Торос (хоккей клубы, Нефтекама)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Торос
Toros Logo.jpg
Ил: Башҡортостан Башҡортостан
Ҡала: Flag of Neftekamsk (Bashkortostan).png Нефтекама
Нигеҙләнгән: 1988
Төҫтәр:                    
Өй аренаһы: Нефтекаманың боҙ һарайы (2000 урын)
Хоккей лигаһы: Юғары Хоккей Лигаһы
Баш тренер: Башҡортостан Полозов Константин Александрович
Президент: Усманов Рамиль
Баш менеджеры: Денисов Дмитрий
Капитан: Артем Зубарев
Спонсор: Башнефть
Фарм-клубтар: Батыр
(Йәштәр Хоккей Лигаһы Б)
Трофейҙар: Рәсәй чемпионы (2012, 2013, 2015)

ЮХЛ
Братина Кубогы (2011/12),(2012/13), (2014/15)

Рәсми сайт: http://www.hctoros.ru/

«Торос» хоккей клубы – Нефтекама ҡалаһының шайбалы хоккейҙы профессиональ нигеҙҙә уйнаусы командаһы. 1988 йылда ойошторолған. 2009 йылдан, Рәсәйҙең Юғары хоккей лигаһы булдырылғандан башлап, унда сығыш яһай. Өс тапҡыр Рәсәй чемпионы һәм Братина Кубогын яулаусыһы.

Тарихы һәм бөгөнгөһө[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]

2011/2012 сезонда «Торос» клубы Братина Кубогын алды

«Торос» хоккей клубы 1988 йылда Нефтекамала ойошторола. Беренсе исеме «Торпедо». Бөгөнгө көндә Рәсәйҙең Юғары хоккей лигаһында уйнай.

2009/2010 йылғы миҙгелдә Юғары хоккей лигаһының даими чемпионатын икенсе урында тамамланы һәм көмөш миҙалдар яуланы. 2010/2011 йылғы даими чемпионат уңышлыраҡ булды: команда уны икенсе урында тамамланы һәм бронза миҙалдарға лайыҡ булды. 2011/2012 йылғы миҙгелдең даими чемпионаты шулай уҡ икенсе урын алып килде. Плей-офф уйындарын уңышлы үтеп, «Торос» финалға сыҡты. Унда команда Төмәндең «Рубин»ында ҡунаҡта бишенсе финал матчында 2:1 иҫәбе менән еңеү яуланы. Һөҙөмтәлә Башҡортостан клубы Юғары хоккей лигаһы чемпионы булды һәм Братина Кубогын алды. 2012/2013 йылғы миҙгелдә «Торос», регуляр чемпионатты өсөнсе урында тамамлап, финалдың һуңғы уйынында Ҡаҙағстандың «Һарыарҡа» командаһын 3:0 иҫәбе менән еңде һәм Братина кубогын һаҡлап ҡалдырҙы. 2013/2014 йыл миҙгеле — 2014/2015 йылғы миҙгел барышында «Торос» әллә ни уңышҡа өлгәшә алманы. Һөҙөмтәлә 2015 йылдың 22 ғинуарында команданың баш тренеры Руслан Сөләймәнов отставкаға ебәрелде. Уның ярҙамсыһы Николай Заварухин да вазифаһын ҡалдырҙы. Баш тренер итеп быға тиклем Нефтекаманың «Батыр» командаһын етәкләгән Константин Полозов тәғәйенләнде. Ул, «Торос»ты чемпионат таблицаһының 12-се урынынан ҡабул итеп, плей-офф этабына 8-се урындан алып сыҡты. Унда «Торос» Ҡурғандың «Зауралье» (даими чемпионатта 9-сы урын), Пермь ҡалаһының даими чемпионатта 4-се урын алған «Молот-Прикамье» командаларын, ә ярым финалда Ҡарағандының чемпионатта беренсе урынды яулаған «Һарыарҡа»һын еңде. Финал уйындары «Торос» һәм даими чемпионатты 2-се урында тамамлаған «Ижсталь» араһында барҙы һәм Нефтекама хоккейсылары файҙаһына дөйөм иҫәп 4:2 менән тамамланды. Алтынсы уйын «Торос» боҙонда үтте, һәм ул көйәрмәндәрҙе Братина кубогын өсөнсөгә яулау менән ҡыуандырҙы. Был еңеү менән команданы Башҡортостан Республикаһы Башлығы Рөстәм Хәмитов ҡотланы.


«Торос» хаҡында ваҡытлы матбуғат[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]

Стадион[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]

Нефтекаманың боҙ һарайы - яһалма боҙло хоккей майҙаны булған универсаль спорт аренаһы (2000 урынлы трибуналар)

Баш тренерҙар[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]

«Торос» командаһының тренерҙары:

  • Чижов Василий (2009—2011)
  • Сөләймәнов Руслан (2011—2015)
  • Полозов Константин Александрович (2015—...)

Команданың ҡаҙаныштары[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]

  • Silver medal icon.svg Рәсәй чемпионатының көмөш миҙалы (2009/2010).
  • Bronze medal icon.svg Рәсәй чемпионатының бронза миҙалы (2010/2011).
  • Gold medal icon.svg Рәсәй чемпионатының еңеүсеһе (2011/2012), (2012/2013), (2014/2015).
  • Gold medal icon.svg Братина кубогын яулаусы (2011/2012), (2012/2013), (2014/2015).
  • Silver medal icon.svg Рәсәй чемпионатының көмөш миҙалы (2013/2014).

Юғары Хоккей Лигаһы чемпионатының "Плей-офф" уйындары[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]

  • 2008—2009
1/8 финалы: «Торос» — «Кристал» Саратов 3:0 (3:2, 2:1, 3:1)
1/4 финалы: «Ижсталь» Ижевск — «Торос» 3:1 (1:3, 2:1Б, 2:1 от, 2:1Б)
  • 2009—2010
1/8 финалы: «Торос» — «ТХК» Тверь 3:1 (4:2, 4:2, 3:5, 4:2)
1/4 финалы: «Торос» — «Ижсталь» Ижевск 3:1 (1:0, 1:2 ОТ, 1:0, 3:1)
1/2 финалы: «Торос» — « Молот-Прикамье» Пермь 3:0 (4:3 ОТ, 2:1, 3:0)
Финал: «Торос»— «Югра» Ханты-Манси 1:3 (2:4, 2:3 ОТ, 4:2, 1:2)
  • 2010—2011
1/8 финалы: «Торос» — «Зауралье» Ҡурған 3:1 (2:1 OT , 4:0, 1:2, 2:3 Б )
1/4 финалы: «Торос» — « Молот-Прикамье» Пермь 3:0 (2:1, 5:2, 2:1)
1/2 финалы: «Рубин» Төмән — «Торос» 4:1 (2:1, 2:3, 4:0, 3:2, 3:1)
  • 2011—2012
1/8 финалы: «Торос» — «Молот-Прикамье» Пермь 3:0 (1:0, 3:2, 3:2)
1/4 финалы: «Торос»—«Ермак» Ангарск 3:1 (5:2, 2:1, 0:5, 2:1 ОТ)
1/2 финалы: «Донбас» Донецк«Торос» 0:4 (1:5, 1:2, 1:4, 2:3 ОТ)
Финал: «Рубин» Төмән«Торос» 1:4 (2:3 ОТ, 2:4, 5:2, 2:0, 1:2 ОТ)
  • 2012—2013
1/8 финалы: «Торос» — «Казцинк-Торпедо» Усть-Каменогорск 3:0 (3:0, 4:2, 2:0)
1/4 финалы: «Торос»—«Лада» Тольятти 4:1 (4:3 ОТ, 6:0, 4:3, 1:3, 2:1 ОТ)
1/2 финалы: «Торос» — «Буран» Воронеж 4:0 (5:0, 4:3, 3:2, 2:1)
Финал: «Сарыарка» Ҡарағанды«Торос» 3:4 (4:1, 1:7, 0:2, 2:1, 2:3, 3:2, 0:3)
  • 2013—2014
1/8 финалы: «Торос» — «Сокол» Красноярск 4:0 (4:0, 3:2, 2:0, 4:1)
1/4 финалы: «Торос»—«Буран» Воронеж 4:3 (3:2 ОТ, 0:4, 1:2 ОТ, 2:5, 4:3 ОТ, 4:1, 2:1 ОТ)
1/2 финалы: «Торос» — «Сарыарка» Ҡарағанды 0:4 (1:4, 2:3, 3:4 ОТ, 0:2)
  • 2014—2015
1/8 финалы: «Торос» — «Зауралье» Ҡурған 4:2 (1:3, 3:0, 1:2, 2:1 ОТ, 4:1, 5:1)
1/4 финалы: «Молот-Прикамье» Пермь«Торос» 1:4 (2:3, 1:0 ОТ, 3:2, 4:1, 2:3 ОТ)
1/2 финалы: «Сарыарка» Ҡарағанды«Торос» 0:4 (2:3 ОТ, 1:2, 2:3 ОТ, 0:2)
Финал: «Ижсталь» Ижевск — «Торос» 2:4 (3:1, 2:5, 1:4, 2:5, 4:3, 0:2)

Команданың составы[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]

Ҡапҡасы
Ил Исем Тыуған йыл
27 Рәсәй флагы Сергей Белов 27 сентябрь, 1982
37 Рәсәй флагы Рафаэл Хәкимов 4 июнь, 1990
50 Рәсәй флагы Владимир Сохатский 28 декабрь, 1989
Һаҡсы
Ил Исем Тыуған йыл
23 Рәсәй флагы Александр Шашерин 15 март, 1989
25 Рәсәй флагы Илья Суслопаров 4 февраль, 1987
33 Рәсәй флагы Илья Бочков 10 декабрь, 1989
41 Рәсәй флагы Павел Доронин 21 август, 1988
44 Рәсәй флагы Вячеслав Селуянов 15 декабрь, 1986
45 Рәсәй флагы Павел Володин 19 февраль, 1989
52 Рәсәй флагы Никита Цирулев 19 сентябрь, 1985
63 Рәсәй флагы Денис Баев 23 ноябрь, 1983
79 Рәсәй флагы Ефим Гуркин 13 ноябрь, 1992
93 Рәсәй флагы Алекей Василевский 21 ғинуар, 1993
94 Рәсәй флагы Станислав Гәрәев 13 август, 1994
Һөжүм итеүсе
Ил Исем Тыуған йыл
7 Рәсәй флагы Виталий Каменев 30 март, 1989
9 Рәсәй флагы Артем Гордеев 15 сентябрь, 1988
11 Рәсәй флагы Сергей Сальников 26 июнь, 1986
12 Рәсәй флагы Антон Зимин 23 июнь, 1982
15 Латвия флагы Артурс Мицкевичс 2 ғинуар, 1991
18 Латвия флагы Каспарс Саулиетис 12 июнь, 1986
19 Рәсәй флагы Александр Горошанский 28 март, 1986
28 Беларусь Артём Кислый 28 апрель, 1989
30 Рәсәй флагы Анатолий Степанов 23 июнь, 1982
47 Рәсәй флагы Константин Богдановский 9 май, 1983
53 Рәсәй флагы Никита Козлов 5 май, 1990
65 Рәсәй флагы Никита Сетдиков 27 май, 1995
75 Рәсәй флагы Максим Фролов 29 ғинуар, 1988
82 Рәсәй флагы Данил Гәрәев 4 март, 1992
87 Рәсәй флагы Александр Степаненко 3 июнь, 1992
91 Рәсәй флагы Александр Романовский 8 июнь, 1987

Йәштәр командаһы[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]

Батыр (хоккей клубы)

Һылтанмалар[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]