Гәрәев Станислав Урал улы
Станислав Гәрәев | |||||||||||||||
Позиция |
Һаҡсы | ||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Буйы |
191 см | ||||||||||||||
Ауырлығы |
94 кг | ||||||||||||||
Ҡулсыр |
Уң | ||||||||||||||
Гражданлығы | |||||||||||||||
Тыуған көнө | |||||||||||||||
МХЛ драфты |
Һайланмай | ||||||||||||||
Карьера | |||||||||||||||
2011—ә.в.
| |||||||||||||||
Хоккейсы карьераһы | |||||||||||||||
|
Гәрәев Станислав Урал улы (13 август 1994 йыл, Иваново) — Рәсәй хоккейсыһы, һаҡсы. Өфө хоккейының тәрбиәләнеүсеһе. Әлеге ваҡытта Континенталь хоккей лигаһында сығыш яһаған Силәбенең «Трактор» хоккей клубының уйынсыһы.
Карьера
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Станислав, Иваново ҡалаһында тыуһа ла, хоккей менән Өфөлә шөғөлләнә башлай. Ул Өфөләге Гәрәев фамилиялы хоккей династияһына бер нисек тә туған түгел. 2007 йылда «Салауат Юлаев-94» Владислав Третьяк исемендә почетлы кубокты еңә, шунда Өфө хоккейсыларына Мәскәүҙең «Русь» командаһы ғына ҡаршылыҡ күрһәтә. Станислав 5 уйында 3 тапҡыр һөҙөмтәле пас бирә. 2008/09 йылдар миҙгелендә 1994 йылғы үҫмерҙәр араһында Рәсәй беренселегендә «Салауат Юлаев» үҙ төркөмөндә икенсе урынды яулай һәм финал уйындарына сыға алмай, ә Гәрәев 34 осрашыуҙа 12 (3+9) мәрәй йыя. Шулай уҡ ошо миҙгелдә ул Волга буйы федераль округы составында Рәсәй беренселегендә ҡатнаша, әммә унда команда миҙалдарға эләкмәй, ә Станислав 5 уйында бер мәрәй ҙә йыймай.
2008/2009 йылдар миҙгелендә Станислав командаһы менән Рәсәй беренселегенең Урал регионын икенсе урында тамамлай һәм финал уйындарында ҡатнашырға хоҡуҡ ала. Ул 26 осрашыуҙа 11 (3+8) мәрәй йыя. Төмәндә үткән Рәсәй беренселегенең финал турнирында «Салауат Юлаев» үҫмерҙәре бер кемгә лә алдынғылыҡты бирмәй һәм Рәсәй чемпиондары исемен яулай. Бынан башҡа, Станислав Волга буйы федераль округы составында Рәсәй федераль округтар беренселеген еңә. Тимәк, бер миҙгелдә ике алтын миҙал еңә Станислав Гәрәев. Тағы ла ул бер йәшкә өлкәнерәк булған хоккейсылар менән дә ике осрашыу үткәреп өлгөрә һәм шунда бер гол керетә. 2010/11 миҙгеле Станислав өсөн спорт мәктәбендә һуңғы йылы була. «Салауат Юлаев-94» даими беренселекте регионда өсөнсө урында тамамлай. Шулай уҡ регион эсендә үткәрелгән плей-офф һөҙөмтәләре буйынса өсөнсө урынды яулай һәм финал уйындарға сыға. Станислав 31 осрашыуҙа 16 (6+10) мәрәй йыя. Өфө үҫмерҙәре финал уйындарында бронза миҙалы өсөн уйындарҙа Силәбе хоккейсыларына еңелә.
«Толпар» (2011—2015)
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2011 йылдың 28 май көнөндә Мытищи ҡалаһында КХЛ драфты үтә. Шунда икенсе раундта дөйөм 34-се һан аҫтында Станиславты «Салауат Юлаев» хоккей клубы һайлай[1]. Шул йылдың 8 сентябрендә ул ЙХЛ чемпионатында «Толпар» составында ул тәүге уйынын уҙғара — Станислав профессиональ хоккейсы карьераһын башлай. 1 октябрҙә беренсе мәрйен йыя, ә 20 октябрҙә тәүге шайбаһын керетә (8:2 «Сибирские Снайперы»). Бөтәһе шул даими миҙгелдә ул 45 уйында 7 (2+5) мәрәй йыя, шайбаларының береһе командаһына еңеү килтерә — 17 йәшлек хоккейсы өсөн яҡшы күрһәткестәр. Харламов кубогы өсөн плей-офф уйындарында ул өс уйын ғына үткәрә, сөнки «Толпар» тәүге раундта уҡ серияла 0-3 иҫәбе менән «Кузнецкие Медведи» хоккей клубына еңелә.
2012/13 йылдар миҙгелендә Станислав 58 осрашыуҙа 20 (8+12) мәрәй йыя — ЙХЛ-да карьераһында иң яҡшы күрһәткесе була. 5 сентябрҙә «Белые Тигры» командаһына ҡаршы осрашыуҙа 3 (2+1) мәрәй йыя, ул тәү тапҡыр бер уйында ике гол керетә. «Толпар» плей-оффта тәүге раундта «Стальные Лисы» хоккей клубын 3-0 иҫәбе менән еңһә, артабан шулай уҡ «Омские Ястребы» командаһына отола. Гәрәев бөтә алты уйында ла ҡатнаша, тик бер мәрәй ҙә йыймай. 2013/2014 йылдар миҙгелендә Станислав ЙХЛ даими чемпионатында 4 осрашыу ғына үткәрһә, киләһе миҙгелдә иһә бер уйында «Толпар» өсөн үткәрмәй, тик миҙгелгә составта ғына була.
ЙХЛ чемпионатынан башҡа, Станислав Өфөлә 2014 йылдың йәйендә үткән Йәштәр клуб командалары араһында донъя кубогында «Толпар» өсөн уйнай. Төркөм этабында турнир хужалары икенсе урынды алалар, шунан ярымфиналда «Су-Сити Маскетирс» АҠШ командаһын еңә. Ә финалда иһә буллитар серияһында Мәскәүҙең «Спартак» хоккей клубына отола һәм көмөш миҙалдарҙы яулай. Станислав алты осрашыуҙа бер тапҡыр һөҙөмтәле пас бирә.
«Салауат Юлаев» һәм «Торос» (2013—ә.в.)
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2013 йылдың 8 сентябрендә Станислав Юғары хоккей лигаһында «Торос» составында тәүге уйынды үткәрә. Шул көндө Нефтекама командаһы Асыш кубогы өсөн уйында «Һарыарҡа» командаһын еңә. 3 ноябрҙә Гәрәев был лигала тәү тапҡыр һөҙөмтәле пас бирә. Шул миҙгелдә шул пас Станиславтың берҙән-бер мәрәйе була. «Торос» даими беренселекте беренсе урында тамамлай, ә плей-оффтың ярымфиналында шул уҡ «Һарыарҡа» өсөн төшөп ҡала. Станислав Братина кубогында 13 уйын үткәрә һәм бер мәрәй ҙә йыймай.
2014 йылдың йәйендә ул «Салауат Юлаев» менән миҙгелгә әҙерлек үтә. Башҡортостан республикаһының кубогында клубта булһа ла, бер уйын да үткәрмәй. ЮХЛ даими чемпионатында ул бөтәһе 52 уйында 9 (5+4) мәрәй йыя. 11 сентябрҙә лигала тәүге шайбаһын керетә, ә 7 декабрҙә уның шайбаһы командаһына беренсегә еңеү килтерә. «Торос» даими миҙгелде ауыр үтә — тик һигеҙенсе урын ғына, ә баш тренер вазифаһында Руслан Сөләймәновты Константин Полозов алмаштыра. Братина кубогы өсөн плей-оффта «Торос» бер-бер артлы «Зауралье», «Молот-Прикамье» һәм «Һарыарҡа» командаларын еңә. Финалда «Ижсталь» хоккей клубын 4-2 иҫәбе менән серияла еңә һәм өсөнсөгә Братина кубогын еңә. Станислав тәү тапҡыр профессиональ карьераһында шундай еңеүгә өлгәшә һәм Рәсәй чемпионатының алтын миҙалын ала. Бынан башҡа, ул плей-оффтың 19 уйынында 6 тапҡыр һөҙөмтәле пас бирә, ә уның командалағы мөһимлеге яңы кимәлгә сыға.
Уның уйыны «Салауат Юлаев» яңы тренерҙарына күренмәй ҡалмай. КХЛ миҙгеле алдынан үткән Түбәнге Новгород өлкәһе губернаторы һәм LADA кубоктарында дөйөм алғанда ул биш уйын үткәрә. Әммә артабан уны кире Нефтекамаға ебәрәләр. «Торос» өсөн даими миҙгелдә ул 43 осрашыуҙа 15 (6+9) мәрәй йыя. Уның шайбалары дүрт тапҡыр Нефтекама клубына еңеү килтерә — һаҡсылар араһында был күрһәткес буйынса Станислав Гәрәев беренсе һәм бөтә уйынсылар араһында иң яҡшыларҙың береһе була. «Торос» даими миҙгелде өсөнсө урында тамамлай. Плей-оффтың беренсе раундында ете уйында саҡ-саҡ Түбәнге Тагилдан «Спутник» хоккей клубын үтә. Ә артабан серияла 2-4 иҫәбе менән «Һарыарҡа» командаһына отола һәм тәү тапҡыр ЮХЛ-да ярымфиналға үтә алмай. Станислав Гәрәев 12 уйында 4 (1+3) мәрәй йыя.
Миҙгел тамамланғас, ул «Салауат Юлаев» менән ике йыллыҡ ике яҡлы яңы контракт төҙөй[2]. 2016/17 миҙгеле алдынан ул Башҡортостан кубогында һәм «Торос» өсөн Әлмәттәге турнирҙа ҡатнашып өлгөрә. 8 сентябрҙә Өфөлә Риганан «Динамо» командаһына ҡаршы уйында Станиславтың КХЛ-да рәсми дебюты була. Ә 2 декабрҙә Минскиҙа «Салауат Юлаев» өсөн тәүге мәрәйен ала — ул һөҙөмтәле пас бирә. 18 ғинуарҙан алып 3 февралгә тиклем йәрәхәтләнгән уйынсылар исемлегендә була. 18 февралдә ул «Лада» командаһына ҡаршы уйында КХЛ-да үҙенең тәүге шайбаһын керетә, һәм ул гол Өфө клубына еңеү килтерә. «Салауат Юлаев» даими миҙгелде конференцияһында алтынса урында тамамлай һәм плей-оффтың тәүге раундында «Аҡ Барс» хоккей клубына серияла 1-4 иҫәбе менән отола. Станислав 2016/2017 йылдар миҙгелендә бөтәһе 55 уйында 3 (1+2) мәрәй йыя.
2017/2018 миҙгеленең даими чемпионатында Станислав 51 уйында ике һөҙөмтәле пас бирә, файҙалыҡ күрһәткесе «+5» була. «Салауат Юлаев» 2010 йылдан алып тәүгегә Чернышёв дивизионында беренсе урынды яулай. Гагарин кубогы өсөн плей-офф уйындарында карьераһында тәүге шайбаһын керетә. Ул барыһы ете уйында ғына ҡатнаша, ә Өфө клубы конференция ярымфиналында туҡтап тороп ҡала. 28 апрелдә Станислав Гәрәев «Салауат Юлаев» менән тағы ике йылға яңы контракт төҙөй[3]. 2018/2019 йылдар миҙгелендә Гәрәев 51 уйында ҡатнаша, 4 һөҙөмтәле пас бирә, ә команда конференция финалына тиклем барып етә. 2019 йылдың 16 май көнөндә Станислав «Салауат Юлаев» менән 2020 йылға тиклем контракт төҙөй[4]. 2019/2020 йылдар миҙгелендә Гәрәев 19 уйында бер гол керете, йәрәхәтләнгәндән дауаланған өсөн ул күп осрашыуҙа ҡатнаша алмай.
«Трактор» (2020 йылдан алып)
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2020 йылдың 6 май көнөндә «Салауат Юлаев» Гәрәевты «Трактор» клубына ҡапҡасы Владислав Сухачёвҡа алмаштыра[5]. Һаҡсы Силәбе командаһы менән ике йылға контракт төҙөй.
Рәсәй йыйылма командаһында
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2010 йылда Станислав тәү тапҡыр Рәсәй йыйылма командаһының формаһын кейә. Шунда ул Чехияла үткән юниорҙар араһында халыҡ-ара турнирҙа ҡатнашырға саҡырыла. Әммә бик уңышлы сыҡманы: Гәрәевтә ике уйында ноль мәрәй, ә Рәсәй өсөнсө генә була. 2010/11 йылдар миҙгелендә ул тағы ла шундай ике турнирҙа ҡатнаша, дөйөм алғанда, 7 уйында бер гол керетә, ә Рәсәй командаһы икенсе һәм беренсе урындарҙы ала. Шунан ул Чехияла үтәсәк Европа үҫмерҙәр олимпия фестиваленә саҡырыла. Шунда Рәсәй төркөмөндә Латвия һәм Швейцарияны ота, ә финалда Финляндиянан көслөрәк була. Станислав 3 осрашыуҙа бер мәрәй йыймаһа ла, алтын миҙал менән ҡайта.
КХЛ драфтынан һуң, 2011 йылдың август айында ул престижлы Иван Глинка мемориалында ҡатнашыр өсөн Рәсәй юниорҙар командаһының киңәйтелгән составына эләгә. Унда Өфөнән тағы ла Андрей Василевский һәм Руслан Ибатуллин була[6]. 8 августа турнирға һуңғы состав билдәләнде, һәм шунда Өфөнән бөтә өс хоккейсы ла эләгә[7]. Турнирҙа Рәсәй юниорҙары төркөмдә беренсе урынды яулай, тик ярымфиналда Канадаға 0:5 иҫәбе менән отолалар. Бронза өсөн уйында Финляндиянан көслөрәк булып сыҡты Рәсәй командаһы. Станислав бронза миҙалына турнирҙа бер голды һәм «+4» файҙалыҡ күрһәткесен өҫтәй. Глинка мемориалынан һуң уны Латвиялағы Сергей Жолток мемориалына саҡырыла[8]. Шунда Рәсәй уйынсылары ҡалған командаларҙан бер йә ике йәшкә бәләкәйерәк булһа ла, турнирҙы еңә, ә Станислав 3 осрашыуҙа 5 (1+4) мәрәй йыя. Канадала үткән Донъя Саҡырыу кубогында Рәсәй уңышһыҙ сығыш яһай — 5-се урын ғына, ә Гәрәев 4 уйында бер тапҡыр ҙа һөҙөмтәле һөжүмдә ҡатнашмай.
2012 йылдың февралендә ул Финляндияның өс ҡалаһында үткән Халыҡ-ара турнирҙа ҡатнаша. Рәсәй шунда Чехияны ғына еңә, ҡалғандарға еңелә һәм ярыштарҙа биш команданан дүртенсе генә була. Станислав 4 осрашыуҙа бер мәрәй ҙә алмай. 6 апрелдә Чехияла үтәсәк юниорҙар донъя чемпионатына Рәсәй йыйылма командаһының составы билдәләнде[9]. Шунда ике «Толпар» уйынсыһы — Станислав Гәрәев һәм Андрей Василевский эләкте. Рәсәй юниорҙары төркөм этабын икенсе урында тамамлай, ә турнирҙың сирекфиналында Канадаға еңелә. Бишенсе урын өсөн уйында Германия хоккейсыларынан көслөрәк булалар. Гәрәев бөтә алты уйында ла ҡатнаша, әммә бер мәрәйгә лә өлгәшмәй. Киләһе миҙгелдә бер йәшкә олораҡ хоккейсылар менән халыҡ-ара турнирға саҡырыла, шунда өс уйын үткәрә, ә Рәсәй өсөнсө урынды ала. Шунан башҡа Станислав Рәсәй йыйылма командалары өсөн уйнағаны юҡ.
Статистика
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Һуңғы яңыртыу: 15 октябрь 2020
Легенда | |||||
---|---|---|---|---|---|
У | Үткәргән уйындар һаны | Штр | Штраф ваҡыты | +/− | Плюс-минус |
Г | Голдар | П | Һөҙөмтәле пастар | М | Мәрәйҙәр |
- | Статистика билдәле түгел | — | Статистика һаналмай |
Клубта карьераһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Даими миҙгел | Плей-офф | |||||||||||||||
Миҙгел | Команда | Лига | У | Г | П | М | Штр | +/− | У | Г | П | М | Штр | +/− | ||
2011/12 | Толпар | ЙХЛ | 45 | 2 | 5 | 7 | 10 | -1 | 3 | 0 | 0 | 0 | 0 | - 3 | ||
2012/13 | Толпар | ЙХЛ | 58 | 8 | 12 | 20 | 28 | 11 | 6 | 0 | 0 | 0 | 6 | 0 | ||
2013/14 | Толпар | ЙХЛ | 4 | 0 | 0 | 0 | 0 | 0 | — | — | — | — | — | — | ||
2013/14 | Торос | ЮХЛ | 49 | 0 | 1 | 1 | 16 | 2 | 13 | 0 | 0 | 0 | 2 | -1 | ||
2014 | Толпар | ДК | 4 | 0 | 0 | 0 | 4 | 0 | 2 | 0 | 1 | 1 | 6 | 0 | ||
2014/15 | Торос | ЮХЛ | 52 | 5 | 4 | 9 | 14 | 4 | 19 | 0 | 6 | 6 | 4 | 4 | ||
2015/16 | Торос | ЮХЛ | 43 | 6 | 9 | 15 | 18 | 14 | 12 | 1 | 3 | 4 | 2 | -1 | ||
2016/17 | Торос | ЮХЛ | 1 | 0 | 0 | 0 | 2 | -1 | 2 | 0 | 0 | 0 | 2 | -1 | ||
2016/17 | Салауат Юлаев | КХЛ | 50 | 1 | 2 | 3 | 2 | 5 | 5 | 0 | 0 | 0 | 0 | 0 | ||
2017/18 | Салауат Юлаев | КХЛ | 51 | 0 | 2 | 2 | 6 | 5 | 7 | 1 | 1 | 2 | 2 | -2 | ||
2018/19 | Салауат Юлаев | КХЛ | 37 | 0 | 3 | 3 | 12 | 5 | 14 | 0 | 1 | 1 | 2 | -2 | ||
2018/19 | Торос | ЮХЛ | 3 | 1 | 0 | 1 | 0 | -2 | ||||||||
2019/20 | Салауат Юлаев | КХЛ | 19 | 1 | 0 | 1 | 2 | 0 | ||||||||
2019/20 | Торос | ЮХЛ | 15 | 5 | 3 | 8 | 0 | 1 | 5 | 1 | 1 | 2 | 2 | 0 | ||
2020/21 | Трактор | КХЛ | ||||||||||||||
Бөтәһе ЮХЛ-да | 163 | 17 | 17 | 34 | 50 | 18 | 51 | 2 | 10 | 12 | 12 | 1 | ||||
Бөтәһе ЙХЛ-да | 107 | 10 | 17 | 27 | 38 | 10 | 9 | 0 | 0 | 0 | 6 | -3 | ||||
Бөтәһе КХЛ-да | 158 | 2 | 7 | 9 | 24 | 15 | 26 | 1 | 2 | 3 | 4 | -4 |
Халыҡ-ара карьераһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Йыл | Йыйылма команда | Турнир | Урын | У | Г | П | М | Штр | +/- | |
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
2011 | Рәсәй U18 | ЕЮОФ | 3 | 0 | 0 | 0 | 2 | -1 | ||
2011 | Рәсәй U18 | ИГМ | 5 | 1 | 0 | 1 | 4 | 4 | ||
2011 | Рәсәй U18 | ДСК | 5 | 4 | 0 | 0 | 0 | 0 | — | |
2012 | Рәсәй U18 | ЮДЧ | 5 | 6 | 0 | 0 | 0 | 0 | 0 | |
Бөтәһе | 18 | 1 | 0 | 1 | 6 | 3 |
Ҡаҙаныштар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1994 йылғы үҫмерҙәр араһында Рәсәй чемпионы — 2009.
- Европа үҫмерҙәр олимпия фестивале чемпионы — 2011.
- Иван Глинка мемориалының бронза миҙалдары — 2011.
- Братина кубогы һәм Рәсәй беренселегенең алтын миҙалдары — 2015.
- КХЛ бронза миҙалдары — 2019.
Шәхси тормошо
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2018 йылдың 1 июнендә Станислав кәләше Екатерина Котовенко менән туйҙарын үткәрәләр[10].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Sports.ru. Станислав Гәрәев 34-се һан аҫтында һайлана . Sports.ru (28 май 2011).
- ↑ «Салауат Юлаев» рәсми сайты. «Салауат Юлаев» — «Торос». Яңы контракттар . Sports.ru (1 май 2016).
- ↑ Станислав Гареев продлил соглашение с клубом(недоступная ссылка)
- ↑ «Салават» продлил контракт с Гареевым на год
- ↑ «Трактор» обменял Сухачева в «Салават Юлаев» на Гареева
- ↑ Глинка мемориалына киңәйтелгән состав
- ↑ РХФ. Окончательный состав на Мемориал Глинки . Sports.ru (8 август 2011).
- ↑ Состав на Мемориал Сергея Жолтока
- ↑ Донъя чемпионатына Рәсәй составы билдәләнде
- ↑ «Салауат Юлаев» һаҡсыһы Станислав Гәрәев өйләнә
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Sports.ru сайтында профиле
- Станислав Гәрәев — Eliteprospects.com сайтында статистикаһы (инг.)
- R-hockey.ru сайтында профиле 2011 йыл 8 декабрь архивланған.
- 13 августа тыуғандар
- 1994 йылда тыуғандар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Ивановола тыуғандар
- Алфавит буйынса спортсылар
- Алфавит буйынса хоккейсылар
- Рәсәй хоккейсылары
- КХЛ хоккейсылары
- ЮХЛ уйынсылары
- Хоккей һаҡсылары
- Салауат Юлаев командаһының уйынсылары
- ЙХЛ хоккейсылары
- Торос командаһының уйынсылары
- Толпар командаһының уйынсылары
- Братина кубогы еңеүселәре
- Рәсәй хоккей һаҡсылары
- «Трактор» хоккейсылары