Ғибәҙуллин Рафаил Вәһит улы
Ғибәҙуллин Рафаил Вәһит улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 13 декабрь 1954 (69 йәш) |
Тыуған урыны | Өфө, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | Нефтсе (стадион, Ишембай), инженер-электрик, инженер |
Уҡыу йорто | ӨДНТУ |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Ғибәҙуллин Рафаил Вәһит улы (13 декабрь 1954 йыл) — дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре. Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты[1].
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рафаил Вәһит улы Ғибәҙуллин 1954 йылдың 13 декабрендә Өфө ҡалаһында тыуған. Башҡорт. Юғары белемле, 1978 йылда Өфө нефть институтын тамамлаған. Тау инженер-электригы, тау инженеры (1988 йыл). Артабан Мәскәү дәүләт университетын тамамлай. Социологик фәндәр докторы (1990). Профессор.
1978—1980 — СССР Ҡораллы Көстәре сафында хеҙмәт итә, взвод командиры, яғыулыҡ-майлау частары хеҙмәте начальнигы.
1980—1985 йй. — БАССР-ҙың комсомол һәм профсоюз органдарында эшләй.
1981—1985 йй. — Профсоюздарҙың Үҙәк Комитетының Башҡортостан Республикаһы буйынса хеҙмәт техник инспекторы.
1985—1992 йй. — «Когалымнефтегаз» производство берекмәһенең цех начальнигы, идаралыҡ начальнигы урынбаҫары, «Ватьеганнефть» нефть-газ табыу идаралығының профкомы рәйесе, Когалым ҡалаһының Көнбайыш Себер нефть ятҡылыҡтарын башҡорт нефтселәре отряды составында, ЦНИИ берекмәһендә бүлек начальнигы булып, үҙләштергән, «Когалымнефтегаз» производство берекмәһенең цех начальнигынан алып бүлек етәксеһенә тиклем юл үткән.
1992—1995 йй. — РФ «Лукойл-Уралнефтегаз» генераль директор урынбаҫары, генераль директоры.
1995—1996 йй. — «Роснефтеэкспорт» ААЙ-е башҡарыусы директоры (Мәскәү ҡалаһы).
1996—1998 йй. — «Башкирнефтепродукт» ААЙ-те структураһында етәксе вазифалары (Өфө ҡалаһы).
2000—2003 йй. — «Региональный трастовый центр» НП директоры.
2003—2006 йй. — «Энергонефтегаз-сервис» ЯСЙ-те генераль директоры.
2006—2012 йй. — «Стройинвест» инвестицион компанияһы" генераль директоры.
2012 йылдан — Башҡортостан Республикаһының Эшҡыуарҙар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса вәкил.
60-тан ашыу фәнни хеҙмәттәре һәм баҫмалары бар[2].
Йәмәғәт эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Башҡортостан Республикаһының 4-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайы депутаты итеп һайлана (сәнәғәт, транспорт, төҙөлөш, элемтә һәм эшҡыуарлыҡ комитеты ағзаһы)
Өфө ҡала советы депутаты, гуманитар мәсьәләләр комитеты рәйесе, 1-се саҡырылыш Өфө ҡала округы Советының президиум ағзаһы[3].
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Ватан алдында хеҙмәттәре өсөн» орденының II дәрәжә миҙалы
- «За развитие нефтегазового комплекса России» миҙалы
- «За заслуги перед городом Уфа» миҙалы
- Рәсәй сәнәғәте һәм энергетикаһы министрлығының Почёт гамоталары
- Рәсәй нефть һәм газ сәнәғәтселәре союзының Почёт гамоталары
- Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайының Почёт гамоталары[4]
Ғаиләһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Өйләнгән. Ҡатыны менән ул һәм ҡыҙ үҫтергәндәр.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Гибадуллин Рафаиль Вагитович Уполномоченный по правам предпринимателей в Республике Башкортостан г. Уфа ул. Пушкина, 95, каб. 319 Тел. 280 −85 −45 сайт: http: //upprb. bashkortostan. ru/
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 2018 йыл 12 октябрь [https://web.archive.org/web/20181012201054/http://alrf-rb.ru/about/board_of_trustees/1497/ архивланған. Гибадуллин Рафаил Вагитович]
- Гибадуллин Рафаил Вагитович 2018 йыл 31 август архивланған.
- Гибадуллин Рафаил Вагитович
- Гибадуллин Рафаил Вагитович
- Гибадуллин Рафаил Вагитович
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 13 декабрҙә тыуғандар
- 1954 йылда тыуғандар
- Өфөлә тыуғандар
- Өфө дәүләт нефть техник университетын тамамлаусылар
- II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены миҙалы менән наградланыусылар
- 4-се саҡырылыш Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары
- «Берҙәм Рәсәй» ағзалары
- II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены кавалерҙары