Украина гривнаһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Гривна  (рус.)

Гривня  (укр.)
Hryvnia  (англ.)
Hryvnia  (фр.)

1 гривна 2006 5 тин, 1992
1 гривна 2006 5 тин, 1992
Кодтар һәм и символдар
ISO 4217 кодтары UAH (980)
Символы
Знак валюты UAH не найден
Әйләнеш территорияһы
Эмитент Украина Украина
Рәсми булмаған Ҡырым Республикаһы Ҡырым Республикаһы, Ҡалып:Флаг Севастополя Севастополь (с 17 марта[1] по 31 мая[2] 2014)
Донецк Халыҡ Республикаһы ДХР
Луганск Халыҡ Республикаһы ЛХР[3]
Сығарылма һәм параллель берәмектәре
Бүленгән тин (1100)
Ҡулланыуҙа булған ваҡ аҡсалар һәм банкноталар
Ваҡ аҡсалар 1, 2, 5, 10, 25 һәм 50 тин
1 гривна
Банкноталар 1, 2, 5, 10, 20, 50, 100, 200 һәм 500 гривна
Тарих
Элек эшләүсе-валюта карбованец (UAK)
Ваҡ аҡсалар һәм банкноталар етештереү
Эмиссион үҙәк Украинаның Милли банкы
www.bank.gov.ua
Аҡса һуғыу йорто Украина Милли банкының Банкнота-тәңкә етештереү йорто[a 1]
  1. Является производителем и монет, и банкнот
Commons-logo.svg Гривна Викимилектә

Гри́вна, ҡайһы берҙә гри́вня (укр. гривня, IPA: /ˈɦrɪvnʲɑ/) — Украинаның милли валютаһы, көмөш ҡойолмаһы рәүешендәге аҡса берәмеге булған боронғо рус гривнаһы хөрмәтенә аталған.

Гривна 100 тингә (укр. копiйка) бүленә. Валютаның ISO 4217 стандартындағы хәрефле коды — UAH, һанлы коды — 980. Рәсми билдәһе — ₴.

Атамаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Этимологияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

«Гривна» һүҙе  «грива» һүҙенән килеп сыҡҡан[4]. Тарихта ғәҙәттә түңәрәк алтын йәймәләрҙе тимер сымға беркетеп муйынға аҫып йөрөтөүҙән ғибәрәт булған алтын ял (гривень) йыш телгә алына. Был йәймәләр күп ваҡытта түләү сараһы итеп тотонолған. 

Гривна атамаһы XI быуатта Киев Русы заманында уҡ ҡулланылған гривнанан килә. И. К. Кондратьев 1893 йылда былай тип яҙа:

Гривна Русты нигеҙләгән замандан уҡ билдәле һәм өс төрлө мәғәнәгә эйә була: айырыу билдәһе, ауырлыҡ үлсәме һәм тимер аҡса.

XIV быуатта Польшала Бөйөк Казимирҙың ҡануниәтендә шляхтичты үлтергән өсөн вира (штраф) — 60 гривна, ябай рыцарҙы үлтергәнгә —  30 гривна һәм һуңғы категория рыцарь өсөн 15 гривна күләмендә билдәләнә[5].

Яңы валютаны индергәс, һүҙ яңырыу кисерә, әйтелеше лә үҙгәрә. 

Рус телендә[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Рәсәй белешмә-мәғлүмәт  порталы «Грамота.ру» буйынса, украин аҡса берәмеге русса «гри́вна» тип яҙыла.[6] Башҡорт  теленә лә был атама рус теленән алынған.  Украинаның рәсми шәхестәре һәм ҡайһы бер граждандары фекеренсә, аҡса берәмеген русса (украинса кеүек үк) «гри́вня» тиеү дөрөҫөрәк булыр ине. Украина Конституцияһының Украина Юғары Радаһы сайтына урынлаштырылған руссаға тәржемәһендә 99-сы статьяла «гривня» тигән атама алынған.[7] Ләкин ҡулланылышта ике вариант та йөрөй.

Валюталарҙың дөйөм Рәсәй классификаторында  украин валютаһы өсөн «Гривна» атамаһы алынған. [8]

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Урта быуаттар башында[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Гривна — Киев Русының һәм башҡа славян ерҙәренең ауырлыҡ, аҡса-ауырлыҡ һәм аҡса-хисаплашыу берәмеге. Урта һәм Төньяҡ Европала ул  «марка» тип йөрөтөлә. «Гривна» тигән һүҙ муйынға тағып йөрөй торған алтын  йә көмөш ҡулса атамаһынан килеп сыҡҡан. Һуңғары был һүҙ, яңы мәғәнә алып, ҡиммәтле металдың ауырлығына тиң була башлай (көмөш гривнаһы — аҡса-ауырлыҡ үлсәү берәмеге). Тәңкәләр һанынан торған гривнаны куна гривнаһы (аҡса-хисаплау берәмеге) тип йөрөтә башлайҙар. Көмөш гривнаһы (ауырлыҡ үлсәме) һәм куна гривнаһы (хисап берәмеге) Киев Русында хисаплашыу-аҡса төшөнсәһе булып китә. Тәүҙә уларҙың ауырлығы бер төрлө була.  Әммә аҙаҡ, ситтән ингән тәңкәләрҙең ауырлығы төрлө булғанлыҡтан, шулай уҡ ауырлыҡ берәмеге булараҡ гривнаның үҙенең эволюцияһы арҡаһында көмөш гривнаһы бер нисә куна гривнаһына тиң була башлай. XII быуатта көмөш гривнаһы (204 г самаһы) ҡиммәте буйынса 4 куна гривнаһына тигеҙ була (1 куна гривнаһы = 51 г самаһы).

 Киев Русы һәм Бөйөк Литва кенәзлеге тәңкәләре дирхемдар, куналар, ногаттар, гривналар (4 — киев тибы, 5 — литва тибы)
Киев ҡойолмалары, XI—XIII быуаттар
Копорье районындағы торамала табылған Новгород гривнаһы.

 XI быуатта куна гривнаһы = 20 ногат = 25 куна = 50 резан; XII быуатта куна гривнаһы = 20 ногат = 50 куна (куна бер быуат эсендә ике тапҡырға бәләкәйләнә). Боронғо Русь тәңкәләрен һуғыу һәм сит илдәр тәңкәләрен индереү туҡталғас, Руста төп аҡса әйләнеше формаһы рәүешендә «ваҡланмай торған» ҙур көмөш ҡойолмалары йөрөй башлай. Рус аҡса әйләнеше тарихының был осоро (XII, XIII һәм өлөшләтә  XIV быуат) «тәңкәһеҙ осор» тип атала. Киев Русында XI быуатта алты мөйөшлө 140 —160 грамлы киев гривналары йөрөй, улар татар-монгол баҫҡынына тиклем хеҙмәт итә. Новгород гривналары айырыуса ҙур баһаға эйә була. Волга буйында татар гривналары ҡулланыла. 

XIII быуатта новгород ҡойолмалары  «гривна» менән бер рәттән «рубль» (һум) тип тә атала башлай. Был атама артабан гривнаны алмаштыра.[9]

XV быуатта «гривна» һәм «рубль» ҡойолмалары аҡса-хисаплашыу берәмеге булыуҙан туҡтай. Һуңғараҡ рубль аҡса берәмеге булып нығынып китә. Гривна иһә ауырлыҡ үлсәү берәмеге — «гривенка» (скалва гривенкаһы,  «скалва» — үлсәү) булып ҡала, 1 гривенка 204,75 грамға тиң була. XVIII быуатта уны фунтҡа алмаштыралар. Ауырлыҡ үлсәме булған гривна 48 золотникҡа (4,26-шар г), ә золотник — 25 почкаға (0,17-шәр г) бүленә. 204 грамлы гривна рус тәңкәләрен һуғыуға нигеҙ итеп алына.  Төрлө тарихи осорҙа «гривна» термины ике тин ярымлыҡ баҡыр тәңкәне, шунан — өс, унан һуң «гривенник» тигән халыҡ атамаһы менән 10 тинлекте аңлата[10]

1918—1922[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1918 йылдың 1 мартында Үҙәк рада тарафынан ҡабул ителгән законға ярашлы, Украина Халыҡ Республикаһының аҡса берәмеге итеп гривна иғлан ителә. Гривна = 100 шаг, карбованец = 2 гривна.

Гривна 1918 йылдың 17 октябрендә әйләнешкә индерелә, 1922—1924 йылдарҙағы аҡса реформаһы ваҡытында әйләнештән алына. 

1991 йылдан һуң[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1990 йылдың 16 июлендә УССР-ҙың Юғары Советы Украинаның Дәүләт суверенитеты тураһында декларация ҡабул итә.1990 йылдың ноябренән УССР  территорияһында  совет һумдары менән бергә бер тапҡыр ҡуллана торған йыртма купондар ҡулланыла башлай. Дефицит тауарҙарҙы купондар менән генә алып була.

1991 йылдың 24 авгусында Украина бойондороҡһоҙлоғо иғлан ителгәс һәм ул СССР составынан сыҡҡас, 1992 йылдың 10 ғинуарында купон тигән атамалы ваҡытлы  банкноталар ҡулланылышҡа индерелә. Рәсми атамаһы карбованец була. 

Ошо ваҡытта Францияла, Италияла һәм Канадала яңы валюта — гривна баҫыла. 1992—1993 йылдарҙа «Украина ҡалҡаны» операцияһы барышында яңы валюта тейәлгән контейнерҙар диңгеҙ юлы һәм һауа юлы буйлап  «Альфа» махсус подразделениеһы хеҙмәткәрҙәре һағы аҫтында Украинаға ташыла[11]. 1997 йылда  Житомир өлкәһенең Малин ҡалаһында банкнота ҡағыҙы етештерә торған фабрика файҙаланыуға тапшырыла[12], Луганск патрон заводында металл аҡсалар һуға башлай[13].

Л. Д. Кучманың 1996 йылдың 25 августағы  «Украинала аҡса реформаһы тураһында»[14] № 762/96 президент указы менән, гривна 1996 йылдың 2 сентябренән аҡса берәмеге булараҡ ҡулланылышҡа индерелә. 


Валюта билдәһе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Гривна символы

Гривна символы тотороҡлолоҡ билдәһе итеп горизонталь һыҙыҡтар менән һыҙылған  г кириллица хәрефенән тора. Рәсми ҡыҫҡартылмаһы — «грн»[15]. Гривна билдәһе    2004 йылдың 1 мартында барлыҡҡа килә. Дизайны 2003 йылда Украина Милли банкы иғлан иткән конкурс буйынса һайлап алына[16]. Билдә  2005 йылда баҫылған Unicode кодировкаһының  4.1 версияһында U+20B4 кодын ала.  ₴ билдәһе Windows Vistaлағы «Украинская—расширенная» баҫмаҡ бүленешендә бар.



Тәңкәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

.[17][18]

Әлеге ваҡытта 1, 2, 5, 10, 25, 50 тин номиналлы ваҡ аҡсалар һәм 1 гривналыҡтар әйләнештә йөрөй.  Тәңкәнең аверсында  дәүләттең гербы һәм атамаһы, үҫемлек орнаменты һәм һуҡҡан йыл баҫылған; реверсында — номиналы һәм үҫемлек орнаменты. [19]

Әйләнештәге тәңкәләр[20]
Һүрәте Номиналы Диаметры

(мм)

Ҡалынлығы

(мм)

Массаһы

(г)

Материалы Гурты Даталар
Реверсы Аверсы Сығарылыш Һуғыу
Coin of Ukraine 1 a.jpgCoin of Ukraine 1-2-5 r.jpg 1 тин 16,0 1,20 1,50 тутыҡмаусан ҡорос шыма 2 сентябрь

1996

1992 1996 2000—2012

2013—2015

Coin of Ukraine 2 a.jpgCoin of Ukraine 1-2-5 r.jpg 2 тин 17,3 1,20 0,64 алюмин 1992—1994 1996
1,80 тутыҡмаусан ҡорос 2001—2012 2013—2015
Coin of Ukraine 5 a.jpgCoin of Ukraine 1-2-5 r.jpg 5 тин 24,0 1,50 4,30 киҫекле 1992 1996 2001

2003—2015

10 тин 16,3 1,25 1,70 алюмин бронза 2 сентября

1996

1992 1994 1996

2001 2002—2015

25-kopiyok-Ukraine.JPG 25 тин 20,8 1,35 2,90 өҙөк киҫекле 1992 1994—1996

2001 2003 2006—2015

50-kopiyok-Ukraine.JPG 50 тин 23,0 1,55 4,20 1992 1994—1996 2001

2003 2006—2010 2011
2012 2013—2014 2015

1 гривна.JPG 1 гривна 26,0 1,85 7,10 шыма һәм яҙмалы

«ОДНА ГРИВНЯ», һуғыу йылы

12 март

1997

1995—1996

2001—2003

1-hrywnia-coin-Volodymyr-the-Great-rev.jpg 6,80 25 октябрь

2004

2004—2006 2008

2010—2012 2013
2014—2015

Иҫкәрмә: тәңкәләр йыйылма эсендә генә сығарылған йылдар ҡара шрифт менән айырылған.

Иҫтәлекле тәңкәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Коллекциялар өсөн 2, 5, 10, 20, 50, 100, 125, 200, 250, 500 гривналыҡ  иҫтәлекле һәм юбилей тәңкәләре сығарыла.[21] Шулай уҡ инвестициялау тәңкәләре — 1 гривна номиналлы көмөш (999,9 пробалы) һәм 2, 5, 10, 20 гривна номиналлы алтын ( 999,9 пробалы) тәңкәләр сығарыла.[22]

Банкноталар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Украина территорияһында  1992 йылдан башлап сығарылған бөтә аҡса билдәләре ғәмәлдә булып тора. 

Әйләнештә 1, 2, 5, 10, 20, 50, 100, 200 һәм 500 гривналыҡ банкноталар йөрөй. Был банкноталар серияһы 2003 йылдан баҫыла.

Выпуск 2003—2015 годов[23][24]
Һүрәте Номинал

(гривен)

Размеры

(мм)

Основные цвета Описание Даты
Йөҙ яғы Кире яғы Лицевая сторона Оборотная сторона выпуска печати
1 Hryvnia 2005 front.jpg 1 hryvnia 2005 back.jpg 1 118×63 серо-зелёный Владимир Великий Город Владимира в Киеве 1 декабря

2004

2004 2005
1 hryvnia 2006 front.jpg 1 hryvnia 2006 back.jpg жёлтый, синий 22 мая

2006

2006 2011

2014

2 hryvnia 2005 front.jpg 2 hryvnia 2005 back.jpg 2 коричневый Ярослав Мудрый Собор Святой Софии в Киеве 28 сентября

2004

2004 2005

2011 2013

5 hryvnia 2005 front.jpg 5 hryvnia 2005 back.jpg 5 синий Богдан Хмельницкий Ильинская церковь в Суботове 14 июня

2004

2004 2005

2011 2013
2015

10-Hryvnia-2005-front.jpg 10-Hryvnia-2005-back.jpg 10 124×66 красный Иван Мазепа панорама Киево-Печерской лавры 1 ноября

2004

2004 2005
10 hryvnia 2006 front.jpg 10 hryvnia 2006 back.jpg август

2006[25]

2006 2011

2013

20-Hryvnia-2003-front.jpg 20-Hryvnia-2003-back.jpg 20 130×69 зелёный Иван Франко Львовский оперный театр 1 декабря

2003

2003 2005

2011 2013

20 гривень 2016 реверс памятна.jpg 20 гривень 2016 аверс памятна.jpg 1 сентября

2016

50 hryvnia 2004 front.jpg 50 hryvnia 2004 back.jpg 50 136×72 фиолетовый Михаил Грушевский здание Центральной Рады УНР 29 марта

2004

2004 2005

2011 2013
2014

100 hryvnia 2005 front.jpg 100 hryvnia 2005 back.jpg 100 142×75 жёлтый, оливковый Тарас Шевченко Днепр и слепой бандурист

с мальчиком-поводырём

20 февраля

2006

2005 2011

2014

100 гривень, 2015 01.jpg 100 гривень, 2015 02.jpg жёлтый, розовый Киевский национальный университет
им.
Тараса Шевченко
9 марта

2015

2014
200 hryvnia 2007 front.jpg 200 hryvnia 2007 back.jpg 200 148×75 розовый Леся Украинка башня Луцкого замка 28 мая

2007

2007 2011

2013 2014

500 hryvnia 2006 front.jpg 500 hryvnia 2006 back.jpg 500 154×75 персиковый Григорий Сковорода Киево-Могилянская Академия 15 сентября

2006

2006 2011

2014 2015

500 hryvnia 2015 obverse.jpg 500 hryvnia 2015 back.jpg бежевый 11 апреля

2016

2015
Һүрәттәрҙең масштабы  — миллиметрҙарҙа 1,0 пиксель.

Валюта курсы режимы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Украина милли валютаһы курсы гривнаны әйләнешкә индергән мәлгә АҠШ доллары өсөн 1,76 гривнаға (йәғни 176 000 купонға) тиң була.

Артабан киләһе ике йыл самаһы гривнаның долларға ҡарата курсы 2 грн./$ кимәлендә тора. 1998 йылғы кризистан һуң курс яҡынса 5,5 грн./$ тиклем төшә. 2005 йылдың апреленән Украина Милли банкы етәкселеге 5,05 грн./$ кимәлендә нығытылған рәсми курсты һаҡлай. 

2008 йылдың июнендә рәсми  курс үҙгәреп 4,85 грн./$ кимәленә етә.  2008 йылдың июленән һуң рәсми  курс йыш үҙгәреүҙәргә дусар була, сөнки, Украина Милли банкы ҡарарына ярашлы, яйлап ҡына, нығытылған курстан тирбәлеүсән курсҡа күсеү башлана. 

Ҡайһы берҙә рәсми курс   коммерция курсынан ныҡ айырыла. 


2009 йылдың декабрь аҙағында гривна курсы 8,00 грн./$ (йәки гривна өсөн яҡынса 4 Рәсәй һумы) була.

2015 йылдың 6 февраленә  гривна курсы 1 АҠШ доллары өсөн  25,80 гривнаға етә. 2016 йылдың 26 июлендә 1 АҠШ доллары 24,7877 гривна була, ә 1 гривна  2,813 Рәсәй һумы тора.[26]

Рәсми курсты  (укр.)(укр.) Украина Милли банкы баҫа.


Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Совет Крыма создал Банк Крыма, провозгласил официальными валютами рубль и гривну. РБК-Украина (2014-03-17). Тәүге сығанаҡтан архивланған 17 март 2014. 1 июнь 2014 тикшерелгән.
  2. Рубль стал единственной официальной валютой в Крыму. РИА Новости (2014-06-01). Тәүге сығанаҡтан архивланған 1 июнь 2014. 1 июнь 2014 тикшерелгән.
  3. В ЛНР вводится мультивалютная система расчетов // Интерфакс, 15.03.2015
  4. Фасмер М. Этимологический словарь русского языка — Прогресс. — М., 1964–1973 Т. 1. — Б. 458.
  5. Шляхта Малый энциклопедический словарь Брокгауза и Ефрона
  6. Справочное бюро — Справочная служба русского языка, Справка от 5 июня 2007
  7. Конституция Украины. Раздел IV.. Тәүге сығанаҡтан архивланған 22 август 2011. 18 марта 2011 тикшерелгән.
  8. Сообщение НБУ, МЮ Украины, Украинской комиссии по вопросам правовой терминологии
  9. Кондратьев И. К. Седая старина Москвы. М., 1893.
  10. Ющенко В., Панченко В. Історія української гривні. — К., 1997.- С. 5-6.
  11. Владимир Крашевский. Профессионалы: Украинская «Альфа»: терроризм не пройдет // журнал «Братишка», июнь 2009
  12. Юлия Бондарь.
  13. Андрій Шляхтін. 1996 — рік запровадження повноцінної власної валюти // «24TV.
  14. Указ Президента України «Про грошову реформу в Україні» (25.08.1996). 29 июня 2008 тикшерелгән. (укр.)
  15. Банкноти і монети України. Тәүге сығанаҡтан архивланған 22 август 2011. 29 июня 2008 тикшерелгән. (укр.)
  16. Открытое интернет-голосование за символ гривны. Тәүге сығанаҡтан архивланған 30 сентябрь 2007. Национальный банк Украины. (укр.)(недоступная ссылка с 25-02-2015 [779 дней])
  17. Как появилась гривна. Тәүге сығанаҡтан архивланған 22 август 2011.
  18. Гривні-іммігрантки.. Тәүге сығанаҡтан архивланған 22 август 2011.
  19. Національний банк України ввів в обіг монети номіналом 50 копійок з низьковуглецевої сталі // Сайт НБУ, 01.10.2013 (укр.)
  20. Розмінні та обігові монети. Тәүге сығанаҡтан архивланған 4 апрель 2013. 2 апреля 2013 тикшерелгән. (укр.)(укр.)
  21. Пам’ятні монети України // Офіційний сайт НБУ (укр.)(укр.)
  22. Пам’ятка для роботи з інвестиційними монетами України // Сайт Нацiонального банку України (укр.)(укр.)
  23. Банкноти України. Тәүге сығанаҡтан архивланған 22 август 2011. 29 июня 2008 тикшерелгән. (укр.)(укр.)
  24. Постанова НБУ № 55 від 04.03.2011 «Про випуск банкнот у 2011 і 2012 роках з підписом Голови Національного банку України С.
  25. В августе 2006 года в обращение была введена банкнота номиналом 10 гривен образца 2004 года (2006 года выпуска) с отдельными изменёнными цветами дизайна (в частности, цвет портрета Ивана Мазепы изменён с вишнёво-коричневого на тёмно-серый) и указанием нового года выпуска — 2006
  26. Курс основных валют НБУ на 26 июля 2016 г.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]