Кареев Андрей Андреевич
Андрей Кареев | |||||||||||||||||||||
Позиция |
Ҡапҡасы | ||||||||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Буйы |
181 см | ||||||||||||||||||||
Ауырлығы |
75 кг | ||||||||||||||||||||
Ҡулсыр |
һул | ||||||||||||||||||||
Гражданлығы | |||||||||||||||||||||
Тыуған көнө |
19 ноябрь 1994 (30 йәш)
| ||||||||||||||||||||
МХЛ драфты |
Һайланмай | ||||||||||||||||||||
Карьера | |||||||||||||||||||||
2012—ә.в.
| |||||||||||||||||||||
Хоккейсы карьераһы | |||||||||||||||||||||
|
Кареев Андрей Андреевич (19 ноябрь 1994 йыл, Новокузнецк, Рәсәй) — Рәсәй хоккейсыһы, ҡапҡасы. Новокузнецкиҙан «Металлург» командаһының тәрбиәләнеүсеһе. Әлеге ваҡытта Континенталь хоккей лигаһында сығыш яһаған «Салауат Юлаев» хоккей клубының уйынсыһы.
Карьера
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Андрей хоккей менән тыуған Новокузнецкиҙа шөғөлләнә башлаһа ла, 2003—2011 йылдарҙа үҫмерҙәр араһында турнирҙарҙа Мәскәүҙең «Спартак» командалары өсөн уйнай. Дүрт тапҡыр (2007—2011 йылдарҙа) командаһы менән Рәсәй беренселегенең финалдарында ҡатнаша. Шунда Андрей бер алтын, ике көмөш һәм бер бронза миҙалдарын яулай. Шулай уҡ «Спартак» командаһы өсөн уйындарҙан башҡа, Кареев 2010/2011 йылдар миҙгелендә Одинцово ҡалаһындағы Гуманитар университеты өсөн Мәскәүҙең юниорҙар лигаһында ун бер осрашыу үткәреп өлгөрә. Был йылдан һуң Андрей кире Новокузнецк ҡалаһына ҡайта.
«Металлург» Нк системаһында (2012—2016)
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«Кузнецкие Медведи» составында Андрей 2011 йылда күнекмәләрҙә ҡатнаша башлай[1]. Әммә август айында ул йәрәхәте арҡаһында бер ярым айға сафтан сыға[2]. 2012 йылдың 6 сентябрендә Андрей «Кузнецкие Медведи» өсөн Йәштәр хоккей лигаһындә тәүге уйынын үткәрә, 11 сентябрҙә лигала тәүге еңеүен яулай, ә 24 сентябрҙә «Снежные Барсы» командаһына ҡаршы уйында тәү тапҡыр ҡапҡаларын «ҡоро» ҡалдыра. Шул даими чемпионатта Кареев 34 осрашыуҙың 17-һендә еңә, 3 тапҡыр бер уйында бер гол да үткәрмәй һәм бер һөҙөмтәле пас бирә. «Кузнецкие Медведи» Харламов кубогы өсөн плей-оффтың тәүге раундында «Омские Ястребы» хоккей клубына серияла 0-3 иҫәбе менән отола, ә Андрей ике уйында ҡатнаша. Континенталь хоккей лигаһының плей-офф уйындарына эләкмәгән командалар өсөн уҙғарылған Өмөт кубогында «Металлург» өсөн бер уйынға заявкаға индерелә, әммә боҙға сыҡмай.
2013 йылдың 31 октябрендә ул Юғары хоккей лигаһында Новокузнецкиҙың фарм-клубы «Ариада» өсөн лигала тәүге һәм шул миҙгелдә берҙән-бер уйынын үткәрә. «Кубань» хоккей клубына ҡаршы осрашыуҙың 56-сы минутында йәш голкипер майҙансыҡта Юрий Лаврецкийҙы алмаштыра һәм ҡалған ваҡытта бер гол да үткәрмәй. ЙХЛ даими чемпионатында Андрей 18 уйындың етәүһен еңә һәм бер тапҡыр ҡапҡаһын «ҡоро» ҡалдыра. «Кузнецкие Медведи» плей-оффтың икенсе раундына етәләр һәм шунда көрәштән төшөп ҡалалар, ә Кареев ете уйындың икәүһендә еңә.
2014/2015 йылдар миҙгеле алдынан үткән КХЛ турнирҙарында Андрей «Металлург» өсөн дүрт уйын үткәреп өлгөрә. 2014 йылдың 6 сентябрендә «Себер» командаһына ҡаршы уйынында Андрейҙың КХЛ-да дебюты була. Әммә уйын уңышлы булмай: баш тренер уны өс үткәргән шайбанан һуң Илья Сорокинға алмаштыра. 5 ғинуарҙа «Салауат Юлаев» командаһына ҡаршы уйында ул тәүге еңеүен яулай. Бөтәһе шул миҙгелдә ул КХЛ-да 8 уйын үткәрә, ә «Металлург» плей-оффҡа эләкмәй. Шулай уҡ Андрей ЮХЛ-да «Зауралье» өсөн ике уйын уҙғара һәм икәүһендә лә еңеү яулай, берәүһендә бер гол да үткәрмәй, икенсеһендә һөҙөмтәле пас бирә. Ә ЙХЛ-да «Кузнецкие Медведи» өсөн Харламов кубогының ике осрашыуында ҡатнаша.
2015 йылдың 13 апрелендә Андрей клуб менән ике йылға ике яҡлы яңы контракт төҙөй[3]. Яңы миҙгелдә ул төп команда өсөн КХЛ-да ғына уйнай. Сентябрь башында өс уйында ике еңеү яулап, Андрей КХЛ-дың икенсе аҙнаһының иң яҡшы йәш уйынсыһы тип таныла[4]. 2015 йылдың 25 сентябрендә «Лада» хоккей клубына ҡаршы осрашыуҙа үҙенең ҡапҡаһына һуғылған бөтә һуғыуҙарҙы ҡаға һәм тәү тапҡыр ҡапҡаһын ҡоро ҡалдыра. Бөтәһе шул миҙгелдә ул 36 уйын үткәрә һәм һигеҙендә еңә.
2016 йылдың 23 декабренә тиклем Андрей «Металлург» өсөн 28 уйын үткәрә һәм алтауһында еңеү яулай. 14 ноябрҙә ул клуб менән 2019 йылға тиклем килешеүен оҙайта[5]. Әммә ул Новокузнецкиҙа ҡалмай һәм команданан КХЛ дедлайны ваҡытында китә.
«Нефтехимик» (2016—2017)
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]24 декабрҙә Түбәнге Каманан «Нефтехимик» хоккей клубы үҙенә Кареевты алмаштырып ала, уның өсөн ул «Металлург» командаһына Рафаэл Хәкимовты һәм аҡсалата компенсация бирә[6]. 27 декабрҙә яңы командаһы өсөн тәүге осрашыуын уҙғара, шул көндә «Нефтехимик» «Северсталь» хоккей клубын 4:3 иҫәбе менә ота. 2017 йылдың 3 ғинуарында Түбәнге Камаға уйнарға «Салауат Юлаев» килә. Шул уйында Андрей ҡапҡаһына һуғылған бөтә 61 һуғыуҙы кире ҡаға — был КХЛ-дың яңы рекорды була. Яңы йылдың тәүге аҙнаһында Андрей өс уйын үткәрә, шуларҙың икәүһендә «ҡоро» еңеү яулай һәм бөтәһе бер гол ғына үткәрә. Шуның өсөн ул аҙнаның иң яҡшы ҡапҡасыһы тип таныла[7], шулай уҡ уны «Нефтехимик» көйәрмәндәре ғинуар айының иң яҡшы уйынсыһы тип билдәләй[8]. «Нефтехимик» Гагарин кубогына эләгә алмай ҡала, ә Кареев был команда өсөн ун алты уйында бөтәһе 29 гол үткәрә һәм өс тапҡыр ҡапҡаларын «ҡоро» ҡалдыра. Команданың баш тренеры Андрей Назаров Кареевты ҡалдырырға теләй, ә ҡапҡасы Түбәнге Камала ҡалырға теләген белдерә. Тик беренсе майҙа «Нефтехимик» һәм «Металлург» кире ҡапҡасылар менән алмашыналар: Андрей Кареев тыуған ҡалаһына ҡайта[9].
«Салауат Юлаев» (2017—ә.в.)
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]24 майҙа КХЛ директорҙар кәңәшмәһендә «Металлург» хоккей клубы КХЛ составынан сығарыла. Шуға күрә клуб етәкселеге уйынсыларға киләсәген үҙҙәренә һайларға тәҡдим итә. 1 июндә Андрейҙы «Салауат Юлаев» хоккей клубы ҡапҡасы Андрей Литвиновҡа һәм аҡсалата компенсация өсөн алмаштырып ала[10]. Команданың генераль менеджеры Леонид Вайсфельд, Кареевтың контракты өс йылға эшләнгән, тип иғлан итә[11]. «Салауат Юлаев» өсөн тәүге рәсми уйынын Андрей 28 августа «Куньлунь Ред Стар» командаһына ҡаршы уҙғара, шунда ул ике гол үткәрә, ә командаһы еңелә. Миҙгелдең башында Кареев 10 уйында ғына тәүге еңеүен яулай, башҡаларында бөтөнләй еңелеү була ине. Шунан ул рәттән дүрт еңеү яулай һәм 2017 йылдың һуңғы аҙнаһының иң яҡшы ҡапҡасыһы тип таныла[12]. Был миҙгелдә барыһы Андрей 21 уйында ҡатнаша, ә «Салауат Юлаев» 2010 йылдан алып тәүгегә дивизионда беренсе урынды яулай һәм Гагарин кубогында конференция ярымфиналына тиклем етә.
2018/2019 йылдар миҙгелендә Андрей 17 осрашыуҙа ҡатнаша һәм уға һуғылған 92.6% һуғыуҙарҙы ҡапҡаға үткәрмәй. «Салауат Юлаев» конференция финалына етә һәм бронза миҙалдарҙы яулай. Шулай уҡ «Торос» өсөн биш уйын уҙғара, уларҙа уртаса бер гол үткәрә һәм 95% һуғыуҙарҙы уңышлы тота. Юғары хоккей лигаһының даими миҙгелендә 19-сы аҙнала иң яҡшы ҡапҡасы исемен ала.
Рәсәй йыйылма командаһында
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2017 йылдың 6 мартында Андрей тәү тапҡыр Рәсәй йыйылма командаһына Көньяҡ Кореяла урындағы йыйылма команда менән дуҫтарса осрашыуҙарҙа ҡатнашырға саҡырыла[13]. Тик унда бер уйын да үткәрмәй. Киләһе тапҡыр ул 5 апрелдә Еврохоккейчеллендж тигән дуҫтарса уйындар серияһына саҡырыла[14]. Әммә шунда ла Рәсәй өсөн бер уйын да уҙғармай. 2017/2018 йылдар миҙгелендә Рәсәй йыйылма командаһына спорт министрлығы төҙөгән кандиттар төп исемлегенә Андрей ҙа эләгә[15]. 2017/2018 йылдар миҙгелендә Евротурҙың тәүге этабы Карьяла кубогында ҡатнашырға Рәсәй йыйылма командаһына саҡырыла[16].
Статистика
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Легенда | |||||
---|---|---|---|---|---|
У | Уҙғарған уйындар һаны | Мин | Уҙғарған минуттар һаны | ҮШ | Үткәргән шайбалар |
Е | Еңеүҙәр | О | Төп ваҡытта отолоуҙар | Т/ӨВО | Тигеҙ иҫәп/Өҫтәмә ваҡытта отолоуҙар |
ЫК | Ышаныслыҡ коэффициенты | %КҠШ | Кире ҡағылған шайбалар | «0» | «Ҡоро уйындар» |
- | Статистика билдәле түгел | — | Статистика һаналмаған | Һ | Ҡапҡалар буйынса һуғыуҙар |
- Һуңғы яңыртыу: 16 июль 2019
Даими миҙгел | Плей-офф | |||||||||||||||||||
Миҙгел | Команда | Лига | У | Е | О | Мин | ҮШ | «0» | ЫК | %КҠШ | У | Е | О | Мин | ҮШ | «0» | ЫК | %КҠШ | ||
2012/13 | Кузнецкие Медведи | ЙХЛ | 34 | 17 | 12 | 1777 | 70 | 3 | 2.36 | 91.1 | 2 | 0 | 0 | 29 | 1 | 0 | 2.10 | 95.0 | ||
2013/14 | Кузнецкие Медведи | ЙХЛ | 18 | 7 | 5 | 928 | 49 | 1 | 3.17 | 89.3 | 7 | 2 | 3 | 371 | 16 | 0 | 2.59 | 91.9 | ||
2013/14 | Ариада | ЮХЛ | 1 | 0 | 0 | 5 | 0 | 0 | 0.00 | 100.0 | — | — | — | — | — | — | — | — | ||
2014/15 | Металлург Нк | КХЛ | 8 | 1 | 3 | 235 | 16 | 0 | 4.09 | 88.8 | — | — | — | — | — | — | — | — | ||
2014/15 | Зауралье | ЮХЛ | 2 | 2 | 0 | 120 | 2 | 1 | 1.00 | 95.8 | — | — | — | — | — | — | — | — | ||
2014/15 | Кузнецкие Медведи | ЙХЛ | — | — | — | — | — | — | — | — | 2 | 0 | 1 | 66 | 4 | 0 | 3.61 | 92.6 | ||
2015/16 | Металлург Нк | КХЛ | 36 | 8 | 16 | 1758 | 86 | 1 | 2.93 | 90.8 | — | — | — | — | — | — | — | — | ||
2016/17 | Металлург Нк | КХЛ | 28 | 6 | 15 | 1495 | 64 | 1 | 2.57 | 93.2 | — | — | — | — | — | — | — | — | ||
2016/17 | Нефтехимик | КХЛ | 16 | 6 | 6 | 923 | 29 | 3 | 1.88 | 94.3 | — | — | — | — | — | — | — | — | ||
2017/18 | Салауат Юлаев | КХЛ | 18 | 7 | 11 | 1030 | 37 | 1 | 2.15 | 93.3 | 3 | 0 | 0 | 98 | 10 | 0 | 6.1 | 82.5 | ||
2017/18 | Торос | ЮХЛ | 1 | 1 | 0 | 60 | 2 | 0 | 2 | 91.7 | — | — | — | — | — | — | — | — | ||
2018/19 | Салауат Юлаев | КХЛ | 17 | 3 | 5 | 720 | 28 | 0 | 2.33 | 92.6 | — | — | — | — | — | — | — | — | ||
2018/19 | Торос | ЮХЛ | 5 | 5 | 0 | 301 | 5 | 2 | 1 | 95.4 | — | — | — | — | — | — | — | — | ||
Бөтәһе ЙХЛ-да | 52 | 34 | 17 | 2074 | 119 | 4 | 2.64 | 90.4 | 11 | 2 | 4 | 466 | 21 | 0 | 2.70 | 92.3 | ||||
Бөтәһе ЮХЛ-да | 9 | 8 | 0 | 485 | 9 | 3 | 1.11 | 95.1 | — | — | — | — | — | — | — | — | ||||
Бөтәһе КХЛ-да | 123 | 31 | 56 | 6163 | 260 | 6 | 2.53 | 92.5 | 3 | 0 | 0 | 98 | 10 | 0 | 6.1 | 82.5 |
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Первый номер драфта КХЛ-2011 начнет предсезонку с «Кузнецкими Медведями»
- ↑ Хоккеисты «Кузни» Кокшаров, Голубцов и Кареев получили травмы
- ↑ Продление контрактов
- ↑ Аҙнаның иң яҡшы уйынсылары
- ↑ «Металлург» продлил контракт с Андреем Кареевым(недоступная ссылка)
- ↑ Кареев перешел в «Нефтехимик», Хакимов вернулся в новокузнецкий «Металлург»
- ↑ Яңы йылдың тәүге аҙнаһының иң яҡшы уйыесылары
- ↑ Болельщики «Нефтехимика» признали Кареева лучшим игроком января
- ↑ «Нефтехимик» обменял Кареева на Хакимова
- ↑ Андрей Кареев переходит в «Салават Юлаев»! 2017 йыл 6 июнь архивланған.
- ↑ Леонид Вайсфельд: «Контракт с Кареевым рассчитан на три года»
- ↑ 2017 йылдың һуңғы аҙнаһының иң яҡшы уйынсылары
- ↑ Олимпийская сборная проведет два товарищеских матча в Южной Корее
- ↑ Ткачев, Ничушкин и Бурдасов попали в состав олимпийской сборной России на Еврочеллендж
- ↑ Овечкин и Малкин не попали в список кандидатов в сборную на сезон-2017/18
- ↑ Андрей Кареев Рәсәй йыйылма командаһында
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- КХЛ сайтында профиле (рус.)
- Андрей Кареев — Eliteprospects.com сайтында статистикаһы (инг.)
- r-hockey.ru сайтында Андрей Кареевтың статистикаһы 2017 йыл 24 август архивланған.
- ЙХЛ сайтында профиле
- 19 ноябрҙә тыуғандар
- 1994 йылда тыуғандар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Новокузнецкиҙа тыуғандар
- Алфавит буйынса спортсылар
- Алфавит буйынса хоккейсылар
- КХЛ хоккейсылары
- Салауат Юлаев командаһының уйынсылары
- Торос командаһының уйынсылары
- Рәсәй хоккейсылары
- Хоккей ҡапҡасылары
- ЮХЛ уйынсылары
- «Ариада» хоккей клубы уйынсылары
- ЙХЛ хоккейсылары
- Рәсәй хоккей ҡапҡасылары
- «Кузнецкие Медведи» хоккейсылары
- Нефтехимик командаһының уйынсылары
- Металлург Новокузнецк командаһының уйынсылары
- «Зауралье» хоккейсылары