Кузнецов Константин Петрович
Кузнецов Константин Петрович | |
Заты | ир-ат |
---|---|
Гражданлығы |
![]() ![]() ![]() |
Тыуған көнө | 13 декабрь 1912 |
Тыуған урыны | Рәсәй империяһы, Өфө губернаһы, Өфө |
Вафат булған көнө | 2 май 1996 (83 йәш) |
Вафат булған урыны | Рәсәй, Мәскәү ҡалаһы |
Һөнәр төрө | инженер |
Уҡыу йорто | Һамар дәүләт архитектура-төҙөлөш университеты[d] |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Советтар Союзы Коммунистар партияһы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Кузнецов Константин Петрович (13 декабрь 1912 йыл — 2 май 1996 йыл) — инженер-төҙөүсе, СССР Әҙерләүҙәр министры урынбаҫары. Башҡорт АССР-ы Юғары Советының бишенсе, алтынсы, етенсе саҡырылыш депутаты (1959—1971). Социалистик Хеҙмәт Геройы (1958).
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Константин Петрович Кузнецов 1912 йылдың 13 декабрендә Өфөлә тыуған.
Юғары белемле, 1931 йылда Өфө төҙөлөш техникумын, 1939 йылда Куйбышев инженер-төҙөлөш институтын тамамлай.
1931 йылда техникумды тамамлағандан һуң, хеҙмәт эшмәкәрлеген башлай. Өфөлә 4 -се Союзсельстройтреста прораб булып эшләй. 1931 йылдан 1935 йылға тиклем Башспирттрестың капиталь төҙөлөш буйынса бүлек начальнигы булып эшләй. 1939 йылда 3-сө Өфө тресының 2 -се төҙөлөш контораһы начальнигы итеп тәғәйенләнә. 1945 йылда Черниковка башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары булып раҫлай, 1946 йылда — 5-се Черниковка төҙөлөш-монтаж идаралығы начальнигы, 1947 йылдан 1953 йылға тиклем баш инженер урынбаҫары, 21-се тресы идарасыһы урынбаҫары. Был йылдарҙа трест бөтә эш тарихында ҙур күләмдә төҙөлөш-монтаж эштәрен башҡара. 1953 йылда 21-се төҙөлөш тресы идарасыһы . 1958 йылда - Башсовнархоз төҙөлөшө идаралығы начальнигы, 1968 йылда - Главбашстрой начальнигы. 1970 йылдан алып СССР-ҙың әҙерләүҙәр Министры урынбаҫары булып эшләй.
21-се төҙөлөш тресында К. П. Кузнецов нефть эшкәртеү һәм химия сәнәғәте объекттары төҙөлөшөн етәкләй. Уның етәкселеге аҫтында Өфө нефть эшкәртеү заводы, КПСС-тың XXII
съезы исемендәге Өфө нефть эшкәртеү заводы, «Химпром» производство берекмәһе , синтетик спирт заводы, Башҡорт биохимия комбинаты, Өфө электр лампалары заводы төҙөлә һәм киңәйә. Төҙөлөшө индустрияһы предприятиеларының матди базаһы барлыҡҡа килә: Вельт ағас эшкәртеү комбинаты, Благовещен арматура заводы, 1-се Өфө тимер-бетон заводы һ.б.; кирбес етештереү буйынса завод реконструкциялана; ТЭЦ-3 һәм ТЭЦ-4 төҙөлә.
Төҙөлөштә һәм төҙөлөш материалдары етештереү буйынса ҙур уңыштар ҡаҙанғаны өсөн 1958 йылдың 9 авгусында СССР Юғары Советы Президиумы Указы менән К. П. Кузнецовҡа «Социалистик Хеҙмәт Геройы» исеме бирелә.
1982 йылдан Константин Петрович хаҡлы ялда
1996 йылдың 2 майында Мәскәүҙә вафат була.
Наградалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Социалистик Хеҙмәт Геройы (1958)
- Ленин ордены (1958), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1972), Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1944), миҙалдар, Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының почет грамоталары менән бүләкләнгән (1962).
Хәтер[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Өфөлә К. П. Кузнецов йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Герои труда/ Справочник о Героях Социалистического Труда и кавалерах ордена Трудовой Славы трех степеней из Башкортостана./ сост. Р. А. Валишин [и др.]. - Уфа : Китап, 2011. - 432 с. : ил. -ISBN 978-5-295-05228-6.
- Башкирская энциклопедия. Гл. ред. М.А. Ильгамов т. 3. З-К. 2007. -672 с. ISBN 978-5-88185-064-7.; науч.. изд. Башкирская энциклопедия, г. Уфа.
- 13 декабрҙә тыуғандар
- 1912 йылда тыуғандар
- Өфөлә тыуғандар
- 2 майҙа вафат булғандар
- 1996 йылда вафат булғандар
- Мәскәүҙә вафат булғандар
- Һамар архитектура -төҙөлөш университетын тамамлаусылар
- Ленин ордены кавалерҙары
- Социалистик Хеҙмәт Геройҙары
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалерҙары
- 3-сө саҡырылыш РСФСР Юғары Советы депутаттары
- 7-се саҡырылыш Башҡорт АССР-ы Юғары Советы депутаттары
- 6-сы саҡырылыш Башҡорт АССР-ы Юғары Советы депутаттары
- 5-се саҡырылыш Башҡорт АССР-ы Юғары Советы депутаттары
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Башҡортостан шәхестәре