Ҡайдаров Әбдуәли Туғанбай улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Кайдаров Абду-Али Туғанбай улы битенән йүнәлтелде)
Перейти к навигации Перейти к поиску
Ҡайдаров, Әбдуәли Туғанбай улы
ҡаҙ. Әбдуәли Туғанбайұлы Қайдаров
250x350px
Тыуған көнө:

13 декабрь 1924({{padleft:1924|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:13|2|0}})

Тыуған урыны:

Талдыбулак ауылы (Енбекшиҡаҙаҡ районы), Енбекшиказахский район, Алматы өлкәһе Енбекшиҡаҙаҡ районы

Вафат булыу көнө:

27 февраль 2019({{padleft:2019|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:27|2|0}}) (94 йәш)

Гражданлығы:

СССР флагы СССР → Ҡаҙағстан Казахстан

Ғилми өлкәһе:

лингвистика, төрки телдәр, төрки телдәрҙе өйрәнеү

Эшләгән урыны:

Байтурсынов исемендәге тел ғилеме институты

Ғилми дәрәжәһе:

филология фәндәре докторы

Ғилми исеме:

профессор
академик АН Казахской ССР

Уҡыу йорто:

Әл-Фараби исеменгдәге Ҡаҙаҡ милли университеты (С.М. Киров исемендәге Ҡаҙаҡ дәүләт университеты

Билдәләлек алған:

төрки телдәр ғалимы

Награда һәм премиялары

Кайдаров Абду-Али Туғанбай улы (ҡаҙ. Әбдуәли Туғанбайұлы Қайдаров 13 декабрь 1924 йыл27 февраль 2019 йыл) — ғалим-тел белгесе. Ҡаҙаҡ ССР-ы Фәндәр академияһы академигы. (1983), Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының почётлы академигы (1991), филология фәндәре докторы (1970), профессор (1972). Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Ҡаҙаҡ ССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1982), Ҡаҙағстан Республикаһының халыҡ мәғарифы отличнигы (1994). I (1944) һәм II (1985) дәрәжә Ватан һуғышы, Халыҡтар Дуҫлығы (1984), Ҡыҙыл Йондоҙ (1945), III дәрәжә Дан ордендары кавалеры.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Әбдуәли Туғанбай улы Ҡайдаров 1924 йылда Ҡаҙағстандың Алматы өлкәһе Енбекшиҡаҙаҡ районы Талдыбулаҡ ауылында тыуған[1].
  • 1941—1946 йылдарҙа Ҡыҙыл Армия сафтарында хеҙмәт иткән — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан.
  • 1951 — Әл-Фараби исемендәге Ҡаҙаҡ милли университетының (С. М. Киров исемендәге Ҡаҙаҡ дәүләт университеты) филология факультетын тамамлаған[2]
  • 1951—1954 йылдарҙа — Ҡаҙағстан Милли Фәндәр Академияһы аспирантураһында уҡый.

Хеҙмәт юлы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Аспирантура тамамлағандан һуң Ҡаҙағстан Милли Фәндәр Академияһында эшләй.
  • 1958 йылдан көнсығышты өйрәнеү секторының өкән ғилми хеҙмәткәре.
  • 1959 йылдан уйғыр филологияһы бүлеге мөдире.
  • 1961 йылдан 1978 йылға саҡлы — директор урынбаҫары.
  • 1978 йылдан 1995 йылға тиклем — директор, ә 1995 йылдан 2019 йылға саҡлы — почётлы директор, шулай уҡ ғилми кадрҙарҙы әҙерләү мәсьәләләре менән шөғөлләнә.
  • 1982 йылдан Әл-Фараби исемендәге Ҡаҙаҡ милли университетында (С. М. Киров исемендәге Ҡаҙаҡ дәүләт университеты) ҡаҙаҡ теле кафедраһы профессоры.
  • Байтурсынов исемендәге Тел ғилеме институтының әйҙәүсе ғилми хеҙмәткәре

Фәнни, әҙәби хеҙмәттәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Ғалимдың ғилми эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре: лексикология, диалектология һәм тел тарихы, этнолингвистика, төрки телдәр ғилеме һәм алтаистика, тел сәйәсәте, дәүләт теле проблемалары һ. б.
  • Уның фәнни етәкселегендә 65 юғары квалифицикациялы ғалим, шуларҙан 10 кеше фән докторы.
  • 400-ҙән артыҡ ғилми хеҙмәт авторы (шуларҙан 40-ы — монографиялар, дәреслектәр, һүҙлектәр, йыйынтыҡтар).
  • Бер нисә фәнни, фәнни-популяр журналдың («Известия НАН РК», «Советская тюркология» һ. б.) редакторы һәм редколлегия ағзаһы булған[2].

Ҡайһы бер хеҙмәттәре[2]:

  • Ҡаҙаҡ телендә бер ижекле һүҙҙәр тамырҙары һәм нигеҙҙәренең структураһы (Структура односложных корней и основ в казахском языке), Л., 1986;
  • Тысяча метких и образных выражений (этнолингвистик аңлатмалар бирелгән ҡаҙаҡ-рус фразеологик һүҙлеге), Астана, 2002

Ғилми дәрәжәләре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Наградалары һәм маҡтаулы исемдәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • СССР
  • Ҡаҙаҡ ССР-ы Юғары Советының почёт грамотаһы
  • 1944 — 3-сө дәрәжәле Дан ордены
  • 1944 — 1-се дәрәжәле Ватан һуғышы ордены
  • 1945 — ике Ҡыҙыл Йондоҙ ордены
  • 1984 — Халыҡтар дуҫлығы ордены
  • 1985 — 2-се дәрәжәле Ватан һуғышы ордены
  • 1982 — «Ҡаҙаҡ ССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре» почётлы исеме бирелде
  • 1984 — Ҡаҙаҡ ССР-ы халыҡ мәғарифы алдынғыһы
  • 1971 — Ч. Ч. Вәлиханов премияһы лауреаты
  • СССР-ҙың күп һанлы миҙалдары
  • Ҡаҙағстан
  • 1996 — Отан ордены[3]
  • 2014 — президент ҡулынан І дәрәжәле Достык ордены РК[4][5]
  • 2017 — «За бесценный вклад в развитие тюркологии» TWESCO миҙалдары[6]
  • «Ҡаҙағстандың атҡаҙанған эшмәкәре» почётлы исеме бирелде
  • Ҡаҙағстан Республикаһының күп һанлы миҙалдары
  • 2002 — Енбекшиҡаҙаҡ районының Почётлы гражданы
  • Төрөк республикаһының «Почёт билдәһе» ордены («Ликат нишани»)

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Библиографии обществоведов Казахстана, А., 1986

Был мәҡәләлә «Ҡаҙағстан. Милли энциклопедия» (1998—2007) материалдары ҡулланылды, барлыҡ материалды «Қазақ энциклопедиясы» редакцияһы Creative Commons BY-SA 3.0 Unported лицензияһы буйынса тәҡдим итте.