Какао (эсемлек)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Какао
Рәсем
Дәүләт  Мексика
Ил Мезоамерика
Төҫ Көрән һәм каштан төҫө[d]
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән какао онтағы[d], һөт, шәкәр, шыйыҡ һыу[d] һәм шоколад
Водород күрһәткесе 6,8 ± 0,1[1]
Өлөшләтә тура килә шоколадлы һөт[d]
 Какао Викимилектә
Испанияла традицион чуррос менән шоколад

Какао — составына мотлаҡ төйөлгән какао, шулай уҡ һөт (йәки һыу) һәм шәкәр индерелгән эсемлек. Ғәҙәттә, был эсемлек алкоголһеҙ. Хәҙерге донъяла был эсемлектең ике төп төрө таралған:

  1. Эҫе шоколад плиткалы иретелгән шоколадтан (йәки шоколад стружкаһынан) бары тик һөттә ваниль, шәкәр, дәрсен өҫтәүе менән кубекләнгәнсе туҡып күпертеп әҙерләйҙәр.
  2. Ғәҙәттә какао тип аталған әҙерләүҙә арҙаныраҡ һәм ябайыраҡ эсемлекте һөт йәки һыуҙа какао онтағынан ҡайнаталар. Эҫе йәки һалҡын килеш ҡулланыла. Италия һәм Испанияла ҡуйыраҡ эсемлеккә өҫтөнлөк бирәләр (итал. cioccolata densa).


Какао-һөт какао онтағын һыйыр, кәзә йәки башҡа һөттә иретеү юлы менән булдырыла. Уны, ғәҙәттә, һыуытып ҡулланалар. Мексикала чампуррадо эсемлеге, эҫе шоколадҡа кукуруз оно өҫтәлгән эсемлек популяр.

Какао тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Фарфор шоколад һауыты бешкәк менән ампир стилендә
Эйнем фирмаһы какаоһы. 1910-йылдарҙағы плакат, Дросте фирмаһының күсермәһенән алынған

Колумбҡа тиклем, Мезоамерикала ритуаль маҡсат менән, йәмғиәттең юғары ҡатламы кешеләре онталған какао босағынан әсе-ҡурыштырыусан һыуытылған күбекле эсемлек ҡулланғандар.

XVI һәм XVII быуаттар араһында европа илдәрендә какаоны эҫе килеш ҡуллана башлағандар. Ә әсе ингредиенттарҙы шәкәр ҡамышына алмаштырғандар. Шулай итеп, ҡайнар шоколад барлыҡҡа килгән — XVII—XVIII быуаттарҙағы европа аристократия фавориты.

XIX быуат башына тиклем шоколад эсемлеге клиент күҙлегенән һәм теләгенән сығып, һыу һәм шәкәр ҡушып етештерелғән, сөнки ул бик ҡиммәтле булған.

Уны, күбекләндерер өсөн, махсус ҡыҫҡа һемәкле һауытта, оҙон ағас тотҡалы һәм тишекле ҡапҡаслы бешеүес менән әҙерләгәндәр. Эҫе шоколад бик майлы һәм ҡуйы булған. Уның өҫтөндә май ҡатламы йөҙөп йөргән, уны ҡалаҡ менән алырға тура килгән. XVIII быуат та шоколадты, ҡиммәтле эсемлек түгелмәһен өсөн, сынаяҡ менән эсә башлайҙар.

XIX быуат дауамында юғары майлы какао борсағынан онталған эсемлек ҡулланыуҙан сыға: Голландия технологияһы уйлап табыла, ҡырғыстан ҡырылған какаонан майлы какао бүлеп сығарыу (ҡаты шоколад етештереү өсөн нигеҙ) һәм ҡоро какао-порошок (эсемлеҡ нигеҙе өсөн, өй шарттарында оҙаҡ һаҡланырға һәләтле ябай һәм осһоҙ ысул).

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Хәҙерге аҙыҡ-түлек сәнәғәтендә какао — эсемлек, төрлө өҫтәмәләр, мәҫәлән, ванилин һәм ҡоро һөт витаминдар һәм микроэлементтар, шулай уҡ шәкәр, уны алыштырыусы ҡушып киң ассортиментта сығарыла[2].

Ҡағиҙә булараҡ, һатыуға эсемлек үҙе түгел, ә тиҙ эрей торған порошогы сығарыла. Өй шарттарында уға һөт, йәки һыу һалыу ҙа етә. «Несквик» компания Nestlé миҫал була ала.

Медицина аспекттары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

XIX быуатҡа тиклем, шыйыҡ шоколад медицина масатында, йыш ҡына дарыуханаларҙа һатылған. Эҫе шоколад үҙенсәлектәре: депрессиянан дауалай, хәлде яҡшырта, яралар тиҙ уңала. Ҡайһы бер илдәрҙә уны афродизиактарға индергәндәр [3].

Бер тикшеренеү буйынса, һалҡын какао, ауыр физик эш йә спорт менән шөғөлләнгәндән һуң, мускулдарҙы тиҙ тергеҙеүсе булыуы асыҡланған, күрһәткесе буйынса спортсылар өсөн тәғәйенләнгән махсус эсемлектәрҙе лә уҙып киткән[4].

Кемдәргә ярһыта торған матдәләр (кофеин, теобромин) ярамай, уларға кэроб тәғәйенләнә, какаоны алыштырыусы порошогы ағастан алына. Уның еҫе көсһөҙерәк, шуға күрә эсемлекте әҙерләү өсөн күп күләмдә порошок кәрәк була[2]. Шул уҡ үҫемлектәрҙең сеймалынан ҡаты (плиточный) кэроб-шоколады әҙерләйҙәр.

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Әхлаҡи мәсьәлә: шоколад сиркәү посын боҙамы

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Flick A. L. Acid content of common beverages (ингл.) // The American journal of digestive diseases — 1970. — Vol. 15, Iss. 4. — P. 317—320. — ISSN 0002-9211; 2168-779Xdoi:10.1007/BF02239285PMID:5439856
  2. 2,0 2,1 С. М. Малютенкова. Товароведение и экспертиза кондитерских товаров: Учеб. пособие для вузов. СПб, 2004. ISBN 9785947238389. Стр. 231—232.
  3. Ingall, Marjorie. Chocolate can do good things for your heart, skin and brain, CNN Health. 20 май 2008 тикшерелгән.
  4. Холодное какао — самый быстрый восстановитель мышц 2014 йыл 2 февраль архивланған..

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]