Эстәлеккә күсергә

Ғатауллина Лира Даян ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Лира Даян ҡыҙы Ғатауллина
Тыуған көнө

25 май 1926({{padleft:1926|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:25|2|0}})

Тыуған урыны

д. Старо-Тавларово, Бәләбәй кантоны, Башҡорт АССР-ы,
РСФСР, СССР

Вафат көнө

26 ғинуар 2003({{padleft:2003|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:26|2|0}}) (76 йәш)

Вафат урыны

Өфө, Башҡортостан, Рәсәй

Ил

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Ғилми даирәһе

педиатрия

Ғилми дәрәжәһе

медицина фәндәре докторы (1967)

Ғилми исеме

профессор (1968)

Награда һәм премиялары

Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены — 1981

Ғатауллина Лира Даян ҡыҙы (25 май 1926 йыл26 ғинуар 2003 йыл) — ғалим-педиатр, юғары мәктәп уҡытыусыһы. РСФСР-ҙың 7‑се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Медицина фәндәре докторы (1967), профессор (1968), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1972). СССР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1968). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1981).

Лира Даян ҡыҙы Ғатауллина 1926 йылдың 25 майында Башҡорт АССР-ы Бәләбәй кантоны Иҫке Таҙлар ауылында тыуған.

1949 йылда Башҡорт дәүләт медицина институтын тамамлай.

1958 йылда «Определение активности ревматического процесса во внеприступной фазе у детей» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһы, яҡлай ә 1965 йылда — «Распространение, клиника и дифференцированная оценка активности ревматического процесса у детей г. Уфы Башкирской АССР» темаһына докторлыҡ диссертацияһы.

19681981 йылдарҙа балалар ауырыуы, педиатрия госпиталендә кафедра мөдире, ә 1981—1986 йй. — Башҡорт дәүләт медицина институтының балалар ауырыуҙары кафедраһы профессоры. Уның етәкселегендә кафедра Өфөнөң[1] 6-сы дауаханаһында кардиоревиатология үҙәге ойоштора.

1971—1986 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Педиаторҙары йәмғиәте рәйесе.

Өфө[2] ҡалаһында профессор Ғатауллина Л. Д. башланғысы менән ике махсуслаштырылған кардиоревматология бүлеге асыла.

1967 йылда Башҡорт АССР-ы Өфө Киров һайлау округынан РСФСР-ҙың 7-се саҡырылыш Юғары Советына депутат итеп һайлана. Уның тырышлығы менән 1972 йылда Өфөлә Республика балалар клиник дауаханаһы ойошторолған.

«Әсәлекте һәм балалыҡты һаҡлау мәсьәләләре» журналы мөхәррирҙәр ҡоро ағзаһы була, ә 1972 йылда уның мөхәрирлеге менән педиатрия буйынса беренсе фәнни йыйынтыҡ баҫтырыла. «Педиатрияның актуаль мәсьәләре» исемле йыйынтыҡта Республиканың иң яҡшы балалар учреждениеләрендә эшләүсе ғилми хеҙмәткәрҙәрҙең, тәжрибәле табиптарҙың эш алымдары йомғаҡланған[3].

1970 йылдың 30 мартынан 1987 йылдың 26 февраленә тиклем Бөтә Союз «Белем» ойошмаһының Башҡортостан республика бүлексәһе президиумының идара ағзаһы.

Фәнни эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Төп фәнни эштәре ревматизмды диагностикалауға, дауалауға һәм профилактикалауға, төрлө социаль мөхиттә йәшәүсе балаларҙың һаулыҡ торошон өйрәнеүгә йүнәлтелгән, төрлө ауырыуҙар ваҡытында балаларҙың йөрәкҡан тамырҙары системаһын өйрәнгән. Профессор БАССР уҡыусылары араһында ревматизмдың таралыуын һәм клиник үҙенсәлектәрен билдәләгән, һәм шулай уҡ, патологик процесс әүҙемлеген иҫәпкә алып, ревматизмды дауалау алымдарын эшләй. Ҡойо- һәм бальнеотератияның был ауырыуҙы дауалауҙа файҙаланыу мөмкинлеген күрһәтә, республика балалары өсөн физик үҫеш стандарттарын эшләй. Ошо эшмәкәрлек һөҙөмтәһендә Республикала балалар ревматизмы ике тапҡырға кәмей[4].

Ғатауллина Л. Д. 70-тән күберәк фәнни эштәр авторы.

  • Определение активности ревматического процесса у детей во внеприступной фазе: автореф. дис. канд. мед. наук / Л. Д. Гатауллина; АМН СССР, Ин-т педиатрии. — М., 1958.
  • Клиника и лечение ревматизма у детей. Уфа, 1961.
  • Распространение, клиника и дифференцированная оценка активности ревматического процесса у детей г. Уфы Башкирской АССР: автореф. дис. д-ра мед. наук / Л. Д. Гатауллина; АМН СССР, Ин-т педиатрии. — М., 1965.
  • Молодым родителям: Воспитание и уход за ребенком первого года жизни. — Уфа: Башк. кн. изд-во, 1985.