Котов Александр Тимофеевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Котов Александр Тимофеевич
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of the Soviet Union.svg СССР
Flag of Russia.svg Рәсәй
Тыуған көнө 31 март 1928({{padleft:1928|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:31|2|0}}) (93 йәш)
Тыуған урыны Стәрлетамаҡ районы,Николаевка
Биләгән вазифаһы Башҡортостан Республикаһының халыҡ депутаты
Уҡыу йорто Рәсәй Федерацияһы ФСБ Мәскәү сик буйы ғәскәрҙәре институты

Котов Александр Тимофеевич (31 март 1928 йыл) — хәрби хеҙмәткәр, эске эштәр органдары ветераны. 1990 йылдың 11 октябрендә БАССР-ҙың ун икенсе саҡырылыш Юғары Советының өсөнсө сессияһында республиканың дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул иткән Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты, Юғары Советтың Мандат комиссияһы ағзаһы.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Александр Тимофеевич Котов 1928 йылдың 31 мартында Башҡорт АССР-ының Стәрлетамаҡ районы Николаевка ауылында тыуған.

Милләте рус, юғары белемле — 1947 йылда Мәскәү сик буйы училищеһын, 1970 йылда КПСС Үҙәк комитетының юғары партия мәктәбен тамамлаған.

1945 йылда, нефть техникумын тамамлағас, сик буйы ғәскәрҙәрендә офицер булып хеҙмәт итә. 1958 йылда демобилизациянан һуң «Салауатнефтехим» комбинатыны дөйөм ятаҡтарында тәрбиәсе булып эшләй, ҡала коммуналь хужалығы идаралығында инженер һәм мөдир булып эшләй. 1968—1970 йылдарҙа КПСС-тың Салауат ҡала комитетында инструктор, «Салауатстрой» тресында рәйес урынбаҫары. 1970 йылдан Салауат ҡалаһы эске эштәр идаралығында начальник урынбаҫары. 1990 йылдан халыҡ депутаттарының Салауат ҡала Советының экология буйынса комиссия рәйесе. 1992 йылдан хаҡлы ялда. [1]

Салауат ҡалаһы 120-се Үҙәк һайлау округы Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советының халыҡ депутаты итеп һайлана. Башҡортостан Республикаһы Юғары Советының Мандат комиссияһы ағзаһы. [2]

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

2-се дәрәжә «Ватан һуғышы ордены», Советтар Союзы миҙалдары.

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. // Парламентаризм в Башкортостане: история и современность. — Т. 2. — Уфа, 2005.УДК 930 ISBN 5-8258-0204-5
  2. Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. — Уфа, Китап, 1994. — с. 34

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. — Уфа, Китап, 1994. — с. 104

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]