Сөләймәнов Руслан Мөхәмәтхәнәф улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Руслан Сөләймәнов битенән йүнәлтелде)
Перейти к навигации Перейти к поиску
Руслан Сөләймәнов
Шәхси мәғлүмәт
Енесе

ир-ат

Тулы исеме

Руслан Мөхәмәтхәнәф улы Сөләймәнов

Гражданлығы

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Рәсәй

Клуб

Башҡорт Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы Авангард (хоккей клубы, Өфө) (1982-1984)
Башҡорт Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы Салауат Юлаев (1984-1987)
СССР флагы СКА (хоккей клубы, Свердловск) (1987-1988)
Flag of Bashkortostan 1992.svg Салауат Юлаев (1988-1997)
Рәсәй флагы Рубин (хоккей клубы) (1997-1998)

Тыуған датаһы

28 декабрь 1966({{padleft:1966|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:28|2|0}}) (52 йәш)

Тыуған ере

Башҡорт АССР-ы Өфө ҡалаһы

Тренеры



Буйы

см

Ауырлығы

кг

Сөләймәнов Руслан Мөхәмәтхәнәф улы (28 декабрь 1966 йыл) — совет һәм Рәсәй хоккейсыһы (һөжүмсе), тренер. Шайбалы хоккей буйынса спорт мастеры.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Руслан Мөхәмәтхәнәф улы Сөләймәнов 1966 йылдың 28 декабрендә Башҡорт АССР-ының баш ҡалаһы Өфөлә тыуған спортсы. «Салауат Юлаев» махсуслаштырылған олимпия резервы балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе.

Өфөнөң «Авангард» (1982—1984), «Салауат Юлаев» (1984—1987 һәм 1988—1997), Свердловск ҡалаһының «СКА» (1987—1988), артабан «Рубин» (1997—1998) командаларында уйнай. Артабан — тренер эшендә.

Тренер эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

«Салауат Юлаев» махсуслаштырылған олимпия резервы балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенең өлкән тренеры була. 1994 йылда тыуған үҫмер хоккейсылар менән ике тапҡыр Рәсәй чемпионатының алтын миҙалдарын яулай. Рәсәйҙең U18 йыйылма командаһында трернер эшендә була[1].

2011 йылдан Нефтекаманың Юғары хоккей лигаһында сығыш яһаусы «Торос» хоккей командаһының баш тренеры. Руслан Сөләймәнов етәкселегендә Нефтекама спортсылары ике тапҡыр (2011/2012 һәм 2012/2013 йылдар миҙгелдәре) Рәсәй чемпионатында еңеүгә өлгәште һәм ошо йылдарҙа шулай уҡ Юғары хоккей лигаһының төп бүләге — Братина кубогын яуланы. 2014 йылда «Торос» Рәсәй чемпионатының көмөш призёры булды.

2017 йылдың 2 май көнөндә ул «Торос» командаһының баш тренеры Аркадий Андреевтың ярҙамсыһы була[2]. 2018 йылдың 26 ғинуарында Андреев менән «Торос» етәкселеге килешеүҙе өҙә һәм Сөләймәновты команданың баш тренеры итеп ҡуя. Тәүге уйында уҡ «Торос» чемпионат лидерын «Динамо» хоккей клубын 4:0 иҫәбе менән тар-мар итә.

Карьераһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Хоккейсы булғанда[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Тренеры булғанда[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡаҙаныштары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Хоккейсы булғанда[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Gold medal icon.svg РСФСР (1981) халыҡтары Спартакиадаларының еңеүсеһе
  • Silver medal icon.svg РСФСР (1982) халыҡтары Спартакиадаларының көмөш призёры
  • Gold medal icon.svg СССР юниор чемпионы (1983)
  • Gold medal icon.svg Европа юниор чемпионы (1983)
  • Bronze medal icon.svg Донъя йәштәр чемпионатының бронза призеры (1985)
  • Gold medal icon.svg Халыҡ-ара федерация хоккей кубогы еңеүсеһе (1994)
  • Bronze medal icon.svg Милләт-ара хоккей лигаһы чемпионатының ике тапҡыр бронза призеры (1994/1995, 1995/1996)
  • Bronze medal icon.svg Рәсәй чемпионатының бронза призеры (1996/1997)

Тренеры булғанда[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Gold medal icon.svg Рәсәй чемпионатының еңеүсеһе (2011/2012), (2012/2013)
  • Gold medal icon.svg Братина кубогы эйәһе (2011/2012), (2012/2013)
  • Silver medal icon.svg Рәсәй чемпионатының көмөш призёры (2014)

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]