Гулина Эльвира Александровна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Гулина Эльвира Александровна
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 31 март 1936({{padleft:1936|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:31|2|0}})
Тыуған урыны Нальчик, Кабардино-Балкарская автономная область[d], Северо-Кавказский край[d], РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 21 ғинуар 2012({{padleft:2012|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:21|2|0}}) (75 йәш)
Вафат булған урыны Ильина Поляна ауылы, Благовещен районы, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй
Һөнәр төрө һауынсы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Социалистик Хеҙмәт Геройы Ленин ордены Ленин ордены Октябрь Революцияһы ордены Халыҡтар Дуҫлығы ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены СССР дәүләт премияһы СССР дәүләт премияһы

Гулина Эльвира Александровна (31 март 1936 йыл21 ғинуар 2012 йыл) — малсылыҡ алдынғыһы. 1960—1988 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Благовещен районының «Степановка» совхозы Ильина Поляна һөт-тауар фермаһы һауынсыһы, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1973). Ике тапҡыр СССР-ҙың Дәүләт премияһы лауреаты (1981, 1982).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Эльвира Александровна Гулина 1936 йылдың 31 мартында (икенсе мәғлүмәттәр буйынса, 27 сентябрендә[1]) Төньяҡ Кавказ крайының Ҡабарҙы-Балҡар автономиялы округы Нальчик ҡалаһында тыуған (хәҙер Ҡабарҙы-Балҡар Республикаһы). Хеҙмәт юлын 1954 йылда Ҡаҙаҡ ССР-ының Алма-Ата өлкәһендәге Аксуйск районында башлай. 1960 йылдан — Башҡорт АССР-ы Благовещен районының Ильин-Полянский һөт-тауар фермаһы һауынсыһы. Хаҡлы ялға киткәнгә тиклем шунда эшләй. Һауынсылар араһында Бөтә союз социалистик ярыш еңеүсеһе, биш йыллыҡ фондына шәхси өлөш индереү өсөн республика малсылары араһындағы хәрәкәттең инициаторы була. Һауынсыларҙың республика алдынғы тәжрибә мәктәбе менән етәкселек итә.

Башҡорт АССР-ының туғыҙынсы һәм унынсы саҡырылыш Юғары Советы депутаты итеп һайлана (19751985).

Эльвира Гулина 2012 йылдың 21 ғинуарында Благовещен районы Ильина Поляна ауылында вафат була.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Социалистик Хеҙмәт Геройы (1973)
  • ике тапҡыр СССР-ҙың Дәүләт премияһы (1981, 1982)
  • Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған малсыһы (1973)
  • ике Ленин ордены (1971, 1973)
  • Октябрь Революцияһы ордены (1986)
  • Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1967)
  • Халыҡтар Дуҫлығы ордены (1980)

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]