Эстәлеккә күсергә

Тузов Николай Иосифович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Тузов Николай Иосифович
Зат ир-ат
Тыуған көнө 13 декабрь 1923({{padleft:1923|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:13|2|0}})
Тыуған урыны Арғаяш районы, СССР
Вафат булған көнө 18 ғинуар 2002({{padleft:2002|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:18|2|0}}) (78 йәш)
Вафат булған урыны Арғаяш районы, Силәбе өлкәһе, Рәсәй
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Советтар Союзы Геройы I дәрәжә Ватан һуғышы ордены Ленин ордены

Тузов Николай Иосифович (13 декабрь 1923 йыл — 18 ғинуар 2002 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, ҡыҙылармеец. Советтар Союзы Геройы.

Николай Иосифович Тузов 1923 йылдың 13 декабрендә Губерна ауылында, хәҙерге Силәбе өлкәһенең Арғаяш районы, тыуа. 4 класс тамамлаған. Колхозда эшләй.

1942 йылдың ғинуарында Ҡыҙыл Армияға саҡырыла. Шул уҡ йылдың апрелендә фронтҡа эләгә. 149-сы уҡсылар полкының 568-се уҡсылар дивизияһы составында һуғыша. Днепр йылғаһын аша сығыуҙа һәм уң яҡ ярҙа плацдармды тотоуҙа айырыуса айырыла.

1943 йылдың 16 октябрендә алғы төркөм составында Днепр йылғаһын Щитцы ауылы районында аша сыға. Плацдармды киңәйтеү өсөн барған һуғышта беренселәрҙән булып һөжүмгә күтәрелә. Яралана, әммә сафта ҡала.

СССР Юғары Советы Президиумының 1943 йылдың 30 октябрендәге указы менән Днепр йылғаһын уңышлы аша сыҡҡаны, уң яҡ ярҙа плацдармды ныҡлы нығытҡаны өсөн ҡыҙылармеец Николай Иосифович Тузовҡа Советтар Союзы Геройы исеме бирелә һәм Ленин ордены, «Алтын Йондоҙ» миҙалы тапшырыла.

Һуғышты сержант, пулемет расчеты командиры булып тамамлай. 1946 йылдан ВКП(б)/ КПСС ағзаһы. 1946 йылда өлкән сержант Тузов демобилизациялана.

Тыуған иленә ҡайта. Арғаяш районының Байрамғол ауылында йәшәй. Колхоз рәйесе, бүлексә идарасыһы, ауыл советы рәйесе булып эшләй.

2002 йылдың 18 ғинуарында вафат була.

Ленин,1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордендары, миҙалдар менән наградланған.