Теему Хартикайнен
Теему Хартикайнен | |||||||||||||||
Позиция |
Һөжүмсе | ||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Буйы |
186 см | ||||||||||||||
Ауырлығы |
106 кг | ||||||||||||||
Ҡулсыр |
Һул | ||||||||||||||
Ҡушаматы |
Харти, Биг Босс | ||||||||||||||
Гражданлығы | |||||||||||||||
Тыуған көнө | |||||||||||||||
МХЛ драфты |
2008 йылда 6-сы раундта дөйөм 163-сө һан аҫтында «Эдмонтон Ойлерз» клубы менән һайлана | ||||||||||||||
Карьера | |||||||||||||||
2006—ә.в.
| |||||||||||||||
Хоккейсы карьераһы | |||||||||||||||
| |||||||||||||||
Дәүләт наградалары | |||||||||||||||
|
Теему Хартикайнен (ингл. Teemu Hartikainen, 3 май 1990 йыл) — Финляндия хоккейсыһы, һөжүмсе. 2013 йылдан «Салауат Юлаев» хоккей клубының уйынсыһы. «Башҡортостан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» ордены кавалеры (2019). Финляндия йыйылма командаһы составында 2015 йылда донъя чемпионатында һәм 2018 йылда Ҡышҡы Олимпия уйындарында ҡатнаша.
Хоккейсы карьераһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Теему Хартикайнен 1990 йылдың 3 май көнөндә Финляндияның Куопио ҡалаһында тыуа. Шунда уҡ хоккей менән мауыға. 2005/06 йылдар миҙгелендә 16 йәшкә тиклем булған командала капитан вазифаһын биләй һәм 23 осрашыуҙа 53 мәрәй йыя. Шул уҡ миҙгелдә тыуған ҡалаһынан «КалПа» хоккей клубының юниорҙар составында уйнай башлай. 2006/07 йылдар миҙгелендә Теему Финляндияның йәштәр чемпионатында тәүге осрашыуҙарын үткәрә, әммә күберәк ваҡытын юниорҙар составында уҙғара (19 осрашыуҙа 37 мәрәй). Киләһе 2007/08 миҙгелендә Хартикайнен «КалПа» йәштәр составында нығына, 48 осрашыуҙа 22 мәрәй йыя һәм Финляндия йәштәр беренселеге чемпионы исемен яулай. Шул уҡ миҙгелдә ул «КалПа» хоккей клубының төп командаһы өсөн Финляндияның юғары чемпионатында беренсе уйынын үткәрә.
2008/09 йылдар миҙгелен 18 йәшлек Теему тулыһынса тиерлек төп составта була, миҙгелдең 63 осрашыуында 26 (20+6) мәрәй йыя, йәштәр араһында даими миҙгелдә иң күп шайба индерә, «КалПа» менән Финляндия чемпионатының бронза миҙалдарын яулай, ә Теему миҙгелдең иң яҡшы йәш дебютанты тип таныла. 2009/10 йылдар миҙгелендә Хартикайнен 66 осрашыуҙа 40 мәрәй йыя, ә командаһы плей-оффта ярымфиналға тиклем барып етә, әммә миҙалдарһыҙ ҡала. Был миҙгел Хартикайнен өсөн Финляндияла һуңғы була.
Төньяҡ Америкала карьераһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2008 йылдың июнь айында Милли хоккей лигаһының йәштәр драфтында Теему Хартикайненды 6-сы раундта дөйөм 163-сө һан аҫтында «Эдмонтон Ойлерз» хоккей клубы һайлай. 2011 йылдың 17 мартында Теему МХЛ-да тәүге уйынын үткәрә һәм беренсе мәрәй йыя. Миҙгел аҙағында тиклем «Эдмонтон» өсөн ул дөйөм алғанда 12 осрашыу үткәрә һәм 5 (3+2) мәрәй йыя. Күбеһенсә Хартикайнен «Эдмонтон» командаһының Америка хоккей лигаһындағы (АХЛ) фарм-клубы «Оклахома-Сити Баронс» өсөн уйнай: 2010 йылдың ғинуар айында ул АХЛ-да иң яҡшы йәш уйынсы тип таныла, ә миҙгелдең 77 осрашыуында 17 гол керетә һәм 43 мәрәй йыя.
2011/12 йылдар миҙгелендә Теему «Эдмонтон» өсөн МХЛ-да 17 уйын уҙғара һәм тағы ла 5 (2+3) мәрәй йыя. АХЛ-да «Оклахома-Сити» өсөн даими миҙгелдең 51 осрашыуында 32 (14+18) мәрәй йыя, командаһы Көнбайыш конференцияһанда беренсе урынды яулай, ә плей-оффта Конференция финалына тиклем барып етә. Америкала Теемуның өсөнсө миҙгеле йәш уйынсы контракты буйынса һуңғы була. МХЛ-да 23 осрашыуҙа 3 (1+2) мәрәй йыя, ә «Оклахома-Сити» составында Хартикайнен тағы ла Конференция финалына тиклем барып етә. Бөтәһе был АХЛ миҙгелендә ул 64 осрашыуҙа 21 гол керетә һәм 52 мәрәйгә өлгәшә.
2014 йылдың 31 ғинуарында «Эдмонтон» Теему Хартикайненға спорт хоҡуҡтарын «Торонто Мейпл Лифс» командаһына алмаштыра[1].
«Салауат Юлаев» составында
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2013 йылдың 11 июнендә Теему Хартикайнен Континенталь хоккей лигаһында сығыш яһаған Өфөнән «Салауат Юлаев» хоккей клубы менән ике йылға килешеү төҙөй[2]. Тәүге даими миҙгелдә Хартикайнен 47 осрашыуҙа 30 (14+16) мәрәй йыя. Гагарин кубогы өсөн плей-оффта «Салауат Юлаев» Көнсығыш конференцияһы финалына тиклем етә һәм КХЛ чемпионатының бронза менән Рәсәй чемпионатының көмөш миҙалдарын яулай. 2014/15 йылдар миҙгелендә Теему 65 осрашыуҙа 44 (17+27) мәрәй йыя — команданың бомбардирҙары араһынла икенсе урын, ә «Салауат Юлаев» Гагарин кубогының тәүге раундында төшөп ҡала. 2015 йылдың 22 апрелендә Хартикайнен Өфө командаһы менән ике йылға яңы килешеү төҙөй[3].
2015 йылда Өфөгә Линус Умарк күсә, Хартикайнен менән бергә улар ике йыл «Эдмонтон» системаһында сығыш яһайҙар. Даими миҙгелдә Теему 54 осрашыуҙа 39 тапҡыр һөҙөмтәле һөжүмдә ҡатнаша. Гагарин кубогы өсөн плей-оффта «Салауат Юлаев» Көнсығыш конференцияһы финалына етә һәм КХЛ чемпионатының бронза миҙалдарын яулай. 2016/17 йылдар миҙгеле алдынан үткән Башҡортостан Республикаһы кубогында иң яҡшы һөжүмсе тип таныла[4]. 2016 йылдың 10 ноябрендә «Нефтехимик» менән уйында Теему тәүгегә КХЛ-да хет-трик (бер уйында өс шайба) яһай[5]. 46 осрашыуҙа 19 шайба керетә һәм 17 һөҙөмтәле пас бирә, әммә йәрәхәте арҡаһында Гагарин кубогы уйындарында ҡатнаша алмай, ә «Салауат Юлаев» беренсе раундта «Аҡ Барс» хоккей клубына еңелә.
Миҙгел тамаланғас, «Салауат Юлаев» командаһының баш тренеры итеп билдәле финн белгесе Эркка Вестерлунд тәғәйенләнә, ә 2017 йылдың 31 март көнөндә Хартикайнен тағы ла «Салауат Юлаев» менән ике йыллыҡ килешеү төҙөй[6]. Өфөлә Хартикайнен — Йоонас Кемппайнен — Линус Умарк звеноһы киләһе ике йылда команданың төп көсө тип һаналасаҡ. Даими миҙгелдә Теему 55 осрашыуҙа 41 (20+21) мәрәй йыя, ә командаһы 2010 йылдан алып тәүгегә Чернышёв дивизионында беренсе урынды яулай. Гагарин кубогы өсөн плей-оффта Өфө клубы Көнсығыш конференцияһы ярымфиналына тиклем етә. Плей-оффтың тәүге уйынында Хартикайнен тәү тапҡыр КХЛ-да биш мәрәй йыя[7] — клуб тарихында бер плей-офф уйынында шул хәтлем мәрәй йыйған тәүге уйынсы була. 2017/18 йылдар миҙгеле һөҙөмтәһе буйынса Хартикайнен — Кемппайнен — Умарк звеноһы Лигала иң һөҙөмтәле тип таныла[8].
Миҙгел тамамланғас, Эррка Вестерлунд «Салауат Юлаев» менән килешеүҙе өҙә, ә команданың баш тренеры вазифаһын уның ярҙамсыһы Николай Цулыгин биләй. 2018 йылдың 11 декабрендә Теему «Йокерит» ҡапҡаһына КХЛ-да үҙенең 100-сө шайбаһын керетә[9]. Даими миҙгелдең 59 осрашыуында 17 гол керетә һәм 45 мәрәй йыя. Гагарин кубогы өсөн плей-офф башланғас, Теему «Салауат Юлаев» менән бер йылға контракт төҙөй[10], контракт буйынса Теемуның эш хаҡы бер миҙгелдә 70 миллион һумға тигеҙ[11]. 2019 йылдың 3 мартында Хартикайнен КХЛ тарихында «Салауат Юлаев» өсөн 381 уйынын үткәрә һәм был күрһәткес буйынса беренсе урынға сыға[12]. Тәүге раундта Магнитогорскиҙан «Металлург» хоккей клубын үткәс, Хартикайнен төлкөләргә һунарҙан фотоһын үҙенең Инстаграм профиленә һала (төлкө — «Металлург» талисманы)[13], ә Лига Теемуны иң яҡшы һөжүмсе тип таный[14]. 22 март көнөндә Хартикайнен «Автомобилист» ҡапҡаһына гол керетә һәм КХЛ тарихында «Салауат Юлаев» өсөн шайбалар һаны буйынса Игорь Григоренконы ҡыуып етә[15]. Конференция ярымфиналында «Автомобилист» хоккей клубын еңгәс, Теему мышыға һунарҙан фотоһын интернетҡа һала[16]. 2 апрелдә «Авангард» ҡапҡаһына Теему КХЛ-да «Салауат Юлаев» өсөн 114-сө шайбаһын керетә һәм беренсе урынға сыға[17]. Шулай уҡ ул Гагарин кубогы өсөн плей-оффта уйындар һаны буйынса «Салауат Юлаев» уйынсылары араһында рекорд ҡуя. Хартикайненды Лига плей-оффтың өсөнсө раундында иң яҡшы һөжүмсе тип таный[18]. Плей-оффта Өфө командаһы Хартикайнен менән бергә өсөнсө тапҡыр Конференция финалына тиклем барып етә, әммә Гагарин кубогының финалына сыға алмай. Теему, плей-оффта 17 осрашыуҙа 21 мәрәй йыйып, бомбардирҙар исемлегендә беренсе урынды яулай.
2019 йылдың 12 апрелендә Башҡортостан республикаһы етәксеһе вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Теему Хартикайненды «Башҡортостан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» ордены менән бүләкләй[19]. 28 майҙа Теему Хартикайнен КХЛ миҙгеленең символик йыйылма командаһына индерелә[20]. 2019 йылдың 20 сентябрендә Теему КХЛ даими чемпионаттарында 100-сө шайбаһын керетә һәм «Салауат Юлаев» хоккейсылары араһында беренсе булып шул күрһәткескә етә[21]. 2020 йылдың 6 ғинуарында Теему ЦСКА ҡапҡаһына 6 минут өсөндә өс гол керетә һәм КХЛ тарихында «Салауат Юлаев» командаһының иң тиҙ хет-тригын яһай[22]. 20 ғинуарҙа Хартикайнен «Салауат Юлаев» хоккей клубы менән 2021/22 йылдар миҙгеле аҙағына тиклем яңы контракт төҙөй[23]. Хартикайнендың эш хаҡы бер миҙгел өсөн 90 миллион һумға тиң, тип сығанаҡтар билдәләй[24]. Был миҙгелдә Теему 63 осрашыуҙа 42 мәрәй йыя һәм 26 шайба индерә, ә «Салауат Юлаев» Гагарин кубогы өсөн плей-оффтың тәүге этабында «Авангард» хоккей клубын серияла 4-2 иҫәбе менән ота. Шунан һуң коронавирус пандемияһы арҡаһында бар уйындар туҡтатыла һәм КХЛ миҙгеле тамамлана. Чемпионат тамамланғас, Линус Умарк Өфөнән Швейцарияға уйнарға күсә, шуның урынына МХЛ-дан финн Маркус Гранлунд ҡайтарыла, ә «Салауат Юлаев» яңы баш тренеры Томи Лямся Хартикайнен — Сакари Маннинен — Гранлунд звеноһын барлыҡҡа килтерә.
2020/21 йылдар миҙгелендә Теему Хартикайнен команданың капитаны ассистенты вазифаһын биләй, Григорий Панин уйындарҙа ҡатнашмағанда, капитан ролен Теему башҡара[25]. 2020 йылдың 15 сентябрендә Теему «Торпедо» хоккей клубына ҡаршы уйында икенсе тапҡыр КХЛ-да 5 мәрәй йыя, ә Лига даими миҙгелдең өсөнсө аҙнаһында Теемуны иң яҡшы һөжүмсе тип таный[26]. 15 октябрҙә «Куньлунь Ред Стар» командаһына ҡаршы уйында Теему «Салауат Юлаев» өсөн 339-сы мәрәйен йыя, был күрһәткес буйынса Линус Умаркты уҙа һәм КХЛ тарихында клубтың иң яҡшы бомбардиры була башлай[27]. Даими миҙгелдең туғыҙынсы аҙнаһында 6 (3+3) мәрәй йыйып, иң яҡшы һөжүмсе тип таныла[28]. 2021 йылдың 10 ғинуарында «Аҡ Барс» командаһына ҡаршы уйында Теему өсөнсө тапҡыр КХЛ-да биш мәрәй йыя һәм клубтың КХЛ тарихында беренсе булып 4 гол керетә[29]. 14 ғинуарҙа Теему даими миҙгелдә 51-се мәрәйен йыя һәм Финляндиянан булған уйынсылар араһында бер КХЛ даими миҙгелендә йыйған мәрәйҙәр һаны буйынса беренсе урынға сыға[30].
Халыҡ-ара карьераһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2006/07 йылдар миҙгелендә 17 йәшкә тиклем Финляндия юниорҙар йыйылма командаһының капитаны була. 2008 йылда Ҡазанда үткән юниорҙар донъя чемпионатында 6 осрашыуҙа 3 (2+1) мәрәй йыя, ә командаһы турнирҙа алтынсы урынды яулай. 2009 йылда Канадала үткән йәштәр донъя чемпионатында Теему 6 осрашыуҙа 9 (3+6) мәрәй йыя һәм турнирҙың иң һөҙөмтәле уйынсылар исемлегенә инә, тик командаһы плей-оффҡа эләгә алмай. Киләһе йылда Теему тағы ла йәштәр донъя чемпионатында ҡатнаша: 6 осрашыуҙа 4 гол керетә һәм 2 һөҙөмтәле пас бирә, 5-се урын өсөн уйында Рәсәй йәштәр йыйылма командаһы ҡапҡаһына ул еңеү шайбаһын индерә.
2013 йылда Теему Хартикайнен тәүгегә төп Финляндия йыйылма командаһы өсөн Еврохоккейтур этабында уйнай. 2019/20 йылдар миҙгеленә тиклем Теему йыл һайын йыйылма командаһы өсөн уйындарға саҡырыла. 2015 йылда Чехияла үткән донъя чемпионатында Финляндия төп йыйылма командаһы өсөн 4 осрашыуҙа 1 гол керетә, ә командаһы сирекфиналға тиклем етә. 2018 йылда Көньяҡ Кореяла үткән Ҡышҡы Олимпия уйындарында ҡатнаша. Теему дүрт осрашыуҙа бер мәрәй йыя, ә Финляндия йыйылма командаһы сирекфиналда туҡтай.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Башҡортостан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» ордены кавалеры (2019).
Спорт ҡаҙаныштары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Команда[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
|
Шәхси[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
|
Статистика
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Легенда | |||||
---|---|---|---|---|---|
У | Үткәргән уйындар һаны | Штр | Штраф ваҡыты | +/− | Плюс-минус |
Г | Голдар | П | Һөҙөмтәле пастар | М | Мәрәйҙәр |
- | Статистика билдәле түгел | — | Статистика һаналмай |
Клубта карьераһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Даими миҙгел | Плей-офф | |||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Миҙгел | Команда | Лига | У | Г | П | М | +/- | Штр | У | Г | П | М | +/- | Штр |
2006/07 | КалПа U20 | Юниор СМ-Л | 11 | 2 | 1 | 3 | -- | 0 | 3 | 0 | 0 | 0 | -1 | 4 |
2007/08 | КалПа U20 | Юниор СМ-Л | 37 | 10 | 7 | 17 | -2 | 24 | 11 | 1 | 4 | 5 | 3 | 6 |
2007/08 | КалПа | СМ-Лиига | 1 | 0 | 0 | 0 | -1 | 0 | -- | -- | -- | -- | -- | -- |
2008/09 | КалПа | СМ-Лиига | 51 | 17 | 6 | 23 | -8 | 12 | 12 | 3 | 0 | 3 | 0 | 0 |
2009/10 | КалПа | СМ-Лиига | 53 | 15 | 18 | 33 | 6 | 22 | 13 | 6 | 1 | 7 | 4 | 28 |
2010/11 | Эдмонтон Ойлерз | МХЛ | 12 | 3 | 2 | 5 | -3 | 4 | -- | -- | -- | -- | -- | -- |
2010/11 | Оклахома-Сити Баронс | АХЛ | 66 | 17 | 25 | 42 | -1 | 27 | 6 | 0 | 1 | 1 | -2 | 4 |
2011/12 | Эдмонтон Ойлерз | МХЛ | 17 | 2 | 3 | 5 | 1 | 6 | -- | -- | -- | -- | -- | -- |
2011/12 | Оклахома-Сити Баронс | АХЛ | 51 | 14 | 18 | 32 | 1 | 19 | 14 | 4 | 4 | 8 | 1 | 4 |
2012/13 | Эдмонтон Ойлерз | МХЛ | 23 | 1 | 2 | 3 | -8 | 6 | -- | -- | -- | -- | -- | -- |
2012/13 | Оклахома-Сити Баронс | АХЛ | 47 | 14 | 23 | 37 | 6 | 23 | 17 | 7 | 8 | 15 | 10 | 6 |
2013/14 | Салауат Юлаев | КХЛ | 47 | 14 | 16 | 30 | 5 | 32 | 18 | 2 | 6 | 8 | 3 | 10 |
2014/15 | Салауат Юлаев | КХЛ | 60 | 15 | 25 | 40 | 6 | 26 | 5 | 2 | 2 | 4 | 0 | 2 |
2015/16 | Салауат Юлаев | КХЛ | 54 | 10 | 29 | 39 | 16 | 22 | 19 | 4 | 3 | 7 | -2 | 14 |
2016/17 | Салауат Юлаев | КХЛ | 46 | 19 | 17 | 36 | 7 | 37 | -- | -- | -- | -- | -- | -- |
2017/18 | Салауат Юлаев | КХЛ | 55 | 20 | 21 | 41 | 6 | 26 | 14 | 4 | 7 | 11 | 4 | 12 |
2018/19 | Салауат Юлаев | КХЛ | 59 | 17 | 28 | 45 | 5 | 24 | 17 | 8 | 13 | 21 | 14 | 6 |
2019/20 | Салауат Юлаев | КХЛ | 57 | 21 | 15 | 36 | 1 | 30 | 6 | 5 | 1 | 6 | 5 | 0 |
2020/21 | Салауат Юлаев | КХЛ | ||||||||||||
2021/22 | Салауат Юлаев | КХЛ | ||||||||||||
Бөтәһе МХЛ-да | 52 | 6 | 7 | 13 | -10 | 16 | -- | -- | -- | -- | -- | -- | ||
Бөтәһе КХЛ-да | 418 | 137 | 181 | 318 | 57 | 205 | 79 | 25 | 32 | 57 | 24 | 44 | ||
Бөтәһе СМ-Лиигала | 105 | 32 | 24 | 56 | -3 | 34 | 25 | 9 | 1 | 10 | 4 | 28 |
Халыҡ-ара ярыштары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Йыл | Команда | Турнир | Урын | У | Г | П | М | Штр | +/- | |
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
2008 | Финляндия U18 | ЮДЧ | 6 | 6 | 2 | 1 | 3 | 6 | 2 | |
2009 | Финляндия U20 | ЙДЧ | 7 | 6 | 3 | 6 | 9 | 4 | 4 | |
2010 | Финляндия U20 | ЙДЧ | 5 | 6 | 4 | 2 | 6 | 4 | -3 | |
2015 | Финляндия | ДЧ | 6 | 4 | 1 | 0 | 1 | 0 | -2 | |
2018 | Финляндия | OУ | 6 | 4 | 0 | 1 | 1 | 0 | -1 | |
Бөтәһе юниор. һәм йәш. | 18 | 9 | 9 | 18 | 14 | 3 | ||||
Senior totals | 8 | 1 | 1 | 2 | 0 | -3 |
Шәхси тормошо
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2016 йылдың 6 июлендә Теему Хартикайнен Аниина исемле ҡыҙға өйләнә[31]. 2017 йылдың мартында Теемуның тәүге улы донъяға тыуа[32].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Хартикайненға хоҡуҡтар «Торонто» командаһына күсә
- ↑ Хартикайнен Өфөлә уйнай башлай 2021 йыл 22 ғинуар архивланған.
- ↑ Теему Хартикайнен остается в Уфе!(недоступная ссылка)
- ↑ Лисутин, Лямкин и Хартикайнен — лучшие игроки Кубка Республики Башкортостан
- ↑ «Салават Юлаев» – «Нефтехимик». Хартикайнен оформил хет-трик
- ↑ Тему Хартикайнен продлил контракт 2021 йыл 21 ғинуар архивланған.
- ↑ Форвард «Салавата» Хартикайнен набрал 5 очков в первой игре серии с «Авангардом»
- ↑ Список лауреатов сезона КХЛ 2017/18
- ↑ Форвард «Салавата» Хартикайнен забросил 100-ю шайбу в КХЛ
- ↑ ХК «Салават Юлаев» продлил контракт с Тему Хартикайненом
- ↑ Стала известна зарплата Хартикайнена по новому контракту с «Салаватом»
- ↑ Хартикайнен установил рекорд «Салавата Юлаева» по количеству матчей в КХЛ
- ↑ Форвард «Салавата» Хартикайнен опубликовал фото с охоты на лис после победы над «Металлургом»
- ↑ Лучшим нападающим первого раунда признан Тему Хартикайнен
- ↑ Хартикайнен повторил рекорд Григоренко по голам за «Салават Юлаев»
- ↑ Форвард «Салавата» Хартикайнен опубликовал фото с охоты на лося, победив «Автомобилист»
- ↑ Хартикайнен установил рекорд «Салавата» по голам в КХЛ
- ↑ Лучшим нападающим финалов конференций признан Тему Хартикайнен
- ↑ Радий Хәбиров «Салауат Юлаев» хоккей клубының ике уйынсыһына республика наградаларын тапшырҙы. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2019, 12 апрель (Тикшерелеү көнө: 13 апрель 2019)
- ↑ Символическая сборная КХЛ сезона 2018/2019
- ↑ Хартикайнен – первый хоккеист в истории «Салавата», забросивший 100 шайб в регулярных чемпионатах КХЛ
- ↑ Хартикайнен забил ЦСКА 3 гола за 6 минут. Это самый быстрый хет-трик «Салавата» в КХЛ
- ↑ Тему Хартикайнен подписал новый контракт с «Салаватом Юлаевым»
- ↑ «Салават Юлаев» потратит на зарплаты более 700 млн рублей, самый дорогой игрок – Хартикайнен с 90 млн (Betting Insider)
- ↑ Панин — капитан «Салавата», Жарков и Хартикайнен будут ассистентами
- ↑ Лучшим нападающим признан Теему Хартикайнен
- ↑ Хартикайнен побил клубный рекорд «Салавата» по очкам в КХЛ, обойдя Умарка
- ↑ Лучшим нападающим 9-й недели признан Теему Хартикайнен
- ↑ Хартикайнен забил 4 гола «Ак Барсу» и вышел на 1-е место в списке бомбардиров КХЛ. Он нанес 11 бросков, набрал 5 очков
- ↑ Хартикайнен набрал 51 очко и побил рекорд Пирнеса, став самым результативным финским игроком за сезон КХЛ
- ↑ Теему Хартикайнен өйләнә
- ↑ Форвард башкирской команды «Салават Юлаев» стал папой
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 3 майҙа тыуғандар
- 1990 йылда тыуғандар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Куопиола тыуғандар
- «Башҡортостан Республикаһы алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены кавалерҙары
- Алфавит буйынса спортсылар
- Алфавит буйынса хоккейсылар
- КХЛ хоккейсылары
- МХЛ хоккейсылары
- АХЛ хоккейсылары
- Финляндия хоккей һөжүмселәре
- Хоккей һөжүмселәре
- Салауат Юлаев командаһының уйынсылары
- 2018 йылдағы ҡышҡы Олимпия уйындарында хоккейсылар
- Хоккей буйынса Финляндия йыйылма командаһы уйынсылары
- «Оклахома-Сити Баронс» хоккейсылары
- «Эдмонтон Ойлерз» хоккейсылары
- «КалПа» хоккейсылары
- Олимпиадала Финляндия хоккейсылары
- Финляндия хоккейсылары
- СМ-Лиига хоккейсылары