Эстәлеккә күсергә

Франко Иван Яковлевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Иван Франко
Псевдонимдары:

Джеджалик,
Живий,
Кремінь,
Мирон

Тыуған урыны:

Нагуевичи, Дрогобыч поветы/районы, Галиция һәм Лодомерия короллеге, Австрия империяһы

Гражданлығы:

Австрия империяһы Австрия империяһы
Австро-Венгрия Австро-Венгрия

Эшмәкәрлеге:

яҙыусы, шағир, беллетрист, ғалим, публицист, сәйәсмән, активист, фәлсәфәсе, иҡтисадсы, этнограф, тәржемәсе, әҙәбиәт ғилеме белгесе, телсе

Йүнәлеше:

реализм (әҙәбиәт)

Әҫәрҙәре Lib.ru сайтында

Франко Иван Яковлевич (укр. Іван Якович Франко; 27 август 1856 йыл — 28 май 1916 йыл) — украин яҙыусыһы, шағир, беллетрист, ғалим, публицист һәм Австро-Венгрия Империяһының Галиция һәм Лодомерия короллегенең революцион социалистик хәрәкәте эшмәкәре. 1915 йылда[1] Нобель премияһына тәҡдим ителгән була, әммә ваҡытынан алда үлеп ҡалыуы уның кандидатураһын ҡарауға ҡамасаулай.

Австро-Венгрия территорияһында эшен йәйелдергән "Рус-украин радикаль партияһы"на (һуңғараҡ «Украина радикаль партияһы» — УРП) нигеҙ һалыусыларҙың береһе.

Франконың исемен мәңгеләштереү маҡсатында элекке Станислав ҡалаһына Ивано-Франковск, ә Львов өлкәһендәге Янов посёлогына — Ивано-Франково тигән исем бирелә.

Иван Яковлевич Франко́ хәлле тимерсе-крәҫтиән ғаиләһендә тыуған; әсәһе, Мария Кульчицкая, Галиция короллеге һәм Буковина герцоглығы Сас герблы шляхтаһының ярлыланған русин Кульчицкийҙар нәҫеленән, һәм иренән 33 йылға йәш булған. Хикәйәләрендә үҙенең балалыҡ йылдарын ул сағыу асыҡ буяуҙар менән һүрәтләгән. 1865 йылда Иван вафат булған. Үгәй атаһы, Гринь Гаврилик, балаларға иғтибарлы булған, малайға ысынлап атаһын алмаштырған. Франко үгәй атаһы менән ғүмер буйына дуҫтарса мөнәсәбәттә булған. 1872 году йылда Ивандың әсәһе үлгән, балаларҙы үгәй әсә тәрбиәләй башлаған.

Тәүҙәрәк Ясеница-Сольная ауылы мәктәбендә уҡыған (1862—1864), шунан Дрогобычтағы Базилиан орденына ҡараған василиан монастырының нормаль мәктәбендә (1864—1867) уҡыған. Дрогобыч гимназияһын 1875 йылда (хәҙерге Дрогобыч педагогия университеты) тамамлағандан һуң, репетиторлыҡ менән шөғөлләнеп аҡса эшләгән. Шәхси китапханаһын яңы китаптар менән тулыландырыу өсөн эш хаҡынан һәр саҡ аҡса бүлгән.

Күп кенә автобиографик хикәйәләрендә Франко («Грицевтең мәктәп фәне», «Ҡәләм», «Schönschreiben») художестволы итеп, мәктәптәге схоластиканы, тән язаларын, уҡыусыларҙы кәмһетеүҙе тасуирлап, ул саҡтағы белем биреү атмосфераһын тергеҙгән. Был әҫәрҙәр һәләтле крәҫтиән улына белем алыуы ни тиклем ҡыйын икәнен күрһәтә. Франко Дрогобыч ситендәге йыраҡ туғаны Кошицкаяла йәшәгән, уның ағас әйберҙәр эшләй торған оҫтаханаһында әҙер табуттарға ятып йоҡлаған («Балтасы оҫтаханаһында»). Гимназияла уҡығанда уҡ үҙен феноменаль һәләтле итеп күрһәткән: уҡытыусы бер сәғәт буйы һөйләгән лекцияны иптәштәренә һүҙмә-һүҙ ҡабатлап бирә алған; бөтөн «Кобзарь» әҫәрен яттан һөйләгән; поляк теленән өйгә эште йыш ҡына шиғыр формаһында үтәгән; уҡыған китаптарының йөкмәткеһен тәрән һәм ғүмерлек хәтерҙә тоторлоҡ итеп үҙләштергән. Уның уҡыған әҫәрҙәре даирәһен Европа классиктары әҫәрҙәре, культурологик, тарихи хеҙмәттәр, тәбиғи-ғилми темаларға популяр китаптар тәшкил иткән. Шулай итеп, Франко-гимназистың шәхси китапханаһы төрлө телдәрҙә яҙылған 500-гә яҡын китаптан торған. Был ваҡытта Франко антик авторҙар (Софокл, Еврипид) әҫәрҙәрен тәржемә итә башлаған; под влиянием творчества Маркиан Семёнович Шашкевич һәм Тарас Григорьевич Шевченко ижады тәьҫирендә украин теленең байлығы һәм матурлығы уны арбаған, мауыҡтырған, халыҡ ауыҙ-тел ижады өлгөләрен (йырҙар, легендалар һ. б.) йыя һәм яҙа башлаған.

1875 йылдың көҙөндә ул Львов университетының философия факультеты студенты булып киткән. Уҡыған ваҡытында Франкоға Емельян Осипович Партицкий матди ярҙам күрһәткән. Йәш шағир, әҙәби тел сифатында «язычие» менән файҙаланыуҙы хуплаған Карпат буйы Русе (русофиль) рус хәрәкәте йәмғиәтендә ағза булып торған. Франконың тәүге әҫәрҙәре — студент-русофилдарҙың «Дуҫ» баҫма органында «Халыҡ йыры» шиғыры (1874) һәм Эрнст Теодор Амадей Гофман стилендә яҙылған «Петрии и Довбущуки» (1875) тигән оҙон фантастик романы язычие телендә яҙылған. Тәүгеләрҙән булып йәш Франко ижадына украин шағиры Кесарь Александрович Белиловский иғтибар иткән, 1882 йылда «Хеҙмәт» гәзитендә (Киев) уның "Иоһанн Вольфһанг Гёте әҫәре "Фауст"ы Иван Франконың тәржемәһе тураһында бер кәлимә һүҙ" мәҡәләһе баҫылып сыҡҡан.

Львовта Иван Франконың өйө, хәҙер яҙыусының музейы

«Дуҫ» («Друг») баҫмаһы тирәләй төркөмләнгән йәштәр, киев профессоры Михаил Петрович Драгоманов хаттары тәьҫирендә бөйөк реформалар эпохаһы рус әҙәбиәте менән, дөйөм алғанда, рус яҙыусылары менән танышҡан, демократик идеалдар менән һуғарылған, шунан һуң үҙҙәренең әҙәби тел ҡоралы итеп галицкий ябай халҡының телен һайлаған; шулай итеп, русин әҙәбиәте үҙ сафтарына, башҡа бик күп һәләтле хеҙмәткәрҙәр менән бергә, Франконы ла йәлеп иткән. Ҡарт русофилдар, бигерәк тә «Һүҙ» («Слово») баҫмәһы редакторы Венедикт Михайлович Площанский, австрия полицияһына, «Дуҫ» редакцияһы тураһында яла хаттары (донос) яҙған.[2] 1877 йылда редакцияның бөтөн ағзалары ла ҡулға алынған, һәм Франко 9 ай буйы, бурҙар һәм берәҙәктәр менән бер камерала, ҡот осҡос гигиена шарттарында, төрмәлә ултырған. Төрмәнән сығыуына, уға, ҡурҡыныс кеше булараҡ, бөтөн галицкий консерватив йәмғиәте — русофилдар ғына түгел, "народовцы"лар, йәғни өлкән быуын украинофиль милләтселәре лә, арты менән боролған. Франкоға университетты ла ҡалдырырға тура килгән (һуңлап, 15 йыл үткәс кенә, профессор кафедраһына әҙерләнгәндә, курсты тамамлап ҡуйған).

Төрмәгә был эләгеүендә лә, икенсеһендә, 1880 йылда ла, һәм тағы, 1889 йылда ултырыуында ла Франко йәмғиәттәге төрлө типтағы әтрәгәләм һәм нужа, эксплуатация арҡаһында төрмәгә эләккән ярлы хеҙмәтсәндәр менән таныша,һәм был тормош тәжрибәһе Франкоға яҙыласаҡ беллетристик әҫәрҙәре өсөн темалар биргән. Был әҫәрҙәр яҙыусы үҙе мөхәррирләгән драгоман йүнәлешле журналдарҙа баҫылып сыҡҡан; улар Франко ижадының данын арттырыусы төп әҫәрҙәренә әйләнгән һәм, кисектермәҫтән, сит телдәргә тәржемә ителә башлаған. Шуның араһында Борислав нефть приискыларындағы пролетарий-эшселәрҙең һәм бай эшҡыуарҙарҙың көнкүрешенә бағышланған хикәйәләр циклы, бурҙар һәм «элек кеше булғандар» тураһындағы, уларҙың кешелек дәрәжәһенә гуманлы мөнәсәбәт менән һуғарылған повестары, еврей көнкүреше тураһындағы, дини һәм милли антагонизм ят булған, хикәйәләре һәм повестары айырылып тора.

Франконың лирик әҫәрҙәр циклы ла төрмә темаһына яҡынайтылған, ҡайһы бер тәнҡитселәр баһаһы буйынса, талантлыраҡ та, әммә аҙ популяр, киң дөйөм кешелек мотивтарына идеалистик һағыш менән һуғарылған, ә башҡалары, юғары дәрәжәлә популяр булғандары, йәмәғәтселекте тормоштағы синфи һәм иҡтисади ғәҙелһеҙлеккә, ялғанлыҡҡа ҡаршы әүҙем һәм һөҙөмтәле көрәшкә саҡырған. Франко үҙен объектив тарихи романдың талантлы ижадсыһы итеп тә күрһәткән: «Захар Бөркөт» әҫәрендә (1883, XIII быуттағы татар баҫҡынсылығы заманы) милли-буржуаз журнал «Зоря» «Эмиль Золя натурализмын» тапмаған (псевдоклассиктар һәм схоластиктар — галичандар Франкоға йыш ҡына шуға оҡшаған үпкә белдергәндәр) һәм уны хатта конкурс премияһы менән бүләкләгән. Рәсәй империяһының украин губернияларында был роман авторға уҡыусыларҙың етди иғтибарын йәлеп иткән, сөнки ул Галиция һәм Лодомерия короллегендә мәҙәни хәрәкәт хеҙмәткәрҙәренең күпселегенә оҡшамаған булған, һәм был Иван Яковлевичтың Рәсәй империяһы украиндары менән тығыҙыраҡ аралашыуына юл асҡан.

Франконың «натуралистик» һәм «радикаль» әҫәрҙәрендә, уларҙа бөтөн буржуаз-клерикаль галич йәмәғәтселегенә шелтә белдерелһә лә, галичандар уның сағыу талантын танымай ҡалмаған, әлбиттә; Франконың уҡымышлылығы, әҙәби белемле һәм сәйәси-йәмғиәти һәм сәйәси-иҡтисади һорауҙар буйынса хәбәрҙар булыуы «народовцылар» өсөн үҙҙәренең органдарында уның менән хеҙмәттәшлек итеү юлдарын эҙләү теләген тыуҙырған.

Иван Франконың Львовта Лычаков зыяратындағы ҡәбере

Иван Франко һәм народовцылар араһында аҡрынлап тыныс мөнәсәбәттәр барлыҡҡа килгән, һәм 1885 йылда уны үҙҙәренең әҙәби-ғилми органы «Зоря»ға баш редактор итеп саҡырғандар. Франко "Зоря"ны ике йыл дауамында уңышлы етәкләгән, бөтөн Малороссияның иң талантлы яҙыусыларын баҫмаға хеҙмәткәрҙәр итеп йәлеп иткән, униат руханиҙарына килешеүсән мөнәсәбәтен «Панські жарти» («Барҙар шаярыуҙары») тигән поэмаһында сағылдырған, бында «үҙенең һарыҡтары өсөн» рухын биреүсе ҡарт ауыл руханийы идеаллаштырылған. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, 1887 йылда бик хирес клерикалдар һәм буржуа Франконы редакциянан ҡыуып сығарыуға өлгәшкән; башҡа народовцыларға Франконың рус яҙыусыларына артыҡ ныҡ мөхәббәте оҡшамаған (Франко рус теленән күп тәржемә иткән һәм күбеһенсә рус телендә баҫтырған), ә галич милләтселәре быны москвофильство (мәскәүфиллек) тип атаған.

Уның ҡарауы Рәсәй империяһы украиндары Франкоға иң юғары симпатияларын күрһәткән. Ул заманда Эмский указ буйынса Рәсәйҙә украин телендә әҫәрҙәр баҫтырыу ныҡ сикләнгәнлектән, уның «З вершин і низин» («Бейеклек һәм уйһыулыҡтан», 1887; 2-се баҫма, 1892) шиғри йыйынтығы күптәр тарафынан күсереп һәм ятланып алынған, Киевҡа бер нисә йөҙ дана ғына килтерелгән эшсе тормошо тураһындағы хикәйәләр йыйынтығып псевдонимы менән ҡайһы бер әйберҙәрен "Киевская Старина"ла баҫтырып сығарған; ләкин Галицияла ла народовцылар ирекһеҙҙән уның менән хеҙмәттәшлеккә ынтылған һәм иезуитлыҡҡа ҡаршы йөкмәткеле «Миссія» («Ватра», 1887) повесын хатта баҫтырып сығарғандар. Уның дауамы, «Тағун» («Чума») («Зоря», 1889; 3-сө баҫма — «Вик», Киев, 1902), народовцыларҙы Франко менән дуҫлаштырырға тейеш ине, сөнки повесть геройы — ифрат һөйкөмлө униат руханийы; Франконың милләтселәрҙең «Хәҡиҡәт» («Правда») журналында эшләүе лә татыулыҡ булырын иҫкәртә кеүек ине; әммә 1890 йылда галич народовцыларының поляк шляхтаһы, иезуиттар һәм австрия хөкүмәте менән килешеү төҙөүе Франконы, Павликты һәм Галичинаның бөтөн прогрессив русиндарын айырым бер партияға бүленеп сығырға мәжбүр иткән.

1890 йылдағы килешеү буйынса (йәғни «яңы эра») русин теле Австриялағы йәмғиәт тормошонда һәм мәктәптә, бында университетты ла индереп, бик мөһим өҫтөнлөктәр менән файҙаланған. Франко һәм Павлик тарафынан «яңы эраға» ҡаршы тороусы көс булараҡ ойошторолған ҡәтғи демократтар партияһы «Русько-украінська радикальна партия» тигән атама алған; уның органы булған "Народ"та (1890—1895) Франко үҙенең бик күп публицистик мәҡәләләрен баҫтырған, һәм был баҫма Драгомановтың вафатына тиклем (профессор мәҡәләләрен Софиянан ебәрә торған булған) йәшәгән; һуңынан, «Халыҡ» («Народ») сыҡмай башлағас, көсәйеп киткән был партия башҡа гәзит һәм журналдарға ла эйә булған.

«Народ» крәҫтиән мәнфәғәттәренә фиҙакәр тоғролоҡ вәғәзләгән, крәҫтиәндең етеш тормошон булдырырлыҡ файҙалы сара — ул община ер биләүселеге һәм артелдәр төҙөү тип һанаған; герман социализмы идеалдары «Народ» өсөн йыш ҡына ниндәйҙер казарманыҡы, «Аракчеевса хәрби ултыраҡтар» (Драгомановтың һүҙҙәре) кеүек, халыҡты пролетаризациялауға булышлыҡ итеү кеүек марксистик теория — кешелекһеҙ тойолған; Һуңғараҡ Франко («Житті і Слові» ла) инглиз фабианлығын популярлаштырыу менән тамамлаған. Дингә мөнәсәбәтендә «Народ» унияның ажар дошманы булған һәм выждан азатлығын талап иткән. Милли яҡтан «Народ», «яңы эралылар» кеүек, шулай уҡ русин теленә ныҡ бәйле булған, һәм украин интеллигенцияһы телмәрендә уны мотлаҡ ҡулланырға тейеш тип иҫәпләгән, бының кәрәклеген тик демократик мотивтар менән аңлатҡан һәм шовинизмға, рустарға ҡаршы булыуға (русоедство) көрәш иғлан иткән. «Народ» баҫмаһының «Правда» тар милләтселегенә ҡаршы көрәшендә иң зәһәр мәҡәләләре Франконыҡы булған; ул баҫып сығарған сәйәси шиғырҙар томы («Німеччина», «Ослячі вибори» һ.б.) милләтселәрҙе бигерәк ныҡ енләндергән. Көслө публицистик эшмәкәрлекте һәм радикаль партия менән етәкселекте Франко бөтөнләй түләүһеҙ атҡарған; тамаҡ аҫырарлыҡ аҡсаны ул поляк гәзиттәрендә тырыш хеҙмәт итеп тапҡан. Шуның өсөн "Народ"ты тәүге ике йыл баҫтырған дәүерҙә Франконың беллетристик ижады һәм ғилми эше бөтөнләй туҡталып торған тиергә була; публицистиканан һәм сәйәсәттән буш ваҡыты Франкоға ҡыҫҡа лирик шиғырҙар ижад итергә генә еткән (1893 йылда «Һулыған япраҡтар» — «Зівяле листье» — «Увядшие листья» йыйынтығы — нәфис-меланхолик мөхәббәт йөкмәткеле, уҡыусыға ҡарата йүнәлтелгән: «Кеше бул һәм минән өлгө алма» девизы менән сыҡҡан (Sei ein Mann und folge mir nicht — «Будь человеком и не бери с меня пример»)).

1893 йыл һәм артабанғы йылдар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1893 йылдарҙа Франко үҙен башлыса ғилми эштәргә бағышлаған, Львов университетына ҡабат яҙылған, шунда профессор Омельян Михайлович Огоновский боронғо уны рус һәм украин әҙәбиәте кафедраһына үҙенең урынына ҡалдырырға тәҡдим иткән, Вена университетын, академик Игнатий Викентьевич Ягич семинарҙарында ҡатнашып, тарих-филология ғилеме буйынса тамамлаған, Ҡалып:Уточнить 2 Иоанн Вышенский тураһында «Варлаам һәм Йоссаф» тип аталған күләмле психологик тикшеренеү эшен яҙып бөтөргән һәм докторлыҡ диссертацияһын яҡлаған. 1894 йылдан «Життье і Слово» әҙәби-тарихи-фольклор журналын сығарған, боронғо рус ҡулъяҙмаларын баҫтырған һ. б. 1895 йылда, Львов университетындағы уңышлы лекцияһынан һуң, профессор сенаты Франконы украин һәм боронғо рус әҙәбиәте кафедраһына тәҡдим иткән, һәм Франко "барщина ҡамыты"нан туғарыла алыу мөмкинлегенә (үҙен һәм ғаиләһен ашатыу хаҡына поляк гәзиттәрендә мәжбүри эшләүҙе ул шулай тип атаған) шатлана алыр һәм үҙен туған фәненә һәм әҙәбиәтенә бағышлар ине лә. Әммә Галиция урындағы идарасыһы (наместнигы) граф Казимир Бадени «өс тапҡыр төрмәлә ултырған» кешене профессураға раҫламаған.

Франконың ауыр пессимистик кәйефе уның «Мій Ізмарагд» (1898, боронғо рус "Измарагды"лары өлгөһөндә төҙөлгән) шиғри йыйынтығында сағылған; бер шиғырында ғазаплы шағир үҙенең инерт, әүҙем булмаған милләтен яратырлыҡ көс таба алмауын, ә үҙен яратмаған хужаһына тоғро ҡалған йорт эте кеүек халҡына тоғро булыуын әйтеп биргән. Поляк-шляхет йәмғиәтенең боҙоҡлоғон Франко «Йәмғиәттең таянысы» («Основи суспільности» — «Столпы общества»), «Ғаилә усағы хаҡына» («Для домашнього огнища» — «Ради семейного очага» 1898) һ. б. романдарында һүрәтләгән. Франконы күрә алмаған поляк дошмандары уның «Йәмғиәттең таянысы» кеүек әҫәрҙәрен поляк дворяндарын хөкөм итеү тип түгел, бөтөн поляк халҡын ғәйепләү тип аңлатырға тырышҡандар.

Франко бигерәк тә үҙенең, Мицкевичтың юбилейы айҡанлы яҙылған һәм Вена журналы "Zeit"та баҫылған «Хыянат шағиры» («Der Dichter des Verraths» — «Поэт измены»), Адам Мицкевич ижадының психологияһы тураһындағы хеҙмәте арҡаһында бәләгә тарыған. Поляк йәмғиәтенең дөйөм ризаһыҙлығы бөтөн поляк гәзит-журналдарына, хатта бер яҡты ла яҡламағандарына ла, шағирҙың юлын япҡан. Йәшәү сығанағы булып немец, чех, рус («Киевская Старина», «Северный Курьер») журналдары ғына ҡалған, әммә бындай осраҡлы эш хаҡы етерлек булмаған һәм шағирға ҡараңғы фатирҙа йәшәү һөҙөмтәһе булараҡ һуҡырлыҡ һәм ғаиләһе-ние менән асҡа үлеү янаған.

Тап ошо дәүерҙә профессор Михаил Сергеевич Грушевский рәйеслегендәге «Львов Шевченко исемендәге ғилми йәмғиәте» прогрессив төҫ (характер) алған, ғилми һәм әҙәби баҫмалар серияһына тотонған; был баҫмалар хеҙмәт хаҡы түләй башлаған, Иван Франко, төп хеҙмәткәр булараҡ, унда йәлеп ителгән. 1898 йылдан ул Шевченко исемендәге украин йәмғиәте баҫтырған «Літературно-Науковой Вістник» украин журналының редакторы булған; бында уның беллетристик, поэтик, критик һәм тарихи-әҙәби әҫәрҙәренең күпселеге баҫылып сыҡҡан. Уның «Сатлыҡ һуҡмаҡтары» («Перехресні стежки» — «Перекрестные тропинки», 1900) әҫәре намыҫлы йәмғиәт эшмәкәре-русиндың Галичиналағы ауыр тормошон күрһәтә, уның энергияһы күпселеген ваҡ-төйәк ыҙғыш-талашты кәметергә тырышыуға һәм сәйәси дошмандарҙың шәхси тормошона ҡыҫылыуына ҡаршы тороуға китә. Ҡайғылы үткән ғүмере тураһындағы лирик иҫтәлеге тип «Хәсрәтле көндәрҙән» («Із днів журби» — «Из дней скорби», 1900) шиғри йыйынтығын атарға кәрәк. Тарас Григорьевич Шевченко исемендәге ғилми йәмғиәттең "Яҙмалар"ында («Записки») Франконың тарих, әҙәбиәт, психология, социология, археология, этнография буйынса ғилми хеҙмәттәре — монографиялар рәүешендә — йәмғиәт секцияларының (шуларҙың береһендә Франко рәйес булып торған) күп һанлы "Хеҙмәттәр"ендә донъя күргән. М. Павлик тарафынан төҙөлгән Франко хеҙмәттәренең атамаларының тулы булмаған исемлеге генә хатта күләмле бер китап барлыҡҡа килтергән (Львов, 1898).

Франко вена модерны лидерҙары Артур Шницлер, Герман Бар, чех фәлсәфәсеһе һәм Чехословакияның буласаҡ президенты Томаш Масарик, сионизмға нигеҙ һалыусы Теодор Герцль, поляк символистары башлығы Станислав Пшибышевский менән таныш булған, поляк әҙәбиәте классигы Элиза Ожешко менән хат алышҡан.

1895 йылда бөтөн партиялар һәм илдәрҙәге украиндар тарафынан Франконың 25 йыллыҡ әҙәби юбилейы тантаналы байрам ителгән. Рәсәйҙең һәм Австрияның иң яҡшы яҙыусылары, йүнәлештәре төрлөлөгөнә ҡарамаҫтан, ошо уңайҙан «Сәләм» («Привіт», 1898) йыйынтығын баҫтырып сығарғандар. Үҙе тере саҡта уҡ Франконың ҡайһы бер әҫәрҙәре немец, поляк, чех һәм — башлыса ғүмер ахырында — рус теленә тәржемә ителгән.

Франко, сәйәсәт менән шөғөлләнеүен ташлап, умер во время Беренсе бөтөн донъя һуғышы барған йылдарҙа фәҡирлектә тормош юлын тамамлаған һәм Львовтағы Лычаковский зыяратында ерләнгән. И. Я. Франконың улдары, өлкәне Тарас Иванович Франко һәм кесеһе — Пётр Иванович Франко яҙыусы булып киткәндәр. Пётр Иванович контракт менән СССР-ҙа химия өлкәһендә эшләгән. Улар 1939 йылда Галицияның СССР-ға ҡушылыуын хуплағандар. Пётр УССР Юғары Советына һайланған, әммә совет власы уны лояль булмауҙа ғәйепләгән, 1941 йылдың июнендә ҡулға алынған һәм немец ғәскәрҙәре Львовҡа яҡынлашҡан ваҡытта НКВД зинданында хәбәрһеҙ юғалған. Тарас һуғыштан һуңғы йылдарҙа әҙәбиәт уҡытҡан һәм атаһы тураһында иҫтәлектәр яҙған. Франконың ейәнсәре Зиновия Тарасовна олатаһының йензура аша үтмәгән әҫәрҙәр томын тәртипкә килтергән.


  1. архив Фонда Нобеля
  2. я в «Літ.-Н. Вістн.» (1898, книга XI); 4) «I в. Франко» — обзор професс