Григоренко Игорь Владимирович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Игорь Григоренко
рус. Григоренко Игорь Владимирович
Igor Grigorenko 2012-10-28.jpeg
Игорь Григоренко ЦСКА составында 28.10.2012 йыл
Эшмәкәрлек төрө:

хоккейсы

Тыуған ваҡыты:

9.4.1983

Тыуған урыны:

Тольятти, СССР

Ауырлыҡ:

93 кг

Буй:

178 см

Урын:

сит яҡ һөжүмсе

Карьера
Клубтар:

Рәсәй ЦСК ВВС
(2000—2001)
Рәсәй Лада
(2001—2004, 2006—2007)
Рәсәй Северсталь
(2005—2006)
АҠШ флагы Гранд-Рапидс Гриффинс
(2007)
Башҡортостан Салауат Юлаев
(2004—2005, 2007—2012, 2015—2017)
Рәсәй ЦСКА Мәскәү
(2012—2015)

Гражданлығы:

Рәсәй Рәсәй

Ҡушамат:

Грига, Хохол

Бүләктәр

Григоренко Игорь Владимир улы (рус. Григоренко Игорь Владимирович; 9 апрель 1983 Рәсәй Тольятти) — Рәсәйҙәң хоккейсы. Сит яҡ һөжүмсе. Өс тапҡыр Рәсәй чемпионы. 2015 йылдан Салауат Юлаев уйынсыһы.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Игорь Григоренко 1983 йылдың 9 апрелендә Тольяттиҙа тыуған. Һөжүмсе. Үҙ карьераһында «Лада», «Северсталь» клубтары өсөн сығыш яһай. Шулай уҡ диңгеҙ аръяғының Түбәнге лигаһында биш уйын үткәреп өлгөрә. 2007 йылдан «Салауат Юлаев» командаһында. Уның составында Рәсәй чемпионы исемен яулай. Рәсәй йыйылма командаһы составында үҫмерҙәр араһында ике тапҡыр донъя чемпионы була. Шулай уҡ Рәсәй йыйылма командаһы составына алынып, донъя беренселектәрендә ҡатнаша.

Шулай итеп, Рәсәй генә түгел, донъя кимәлендә өмөтлө уйынсыларҙың береһе, спорт карьераһының иң үҫешкән мәлендә автофажиғәгә эләгеп, саҡ тере ҡала. Уға был ваҡытта ни бары 20 генә йәш була. 2003 йылда Финляндияла уҙған донъя беренселегенән һуң бер нисә көн уҙғас, Григоренко үҙ автомобилендә иптәше менән баҡсанан ҡайтып килешләй идара итеүҙе юғалтып, ҡаршы яҡ юлға сыға һәм реклама щитына барып бәрелә. Ҡотҡарыусылар бер сәғәттәй тиерлек Игорҙе машинаһынан сығара алмай интегә. Иптәше еңел йәрәхәт алһа, ә инде Игорь ауыр хәлдә дауаханаға барып эләгә. Уның яҙмышы йәшәү менән үлем араһында була. Иҫһеҙ ятҡан Григоренконы табиптар 14-се көндә генә аңына килтерә. Уның һауығыуына өмөттәре бик икеле була. Хоккейсы яйлап кеше ҡиәфәтенә инеп, ҡултыҡ таяғында йөрөп маташа. Күптәр уның спорт карьераһына нөктә ҡуйырға ашыға. Тик Игорь генә ашыҡмай. Һәм ай ярым дауаханала ятып, дүрт ай үтеүгә, беҙҙең геройыбыҙ сәкәнен алып, боҙ майҙансығына сыға. Игорҙең дә бала сағы башҡаларҙыҡынан әллә ни айырылмай. Ата-әсәһе эш эҙләп, Украинанан Тольяттиға күсенгәс, бер ваҡыт уларға ҡунаҡҡа Игорҙең ике туған ағаһы килә. Ул урындағы бер гәзиттә «Лада» хоккей мәктәбенә балалар йыйыуҙары хаҡында белдерә. Икенсе көнөнә үк мәктәп йәшенә лә етмәгән Игорь спорт һарайының ишек төбөнә баҫып тора. Әлбиттә, барыһы ла уға еңел бирелмәй. Йылдан ашыу конькиға баҫып, боҙҙа шыуырға өйрәнә. Һуңынан ғына уға сәкән тотторалар. Унда ла бер белгес тә алдан уҡ кемдең кем буласағын күҙалламай. Сөнки күптәр, хатта һәләтлеләр ҙә, күнекмәләрҙең ауырлығына сыҙай алмай, ярты юлда спорттан китергә мәжбүр була. Игорҙе һәләтлеләргә индереп булмай. Тик ул тырыш була. Тренерҙың һәр бер кәңәшен ҡолағына һалып, күнекмәләрҙән һуң ҡалып, оҫталығын камиллаштырыу өҫтөндә эшләй. Башҡаларға ҡарап өйрәнә. Шулай тора-бара, Григоренко күнекмәләрҙән тыш, уҡыуҙа ла һынатмай үҫмер йәшенә етә. 14 йәшендә уны "Лада"ның икенсе составына саҡыралар. Тәүге эш хаҡы ала. Уға ай һайын, ул ваҡыттағы күләм менән 279 һум түләйҙәр. Был суммаға кейенеп, күңел генә асмай, ә киләсәккә иҫәбенә һалырға ла етә. Шулай ғүмер дауам итә, геройыбыҙға 17 йәш тә тулып китә. «Лада» клубының төп составына алына. Шунан башлана ла инде уның "йондоҙ"ло сәғәттәре. 2001 йылда юниорҙар араһында донъя беренселегенә юл алып, ул Рәсәй командаһы составында донъя чемпионы исемен яулай. Киләһе йылына ике йыл рәттән үҫмерҙәр составында донъя кубогын күккә сөйә. Бар хоккей белгестәре уға иғтибарын йүнәлтеп, яңы йондоҙсоҡ үҫеүе хаҡында бөтә донъяға яу һала. Шул уҡ йылда Рәсәй хоккей лигаһының иң көслө уйынсыһы булараҡ, Игорь «Алтын шлем» менән бүләкләнә. Рәсәй йыйылма командаһының «йондоҙ»ҙары Павел Буре һәм Андрей Коваленко менән бер рәттән оҫта буллит һуғыусыға әйләнә. Ҡыҫҡаса әйткәндә, «йондоҙ» үҫмергә һәр яҡлап иғтибар арта. Берҙән, ул Рәсәй командаһының төплө уйынсыһы булһа, икенсенән, НХЛ-дан тәҡдимдәр күбәйә. НХЛ-дың «Детройт» клубы уға ҡыҙыҡһыныу белдереп, һәйбәт тәҡдим менән сыға. Тик яҙмыш үҙенекен итә. Ул, автофажиғәгә эләгеп, ике йылға спортта карьераһын туҡтата. Шулай ҙа ғүмерен бушҡа уҙғармай. Тормошҡа ҡарашын үҙгәртеп, күптән таныш булған һөйгәне Оксанаға иғтибарын күберәк йүнәлтә башлай. Бер йылдан ҡыҙҙары тыуа. Туй үткәрәләр. Аяғына баҫҡас, "Лада"ның икенсе составында көн күрә. 2004 йылда клуб етәкселеге Григоренконы «Салауат Юлаев»ҡа арендаға бирә. Ана шул ваҡытта Игорь, ҡайһы бер белгестәрҙең ауыҙын ябып, Өфөлә яҡшы уйнап китә һәм ярайһы ғына һөҙөмтәгә өлгәшә. Киләһе миҙгелде контракт нигеҙендә «Северсталь» клубында башлай. Аяғына ныҡлап баҫыуға ошо күсеү ҙур йоғонто яһай ҙа инде. Ул "Северсталь"дең бомбардирына әйләнеп, тыуған яғына ҡабат саҡырыу ала. Ҡайтҡас, миҙгел башында НХЛ-дан йәнә ҡыҙыҡһыныу була. Ул унда түбәнге лигала биш уйын уҙғарғандан һуң, тыуған яғын яҡын күреп, Өфөгә килә һәм «Салауат Юлаев» менән контракт төҙөй. Әлеге көнгә тиклем уңышлы сығышы менән юлаевсылар көйәрмәндәрен ҡыуандыра. Беренсе звенола сығыш яһай. «Салауат Юлаев» составында ике тапҡыр Рәсәй чемпионы (2008, 2011), һәм 2010/2011 КХЛ сезонда Гагарин Кубогына эйә була. «Салауат Юлаев» клубы етәкселеге менән ЦСКА хоккей командаһы уйынсылары менән алышырға килеште. Бер нисә миҙгел өфөләр составында уңышлы сығыш яһаған Игорь Григоренконы Денис Паршинға алышырға булдылар. Ғөмүмән, Игорь быйылғы миҙгелдә үҙ уйынын таба алмай ыҙаланды. 2012 йылдан ЦСКА Мәскәү уйынсыһы.

Карьера[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Спорт ҡаҙаныштары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Gold medal icon.svg Рәсәй чемпионатының еңеүсеһе (Салауат Юлаев 2008, 2011).
  • Gold medal icon.svg Рәсәй чемпионатының еңеүсеһе (ЦСКА Мәскәү 2015).
  • Bronze medal icon.svg Гагарин Кубогы призеры (Салауат Юлаев 2010).
  • Gold medal icon.svg Гагарин Кубогы эйәһе (Салауат Юлаев 2011).
  • Gold medal icon.svg Йәштәр донъя чемпионатының еңеүсеһе (2002, 2003).
  • Gold medal icon.svg Юниор донъя чемпионатының еңеүсеһе (2001).
  • Silver medal icon.svg Шпенглер Кубогы көмөш призын алыусы (Давос, Швейцария, декабрь 2007)
  • Йәштәр донъя чемпионатының иң яҡшы бомбардир, иң яҡшы һөжүмсе һәм символик йыйылма команда ағзаһы (2003).
  • «Алтын башлыҡ» еңеүсеһе (2011).

Статистика[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

    Реггляр сезоны   Плей-офф
Сезон Команда Лигаһы У Г П М Штр У Г П М Штр
1998-99 Лада Беренсе лигаһы 19 3 3 6 2
1999-00 Лада Беренсе лигаһы 38 17 17 34 36
2000-01 ЦСК ВВС Юғары хоккей лигаһы 39 10 10 20 88
2000-01 Лада Суперлига 5 1 0 1 4
2001-02 Лада Суперлига 41 8 9 17 58 4 1 0 1 8
2002-03 Лада Суперлига 47 19 10 29 82 10 1 6 7 10
2003-04 Лада Беренсе лигаһы 6 2 2 4
2003-04 Лада Суперлига 3 0 0 0 0
2004-05 Лада Суперлига 11 0 0 0 31
2004-05 Салауат Юлаев Суперлига 30 11 7 18 22
2005-06 Северсталь Суперлига 50 13 21 34 26 4 1 1 2 8
2006-07 Лада Суперлига 49 14 13 27 71 2 2 1 3 2
2007-08 Гранд-Рапидс Гриффинс АХЛ 5 0 0 0 4
2007-08 Салауат Юлаев Суперлига 27 4 6 10 24 5 0 1 1 0
2008-09 Салауат Юлаев КХЛ 36 2 8 10 10 1 0 1 1 2
2009-10 Салауат Юлаев КХЛ 55 22 14 36 40 15 5 4 9 8
2010-11 Салауат Юлаев КХЛ 44 24 16 40 30 21 9 6 15 6
2011-12 Салауат Юлаев КХЛ 44 19 15 34 29 6 1 0 1 4
2012-13 Салауат Юлаев КХЛ 12 1 4 5 18
2012-13 ЦСКА Мәскәү КХЛ 27 4 2 6 20 9 2 0 2 2
Бөтәһе КХЛ-да 474 141 126 267 436 63 20 14 34 32

Халыҡ-ара ярыштары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Йыл Йыйылма команда Ярыш Урын   У Г П М Штр
2001 Рәсәй U18 Gold medal with cup.svg 6 6 4 10 8
2002 Рәсәй U20 Gold medal with cup.svg 7 1 2 3 4
2003 Рәсәй WJC Gold medal with cup.svg 6 6 4 10 4
Бөтәһе Юниор-да 19 13 10 23 16
2003 Рәсәй WC 5th 7 2 1 3 16
2006 Рәсәй WC 5th 7 1 2 3 8
Бөтәһе 14 3 3 6 24

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]