Соин Сергей Викторович
Сергей Соин | |||||||||||||||||||||
Позиция |
һөжүмсе | ||||||||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Буйы |
182 см | ||||||||||||||||||||
Ауырлығы |
94 кг | ||||||||||||||||||||
Ҡулсыр |
Һул | ||||||||||||||||||||
Гражданлығы | |||||||||||||||||||||
Тыуған көнө | |||||||||||||||||||||
МХЛ драфты |
2000 йылда «Колорадо Эвеланш» клубы менән икенсе раундта 50-се һан аҫтында һайлана | ||||||||||||||||||||
Карьера | |||||||||||||||||||||
1998—ә.в.
| |||||||||||||||||||||
Хоккейсы карьераһы | |||||||||||||||||||||
| |||||||||||||||||||||
Халыҡ-ара миҙалдары | |||||||||||||||||||||
Дәүләт наградалары | |||||||||||||||||||||
Соин Сергей Викторович (31 март 1982 йыл, Мәскәү) — ветеран-спортсы, тренер. 1998—2018 йылдарҙа профессиональ хоккейсы, үҙәк һөжүмсе. 2015—2018 йылдарҙа Өфөнөң «Салауат Юлаев» хоккей командаһы уйынсыһы. Мәскәүҙең «Крылья Советов» хоккей клубы тәрбиәләнеүсеһе. Рәсәйҙең Континенталь хоккей лигаһының иң юғары бүләге — «Гагарин кубогы»н ике тапҡыр яулаусы, йәштәр араһында донъя чемпионы.
2017/2018 йылдар миҙгелендә Континенталь хоккей лигаһында сығыш яһаған «Лада» хоккей клубында профессиональ карьераһын тамамлай.
Карьера
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сергей Соин хоккей менән шөғөлләнеүҙе Мәскәүҙә «Крылья Советов» спорт мәктәбендә үҙәк һөжүмсе позицияһында башлай. 1998 йылда Мәскәү йыйылма командаһы составында региондар араһында Рәсәй беренселеген еңә. Тәүге тренеры — Евгений Полеев.
«Крылья Советов» (1998—2003)
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сергей 16 йәшендә шайбалы хоккей буйынса Рәсәй суперлигаһында «Крылья Советов» өсөн тәү тапҡыр уйнай. Чемпионаттың беренсе этабында ул 20 уйын уҙғара һәм 3 (2+1) мәрәй йыя. Клуб даими миҙгелдә 17-се урын ала, ике мәрәй генә плей-оффҡа эләгер өсөн етмәй. Ә юғары лигаһының командалары менән Суперлигала ҡалыр өсөн турнирҙа һуңғы булалар һәм юғары лигаға күсергә мәжбүр була. Был этапта Сергей 14 осрашыуҙа 2 һөҙөмтәле пас бирә. Киләһе миҙгелдә юғары лигала «Крылья Советов» Көнбайыш дивизионында етенсе урынды ала һәм артабанғы көрәштә ҡатнаша алмай. Сергей 32 осрашыуҙа 16 (8+8) мәрәйгә өлгәшә.
Миҙгел тамамланғас, уны МХЛ драфтында «Колорадо Эвеланш» икенсе раундта дөйөм 50-се һан аҫтында һайлай[1]. Шулай уҡ уны Канада хоккей лигаһы импорт драфтында беренсе раундта дөйөм 64-се һан аҫтында «Виндзор Спитфайр» хоккей клубы һайлай. Әммә Соин Төньяҡ Америкаға барырға йыйынмай ине. 2000/01 йылдар миҙгелендә «Крылья Советов» өсөн юғары лига чемпионатының беренсе этабында 19 уйында 9 (6+3) мәрәй йыя, ә командаһы Суперлигаға күтәрелер өсөн турнирҙа ҡатнашырға хоҡуҡ ала. Һәм ике йыллыҡ тәнәфестәр һуң был команда Рәсәй хоккейының элитаһына ҡайта. 2001/02 миҙгелендә Суперлигала Сергей 40 осрашыуҙа 12 (5+7) мәрәй йыя. «Крылья Советов» плей-оффҡа эләкһә лә, был этапта Соинға уйнарға бәхет теймәй. Яңы 2002/03 миҙгеле алдынан клубтың капитаны команданан китә. Ә был вазифа 20 йәшлек Сергейға бирелә[2]. Капитан билдәһе менән ул 49 осрашыуҙа 17 (6+9) мәрәй йыя. Тик командаға был ярҙам итмәй һәм ул һуңғы урында ғына була.
ЦСКА (2003—2005)
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Миҙгел тамамланғас, «Крылья Советов» юғары лигаға төшә, ә уның капитаны Мәскәүҙең икенсе командаһына — ЦСКА-ға күсә. Яңы командала 2003/04 миҙгелендә ул 49 уйында 7 (1+6) мәрәй йыя, ә ЦСКА даими миҙгелде 10-сы урында тамамлап плей-оффҡа эләкмәй. Киләһе миҙгелдә Милли хоккей лигаһында локаут иғлан итәләр һәм күп билдәле уйынсылар Рәсәйгә уйнарға килә. Мәҫәлән, ЦСКА составын Александр Фролов, Мартин Штрбак, Николай Жердев, Олег Кваша, Андрей Николишин һәм Олег Сапрыкин көсәйтә. Шуға күрә Сергей Суперлигала 19 уйын ғына үткәрә. Башҡа ваҡытын ул ЦСКА-2 өсөн беренсе лигала уҙғара. Шунда ул 11 уйында 11 мәрәй йыя.
«Северсталь» (2005—2011)
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2005/06 миҙгеле алдынан Сергей Суперлиганың Череповецтан «Северсталь» хоккей клубына күсә. Тәүге йылда ул бөтәһе 52 уйында 19 тапҡыр һөҙөмтәле һөжүмдә ҡатнаша, ә «Северсталь» плей-оффтың тәүге этабында ЦСКА-ға еңелә. Киләһе йылда Сергей 104 уйында 50 мәрәй йыя. «Северсталь» 2007/08 йылдар миҙгелендә буласаҡ чемпионға — «Салауат Юлаев» хоккей клубына сирекфиналда отола. Көйәрмәндәр үткәргән команданың иң яҡшы уйынсыһын һайлауҙа Сергей икенсе урынды ала[3].
2008 йылда Континенталь хоккей лигаһы барлыҡҡа килә. Шунда Рәсәйҙең бөтә тиерлек иң яҡшы һәм сит илдәрҙән командалар инә. 30 октябрҙә КХЛ-да тәүге шайбаһын керетә. 14 ноябрҙә Тольяттиҙа уйында Сергей биш һөҙөмтәле пас бирә һәм биш мәрәй йыя — был уның КХЛ-да рекорды була. «Северсталь» КХЛ-дың тәүге миҙгелендә Гагарин кубогы өсөн плей-оффҡа эләгә алмай. Әммә шул йылда Сергей 51 осрашыуҙа 26 (7+19) мәрәй йыя — был уның өсөн мәрәйҙәр һаны буйынса карьераһында иң яҡшы күрһәткес. 2009/10 йылдар миҙгелендә Соин тағы ла Гагарин кубогында ҡатнаша алмай, ә даими миҙгелдә 52 уйында 20 мәрәй йыя.
2010/11 йылдар миҙгелендә «Северсталь» тәү тапҡыр плей-оффҡа эләгә һәм конференциялар сирекфиналында «Атлант» хоккей клубына отола. Шул йылда Сергей бөтәһе 60 осрашыуҙа 15 (5+10) мәрәй йыя. Был команда өсөн уның һуңғы миҙгеле була.
«Динамо» Мәскәү (2011—2015)
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2011 йылдың 16 май көнөндә Сергей Соин Мәскәүҙең «Динамо» хоккей клубы менән ике йыллыҡ килешеү төҙөй[4]. Яңы клубта ул үҙенә 6 һанын ала[5]. 17 октябрҙә ул тәү тапҡыр бер уйында ике гол керетә. «Динамо» даими миҙгелде Көнбайышта өсөнсө урында тамамлай. Мәскәү хоккейсылары плей-оффта бер-бер артлы Минскиҙан «Динамо», «Торпедо», СКА һәм «Авангард» командаларын ота һәм тәү тапҡыр Гагарин кубогын еңә. Сергей даими миҙгелдә 52 уйында 22 тапҡыр һөҙөмтәле һөжүмдә ҡатнаша, ә плей-оффта бөтә 21 осрашыуҙа ла була, әммә бер генә мәрәй йыя. Соин Гагарин кубогы менән КХЛ һәм Рәсәй чемпионаттарының алтын миҙалдарын еңә.
2012/13 йылдар миҙгеле башында Сергей СКА командаһына ҡаршы уйында умрау һөйәген йәрәхәтләндерә[6]. Бының өсөн ул даими миҙгелдә 35 уйын ғына үткәрә һәм 9 (5+4) мәрәй йыя. Ләкин ул Гагарин кубогында иң яҡшы яҡтан ғына үҙен күрһәтә. «Динамо» тағы ла был трофейҙы еңә, ә Сергей Соин 21 осрашыуҙа 11 (4+7) мәрәйгә өлгәшә һәм команданың был кубокты еңергә тос өлөш индергән уйынсыларҙың береһе була. Миҙгел тамамланғас, ул «Динамо» менән ике йылға яңы контракт төҙөй[7].
2013/14 йылдар миҙгеле башында уҡ Сергей тағы ла умрау һөйәге йәрәхәтен ала[8]. «Динамо» табибы фаразлауы буйынса, Сергей 8 аҙна дауаланырға тейеш[9]. Шулай килеп сыға ла — 13 ноябрҙә генә ул боҙға рәсми уйында сыға. Был миҙгел уның уңышлы булмай, күп тапҡыр йәрәхәтләнеү арҡаһында уйындар ҡалдыра. Даими миҙгелдә ул 19 осрашыу ғына үткәрә, әммә 13 (7+6) мәрәй йыйып өлгөрә. Ә Гагарин кубогында ике уйында ғына ҡатнаша, һәм «Динамо» конференция сирекфиналында уҡ еңелеп ҡала. Миҙгел тамамланғас, команданың баш тренеры Олег Знарок Рәсәй йыйылма командаһын етәкләй, ә уның урынын Знароктың ярҙамсыһы Харийс Витолиньш ала. 2014/15 йылдар миҙгелендә бөтәһе 51 уйын үткәрә, шуларҙа 14 (6+8) мәрәй йыя, ә «Динамо» конференциялар ярымфиналында буласаҡ чемпионға СКА хоккей клубына еңелә. Апрель бөтөү менән Сергейҙың Мәскәү командаһы менән килешеү ваҡыты тамамлана.
«Салауат Юлаев» (2015—2017)
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2015 йылдың 28 май көнөндә Сергей Соин Өфөнән «Салауат Юлаев» менән ике йыллыҡ килешеү төҙөй[10]. Миҙгел алдынан команданың капитанының ассистенты тип ҡуйыла. Яңы командаһы өсөн тәүге уйынды ул Түбәнге Новгород өлкәһе губернаторы кубогында үткәрә. Икенсе рәсми уйынында ул тәүге шайбаһын керетә. 21 октябрҙә уға дүрт уйын дауамындағы дисквалификация бирәләр[11]. Был даими миҙгелдә ул 47 уйында 12 (5+7) мәрәй йыя. Ә плей-оффта команда менән конференция финалына етә һәм КХЛ чемпионатының бронза миҙалдарын еңә.
2016/17 йылдар миҙгеленең икенсе уйынында уҡ шул умрау һөйәген йәрәхәтләндерә[12] һәм боҙға 8 ноябрҙә генә сыға. Шәбәйеп ҡайтҡас, биш уйын үткәрә лә тағы «ватыла» — умрау һөйәге йәрәхәтенең рецидивы[13]. 2017 йылдың 9 февралендә Сергей Соин боҙҙа күнекмәләргә ҡушыла[14]. Әммә был миҙгелдә башҡа бер уйын да үткәрмәй. «Салауат Юлаев» даими миҙгелде конференцияла алтынсы урында тамамлай, ә Гагарин кубогының беренсе раундында «Аҡ Барс» хоккей клубына серияла 1-4 иҫәбе менән отола.
«Лада» (2017—2018)
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2017 йылдың 1 май көнөндә Сергей Соиндың «Салауат Юлаев» менән контракты тамамлана. 8 августа Сергей «Лада» менән һынаулы контракт төҙөй[15]. Ә 15 августа клуб менән тулы хоҡуҡлы бер йылға килешеү төҙөй[16]. Даими миҙгелдә Соин бары тик 26 осрашыуҙа ғына ҡатнаша һәм бер гол керетә, дүрт һөҙөмтәле пас бирә. «Лада» Гагарин кубогы өсөн плей-офф уйындарына эләкмәй. Ә миҙгел тамамланғас КХЛ етәкселеге Тольятти командаһын Лига составынан сығара. «Лада» хоккей клубы Сергей Соин һуңғы профессиональ командаһы була. 2019 йылдың 15 июлендә билдәле хоккейсы спортсмен карьераһын тамамлай һәм тренер булып «Крылья Советов» спорт мәктәбенә эшләргә күсә[17].
Рәсәй йыйылма командаһында
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1999 йылда Сергей Соин 1982 йылғы үҫмерҙәр араһында халыҡ-ара турнирҙа Рәсәй йыйылма командаһы составында ҡатнашырға алына. Шунда Рәсәй беренсе урынды ала, ә Сергей 3 уйында 2 (1+1) мәрәй йыя. Шулай уҡ ул шул йылда 18 йәштән йәшерәк уйынсылар араһында донъя чемпионатына барып ҡайта, шунда Рәсәй алтынсы урынды ғына ала. Киләһе йылда ул Рәсәй U18 составында Словакияла үткән халыҡ-ара турнирҙы еңә, ә юниорҙар араһында донъя чемпионатынан көмөш миҙалдарын алып ҡайта. Киләһе йылда ул бер тапҡыр ғына милли командаға саҡырыла. Йәштәр йыйылма командалары араһында Санкт-Петербургта үткән халыҡ-ара турнирға саҡырыла һәм шунда беренсе урынды яулай.
2001/02 йылдар миҙгелендә тәүҙә ул Финляндиянан 1982 йылғылар араһында халыҡ-ара турнирҙан икенсе урын менән ҡайта, ә һуңынан ул йәштәр араһында донъя чемпионатына саҡырыу ала. Чехиялағы форумда Рәсәй йәштәре финалда Канада командаһын еңеп донъя чемпиондары исемен яулай. Сергей Соин был турнирҙа ике гол керетә. Бынан һуң ул ҙурҙар Рәсәй йыйылма командаһында уйнай башлай. 2002/03 миҙгелендә ул Еврохоккейтурҙың өс этабы Балтика кубогы, Карьяла кубогы һәм Швеция хоккей уйындарында ҡатнаша һәм 11 уйында 3 тапҡыр һөҙөмтәле пас бирә. 2003 йылда Финляндияла үткән донъя чемпионатында ул 7 уйын үткәрә һәм 2 (0+2) мәрәй йыя, ә Рәсәй сирекфиналда Чехияла еңелә һәм миҙалдар өсөн көрәшә алмай.
Киләһе тапҡыр ул Рәсәй йыйылма командаһына 2013 йылда ғына донъя чемпионатына әҙерләнер өсөн Чехия хоккей уйындарына Гагарин кубогын ике тапҡыр еңеүсе булараҡ саҡырыла[18][19]. Ә Финляндия менән Швецияла үткән донъя чемпионатында ул 8 уйын уҙғара һәм 4 (1+3) мәрәй йыя. Рәсәй командаһы сирекфиналда АҠШ командаһына 3:8 иҫәбе менән еңелә. 2013/14 миҙгеле — Ҡышҡы Олимпия уйындарының йылы була. Сергейҙың Сочиҙа үтәсәк турнирҙа ҡатнашырға мөмкинселектәре бар ине. Шул ҡалала декабрҙә үткән Беренсе каналы кубогына саҡырыла. Әммә шунда бер уйын ғына уҙғара, башҡаларында ҡатнашмай — уға йәрәхәттәре ҡамасаулай[20]. Зинәтула Биләлетдинов Олимпиадала ҡатнашасаҡ әйткән составта Соин да була. Әммә шул ярыштарға бер айҙан әҙерәк ҡалғанда ул тағы ла йәрәхәтләнә[21]. Ә 2014 йылдың 20 ғинуарында Сергейҙың Олимпиядала ҡатнаша алмауы билдәле була[22]. Шунан башҡа ул Рәсәй йыйылма командаһына саҡырылмай.
Статистика
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Һуңғы яңыртыу: 2 август 2018
Легенда | |||||
---|---|---|---|---|---|
У | Үткәргән уйындар һаны | Штр | Штраф ваҡыты | +/− | Плюс-минус |
Г | Голдар | П | Һөҙөмтәле пастар | М | Мәрәйҙәр |
- | Статистика билдәле түгел | — | Статистика һаналмай |
Клубта карьераһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Даими миҙгел | Плей-офф | |||||||||||||||
Миҙгел | Команда | Лига | У | Г | П | М | Штр | +/− | У | Г | П | М | Штр | +/− | ||
1997/98 | Крылья Советов-2 | БЛ | 2 | 0 | 0 | 0 | 0 | — | — | — | — | — | — | — | ||
1998/99 | Крылья Советов | РСЛ | 20 | 1 | 2 | 3 | 6 | -4 | — | — | — | — | — | — | ||
1999/00 | Крылья Советов | ЮЛ | 32 | 8 | 8 | 16 | 28 | — | — | — | — | — | — | — | ||
1999/00 | Крылья Советов-2 | БЛ | 8 | 2 | 3 | 5 | 12 | — | — | — | — | — | — | — | ||
2000/01 | Крылья Советов | ЮЛ | 19 | 6 | 3 | 9 | 8 | — | 11 | 2 | 2 | 4 | 2 | — | ||
2001/02 | Крылья Советов | РСЛ | 40 | 5 | 7 | 12 | 8 | 2 | — | — | — | — | — | — | ||
2001/02 | Крылья Советов-2 | БЛ | 5 | 2 | 6 | 8 | 4 | — | — | — | — | — | — | — | ||
2002/03 | Крылья Советов | РСЛ | 49 | 8 | 6 | 14 | 40 | -9 | — | — | — | — | — | — | ||
2002/03 | Крылья Советов-2 | БЛ | 4 | 2 | 0 | 2 | 2 | — | — | — | — | — | — | — | ||
2003/04 | ЦСКА | РСЛ | 49 | 1 | 6 | 7 | 32 | -10 | — | — | — | — | — | — | ||
2003/04 | ЦСКА-2 | БЛ | 12 | 8 | 6 | 14 | 6 | — | — | — | — | — | — | — | ||
2004/05 | ЦСКА | РСЛ | 19 | 3 | 3 | 6 | 10 | 1 | — | — | — | — | — | — | ||
2004/05 | ЦСКА-2 | БЛ | 11 | 7 | 4 | 11 | 10 | — | — | — | — | — | — | — | ||
2005/06 | Северсталь | РСЛ | 48 | 5 | 12 | 17 | 36 | 9 | 4 | 1 | 1 | 2 | 0 | 2 | ||
2006/07 | Северсталь | РСЛ | 52 | 12 | 12 | 24 | 78 | 9 | 5 | 2 | 2 | 4 | 0 | 2 | ||
2007/08 | Северсталь | РСЛ | 52 | 9 | 11 | 20 | 22 | 4 | 7 | 1 | 1 | 2 | 4 | 4 | ||
2008/09 | Северсталь | КХЛ | 51 | 7 | 19 | 26 | 38 | -5 | — | — | — | — | — | — | ||
2009/10 | Северсталь | КХЛ | 52 | 7 | 13 | 20 | 30 | -2 | — | — | — | — | — | — | ||
2010/11 | Северсталь | КХЛ | 54 | 4 | 10 | 14 | 26 | -1 | 6 | 1 | 0 | 1 | 0 | -3 | ||
2011/12 | Динамо М | КХЛ | 52 | 10 | 12 | 22 | 61 | 16 | 21 | 0 | 1 | 1 | 22 | -2 | ||
2012/13 | Динамо М | КХЛ | 35 | 5 | 4 | 9 | 10 | 5 | 21 | 4 | 7 | 11 | 26 | 7 | ||
2013/14 | Динамо М | КХЛ | 19 | 7 | 6 | 13 | 24 | 9 | 2 | 0 | 0 | 0 | 6 | 0 | ||
2014/15 | Динамо М | КХЛ | 40 | 3 | 6 | 9 | 30 | 2 | 11 | 3 | 2 | 5 | 8 | 3 | ||
2015/16 | Салауат Юлаев | КХЛ | 47 | 5 | 7 | 12 | 51 | 4 | 18 | 3 | 2 | 5 | 33 | -2 | ||
2016/17 | Салауат Юлаев | КХЛ | 7 | 0 | 0 | 0 | 0 | -5 | — | — | — | — | — | — | ||
2017/18 | Лада | КХЛ | 26 | 1 | 4 | 5 | 8 | -7 | Команда плей-оффҡа эләкмәй | |||||||
Бөтәһе Беренсе лигала | 42 | 21 | 19 | 40 | 34 | — | — | — | — | — | — | — | ||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Бөтәһе Юғары лигала | 51 | 14 | 11 | 25 | 36 | — | 11 | 2 | 2 | 4 | 2 | — | ||||
Бөтәһе РСЛ-да | 329 | 44 | 59 | 103 | 232 | 6 | 16 | 4 | 3 | 7 | 4 | 8 | ||||
Бөтәһе КХЛ-да | 383 | 49 | 81 | 130 | 278 | 15 | 79 | 11 | 12 | 23 | 95 | 3 |
Халыҡ-ара карьераһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Йыл | Йыйылма команда | Ярыш | Урын | У | Г | П | М | Штр | |
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
1999 | Рәсәй U18 | ЮДЧ | 6 | 7 | 1 | 2 | 3 | 4 | |
2000 | Рәсәй U18 | ЮДЧ | 6 | 0 | 1 | 1 | 6 | ||
2002 | Рәсәй U20 | ЙДЧ | 7 | 2 | 0 | 2 | 0 | ||
Бөтәһе (юниор. һәм йәш.) | 20 | 3 | 3 | 6 | 10 | ||||
2003 | Рәсәй | ДЧ | 5 | 7 | 0 | 2 | 2 | 10 | |
2013 | Рәсәй | ЧМ | 6 | 8 | 1 | 3 | 4 | 2 | |
Бөтәһе (төп команда) | 15 | 1 | 5 | 6 | 12 |
Ҡаҙаныштар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Юниорҙар араһында донъя чемпионатының көмөш миҙалсыһы — 2000.
- Йәштәр араһында донъя чемпионы — 2002.
- Ике тапҡыр Гагарин кубогын еңә — 2011/12 һәм 2012/13.
- Рәсәй һәм КХЛ чемпионаттарының алтын миҙалдары — 2011/12 һәм 2012/13.
- Рәсәй һәм КХЛ чемпионаттарының бронза миҙалы — 2015/16.
- Хәрби берҙәмлек өсөн миҙал менән бүләкләнә — 2011.
Шәхси тормошо
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сергейҙың Александр исемле игеҙәк ағаһы бар. Ул әле КХЛ-да баш судья булып эшләй. Уның Ксения исемле ҡатыны бар. 2014 йылдың 27 октябрендә уларҙың ҡыҙҙары тыуа[23]. Шулай уҡ уларҙа Влад исемле улдары бар.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 2000 NHL Draft History - Round 2, mynhldraft.com (24 июня 2000). 22 апреля 2011 тикшерелгән.
- ↑ Сергей Соин - капитан 2016 йыл 17 март архивланған.
- ↑ Вьюхин һайлауҙы еңә, Соин — икенсе
- ↑ «Динамо» Мәскәү рәсми сайты. Соин Череповецтан Мәскәүгә ҡайта . Sports.ru (16 май 2011).
- ↑ «Динамо» Мәскәү рәсми сайты. Соин үҙенә 6-сы һанды ала . Sports.ru (август 2011).
- ↑ «Динамо» Мәскәү рәсми сайты. Соин йәрәхәтләнгән . Sports.ru (сентябрь 2012).
- ↑ «Динамо» Мәскәү рәсми сайты. Соин клуб менән яңы контракт төҙөй . Sports.ru (1 май 2013).
- ↑ «Динамо» Мәскәү рәсми сайты. Соин умрау һөйәге йәрәхәтен ала . Sports.ru (9 сентябрь 2013).
- ↑ «Динамо» Мәскәү рәсми сайты. Соин 8 аҙна уйнамаясак . Sports.ru (9 сентябрь 2013).
- ↑ «Салауат Юлаев» рәсми сайты. Соин Өфөлә . Sports.ru (28 май 2015).
- ↑ КХЛ. Соин 4 уйынды ҡалдыра . Sports.ru (21 октябрь 2015).
- ↑ «Салауат Юлаев» рәсми сайты. Соин умрау һөйәген йәрәхәтләй . Sports.ru (25 август 2016).
- ↑ «Салауат Юлаев» рәсми сайты. Соин оҙаҡҡа сафтан сыға . Sports.ru (22 ноябрь 2016).
- ↑ «Бизнес-Онлайн». Соин присоединился к команде . Sports.ru (9 февраль 2017).
- ↑ Соин пробуется в «Ладе»
- ↑ Сергей Соин «Лада» менән килешеү төҙөнө
- ↑ Сезон 2019-20. Тренерский штаб СДЮШОР
- ↑ «Динамо» Мәскәү рәсми сайты. Соин һәм Кокарев йыйылма командаға саҡырылдылар . Sports.ru (19 апрель 2013).
- ↑ РХФ рәсми сайты. Соин дозаявлен в состав сборной на ЧМ-2013 . Sports.ru (4 май 2013).
- ↑ РХФ рәсми сайты. Соин йәрәхәтләнгән . Sports.ru (19 декабрь 2013).
- ↑ «Динамо» Мәскәү рәсми сайты. Соин получил небольшое повреждение . Sports.ru (17 ғинуар 2014).
- ↑ РХФ рәсми сайты. Соин Олимпия уйындарында ҡатнаша алмай . Sports.ru (20 ғинуар 2014).
- ↑ У игроков «Динамо» Сергея Соина и Егора Дугина родились дочери
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- R-hockey.ru сайтында профиле 2017 йыл 13 ноябрь архивланған.
- Сергей Соин — Eliteprospects.com сайтында статистикаһы (инг.)
- КХЛ сайтында профиле (рус.)
- Спорт-Экспресс сайтында бите
- Sports.ru сайтында профиле
- Чемпионат.com сайтында бите 2016 йыл 2 ноябрь архивланған.
- 31 мартта тыуғандар
- 1982 йылда тыуғандар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Мәскәүҙә тыуғандар
- Хәрби берҙәмлек өсөн миҙал менән бүләкләнгәндәр
- Алфавит буйынса спортсылар
- Алфавит буйынса хоккейсылар
- Рәсәй хоккейсылары
- КХЛ хоккейсылары
- Хоккей буйынса Рәсәй йыйылма командаһының уйынсылары
- Хоккей һөжүмселәре
- «Крылья Советов» хоккей клубының уйынсылары
- «Северсталь» хоккейсылары
- Салауат Юлаев командаһының уйынсылары
- ЦСКА Мәскәү хоккей клубының уйынсылары
- Рәсәй хоккей һөжүмселәре
- Шайбалы хоккей буйынса Рәсәй чемпиондары
- Гагарин кубогы еңеүселәре
- «Динамо» Мәскәү хоккей клубының уйынсылары
- «Лада» хоккей клубының уйынсылары
- Шайбалы хоккей буйынса йәштәр араһында донъя чемпиондары