар — 7202, уҡыусылар — 17 137, студенттар — 14 134, хеҙмәткә яраҡлы йәштәге инвалидтар — 3 104 кеше (шул иҫәптән эшләй — 944 кеше), эшһеҙ, мәшғүллек үҙәгендә иҫәптә тора — 969 кеше.
- Милли составы
Халыҡ һаны милли составы буйынса: урыҫтар — 86 %, украиндар — 5 %, әрмәндәр — 3 %, белорустар — 1 %, башҡа милләттәр — 5 %.
Фән һәм мәғариф
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 6 ғилми-тикшеренеү институты, шуларҙың икәүһе — «СевкавНИПИагропром» һәм «Педиатрия һәм акушерлыҡ ғилми-тикшеренеү институты» Рәсәйҙең бөтә көньяҡ территорияһында үҙ эшмәкәрлеген алып бара;
- 3 юғары уҡыу йорто, уның көндөҙгө бүлегендә 13831 студент уҡый, шул иҫәптән сит илдән — 121 кеше
- 2 техникум — 1099 студент
- 3 училище — 1417 уҡыусы
- 3 һөнәри училище — 1405 уҡыусы
- 16 дөйөм белем биреү мәктәбе — 11799 уҡыусы (шул иҫәптән — бер интернат-мәктәп)
- 2 гимназия — 938 уҡыусы
- 27 мәктәпкәсә учреждение — 3363 бала.
Дауалау-профилактика учреждениелары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Дауахана — 1 (БДСМП — 1) 1250 урынлыҡ
- Поликлиника — 6, сменаһына 2400 кеше ҡабул итә, шул иҫәптән 3 балалар поликлиникаһы, сменаһына 700 бала ҡабул итә ала.
- Аптека һәм аптека пункттары һәм павильондар — 82
- 2 шифахана («Өмөт» һәм «Ростов») һәм 2 профилакторий (Ростов дәүләт бәйләнеш юлдары университеты — РГУПС һәм Дон дәүләт техник университеты — ДГТУ янында)
Спорт һәм мәҙәниәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Китапхана — 8, уртаҡ 391 мең дана китап фонды
- Мәҙәниәт һарайҙары һәм клубтар — 3, 1950 ултырыу урыны
- Йөҙөү бассейны — 5
- Спортзал — 30
- Стадион — 1
- Балалар майҙансығы — 108 (шул иҫәптән ихатала — 84, мәктәптә — 24)
- Уҡсы тир — 3
Ял һәм иҫтәлекле урындары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ростов зоопаркы — Рәсәйҙең өс эре зоопаркы иҫәбенә инә. Уның коллекцияһында хайуандарҙың 450 төрө бар, шуларҙың 102-һе «Ҡыҙыл китапҡа» индерелгән.
- И. М. Трофименко табыш йорто
- Парктар — 3
- Студенттарҙың ял парктары һәм скверҙар — 6
- Дондағы Ростов радиоэлемтә фәнни-тикшеренеү институты — РНИИРС ял базаһы
- 1993 йылда реконструкцияланған һәм яңынан эшләгән Иверский ҡатын-ҡыҙҙар монастыры, уға 1903 йылда нигеҙ һалынған
- Чуковский исемендәге скверҙа католиктар сиркәүе
- Һәйкәл һәм иҫтәлекле билдәләр — 12
- Мемориаль таҡта — 10
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2016 года
- ↑ Всесоюзная перепись населения 1959 года. Численность городского населения РСФСР, её территориальных единиц, городских поселений и городских районов по полу . Демоскоп Weekly. Дата обращения: 25 сентябрь 2013. Архивировано 28 апрель 2013 года.
- ↑ Всесоюзная перепись населения 1970 года Численность городского населения РСФСР, её территориальных единиц, городских поселений и городских районов по полу. Демоскоп Weekly. Дата обращения: 25 сентябрь 2013. Архивировано 28 апрель 2013 года.
- ↑ Всесоюзная перепись населения 1979 года Численность городского населения РСФСР, её территориальных единиц, городских поселений и городских районов по полу. Демоскоп Weekly. Дата обращения: 25 сентябрь 2013. Архивировано 28 апрель 2013 года.
- ↑ Всероссийская перепись населения 2002 года. Том. 1, таблица 4. Численность населения России, федеральных округов, субъектов Российской Федерации, районов, городских поселений, сельских населённых пунктов - райцентров и сельских населённых пунктов с населением 3 тысячи и более . Архивировано 3 февраль 2012 года.
- ↑ Численность постоянного населения Российской Федерации по городам, посёлкам городского типа и районам на 1 января 2009 года . Дата обращения: 2 ғинуар 2014. Архивировано 2 ғинуар 2014 года.
- ↑ Итоги Всероссийской переписи населения 2010 года. Том 1. Численность и размещение населения Ростовской области
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям. Таблица 35. Оценка численности постоянного населения на 1 января 2012 года . Дата обращения: 31 май 2014. Архивировано 31 май 2014 года.
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2013 года. — М.: Федеральная служба государственной статистики Росстат, 2013. — 528 с. (Табл. 33. Численность населения городских округов, муниципальных районов, городских и сельских поселений, городских населённых пунктов, сельских населённых пунктов) . Дата обращения: 16 ноябрь 2013. Архивировано 16 ноябрь 2013 года.
- ↑ Таблица 33. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2014 года . Дата обращения: 2 август 2014. Архивировано 2 август 2014 года.
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2015 года . Дата обращения: 6 август 2015. Архивировано 6 август 2015 года.