Филип Ларсен
Филип Ларсен | ||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Позиция |
Һаҡсы | |||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Буйы |
182 см | |||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Ауырлығы |
86 кг | |||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Ҡулсыр |
Уң | |||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Гражданлығы | ||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Тыуған көнө | ||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
МХЛ драфты |
2008 йылда 5-се раундта дөйөм 149-сы һан аҫтында «Даллас Старз» клубы менән һайлана | |||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Карьера | ||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
2005—ә.в.
| ||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Хоккейсы карьераһы | ||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
|
Фи́лип Ла́рсен (дан. Philip Larsen, тулы исеме Фи́лип Э́льзер Гаде́ Ла́рсен, дан. Philip Elzer Gade Larsen; 7 декабрь 1989 йыл, Эсбьерг, Дания) — Дания хоккейсыһы, һаҡсы. Әлеге ваҡытта Өфөнең Континенталь хоккей лигаһында сығыш яһаған «Салауат Юлаев» хоккей клубы уйынсыһы.
Карьера
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Дания менән Швецияла (2010 йылға тиклем)
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Филип Ларсен профессиональ хоккейсы карьераһын тыуға ҡалаһындағы «Эсбьерг» хоккей клубының йәштәр составында башлай. 2004/05 йылдар миҙгелендә Данияның йәштәр чемпионатында 10 осрашыуҙа бер гол керетә. Был миҙгелдән һуң ул Швецияға күсә. Шунда «Рёгле» хоккей клубын тулыландыра. Швецияның икенсе дивизионы Аллсвенсканда ул 13 уйын уҙғара. Ә Швеция төп йәштәр лигаһында ул 32 уйында 5 (1+4) мәрәй йыя. 2006 йылда ул Швецияның иң көслө командаларының береһе «Фрёлунда» хоккей клубына күсә. 2006/07 йылдар миҙгелендә Филип яңы командаһының өс составы өсөн уйнап өлгөрә. Төп командала Швеция хоккей лигаһында 5 осрашыуҙа ҡатнаша. Йәштәр составы өсөн даими миҙгелдең 37 уйынында 18 (3+15) мәрәй йыя, ә плей-оффта 8 уйын үткәрә һәм командаһы менән Швеция йәштәр лигаһының алтын миҙалдарын еңә. Шулай уҡ Филип юниорҙар чемпионатында бөтәһе 6 уйында 5 мәрәй йыя һәм көмөш миҙалдарҙы еңә.
Киләһе йылда ул Швецияның йәштәр чемпионатын тағы еңә. «Фрёлунда» өсөн ул 16 уйын уҙғара, тик был лигала беренсе мәрәйен һаман йыя алмай. Шулай уҡ ул Аллсвенсканда сығыш яһаған «Бурос» хоккей клубында арендала була. Шунда ул 24 осрашыуҙа 10 (5+5) мәрәй йыя. Был миҙгел тамамланғас, Милли хоккей лигаһының драфтының 5-се раундта дөйөм 149-сы һан аҫтында «Даллас Старз» хоккей клубы Филип Ларсенды һайлай. Әммә ул Төньяҡ Америкаға йыйынмай һәм Швеция ҡала. 2008/09 йылдар миҙгелен Филип тулыһынса тиерлек төп командала үткәрә. Ул даими чемпионаттың 53 осрашыуында 17 (2+15) мәрәй йыя. Был уның Швеция хоккей лигаһында тәүге мәрәйҙәре була. Плей-оффта ул 11 уйында ике гол керетә һәм бер һөҙөмтәле пас бирә.
Миҙгел тамамланғас, ул Америкаға китергә йыйына һәм «Даллас» менән өс йылға йәш уйынсы контрактын төҙөй[1]. Әммә ул донъяның иң яҡшы лигаһында дебютын яһа алмай, сөнки «Старз» уны бер йылға кире Швецияға ҡайтарып тора[2]. 2009/2010 йылдар миҙгелендә Филип 42 осрашыуҙа 10 (1+9) мәрәй йыя, ә плей-оффта 7 уйында бер тапҡыр ҙа һөҙөмтәле һөжүмдә ҡатнашмай. Швецияла миҙгел тамамланыу менән, ул команданан Төньяҡ Америкаға китә. Ошолай итеп уның карьераһында Швециялағы этабы тамамлана.
Төньяҡ Америкала (2010—2014)
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2010 йылдың 4 апрелендә «Даллас» Ларсенды Швециянан саҡырып ала[3]. 8 апрелдә «Анахайм Дакс» командаһына ҡаршы уйында Филиптың МХЛ-да дебюты була. Ә 10 апрелдә лигала тәүге мәрәйен йыя. Киләһе 2010/11 йылдар миҙгелендә ул «Даллас» өсөн 6 уйында ғына ҡатнаша һәм 2 һөҙөмтәле пас бирә. Күбеһенсә ул Америка хоккей лигаһында «Техас Старз» өсөн сығыш яһай. Шунда даими миҙгелдең 54 осрашыуында 22 (4+18) мәрәйгә өлгәшә. Плей-оффта «Техас» конференциялар сирекфиналында көрәштән төшөп ҡала. 2011/12 йылдар миҙгелендә ул, киреһенсә, күберәк «Даллас» өсөн сығыш яһай. 2012 йылдың 21 ғинуарында «Миннесота Уайлд» командаһына ҡаршы осрашыуҙа Филип МХЛ-да тәүге шайбаһын керетә[4]. Бөтәһе 55 уйында ул 11 (3+8) мәрәй йыя. Миҙгел тамамланғас, Филип «Даллас» менән ике йылға яңы контракт төҙөй[5].
Киләһе 2012/13 йылдар миҙгелендә МХЛ-да локаут тип иғлан ителә. Шуға күрә Филип ваҡытҡа Финляндияның юғары лигаһында сығыш яһаған «Лукко» хоккей клубына күсә. Шунда ул 27 уйында 15 (5+10) мәрәй йыя. Ул бер уйында боҙҙа үткәргән уртаса ваҡыт буйынса Финляндия чемпионатында беренсе урында була. 2013 йылдың ғинуарында МХЛ-да локаут тамамлана һәм Ларсен кире ҡайта «йондоҙҙар» составына. Филип 32 осрашыуҙа 5 (2+3) мәрәй йыя, тик «Даллас» һаман Стенли кубогына эләгә алмай. 2013 йылдың 5 июлендә «Даллас» менән «Эдмонтон Ойлерз» араһында алмашыу була: Техас штатына һөжүмсе Шон Хоркофф күсә, ә Канада командаһы Филип Ларсенды һәм 2016 йылдағы драфтының 7-се раундындағы драфт-пикты ала[6].
Даими миҙгелде Филип фарм-клуб «Оклахома-Сити Баронс» составында АХЛ-да башлай[7]. Шунда ул 7 уйында 7 мәрәй йыя. 11 октябрҙә ул Эдмонтонға кире ҡайта[8]. 10 ноябрҙә Филип бер уйында өс һөҙөмтәле пас бирә, әммә уйынды «-3» файҙалыҡ күрһәткесе менән тамамлай. 2014 йылдың 3 мартында «Эдмонтон» Филипты кире ҡағыуҙар драфтына ҡуя[9]. Әммә уны бер кем дә драфта алмай. Шуға күрә ул миҙгелде «Эдмонтон» составында тамамлай. Ул шул миҙгелдең 30 уйынында 12 (3+9) мәрәй йыя. Был миҙгелдә ул Данияның иң яҡшы һаҡсыһы тип таныла.
КХЛ-да (2014 йылдан)
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2014 йылдың 28 май көнөндә Филип Ларсен Континенталь хоккей лигаһында ҡатнашҡан «Югра» хоккей клубына күсә[10]. 2014 йылдың сентябрендә Филип КХЛ-да тәүге уйынын уҙғара, ә 26 сентябрҙә — тәүге шайбаһын индерә. КХЛ даими чемпионатында ул 56 уйынында 25 (6+19) мәрәй йыя, тик «Югра» плей-оффҡа эләкмәй. Миҙгел бөткәс, ул клубты алмаштыра алыуы тураһында хәбәр итә[11]. Контракты булмағанға күрә ул донъя чемпионатында ҡатнашыуҙан баш тартырға була. 25 майҙа ул Хельсинки баш ҡалаһынан «Йокерит» хоккей клубы менән бер йыллыҡ контрак төҙөй[12]. Миҙгел алдынан үткән Санкт-Петербургтағы Пучков исемендәге турнирҙа Филип иң яҡшы һаҡсы тип таныла[13]. КХЛ даими чемпионатының унынсы аҙнаһында ул өс уйында биш мәрәй йыя һәм аҙнаның иң яҡшы һаҡсыһы тип таныла[14]. Шулай уҡ Ларсен 15-се аҙнала был исемгә лайыҡ була[15]. Ларсен яҡшы уйыны өсөн КХЛ бөтә йондоҙҙар уйынына киң мәғлүмәт саралары менән икенсе звеноға һайлана[16]. Шундағы оҫталыҡтар конкурстарында ул һуғыу көсөнә үткәрелгән ярышта ҡатнаша. Ә уйында ул бер гол ғына керетә. КХЛ даими миҙгелендә Ларсен 52 уйында 36 (11+25) мәрәй йыя — был күрһәткес буйынса ул лигала һаҡсылар араһында бишенсе була[17]. Гагарин кубогында конференциялар сирекфиналында «Йокерит» Түбәнге Новгородтан «Торпедо» хоккей клубына еңелә, ә Ларсен 4 осрашыуҙа 4 (3+1) мәрәй йыя.
25 февралдә МХЛ-дағы «Ванкувер Кэнакс» командаһы «Эдмонтон» хоккей клубынан Филип Ларсенға хоҡуҡтарҙы алмаштырып ала[18]. Беренсе июлдә Филип «Ванкувер» менән бер йылға контракт төҙөй[19]. 15 октябрҙә «Калгари» командаһына ҡаршы уйында тәү тапҡыр «Ванкувер» формаһында боҙға сыға. 7 декабрҙә «Нью-Джерси» командаһына ҡаршы уйында ул Тэйлор Холлдан көслө алымға эләгә һәм уйнамайынса бер айҙан күберәк ҡалдыра[20]. МХЛ даими чемпионатының 26 уйынында 6 (1+5) мәрәй йыя, ә «Ванкувер» плей-оффҡа эләкмәй.
20 апрелдә КХЛ-да «Салауат Юлаев» Филип Ларсенға хоҡуҡтарҙы «Йокерит» хоккей клубынан Тим Эриксон һәм Никлас Йенсенға хоҡуҡтарға алмаштырып ала[21]. Ә беренсе майҙа Филип Өфө командаһы менән ике йылға контракт төҙөй. Филип Ларсен — «Салауат Юлаев» тарихында тәүге Дания вәкиле. Ул клубта үҙенә 36-сы һанды ала[22]. КХЛ даими чемпионатының тәүге биш уйындың һәр береһендә гол керетә. Шунан ул Астанала 2018 йылдың ғинуарында үткән КХЛ йондоҙҙар уйынында ҡатнаша, шунда Чернышёв дивизионы командаһы менән финалға етә, ә турнирҙа ул бөтәһе 1 мәрәй йыя. Ә унан алдараҡ үткән оҫталыҡтар конкурстарында Филип хоккей биатлоны һәм хоккей оҫталығы эстафеталарында ҡатнаша[23]. Миҙгелдең ғинуарында Филип лигала иң яҡшы һаҡсы тип таныла, һәм шул уҡ тирәлә ул «Салауат Юлаев» менән 2019/2020 йылдар миҙгеле аҙағына тиклем булған яңы контракт төҙөй[24]. Өфө командаһы 2010 йылдан тәүгегә Чернышёв дивизионында беренсе урынды яулай, Гагарин кубогының тәүге этабында Омскиҙан «Авангард» хоккнй клубын серияла 4-3 иҫәбе менән ота, ә конференция ярымфиналында Силәбенән «Трактор» командаһына шул уҡ иҫәп менән отола. Филип Ларсен даими миҙгелдә 38 мәрәй йыя һәм шуның өсөн КХЛ-дың иң яҡшы һаҡсыһы тип таныла[25]. Шулай уҡ ул Данияның был миҙгелдә иң яҡшы һаҡсыһы тип таныла — уның өсөн был икенсе трофей.
2018/2019 йылдар миҙгелендә Ҡазанда үткән КХЛ йондоҙҙар уйынына Филипты көйәрмәндәр Чернышёв дивизионы командаһына һайлай[26]. Оҫталыҡтар конкурсында Ларсен командаһына еңеү яуларға ярҙам итә. Ә иртәгенеһә үткән дивизиондар турнирында Ларсен бер мәрәй йыя, ә командаһы Йондоҙҙар уйынында дөйөм еңеүҙе яулай. Даими миҙгелдә «Салауат Юлаев» конференцияла алтынсы урынды яулай, Гагарин кубогы өсөн плей-оффта «Металлург» менән конференцияла беренсе булған «Автомобилист» хоккей клубтарын ота, ә ярымфиналда «Авангард» командаһына серияла 2-4 иҫәбе менән отола һәм КХЛ чемпионатының бронза миҙалдарына лайыҡ була. Ларсен барыһы 70 уйында ҡатнаша һәм 32 мәрәй йыя, шуларҙың унауһы гол була.
Дания йыйылма командаһында
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Филип Ларсен Данияның төрлө йәштәге йыйылма командаларына гел саҡырыла. 2006 йылда юниорҙар араһында донъя чемпионатында ул 5 уйында 6 (3+3) мәрәй йыя, ә Дания беренсе дивизионда икенсе урынды яулай. Был турнирҙа ул иң яҡшы һаҡсы тип таныла. Шул уҡ йылда йәштәр араһында донъя чемпионатының беренсе дивизионында шулай уҡ көмөш миҙалдарын яулай. Шунда биш осрашыуҙа бер һөҙөмтәле пас бирә. 2007 йылда йәштәр араһында беренсе дивизионда Дания еңеү яулай һәм көслөләр дивизионына күтәрелә. Ә Ларсен шул беренселектә биш уйында ике мәрәй йыя. ТОП-дивизионда Дания төркөм этабында һуңғы урында була. Йыуатыу уйындарында Дания шулай уҡ уңыштарға өлгәшә алмай һәм кире беренсе дивизионға төшә. Филип алты уйында бер гол керетә һәм бер пас бирә, командаһының өс иң яҡшы уйынсыларының береһе була. 2009 йылда үҙенең һуңғы йәштәр донъя чемпионатында ул 5 уйында 4 һөҙөмтәле пас бирә, ә Дания икенсе урынды яулай.
Шул уҡ йылда Филип Данияның төп йыйылма командаһы өсөн сығыш яһай башлай. Швейцариялағы донъя чемпионатында Дания төркөм этабынан сыға алмай, ә Филип 6 уйында ҡатнаша. Ванкуверҙағы Ҡышҡы Олимпия уйындарына финал квалификацияһында Дания үҙ төркөмөндә икенсе урынды яулай һәм төп турнирға сыға алмай. Филип шунда өс уйында бер мәрәй йыя. 2010 йылда Германиялағы донъя чемпионатында Филип командаһы менән бергә плей-оффҡа үтә ала һәм шунда Швецияға еңелә. Ларсен турнирҙың ете уйынында ике гол керетә. Киләһе тапҡыр Филип 2012 йылда Дания йыйылма командаһына саҡырыу ала[27]. Шунда Дания төркөмөнән сыға алмай һәм плей-оффҡа эләкмәй. Шунда Филип командаһының турнирҙа өс иң яҡшы уйынсыларының береһе була.
2013 йылдағы донъя чемпионатында Дания тағы ла төркөмөнән сыға алмай, ә Филип алты уйында 2 (1+1) мәрәй йыя. Киләһе йылдағы Беларусь ҡабул иткән донъя чемпионатында үткән йылдарҙағы кеүек плей-оффҡа эләгә алмай, ә Ларсен 7 осрашыуҙа бер һөҙөмтәле пас бирә. Дания йыйылма командаһына Ларсен яңынан 2016 йылда ғына Олимпия квалификацияһына саҡырыла[28]. Дания үҙ төркөмөндә өсөнсө урынды ала һәм тағы ла Олимпиадаһыҙ ҡала, ә Ларсен 3 уйында 2 (1+1) мәрәй йыя.
2018 йылда шайбалы хоккей буйынса донъя чемпионаты Данияла үтә. Филип Ларсен үҙ иленең йыйылма командаһына саҡырыуҙы ҡабул итә[29]. Һаҡсы төркөм этабының бар ете уйынында ла ҡатнаша, өс һөҙөмтәле пас бирә, тик командаһы плей-оффҡа сыға алмай. Был миҙгелдә Филип Ларсен Дания өсөн, дуҫтарса һәм рәсми уйындарҙы бергә һанағанда, 13 осрашыу уҙғара һәм алты тапҡыр һөҙөмтәле һөжүмдә ҡатнаша.
Статистика
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Һуңғы яңыртыу: 30 июль 2019
Легенда | |||||
---|---|---|---|---|---|
У | Үткәргән уйындар һаны | Штр | Штраф ваҡыты | +/− | Плюс-минус |
Г | Голдар | П | Һөҙөмтәле пастар | М | Мәрәйҙәр |
- | Статистика билдәле түгел | — | Статистика һаналмай |
Клубта карьераһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Даими миҙгел | Плей-офф | |||||||||||||||
Миҙгел | Команда | Лига | У | Г | П | М | Штр | +/− | У | Г | П | М | Штр | +/− | ||
2004/05 | Эсбьерг U19 | Дания U19 | 10 | 1 | 0 | 1 | 2 | — | — | — | — | — | — | — | ||
2005/06a | Рёгле U20 | СуперЭлит U20 | 32 | 1 | 4 | 5 | 24 | -24 | 2 | 0 | 2 | 2 | 0 | - | ||
2005/06 | Рёгле | Аллсвенскан | 13 | 0 | 0 | 0 | 0 | 4 | — | — | — | — | — | — | ||
2006/07 | Фрёлунда U20 | СуперЭлит U20 | 37 | 3 | 15 | 18 | 50 | 13 | 8 | 0 | 1 | 1 | 6 | -3 | ||
2006/07 | Фрёлунда | ШХЛ | 5 | 0 | 0 | 0 | 0 | 1 | — | — | — | — | — | — | ||
2007/08 | Фрёлунда U20 | СуперЭлит U20 | 8 | 1 | 4 | 5 | 12 | 5 | 7 | 0 | 4 | 4 | 6 | 8 | ||
2007/08 | Фрёлунда | ШХЛ | 16 | 0 | 0 | 0 | 2 | -1 | — | — | — | — | — | — | ||
2007/08 | Бурос | Аллсвенскан | 24 | 5 | 5 | 10 | 32 | -10 | — | — | — | — | — | — | ||
2008/09 | Фрёлунда | ШХЛ | 53 | 2 | 15 | 17 | 18 | 7 | 11 | 2 | 1 | 3 | 4 | -3 | ||
2008/09 | Фрёлунда U20 | СуперЭлит U20 | 1 | 1 | 0 | 1 | 0 | 2 | — | — | — | — | — | — | ||
2009/10 | Фрёлунда | ШХЛ | 42 | 1 | 9 | 10 | 20 | 6 | 7 | 0 | 0 | 0 | 4 | 0 | ||
2009/10 | Даллас Старз | МХЛ | 2 | 0 | 1 | 1 | 0 | 1 | — | — | — | — | — | — | ||
2010/11 | Техас Старз | АХЛ | 54 | 4 | 18 | 22 | 12 | 3 | 6 | 2 | 3 | 5 | 4 | -4 | ||
2010/11 | Даллас Старз | МХЛ | 6 | 0 | 2 | 2 | 0 | 1 | — | — | — | — | — | — | ||
2011/12 | Техас Старз | АХЛ | 12 | 1 | 9 | 10 | 6 | 0 | — | — | — | — | — | — | ||
2011/12 | Даллас Старз | НХЛ | 55 | 3 | 8 | 11 | 16 | 11 | — | — | — | — | — | — | ||
2012/13 | Лукко | SM-liiga | 27 | 5 | 10 | 15 | 24 | 11 | — | — | — | — | — | — | ||
2012/13 | Даллас Старз | НХЛ | 32 | 2 | 3 | 5 | 18 | -10 | — | — | — | — | — | — | ||
2013/14 | Оклахома-Сити Баронс | АХЛ | 7 | 1 | 6 | 7 | 4 | -4 | — | — | — | — | — | — | ||
2013/14 | Эдмонтон Ойлерз | МХЛ | 30 | 3 | 9 | 12 | 8 | -4 | — | — | — | — | — | — | ||
2014/15 | Югра | КХЛ | 56 | 6 | 19 | 25 | 34 | -22 | — | — | — | — | — | — | ||
2015/16 | Йокерит | КХЛ | 52 | 11 | 25 | 36 | 39 | 9 | 4 | 3 | 1 | 4 | 0 | 0 | ||
2016/17 | Ванкувер Кэнакс | МХЛ | 26 | 1 | 5 | 6 | 4 | -8 | — | — | — | — | — | — | ||
2017/18 | Салауат Юлаев | КХЛ | 54 | 11 | 27 | 38 | 16 | 10 | 13 | 2 | 4 | 6 | 2 | |||
2018/19 | Салауат Юлаев | КХЛ | 55 | 9 | 17 | 26 | 14 | -1 | 15 | 1 | 5 | 6 | 2 | 6 | ||
2019/20 | Салауат Юлаев | КХЛ | ||||||||||||||
ШХЛ-да бөтәһе | 116 | 3 | 24 | 27 | 40 | 13 | 18 | 2 | 1 | 3 | 8 | -3 | ||||
Бөтәһе КХЛ-да | 217 | 37 | 88 | 125 | 103 | -4 | 32 | 6 | 10 | 16 | 4 | -1 | ||||
Бөтәһе МХЛ-да | 151 | 9 | 28 | 37 | 46 | -9 | — | — | — | — | — | — |
- a «Плей-офф» графаһында квалификацион турнирҙағы статистика һанала.
Халыҡ-ара карьераһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Йыл | Команда | Турнир | Урын | У | Г | П | М | Штр | +/− | |
2006 | Дания U18 | ЮДЧ D1 | 2 | 5 | 3 | 3 | 6 | 12 | 1 | |
2006 | Дания U20 | ЙДЧ D1 | 2 | 5 | 0 | 1 | 1 | 4 | 0 | |
2007 | Дания U20 | ЙДЧ D1 | 1 | 5 | 0 | 2 | 2 | 6 | 1 | |
2008 | Дания U20 | ЙДЧ | 10 | 6 | 1 | 1 | 2 | 6 | -13 | |
2009 | Дания U20 | ЙДЧ D1 | 2 | 5 | 0 | 4 | 4 | 2 | -1 | |
2009 | Дания | ОУ (квал.) | 3 | 0 | 1 | 1 | 0 | 2 | ||
2009 | Дания | ДЧ | 13 | 6 | 0 | 0 | 0 | 8 | 2 | |
2010 | Дания | ДЧ | 8 | 7 | 2 | 0 | 2 | 4 | 2 | |
2012 | Дания | ДЧ | 13 | 7 | 0 | 2 | 2 | 2 | -6 | |
2013 | Дания | ДЧ | 12 | 6 | 1 | 1 | 2 | 4 | -1 | |
2014 | Дания | ДЧ | 13 | 7 | 0 | 1 | 1 | 4 | -7 | |
2016 | Дания | ОУ (квал.) | 3 | 1 | 1 | 2 | 0 | -2 | ||
2018 | Дания | ДЧ | 10 | 7 | 0 | 3 | 3 | 0 | -3 | |
Бөтәһе (юниор. һәм йәш.) | 26 | 4 | 11 | 15 | 30 | -12 | ||||
Всего (төп команда) | 46 | 4 | 9 | 13 | 22 | -13 |
Ҡаҙаныштар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Юниорҙар араһында донъя чемпионатының беренсе дивизионында көмөш миҙалсы һәм турнирҙың иң яҡшы һаҡсыһы — 2006.
- Йәштәр араһында донъя чемпонатының беренсе дивизионында көмөш миҙалсы — 2006.
- Швеция юниорҙар чемпионатында көмөш миҙалсы — 2007.
- Швеция йәштәр чемпионатында алтын миҙалсы — 2007.
- Йәштәр араһында донъя чемпонатының беренсе дивизионында чемпион — 2007.
- Швеция йәштәр чемпионатында алтын миҙалсы — 2008.
- Йәштәр араһында донъя чемпионатында командаһының өс иң яҡшы уйынсылары исемлегендә — 2008.
- Йәштәр араһында донъя чемпонатының беренсе дивизионында көмөш миҙалсы — 2009.
- Донъя чемпионатында командаһының өс иң яҡшы уйынсылары исемлегендә — 2012.
- КХЛ бөтә йондоҙҙар уйынында ҡатнашыу — 2014, 2018, 2019.
- КХЛ иң яҡшы һаҡсыһы — 2017/18.
- КХЛ бронза миҙалсыһы — 2018/19.
- Данияның иң яҡшы йыл һаҡсыһы — 2013/14, 2017/18.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Stars Sign Philip Larsen To Entry-Level Deal
- ↑ НХЛ. Защитник «Далласа» проведет еще сезон в аренде во «Фрелунде»
- ↑ НХЛ. «Даллас» вызвал двух защитников из АХЛ и чемпионата Швеции
- ↑ Philip Larsen GOAL on Josh Harding - Game Video (ингл.). video.stars.nhl.com (21 ғинуар 2012). Архивировано 19 сентябрь 2012 года.
- ↑ НХЛ. «Даллас» продлил контракт с Ларсеном на два года
- ↑ НХЛ. «Эдмонтон» обменял Хоркоффа в «Даллас»
- ↑ НХЛ. Хэмилтон и Ларсон переведены в фарм-клуб «Эдмонтона»
- ↑ НХЛ. «Эдмонтон» отправил Гребешкова в АХЛ
- ↑ НХЛ. Кобасью, Макларен и Ларсен выставлены на драфт отказов
- ↑ Защитник «Эдмонтона» Ларсен перешел в «Югру»
- ↑ Филип Ларсен: «Вероятно, проведу следующий сезон уже в другом клубе КХЛ»
- ↑ Филип Ларсен подписал контракт с «Йокеритом»
- ↑ Ковальчук стал лучшим форвардом турнира имени Пучкова, Коскинен — лучшим вратарем
- ↑ Салак, Ларсен и Микелис Редлихс — лучшие игроки 10-й недели чемпионата КХЛ
- ↑ КХЛ. Масальскис, Ларсен и Шумаков признаны лучшими игроками 15-й недели
- ↑ Матч звезд КХЛ. Журналисты выбрали вторые пятерки Востока и Запада
- ↑ Баркер стал лучшим бомбардиром-защитником регулярного чемпионата КХЛ
- ↑ Canucks acquire Philip Larsen from Oilers
- ↑ НХЛ. «Ванкувер» подписал контракт с защитником «Йокерита» Ларсеном на 1 год и 1,025 млн
- ↑ «Нью-Джерси» — «Ванкувер». Защитник гостей Ларсен покинул лед на носилках после удара Холла
- ↑ Уфимцы договорились о контракте с Филипом Ларсеном 2017 йыл 21 апрель архивланған.
- ↑ Игровые номера новичков 2017 йыл 5 август архивланған.
- ↑ "Юлаевцы" на Мастер-шоу КХЛ: лучшие моменты(недоступная ссылка)
- ↑ «Салауат Юлаев» пресс-хеҙмәте. Филип Ларсен 2020 йылға тиклем Өфөлә буласаҡ . «Салауат Юлаев» рәсми сайты (2 февраль 2018).(недоступная ссылка)
- ↑ Ларсен признан лучшим защитником сезона КХЛ
- ↑ [Көйәрмәндәр Йондоҙҙар уйынына хоккейсыларҙы һайлай]
- ↑ НХЛ. Хансен, Эллер, Нильсен и Ларсен сыграют за сборную Дании на ЧМ-2012
- ↑ Олимпийская квалификация. В сборную Дании вызвано 8 игроков НХЛ
- ↑ Филип Ларсен сыграет за сборную Дании на ЧМ
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Хоккейсы профиле (ингл.). Hockey Database.com. Архивировано 16 май 2012 года.
- Филип Ларсен — Eliteprospects.com сайтында статистикаһы (инг.)
- Хоккейсы профиле (ингл.). NHL.com. Архивировано 16 май 2012 года.
- Уйынсының бите (ингл.). Eurohockey.com. Архивировано 16 май 2012 года.
- КХЛ сайтында профиле (рус.)
- r-hockey.ru сайтында профиле 2016 йыл 17 июнь архивланған.
- sports.ru сайтында профиле
- Википедия:Cite web (заменить webcitation-архив: deadlink no)
- 7 декабрҙә тыуғандар
- 1989 йылда тыуғандар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Эсбьергта тыуғандар
- Алфавит буйынса спортсылар
- Алфавит буйынса хоккейсылар
- МХЛ хоккейсылары
- «Рёгле» хоккейсылары
- «Фрёлунда» хоккейсылары
- «Бурос» хоккейсылары
- «Лукко» хоккейсылары
- «Оклахома-Сити Баронс» хоккейсылары
- «Эдмонтон Ойлерз» хоккейсылары
- «Югра» хоккейсылары
- «Ванкувер Кэнакс» хоккейсылары
- КХЛ йондоҙҙар уйынында ҡатнашыусылар
- Дания хоккейсылары
- Дания хоккей һаҡсылары
- КХЛ хоккейсылары
- Хоккей буйынса Дания йыйылма командаһының уйынсылары
- Хоккей һаҡсылары
- Даллас Старз хоккейсылары
- «Йокерит» командаһының уйынсылары
- Салауат Юлаев командаһының уйынсылары
- Техас Старз хоккейсылары
- АХЛ хоккейсылары
- ШХЛ хоккейсылары
- СМ-Лиига хоккейсылары