Байтимеров Әбүбәкер Хөсәйен улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Байтимеров Әбүбәкер Хөсәйен улы
Зат ир-ат
Тыуған көнө 25 май 1941({{padleft:1941|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:25|2|0}}) (82 йәш)
Тыуған урыны Билән, Балаҡатай районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт аграр университеты

Байтимеров Әбүбәкер Хөсәйен улы (рус. Байтимиров Абубакир Хусаинович; 25 май 1941 йыл) — партия органдары һәм дәүләт хеҙмәте ветераны. Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советының һәм Башҡортостан Республикаһының 1-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Милләте — башҡорт[1]

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әбүбәкер Хөсәйен улы Байтимеров 1941 йылдың 25 майында БАССР-ҙың Балаҡатай районы Билән ауылында донъяға килгән.

Билән урта мәктәбен һәм 1968 йылда Башҡортостан ауыл хужалығы институтын тамамлаған, зоотехник белемле.[2]

Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1960 йылда «Билән» совхозында башлай.

1960—1963 йылдарҙа Совет Армияһында хеҙмәт итә.

1968—1971 йылдарҙа «Билән» совхозында зоотехник, баш зоотехник булып эшләй.

1971—1972 йылдарҙа Башҡортостан ауыл хужалығы фәнни-тикшеренү институтында тәжрибә-етештереү хужалығы баш зоотехнигы.

1972 йылда йәнә «Билән» совхозында баш зоотехник.

1974—1978 йылдарҙа совхоз директоры.

1978—1984 йылдарҙа — КПСС-тың Балаҡатай райкомында икенсе секретарь.

1984—1996 йылдарҙа-халыҡ депутаттарының Балаҡатай район Советы башҡарма комитеты рәйесе, район хакимиәте башлығы[3].

1996—2001 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһы Ауыл хужалығы һәм аҙыҡ-түлек министрлығының Дәүләт ветеринария инспекцияһы башлығы.

Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советының һәм Башҡортостан Республикаһының 1-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты итеп һайлана.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1996)[4]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. — Уфа, Китап, 1994. — с. 95.
  2. Байтимиров Абубакир Хусаинович//Парламентаризм в Башкортостане: история и современность. — Т. 2. — Уфа, 2005.удк 930 ISBN 5-8258-0204-5
  3. Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. — Уфа, Китап, 1994. — с. 27
  4. Байтимиров Абубакир Хусаинович 2020 йыл 23 сентябрь архивланған.

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. — Уфа, Китап, 1994. — с. 95.
  • Белокатайский район: история и современность / Историко-краеведческое издание. / Автор-составитель В. А. Ощепков. — Уфа : Издательство «Диалог», 2004. — 476 с. — ISBN 5-94524-028-1.  (рус.)

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]