Тимер юл районы (Дондағы Ростов)
Тимер юл районы | ||
| ||
Дондағы Ростов | ||
---|---|---|
Тәүге телгә алыу: |
1937 | |
Майҙаны: |
69,0 км² | |
Халыҡ һанын иҫәпләү: |
2016 | |
Халыҡ һаны: |
↗103 444[1] кеше | |
Телефон кодтары: |
863 | |
Рәсми сайт |
Дондағы Ростовтың Тимер юл районы, административ берәмек итеп 1937 йылда ойошторола. Район территорияһы — 69 км².
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Районды төҙөгән ауылдар күпкә элегерәк барлыҡҡа килгәндәр. 1747 йылда Дондың уң ярында, ҡушылдығы, Темерник йылғаһы тамағынан түбәнерәк, казак станицаһы Гниловская[2] нигеҙләнгән була.
Һуңыраҡ, 1864 йылда, тимер юл, тимер юл оҫтаханалары асылғас, эшсе халыҡ Темерник йылғаһы аръяғында тау битләүендә рөхсәтһеҙ йорттар төҙөй башлай. Шулай ҡала ерҙәрендә Затемерницк ауылы (хәҙер Ленгородок) барлыҡҡа килә. Һуңынан станица һәм ауыл ҙурая, 1937 йылда төҙөлгән райондың нигеҙен тәшкил итәләр. Ә үҙенең исеме менән район тимер юлға һәм Төньяҡ Кавказ тимер юлы Ростов бүлегенең башҡа объекттарына бурыслы
Халҡы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Халыҡ иҫәбе | ||||||
---|---|---|---|---|---|---|
1959[3] | 1970[4] | 1979[5] | 2002[6] | 2009[7] | 2010[8] | 2012[9] |
89 857 | ↗170 607 | ↘100 812 | ↘95 299 | ↘92 658 | ↗103 114 | ↘102 320 |
2013[10] | 2014[11] | 2015[12] | 2016[1] | |||
↘102 044 | ↗102 251 | ↗102 841 | ↗103 444 |
Райондың һәр өсөнсө кешеһе — пенсионер. Район иҡтисадында эшләүсе халыҡ дөйөм халыҡ һанының ҡырҡ процентын тәшкил итә.
Иҡтисады
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Район иҡтисадында төп урынды Төньяҡ Кавказ тимер юлының Ростов бүлеге предприятиелары биләй. Элеккеләре: Электровоз ремонтлау заводы, ААЙ «Моряк», ЯСЙ «Дон-гипс», Автозаправкалау станцияһының Ростов тәжрибә заводы, Мирошниченко исемендәге балыҡ тотоу колхозы һәм башҡалар менән бергә — район халҡы өсөн төп эш биреүселәр булып торалар. Шуныһы һөйөнөслө, бөгөн район картаһында яңы, заманса ойошмалар барлыҡҡа килде, уларҙы бер ҙә арттырмай XXI быуат предприятиелары тип атарға була. Улар араһына түбәндәгеләр инә: агроиндустрия компанияһы «Астон» , ААЙ «Юг Руси» , ЯСЙ «Праймери-Дон». Уларҙың продукцияһының сифаты донъя стандарттарына тап килә. Яңы кәсепханалар — яңы эш урындары, район бюджетын тулыландырыу, уның социаль-иҡтисади үҫешенә ыңғай тәьҫир итә. Бөгөн районда эре һәм бәләкәй бизнестың 2708 предприятиеһы бар.
Мәҙәниәте
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Район территорияһында, Дондың уң яҡ ярында, Кумженск ағаслығы һуҙылып киткән. Был ҡала халҡының яратҡан ял итеү урыны. Бында ҡуйылған ,Дондағы Ростов ҡалаһын азат итеү өсөн һәләк булған яугирҙәргә мемориал ҡуйылған. Районда Рәсәйҙәге иң ҙур Ботаника баҡсаһы урынлашҡан, ул үҙенең 75 йыллығын билдәләп үтте. Собино исемендәге парк илле йыллығын билдәләне. Уның территорияһында Глинка исемендәге музыка мәктәбе төҙөлә башланы.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2016 года
- ↑ Гниловская станица // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- ↑ Всесоюзная перепись населения 1959 года. Численность городского населения РСФСР, её территориальных единиц, городских поселений и городских районов по полу . Демоскоп Weekly. Дата обращения: 25 сентябрь 2013. Архивировано 28 апрель 2013 года.
- ↑ Всесоюзная перепись населения 1970 года Численность городского населения РСФСР, её территориальных единиц, городских поселений и городских районов по полу. Демоскоп Weekly. Дата обращения: 25 сентябрь 2013. Архивировано 28 апрель 2013 года.
- ↑ Всесоюзная перепись населения 1979 года Численность городского населения РСФСР, её территориальных единиц, городских поселений и городских районов по полу. Демоскоп Weekly. Дата обращения: 25 сентябрь 2013. Архивировано 28 апрель 2013 года.
- ↑ Всероссийская перепись населения 2002 года. Том. 1, таблица 4. Численность населения России, федеральных округов, субъектов Российской Федерации, районов, городских поселений, сельских населённых пунктов - райцентров и сельских населённых пунктов с населением 3 тысячи и более . Архивировано 3 февраль 2012 года.
- ↑ Численность постоянного населения Российской Федерации по городам, посёлкам городского типа и районам на 1 января 2009 года . Дата обращения: 2 ғинуар 2014. Архивировано 2 ғинуар 2014 года.
- ↑ Итоги Всероссийской переписи населения 2010 года. Том 1. Численность и размещение населения Ростовской области
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям. Таблица 35. Оценка численности постоянного населения на 1 января 2012 года . Дата обращения: 31 май 2014. Архивировано 31 май 2014 года.
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2013 года. — М.: Федеральная служба государственной статистики Росстат, 2013. — 528 с. (Табл. 33. Численность населения городских округов, муниципальных районов, городских и сельских поселений, городских населённых пунктов, сельских населённых пунктов) . Дата обращения: 16 ноябрь 2013. Архивировано 16 ноябрь 2013 года.
- ↑ Таблица 33. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2014 года . Дата обращения: 2 август 2014. Архивировано 2 август 2014 года.
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2015 года . Дата обращения: 6 август 2015. Архивировано 6 август 2015 года.