Эстәлеккә күсергә

Михалёв Сергей Михайлович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Сергей Михайлович Михалёв
Тыуған көнө

5 октябрь 1947({{padleft:1947|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:5|2|0}})

Тыуған урыны

Силәбе өлкәһе Шершни ҡасабаһы

Вафат булған көнө

21 апрель 2015({{padleft:2015|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:21|2|0}}) (67 йәш)

Вафат булған урыны

Силәбе өлкәһе Әшә ҡалаһы янындағы «М-5» федераль автомобиль юлы

Гражданлығы

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй флагы

Эшмәкәрлеге

хоккейсы, тренер

Наградалары һәм премиялары
II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены миҙалы
II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены миҙалы
«Башҡортостан Республикаһы алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены
«Башҡортостан Республикаһы алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены
РСФСР-ҙың атҡаҙанған тренеры
РСФСР-ҙың атҡаҙанған тренеры
 Михалёв Сергей Михайлович Викимилектә

Михалёв Сергей Михайлович (5 октябрь 1947 йыл21 апрель 2015 йыл) — совет хоккейсыһы, СССР-ҙың спорт мастеры (1974). Шайбалы хоккей тренеры, 2-се дәрәжә «Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» орден миҙалы кавалеры (1996), РСФСР-ҙың атҡаҙанған тренеры һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре, «Башҡортостан Республикаһы алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены кавалеры (2008).

Сергей Михайлович Михалёв 1947 йылдың 5 октябрендә Силәбе өлкәһенең Шершни ҡасабаһында (хәҙер Силәбе ҡалаһы составына инә) тыуған. Уның спорт карьераһы 1966 йылда «Буревестник» (Силәбе) хоккей клубында башлана. 1970 йылда уны Өфөгә «Салауат Юлаев» хоккей клубына саҡыралар. Башҡортостан ауыл хужалығы институтын (1974) һәм Үҙәк физик культура институтының Юғары тренерҙар мәктәбен тамамлаған (Мәскәү, 1979). «Трактор» (Силәбе) спорт клубы тәрбиәләнеүсеһе. 1970—1974 һәм 1975—1977 йылдарҙа Өфөнөң Салауат Юлаев исемендәге спорт клубы командаһында уйнай. 1979 йылдан — тренер эшендә, 1987 йылдан алып шул уҡ клубтың баш тренеры, был вазифала 1990 йылға тиклем булды. Артабан 1990 йылдан — «Лада» (Тольятти) хоккей командаһы тренеры, 1999 йылдан — «Северсталь» хоккей клубының (Череповец) баш тренеры. 1997 йылда уның етәкселегендә «Лада» Европа Кубогында алтын миҙал яуланы. 2005—2009 йылдарҙа һәм 2011 йылда — «Салауат Юлаев», 2010—2011 йылдарҙа «Лада» хоккей клубының спорт директоры, 2013 йылдан башлап генераль менеджеры; бер үк ваҡытта СССР-ҙың (1989, 1991) студенттар йыйылма командаһы тренеры, үҫмерҙәр (2000) һәм үҫмер спортсылар (2005—2006) Рәсәй йыйылма командаларының баш тренеры. 2005 йылдың ноябрендә Сергей Михалёв «Салауат Юлаев»тың баш тренеры вазифаһына кире ҡайтты һәм Өфө клубы 2007—2008 йылдар миҙгелендә тарихта тәүге тапҡыр Рәсәй чемпионы титулын яуланы. 2011 йылдың 30 майында ул өсөнсө тапҡыр «Салауат Юлаев»тың баш тренеры вазифаһына күсте. 2013 йылдың апреленән «Лада»ның генераль менеджеры булып эшләне. 2015 йылдың февралендә «Салауат Юлаев» хоккей клубының спорт мәсьәләләре буйынса генераль директоры вазифаһын биләне, Клуб идараһы составына инде. Уның тәрбиәләнеүселәре араһында 60-тан ашыу СССР һәм Рәсәй спорт мастеры бар.

2008 йылда Мәскәүҙең «Эсмо» нәшриәте «Тулы спорт энциклопедияһы» серияһында Сергей Михалёвтың рус телендә «Тренер золотой мечты» (ISBN 5-699-31328-1 978-5-699-31328-0)[1] тигән китабын баҫтырып сығарҙы[2].

2014 йылда Сергей Михалёв Тольятти ҡала Думаһына депутат итеп һайлана[2].

Сергей Михалёв 2015 йылдың 21 апрелендә Силәбе ҡалаһынан хоккей тренеры Валерий Белоусовты ерләп[3] ҡайтып килгәндә Силәбе өлкәһе Әшә ҡалаһынан йыраҡ түгел «М-5» федераль автомобиль трассаһында юл-транспорт фажиғәһендә һәләк булды[4][5]. Мәрхүм менән хушлашыу Өфөлә («Өфө-Арена»)[6] һәм Тольятти ҡалаһында («Лада-Арена») үтте. Ғаиләһенең теләге буйынса Сергей Михайлович Михалёв Тольятти ҡалаһында ерләнде[7].[2]

21 апрелдә Ижевск ҡалаһында үткән «Ижсталь» һәм «Торос» командалары араһындағы Юғары хоккей лигаһының 5-се финал уйыны алдынан Сергей Михалёв иҫтәлегенә бер минут тынлыҡ иғлан ителде. Уйынсылар боҙға беләктәренә ҡайғы таҫмалары бәйләп сыҡты. 23 апрелдә был ике команда алтынсыға осрашты һәм унда «Торос» дүртенсе еңеүгә өлгәште (дөйөм иҫәп 4 : 2) һәм һуңғы дүрт йыл арауығында өсөнсө тапҡыр Братина кубогын яуланы. Уйындан һуң команданың баш тренеры Константин Полозов «Еңеүебеҙҙе фажиғәле һәләк булған билдәле хоккейсы һәм тренер Сергей Михалев иҫтәлегенә бағышлайбыҙ» тип белдерҙе[8].

Хоккейсы булғанда

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

| размер = | alias = Совет Социалистик Республикалар Союзы | shortname alias = СССР | flag alias = Flag of the Soviet Union.svg | flag alias-1923 = Flag of the Soviet Union 1923.svg | flag alias-1955 = Flag of the Soviet Union.svg | flag alias-ВМС = Naval Ensign of the Soviet Union.svg | flag alias-ВМС-1924 = Naval Ensign of the Soviet Union 1924.svg | flag alias-ВМС-1935 = Naval Ensign of the Soviet Union 1935.svg | flag alias-армия = Red Army flag (Fictitious).svg | flag alias-ВВС = Flag of the Soviet Air Force.svg | var1 = 1923 | var2 = ВМС | var3 = ВМС-1924 | var4 = ВМС-1935 | var5 = армия | var6 = ВВС | variant = }} СКА Куйбышев

  • 1975—1977 Башҡорт Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы Салауат Юлаев

Баш тренер булғанда

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Спорт ҡаҙаныштары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Баш тренер булғанда Рәсәй чемпионатының еңеүсеһе 2007/2008 (Салауат Юлаев)
  • Баш тренер булғанда Рәсәй чемпионатының көмөш призын алыусы 2002/2003 (Северсталь)
  • Баш тренер булғанда Рәсәй чемпионатының бронза призын алыусы 2000/2001 (Северсталь)
  • Өлкән тренер булғанда Милләт-ара хоккей лигаһы чемпионатының ике тапҡыр еңеүсеһе 1993/1994, 1995/1996 (Лада)
  • Өлкән тренер булғанда Милләт-ара хоккей лигаһы чемпионатының ике тапҡыр көмөш призын алыусы 1992/1993, 1994/1995 (Лада)
  • Өлкән тренер булғанда Рәсәй чемпионатының көмөш призын алыусы 1996/1997 (Лада)
  • Өлкән тренер булғанда Европа Кубогында алтын миҙал яуланы 1997 (Лада)
  • 1989 йылғы Универсиадала көмөш призер булған СССР-ҙың студенттар йыйылма командаһын етәкләне
  • Рәсәйҙең юниорҙар йыйылма командаһының баш тренеры 2000

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • 2020 йылда Өфөнөң Затон биҫтәһендәге урамға Сергей Михалевтың исеме бирелә[9].
  • Башҡортостанда Сергей Михалев иҫтәлегенә арналған хоккей турниры ойошторола. 2007 йылда тыуған йәш хоккейсылар ҡатнашҡан был бәйге 2017 йылда Стәрлетамаҡ ҡалаһында булды[10].
  • Һамар өлкәһенең Тольятти ҡалаһында Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры Сергей Михалёв иҫтәлегенә халыҡ-ара хоккей турниры үткәрелә[11].
  • 2015 йылдың 19 ноябрендә «Салауат Юлаев» (Өфө) һәм «Лада» (Тольятти) командаларының осрашыуы Сергей Михалёв иҫтәлегенә арналды. Уйын башланыр алдынан «Михалёв» фамилияһы яҙылған свитер «Өфө—Арена» боҙ һарайы көмбәҙенә күтәрелде — «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2015, 19 ноябрь[12].
  • Өфөлә тренер Сергей Михалёвтың портретына граффити барлыҡҡа киләсәк — «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2015, 13 ноябрь[13].
  • 17 августа 2015 года «Юлаевцы» посетили могилу Сергея Михалёва — «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2015, 17 август[14].
  1. Тренер золотой мечты
  2. 2,0 2,1 2,2 Самарская газета, 2015, 25 апреля
  3. В Челябинске прошла церемония прощания с хоккейным тренером Валерием Белоусовым. ТАСС, 2015, 20 апреля (рус.)
  4. Заслуженный тренер России по хоккею Сергей Михалев погиб в ДТП в Челябинской области. ТАСС, 2015, 21 апреля (рус.)
  5. Погиб заслуженный тренер России Сергей Михалёв. Чемпионат.com (21 апрель 2015). Дата обращения: 21 апрель 2015.
  6. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2015, 22 апрель
  7. Хоккейный тренер Сергей Михалев похоронен в Тольятти — РИА «Новости», 2015, 23 апреля(недоступная ссылка) (рус.)
  8. Ҡоростай торҙо «Торос»! «Башҡортостан» гәзите, 2015, 25 апрель 2016 йыл 9 март архивланған.
  9. Өфөнөң Затон биҫтәһендәге урамға Сергей Михалевтың исеме бирелә. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2020, 26 февраль (Тикшерелеү көнө: 26 февраль 2020)
  10. В Башкирии пройдет турнир памяти Сергея Михалева. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2017, 4 май (рус.) (Тикшерелеү көнө: 6 май 2017)
  11. Йәш «Салауат Юлаев-2007» Сергей Михалёв мемориалында еңеүгә лайыҡ булды. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2017, 2 май (Тикшерелеү көнө: 6 май 2017)
  12. ИА «Башинформ», 19 ноября 2015 года (рус.)
  13. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2015, 13 ноябрь
  14. ИА «Башинформ», 17 августа 2015 г. (рус.)