Эстәлеккә күсергә

Кандинский Василий Васильевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Василий Кандинский битенән йүнәлтелде)
Василий Кандинский
Тыуған:

4 (16) декабрь 1866({{padleft:1866|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:16|2|0}})

Тыуған урыны:

Мәскәү, Рәсәй империяһы

Үлгән:

13 декабрь 1944({{padleft:1944|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:13|2|0}}) (77 йәш)

Үлгән урыны:

Нёйи-сюр-Сен, Франция

Ил:

 Рәсәй империяһы
 РСФСР[1]
 СССР[2][3]
 Франция
 Германия

Жанр:

живописец, график и теоретик изобразительного искусства

Уҡыған урыны:

частная студия Антона Ашбе (Мюнхен), Мюнхенская академия художеств

Сайт:

wassilykandinsky.net

Имза:

 Работы

Кандинский Василий Васильевич (4 декабрь (16 декабрь) 1866 йыл, Мәскәү — 13 декабрь 1944 йыл, Нейи-сюр-Сена, Франция) — Рәсәй империяһы рәссамы, график һәм һынлы сәнғәт теоретигы, абстракционизмға нигеҙ һалыусыларҙың береһе. «Күк һыбайлы» төркөмөн булдырыусыларҙың береһе.

Мәскәүҙә тыуған, Одессала музыкаль һәм һынлы сәнғәт буйынса белем ала. Кандинскийҙар ғаиләһе был ҡалаға 1871 йылда күсенә. Ата-әсәһе улдарының юрист булыуын күҙаллай, Василий Васильевич Мәскәү университетының Юридик факультетын бик яҡшы тамамлай, 1893 йылда шунда уҡыта башлай, доцент ғилми дәрәжәһен ала. 1896 йылда данлыҡлы Дерпт университеты Кандинскийға профессор урынын тәҡдим итә, әммә ул баш тарта. 30 йәшендә Кандинский рәссам булырға ҡарар итә. 1895 йылда Мәскәүҙә үткәрелгән импрессионистар күргәҙмәһе йоғонтоһо, бигерәк тә Клод Моненың «Бесән кәбәне» картинаһынан алған тәьҫораттар, уны ошо ҡарарға килтерә. 1896 йылда ул Мюнхенға күсенә һәм немец экспрессионистары менән таныша. Беренсе донъя һуғышы башланғас, Мәскәүгә ҡайта, әммә 1921 йылда ҡайтанан Германияға юллана. Баухаузды нацистар япҡандан һуң, ҡатыны менән Францияға күсенә, 1939 йылда француз гражданлығын ала.

Василий Васильевич Кандинский Нерчинскийҙың каторжан вариҫтары булған сауҙагәрҙәр ғаиләһенән. Уның ҡарт өләсәһе тунгус кенәзе Гантимеровтар ҡыҙы була, ә атаһы Байкал аръяғынан (Кяхта) боронғо Кандинскийҙар нәҫеле вәкиле, уларҙың шәжәрә ебе мансиҙарҙың Кондин кенәзлеге кенәздәренә барып тоташа.

Василий Кандинский Мәскәүҙә, коммерсант Василий Сильвестрович Кандинскийҙың ғаиләһендә тыуа (1832—1926). Бала сағында ата-әсәһе менән Европа илдәре һәм Рәсәй буйлап сәйәхәт итә. 1871 йылда ғаилә Одессала[4] төпләнә, ошонда буласаҡ рәссам гимназия тамамлай, шулай уҡ һынлы сәнғәт һәм музыка белемен ала. 1885—1893 йылдарҙа Мәскәү дәүләт университетының юридик факультетында уҡый (1889—1893 йылдарҙағы өҙөклөктәр менән), бында ул политик экономия һәм статистика кафедраһында профессор А. И. Чупров етәкселегендә экономика һәм хоҡуҡ белемдәрен өйрәнә. Сәләмәтлеге ҡаҡшау сәбәпле, 1889 йылда уҡыуын ташлап тора һәм 28 майҙан (9 июнь) 3 (15) июлгә тиклем Вологда губернаһы[5][6] өйәҙҙәре буйлап этнографик экспедицияла йөрөй.

1893 йылда Кандинский юридик факультетты тамамлай. 18951896 йылдарҙа Мәскәүҙә, Пименовская урамында урынлашҡан «И. Н. Кушнерёв һәм К° ширҡәте» типографияһында художество директоры булып эшләй.

Рәссам карьераһын Кандинский сағыштырмаса һуңыраҡ — 30 йәшенә еткәс һайлай. 1896 йылда ул Мюнхендә төпләнә һәм 1914 йылға тиклем Германияла ҡала. Мюнхенда рус рәссамдары А. Г. Явленский, М. В. Верёвкина, В. Г. Бехтеев, Д. Н. Кардовский, М. В. Добужинский, И. Я. Билибин, К. С . Петров-Водкин, И. Э. Грабарь менән таныша.

С 1897 йылда А. Ашбеның шәхси студияһында һынлы сәнғәткә өйрәнә[7]

1900 йылда Мюнхен художество академияһына уҡырға инә, унда Франц фон Штукала белем ала. 1901 йылда Кандинский «Фаланга» художество берекмәһен ойоштора, уның эргәһендә мәктәп аса һәм шунда уҡ уҡыта.

1900 йылда Кандинский бик күп сәйәхәт итә, Төньяҡ Африка, Италия, Францияла була; Одессала һәм Мәскәүҙә лә булып китә. Мәскәү рәссамдары ширҡәте күргәҙмәләрендә ҡатнаша.

Кандинский 1902 йылдың йәйендә Мюнтер һәм Габриэланы Мюнхен ҡалаһы янына, Альп тауҙарына үҙенең йәйге рәсем дәрестәренә саҡыра. Шулай итеп уларҙың профессиональ мөнәсәбәттәре шәхси мөнәсәбәттәргә әйләнә.[сығанаҡ 2844  көн күрһәтелмәгән].

«Амазонка». 1911. Әзербайжан сәнғәт музейы, Баҡы

1910 һәм 1912 йылдарҙа шулай уҡ «Бубновый валет» һынлы сәнғәт берекмәһе күргәҙмәләрендә ҡатнаша . Был йылдарҙа ул рәсем сәнғәтендә төҫтөрҙе «ритмик» файҙаланыу новаторлыҡ концепцияһын уйлап таба.

1909 йылда Кандинский "Яңы Мюнхен әҙәби берекмәһе"н, 1911 йылда — «Күк һыбайлы» альманахын һәм төркөмөн ойоштора. Танылыу алған рәссам-экспрессионистар Франц Марк, Алексей Явленский, Марианна Верёвкина, шулай уҡ Пауль Клее уның ағзалары булып китә. Ошо уҡ ваҡытта уның тәүге шәхси күргәҙмәһе үткәрелә.

1914 йылда рәссам Мәскәүгә ҡайта. Артабанғы йылдарҙа реалистик һәм ярымабстракт картиналар, нигеҙҙә, пейзаждар өҫтөндә эшләй.

1917 йылдың 11 февралендә Нина Николаевна Андреевская менән никахҡа инә (1893—1980).

1917 йыл революцияһынан һуң Кандинский йәмәғәт эштәре менән әүҙем шөғөлләнә.

1918 йылда һәйкәлдәрҙе һаҡлауҙы ойоштороуҙа, Һынлы сәнғәт музейын һәм Рәсәй художество фәндәре академияһын булдырыуҙа ҡатнаша, ВХУТЕМАС-та уҡыта һәм «Баҫҡыстар» автобиографик китабын баҫтырып сығара (М., 1918).

1918—1919 йылдарҙа ул Наркомпростың ИЗО бүлеге художество коллегияһы ағзаһы, 1919—1921 йылдарҙа — Бөтә Рәсәй һатып алыу комиссияһы рәйесе, репродукциялар оҫтаханаһының ғилми консультанты һәм мөдире, Мәскәү университетының почетлы профессоры була. Кандинский шулай уҡ Рәсәй һынлы сәнғәт фәндәре академияһының вице-президенты итеп һайлана. Шул уҡ ваҡытта картиналар яҙыуын дауам итә — атап әйткәндә, быялала «Амазонка» (1918) һәм «Тауҙарҙа Амазонка» (1919) декоратив композицияларын яҙа

1921 йылдың декабрендә Кандинский Рәсәй художество фәндәре академияһының бүлексәһен асыу өсөн Берлинға юллана. Германияла үткәрелгән Беренсе рус сәнғәте күргәҙмәһендә ҡатнаша. Шул китеүҙән Рәсәйгә кире ҡайтмай.

Берлинда Василий Кандинский һынлы сәнғәттән уҡыта башлай, ә 1922 йылдың йәйенән "Баухауз"та эшләй һәм мәктәптең күренекле теоретигына әйләнә. Тиҙҙән Кандинский абстракт сәнғәт лидерҙарының береһе булараҡ донъяла танылыу ала.

Был 1928 йылда рәссам немец гражданлығын ала, әммә 1933 йылда, власҡа нацистар килеү менән, Францияға эмиграциялай.

1933 йылдан 1944 йылға тиклем Парижда йәшәй, интернациональ һынлы сәнғәт процесында ҡатнаша.

1939 йылда Василий Кандинский Франция гражданлығын ҡабул итә.1944 йылдың 13 декабрендә Париж ситендәге Нейи-сюр-Сен биҫтәһендә вафат була. Париж янындағы Потю һәм Нантер коммуналарында урынлашҡан Яңы Нейи зыяратында ерләнә.

Рәссамдың ижады сәскә атҡан осор Мюнхен һынлы сәнғәт мәктәбе эргәһендәге йәйге курстарҙа (Münchner Malschule Phalanx) уҡытҡан сағына тура килә. Уҡыусылары менән ул Фильс һәм Наб йылғалары ҡойған уйпатлыҡта урынлашған һоҡланғыс тәбиғәтле Калльмюнц (Kallmünz) ҡаласығына йыш бара. Ябай һөйләштә был ҡаланы «Оберпфальц ынйылары» тип йөрөтәләр. Бында 35 йәшлек Кандинский мәктәптәң 26 йәшлек тыңлаусыһы Габриэла Мюнтер (Münter Gabriele) менән ҡауыша . Ләкин 1911 йылда беренсе ҡатыны Анна Чемякина менән айырылышыуына ҡарамаҫтан, яңы никахты теркәргә ашыҡмайҙар. Беренсе бөтә донъя һуғышы башланғандан һуң Кандинскийҙың Рәсәйгә ҡайтып китеүенә бәйле, улар айырылыша, ләкин 1915 йылда яңынан өс айҙы бергә Стокгольмда үткәрә. Был ваҡытҡа Габриэла ысын рәссамға әйләнгән була, әммә уның картина яҙыу стиле Кандинскийҙың яҙыу манераһынан айырыла. Нацизм хөкөм һөргәндә Кандинскийҙың картиналары, «дегенератив сәнғәт» категорияһына индерелеп, күргәҙмәләргә ҡуйылмай. Уларҙың ҡайһы берҙәрен Габриэла һаҡлап ҡала. Ул ҡасандыр Василий менән йәшәгән Мурнау-ам-Штаффельзейҙағы йортонда даими йәшәй. Шунда уҡ 1962 йылда вафат була.

Иң билдәле әҫәрҙәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • 2011—2012 — «Кандинский һәм „Күк һыбайлы“», А. С. Пушкин исемендәге һынлы сәнғәт дәүләт музейы, шәхси коллекциялар бүлеге, Мәскәү, 5 октябрь 2011 — 15 ғинуар 2012 йыл[8]

Әлеге ваҡытта 40-ҡа яҡын эше Мюнхенда һаҡлана. (Ленбах йортондағы ҡала галереяһында).

  • 2016 — «Василий Кандинский һәм Рәсәй». Дәүләт рус музейы, корп Бенуа. 2016 йылдың 22 сентябре — 2016 йылдың 4 декабре. Кандинскийҙың 150 йыллығына ҡарата үткәрелгән күргәҙмә составына һынлы сәнғәте, графикаһы һәм автор эшләгән фарфор һындар менән бер рәттән оҫтаның данлыҡлы замандаштарының эштәре инә.[9]
  • Василий Кандинский. Сәнғәттә рухи ҡиммәттәр тураһында 2008 йыл 12 октябрь архивланған.. — 1910.
  • В. В. Кандинский (рәссам тексы). — М., 1918.
  • Über das Geistige in der Kunst. — Münch., 1912 (өлөшләтә рус телендә, «Петроградта үткәрелгән Бөтә Рәсәй рәссамдар съезы хеҙмәттәре» китабынан. Декабрь, 1911 — ғинуар,1912. — Т. 1. — [П., 1914]. — 47-76 б.).
  • Василий Кандинский Баҫҡыстар: Рәссам тексы. — М., 1918. — 58. с.: ил.
  • Punkt und Linie zu Fläche. Beitrag zur Analyse der malerischen Elemente. — Münch.,1926 (рус телендә: Кандинский В. Нөктә менән һыҙыҡ яҫылыҡта. — СПб.: Азбука-классика, 2005. — С. 63-232. Елена Козинаның немец теленән тәржемәһе).
  • Кандинский В. Сәнғәт теорияһы буйынса һайланма хеҙмәттәре, 2 томда. / Ред. коллегия һәм сост. Автономов Б-са, В. Б. Сарабьян, Турчин В. С. — 2001. — Тир. 1300 экз., өҫтәлмә тиражы 1000 дана.
  • Кандинский В. В. Сәнғәттә рухи ҡиммәттәр тураһында (һынлы сәнғәт) / Доклад[10] . 1911 йылда рәссам бөтә рәсәй съезы була (булмауы авторы н өсөн доклад уҡыны. И. Кульбин).
Бюст һәм иҫтәлекле таҡтаташ Одесса
Бюст һәм иҫтәлекле таҡтаташ Одесса
  • 1995 йылда Кандинский көндәре сиктәрендә Одессала Дерибасовский урамында рәссам йәшәгән 17-се һанлы йортта Мемориаль таҡтаташ асыла.[11]
  • 2007 йылда Рәсәйҙә йыл һайын бирелә торған Кандинский премияһы булдырыла. Еңеүсене һайлағанда төп критерий — рәссамдың үҙенең яңы эштәре менән хәҙерге заман Рәсәй сәнғәтенә ниндәй дәрәжәлә йоғонто яһай алыуы.
  • 2012 йылдың 6 авгусында Меркурийҙағы кратерға Киндинский исеме бирелә.
  • Аэрофлоттың Airbus A319(VP-BUN) самолеты «В. Кандинский» исемен йөрөтә.
  • 2016 йылда Мәскәүҙә Кандинский урамы барлыҡҡа килә.
  • 2016 йылдың 2 сентябрендә Одессаның Йондоҙҙар Аллеяһында Василий Кандинский йондоҙо барлыҡҡа килә.[12]
  • Екатеринбургта Кандинский Хаус бинаһы төҙөлә.
  • Израилдә Кирьят ҡалаһы урамдарының береһе Василий Кандинский исемен йөрөтә.
  • Германияла йәмәғәт тәртибен һаҡлау буйынса Имперский канцелярияла асылған Василий Кандинскийҙың шәхси эше (РГВА. Ф. 772k, Оп. 3, Д. 464).

Альбомдар, каталог, монография, мәҡәләләр йыйынтығы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Сарабьянов Дмитрий Владимирович, Автономова Наталия Борисовна. Василий Кандинский. — М.: Галарт, 1994. — 238 с. — 5000 экз. — ISBN 5-269-00880-7.
  • Абрамов В.А. В.В.Кандинский в художественной жизни Одессы Документы. Материалы. — Одесса: Глас, 1995. — ISBN 5-7707-6378-7.
  • Турчин Валерий Стефанович. Кандинский в России. — М.: Художник и книга, 2005. — 448 с. — ISBN 5-9900349-1-1.
  • Альтхаус Карин, Хоберг Аннегрет, Автономова Наталия. Кандинский и «Синий всадник». — М.: Министерство культуры Российской Федерации, Издательство Государственного музея изобразительных искусств имени А. С. Пушкина, СканРус, 2013. — 160 с. — ISBN 978-5-4350-0011-5.
  • Grohmann W. Wassily Kandinsky. Life and work. — N. Y., 1958.
  • Рейнгардт Л. Абстракционизм. // Модернизм. Анализ и критика основных направлений. — М., 1969. — С. 101—111.
  • Schulz,Paul Otto. Ostbauern. Köln: DuMont, 1998. — ISBN 3-7701-4159-8.
  • Азизян И. А. Москва В. В. Кандинского // Архитектура в истории русской культуры. — Вып. 2: Столичный город. — М.: УРСС, 1998. — ISBN 5-88417-145-9 С. 66—71.
  • Азизян И. А. Концепция взаимодействия искусств и генезис диалогизма XX века (Вячеслав Иванов и Василий Кандинский) // Авангард 1910-х — 1920-х годов. Взаимодействие искусств. — М., 1998.
  • Автономова Наталия Борисовна Кандинский и художественная жизнь России начала 1910-х годов // Поэзия и живопись: Сборник трудов памяти Н. И. Харджиева / Составление и общая редакция Михаил Борисович Мейлаха и Дмитрий ВладимировичСарабьянов. — М.: Языки русской культуры, 2000. — С. 120—128. — ISBN 5-7859-0074-2.
  • Baedecker. Deutschland. Verlag Karl Baedeker, 2002. — ISBN 3-8297-1004-6.
  • Абрамов В.А. "Письмо из Мюнхена" - В. Кандинский? (русский) // Дерибасовская-Ришельевская : альманах. — 2002. — № 11. — С. 244—252.
  • Раппапорт А. Кандинский в Лондоне // Rossica 2011 йыл 7 март архивланған.. — 2002. — Issue 7/8: Revelations in Colour: Dionisy & Kandinsky. Или: Kandinsky in London // Idem.
  • Азизян И. А. Теоретическое наследие В. В. Кандинского в художественном сознании XX века // Вопросы теории архитектуры: Архитектурно-теоретическая мысль Нового и Новейшего времени / Сборник научных трудов под ред. И. А. Азизян. — М.: КомКнига, 2006. — С. 189—249.
  • Абрамов В.А. Неизвестное произведение Кандинского // Дерибасовская-Ришельевская : альманах. — 2006. — № 27. — С. 185—195.
  • Кожев А. Конкретная (объективная) живопись Кандинского (1936) // «Атеизм» и другие работы. — М.: Праксис, 2007. — С. 258—294.
  • Абрамов В.А. В. Кандинский среди других мастеров "утраченного" авангарда (русский) // Дерибасовская-Ришельевская : альманах. — 2008. — № 33. — С. 194—202.
  • Балаховская Фаина Матвеевна. «Кандинский и „Синий всадник“» // Артхроника. — 1 октября 2011 года.
  • Соколов Б. М. Теория беспредметного искусства у В. В. Кандинского в 1920—30-х годах. От социального пророчества к художественному мессианизму // Искусствознание. — 2012. — № 3—4. — С. 171—191.
  • Абрамов В.А. Неизвестный факт биографии В. Кандинского (русский) // Вісник Одеського художнього музею : сборник. — Одесса, 2014. — № 1. — С. 84—87. — ISBN 978-966-8484-50-6.
  • Абрамов В.А. Семья В.В. Кандинского в Одессе (русский) // Дерибасовская-Ришельевская : альманах. — 2016. — № 65. — С. 200—219.
  1. http://www.hist.msu.ru/departments/8839/research/publications/detail.php?ELEMENT_ID=16187
  2. https://www.nytimes.com/2001/08/12/arts/art-architecture-a-saboteur-wielding-explosive-colors-and-images.html
  3. https://www.moma.org/artists/2981 (ингл.)
  4. Доска Василию Кандинскому
  5. Кандинский В. В. Избранные труды по теории искусства: В 2-х т. Издание второе, исправленноное и дополненное/ Под ред. Н. Б. Автономовой, Д. В. Сарабьянова, В. С. Турчина. Т. 2. 1918—1938. М.: Гилея, 2008. — С. 365—393, 427—438; (2008, тираж 1500 экз.)
  6. Северюхин Д. Я., Лейкинд О. Л. Художники русской эмиграции (1917—1941). Биографический словарь. Санкт-Петербург, 1994. — С. 232.
  7. И. Э. Грабарь вспоминал об этом: «Он писал маленькие пейзажные этюдики, пользуясь не кистью, а мастехином, и накладывая яркими красками отдельные планчики. Получались пёстрые, никак не согласованные этюдики. Все мы относились к ним сдержанно, подшучивали между собой над этими упражнениями в „чистоте красок“. У Ашбе Кандинский также не слишком преуспевал и вообще талантами не блистал». //Грабарь И. Э. Моя жизнь. Автомонография. М.-Л., 1937. — С. 141—142.
  8. Балаховская Фаина. «Кандинский и „Синий всадник“» // Артхроника. — 1 октября 2011 года.
  9. http://www.rusmuseum.ru/benois-wing/exhibitions/wassily-kandinsky-and-russia-benois/
  10. Творчество № 8, 9, 10. 1988 г.; № 1. 1989 г.
  11. «СЕМЬЯ КАНДИНСКОГО» ВПЕРВЫЕ СОБРАЛАСЬ В ОДЕССЕ.
  12. Одесский художественный музей. Открытие новых имен на Аллее Звезд Одессы.