Эстәлеккә күсергә

Серебровский Александр Павлович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Серебровский Александр Павлович
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
Тыуған көнө 25 декабрь 1884({{padleft:1884|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:25|2|0}})
Тыуған урыны Өфө, Өфө өйәҙе, Өфө губернаһы
Вафат булған көнө 10 февраль 1938({{padleft:1938|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:10|2|0}})[1] (53 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, СССР
Үлем төрө Үлем язаһы
Ерләнгән урыны Коммунарка атыу полигоны
Хәләл ефете Фарандзем Кнунянц[d]
Һөнәр төрө сәйәсмән, инженер
Эш урыны Мәскәү тау академияһы
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Ҡатнашыусы VI съезд РСДРП(б)[d], ВКП(б)-ның XIV съезы[d], ВКП(б)-ның XV съезы[d], ВКП(б)-ның XVI съезы[d] һәм ВКП(б)-ның XVII съезы[d]
Ойошма ағзаһы СССР-ҙың Үҙәк башҡарма комитеты[d] һәм Общество старых большевиков[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены

Серебровский Александр Павлович (13 (25) декабрь 1884 йыл Өфө — 10 февраль 1938 йыл, Мәскәү) — инженер-механик, революционер, сәнәғәт ойоштороусы.

«193-х эше» буйынса элек һөргөндә булған, нәҫелдән килгән почетлы граждан ғаиләһендә тыуған[2].

Өфөлә гимназияны тамамлаған. 1902 йылда Петербург технология институтына уҡырға инә-  студент сыуалыштарында ҡатнашҡаны өсөн Өфөгә кире ҡайтарыла. 1903 йылдан РСДРП ағзаһы. Бер нисә тапҡыр ҡулға алына.  

1905—1907 йылдарҙағы Революцияла ҡатнашыусы. 1905 йылда Путилов заводынан Петербург советы башҡарма комитеты ағзаһы. 1907 йылда Владивостокта ҡораллы ихтилал әҙерләүҙә ҡатнаша, ләкин ул башланғанға тиклем ҡулға алына. 1908 йылдың аҙағы йәки  1909 йыл башында Бельгияға эмиграцияға китә, унда Юғары техник училищены тамамлай (1911). Рәсәйгә 1911 йылда ҡайта.

1917 йылда Октябрь революцияһында ҡатнаша. Революциянан һуң дәүләт һәм хужалыҡ эштәрендә була: сауҙа халыҡ комиссариатының коллегия ағзаһы (1917—1918), Ҡыҙыл Армияны тәьмин итеү буйынса ғәҙәттән тыш комиссияның рәйесе урынбаҫары, Украина фронтының хәрби тәьминәте начальнигы (1919), Артиллерия заводтарының үҙәк идараһы рәйесе (1919—1920), Юлдар бәйләнешенең халыҡ комиссары урынбаҫары (1920).

1920 йылдан — Баҡыла «Азнефть» идара рәйесе. 1926 йылда —  СССР Нефтесиндикат идараһы рәйесе,  1927—1930 йылдарҙа — СССР халыҡ хужалығы Юғары Советы рәйесе урынбаҫары.  1928 йылдан алып — СССР халыҡ хужалығы Юғары Советының («Главзолото») төҫлө металл, алтын һәм платина буйынса Баш идаралыҡ начальнигы һәм  СССР-ҙың финанс буйынса халыҡ комиссариаты коллегияһының ағзаһы. 1932—1937 йылдарҙа. — СССР  ауыр сәнәғәтенең халыҡ комиссары урынбаҫары.

Төҫлө һәм ҡыйбатлы металдарҙың ғилми-тикшеренеү геолог-разведкаһы институтын ойоштороусы[3]. 1924 йылдан дәүләт эшмәкәрлеге менән бер рәттән Әзербайжан политехник институтында, Мәскәү тау академияһында, Г.В. Плеханов исемендәге халыҡ хужалығы институтында  уҡытыу эштәре алып бара.

СССР Үҙәк башҡарма комитетының ағзаһы. ВКП(б) Үҙәк комитеты ағзаһына кандидат (1925—1937).

Ҡул алыныуы һәм язаға тарттырылыуы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1937 йылдың 23 сентябрендә ҡулға алына. Контрреволюцион эшмәкәрлектә ғәйепләнә. ВКП(б) Үҙәк комитетының Октябрь пленумы ҡарары менән (1937йылдың 11-12 октябре) «халыҡ дошманы» кеүек фашланып, ВКП(б) Үҙәк комитеты ағзаһы кандидаттары составынан сығарыла. 1938 йылдың 8 февралендә СССР Юғары судының хәрби коллегияһы тарафынан хөкөм ҡарары раҫлана. 1938 йылдың 10 февралендә  үлтерелә.

1956 йылдың 19 майында үлгәндән һуң аҡлана[4]

Рәсми рәүештә 1915 йылда  өйләнә, ҡатыны — Анна Владимировна, 1926 йылда Баҡыла вафат була. А.П. Серебровский 1929 йылда межалау инженеры В.П. Лукьяновтың ҡыҙына  — Евгенияға өйләнә, уның менән үҙенең вафатына тиклем йәшәй. Е. В. Серебровская ире артынан ике тапҡыр репрессиялана һәм ГУЛАГ-та  була.  1930 йылда Серебровскийҙарҙың  ҡыҙҙары — Инна Александровна тыуа, ул педагог була, атаһы һәм әсәһен аҡлауға өлгәшә[5].

Ленин ордены (1931), Әзербайжан ССР-ының Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1921) менән бүләкләнгән[6]

  • Серебровский А. П. Промышленный холод и его применение при сохранении пищевых продуктов. — М., 1911. — 156 с.
  • Серебровский А. П. Теория и практика термоизоляции. Руководство при проектировании и постройке холодных складов, вагонов-ледников, судов-холодильников и фабрично-заводских тепловых установок. — М.: изд-е книжного юридич. магазина «Правоведение» И. К. Голубева, 1913. — 352 с.
  • Серебровский А. П. Революция и заработная плата рабочих металлической промышленности. Рост заработной платы и положение производительности труда в связи с Тарифным Договором, заключенным Союзом рабочих металлистов с механическим отделом О-ва фабрикантов и заводчиков. — Петроград, 1917. — 64 с.
  • Серебровский А. П. Управление заводскими предприятиями, опыт руководства для лиц, работающих в металлической промышленности. -М.: ВСНХ, 1919. — 208 с.
  • Серебров[ский А. П.] В январские дни 1905 г. // Пролетарская революция. 1922. № 5. С. 194—200.
  • Серебровский А. П. Азнефть на пятому году национализации (анализ промысловой работы). — Баку: Изд-е клуба «Красный нефтяник», 1924. — 41 с.
  • Серебровский А. П. Нефтяная и газовая промышленность в Америке. Изд. 2. — М.: ЦУП ВСНХ, 1925. — 425 с.
  • Серебровский А. П. Опыт применения американских методов в нефтяной промышленности. — Баку: издание «Азнефти», 1929. — 23 с.
  • Серебровский А. П. Золотая промышленность. — Москва: Изд-во Акад. наук СССР 1935. — Т.1 «США» — 337 с; Т.2. «СССР» — 617 с.
  • Серебровский А. П. На золотом фронте. Из серии "Воспоминания хозяйственников. Под общей редакцией Б. М. Таля. Книга первая. — Москва: Изд-во Акад. наук СССР, 1936 год. — 422 стр.
  • Серебровский А. П. На нефтяном фронте / по ред. Ю. В. Евдошенко. — М.: Изд-во «Нефтяное хозяйство», 2015. — 330 с. — ISBN 978-5-93623-032-5