Панин Григорий Валерьевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Ice hockey puck.svg
Григорий Панин
200px
Позиция

һаҡсы

Буйы

184 см

Ауырлығы

89 кг

Ҡулсыр

Һул

Гражданлығы

Рәсәй флагы Рәсәй
Ҡаҙағстан Ҡаҙағстан

Тыуа

24 ноябрь 1985({{padleft:1985|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:24|2|0}}) (32 йәш)
Ҡаҙаҡ ССР-ы, Ҡарағанды

МХЛ драфты

Һайланмай

Карьера
2002—ә.в.
Хоккейсы карьераһы
2002—2007 Рәсәй флагы Лада
2003—2004 Рәсәй флагы ЦСК ВВС
2007—2014 Рәсәй флагы Аҡ Барс
2014—2017 Рәсәй флагы ЦСКА
2017—ә.в. Рәсәй флагы Салауат Юлаев
Халыҡ-ара миҙалдары

Панин Григорий Валерьевич (24 ноябрь 1985, Ҡарағанды, Ҡаҙаҡ ССР-ы) — Рәсәй хоккейсыһы, һаҡсы. Тольятти «Лада» хоккей клубы тәрбиәләнеүсеһе. Әлеге ваҡытта Континенталь хоккей лигаһында сығыш яһаған Өфөнөң «Салауат Юлаев» хоккей клубы уйынсыһы. 2009 һәм 2010 йылдарҙа Ҡазандың «Аҡ Барс» командаһы составында ике Гагарин кубогын яулай. 2005 йылда Рәсәй йәштәр йыйылма командаһы менән донъя чемпионатының көмөш миҙалдарын яулай.

Карьера[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Тольяттиҙа (2007 йылға тиклем)[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Григорий Панин хоккей менән Ҡаҙағстандың Ҡарағанда ҡалаһында шөғөлләнә башлай. Шунан ул Тольяттиға күсә һәм урындағы «Лада» өсөн сығыш яһай башлай. 2002/2003 йылдар миҙгелендә Григорий «Лада-2» өсөн Рәсәй чемпионатының беренсе лигаһында 37 уйында 15 мәрәй йыя. «Лада-2» «Волга буйы» дивизионында өсөнсө урынды ала. Киләһе йылда ул «Лада» хоккей клубының фарм-клубы ЦСК ВВС өсөн Рәсәй чемпионатының юғары лигаһында 26 осрашыуҙа 5 мәрәй йыя. Был команда конференцияһында 12-се урында була һәм плей-оффҡа эләкмәй. Шул уҡ миҙгелдә Панин «Лада-2» өсөн 31 уйында 6 мәрәй йыя.

2004/2005 йылдар миҙгелендә Григорий Панин Рәсәй чемпионатының Суперлигаһында «Лада» өсөн тәүге уйындарын үткәрә. Шул йылда ул бөтәһе 50 уйында бер гол керетә һәм бер пас бирә. Тольятти командаһы миҙгелдең финалына етә һәм көмөш миҙалдарҙы яулай. Киләһе миҙгелдә Панин 61 уйында ҡатнаша һәм плей-оффта тәүге мәрәйҙәрен йыя. 2006/2007 йылдар миҙгеле Панин өсөн Тольяттилағы һуңғы тулы миҙгел була.

«Аҡ Барс» (2007—2014)[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

2007 йылдың 13 ноябрендә Григорий Панин Ҡазандан «Аҡ Барс» менән контракт төҙөй[1]. 2008 йылдың башында Панин яңы командаһы менән Континенталь кубокты еңә. «Аҡ Барс» өсөн Рәсәй чемпоинатында ул 43 уйында 10 мәрәй йыя. Плей-оффта иһә ярымфиналда «Салауат Юлаев» командаһынан отола. 2008 йылда Континенталь хоккей лигаһы барлыҡҡа килә, «Аҡ Барс» башҡа клубтар менән шунда күсә. Ҡазан клубы даими миҙгелде икенсе урында тамамлай. Гагарин кубогы өсөн плей-оффта бер-бер артлы «Барыҫ», «Авангард», Мәскәүҙән «Динамо» һәм «Локомотив» хоккей клубтарын ота һәм КХЛ-дың тәүге миҙгеленең чемпионы исемен һәм Рәсәй чемпонатының алтын миҙалдарын яулай. Панин плей-оффта штраф минуттарын иң күп алған уйынсы була.

2009/2010 йылдар миҙгелендә Панин «Аҡ Барс» менән был һөҙөмтәне яңынан ҡабатлай — Гагарин кубогы икенсегә Ҡазанда ҡала. 2012 йылдың 3 май көнөндә Григорий «Аҡ Барс» менән яңы контракт төҙөй[2]. 2013 йылдың 18 октябрендә Григорий Панин 11 уйынға дисквалификация ала — ул уйын туҡтағас «Медвешчак» уйынсыһы Мэтт Мерли башына һуға[3]. Шул КХЛ вице-президенты Владимир Шалаев әйтеүе буйынса, Григорий тағы ла 2,5 миллион һумлыҡ штраф ала[4]. 2014 йылдың 19 июнендә «Аҡ Барс» Панин менән контракты өҙә[5].

ЦСКА һәм «Салауат Юлаев»[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

2014 йылдың 21 июнендә Григорий Панин ЦСКА менән бер йылға килешеү төҙөй[6]. ЦСКА тәүгегә даими миҙгелде еңә. Шул йылда КХЛ-да даими миҙгел буйынса Рәсәй чемпионы билдәләнә. Шуға күрә Григорий Панин өсөнсө тапҡыр Рәсәй чемпионы исемен яулай. Гагарин кубогында ЦСКА конференциялар финалына етә һәм шунда буласаҡ чемпионға СКА хоккей клубына серияла ете уйында отола. Мәскәү командаһы серияның тәүге өс осрашыуында еңә, әммә киләһе дүртәүһендә отола һәм КХЛ чемпионатының бронза миҙалдарына лайыҡ була. 2015 йылдың 9 июнендә Григорий ЦСКА менән ике йылға контрактын оҙайта[7].

2015/2016 йылдар миҙгелендә ЦСКА тағы ла даими чемпионатты еңә. Шуның өсөн Виктор Тихонов исемендәге кубок бирелә. Әммә был миҙгелдә Рәсәй чемпионатының миҙалсылары плей-офф буйынса билдәләнә. Шунда ЦСКА тәү тапҡыр үҙ тарихында финалға сыға һәм шунда ете уйында Магнитогорскиҙың «Металлург» хоккей клубынан отола. Панин тәү тапҡыр Рәсәй һәм КХЛ чемпионаттарының көмөш миҙалдарын йыя. Тимәк, ул КХЛ миҙалдарының тулы комплектын йыя. 2016 йылдың 2 октябрендә «Слован» командаһына ҡаршы уйында ул судьяға һуға, шуның өсөн уйын аҙағына тиклем боҙҙан ҡыуыла, ә артабан тағы дүрт уйынға дисквалификация ала[8]. 24 декабрҙә ул «башҡа йә муйынға һөжүм» өсөн тағы дүрт уйынды үткәрергә мәжбүр була[9]. Әммә Панин яҡшы яҡтан да билдәләнеп өлгөрә: февралең бер аҙнаһында ул иң яҡшы һаҡсы тип таныла[10]. ЦСКА өсөнсөгә даими миҙгелдә беренсе була. Әммә плей-оффта һөҙөмтәләр шулай уҡ яҡшы булмай. Мәскәү клубы икенсе раундта «Локомотив» командаһынан отола һәм миҙалдарһыҙ ҡала, ә Панин серияның һуңғы уйынында ике матч-штраф алып өлгөрә[11]. Аҙаҡтан Григорий Панин 8 уйынға дисквалификация ала[12].

Миҙгел бөткәс Панин «Аҡ Барс» хоккей клубына яңынан ҡайтыр, тигән һүҙҙәр була. Әммә ул Өфөнөң «Салауат Юлаев» менән бер йыллыҡ контракт төҙөй[13]. 2017/2018 йылдар миҙгеленең тәүе 8 уйынын ул дисквалификация өсөн ҡатнашмай үткәрә.

Рәсәй йыйылма командаһында[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

2002 йылда Панин тәү тапҡыр Рәсәй юниорҙар йыйылма командаһына саҡырыла. Бик мөһим булмаған турнирҙарҙа ул бөтәһе 17 уйын уҙғара һәм өс һөҙөмтәле пас бирә. 2004/2005 йылдар миҙгелендә ул Рәсәй йәштәр йыйылма командаһы менән донъя чемпионатында ҡатнаша. Финалда Канада йәштәренән отолалар һәм көмөш миҙалдар яулайҙар. Григорий Панин алты уйында 1 мәрәй йыя. Шунан бирле ул башҡаса йыйылма командаға саҡырылмай.

Статистика[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һуңғы яңыртыу: 1 август 2017

Клубта карьераһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Даими миҙгел Плей-офф
Миҙгел Команда Лига У Г П М Штр +/- У Г П М Штр +/-
2002/03 Лада-2 БЛ 37 8 7 15 14 64
2003/04 ЦСК ВВС ЮЛ 26 1 4 5 36 2
2003/04 Лада-2 БЛ 31 2 4 6 53
2004/05 Лада РСЛ 42 1 1 2 50 3 8 0 0 0 4 0
2005/06 Лада РСЛ 51 5 6 11 121 3 8 1 2 3 20 -2
2006/07 Лада РСЛ 48 1 6 7 93 -9 3 0 0 0 4 0
2007/08 Лада РСЛ 20 1 2 3 59 3 Команданан китә
2007/08 Аҡ Барс РСЛ 33 3 5 8 52 17 10 1 1 2 45 6
2008/09 Аҡ Барс КХЛ 45 2 10 12 82 18 19 0 2 2 44 0
2008/09 Аҡ Барс-2 БЛ 2 1 2 3 2
2009/10 Аҡ Барс КХЛ 38 1 7 8 65 6 15 2 4 6 2 2
2010/11 Аҡ Барс КХЛ 41 3 8 11 64 23 9 1 1 2 30 1
2011/12 Аҡ Барс КХЛ 50 1 11 12 120 7 12 0 2 2 12 -1
2012/13 Аҡ Барс КХЛ 19 0 3 3 31 3
2013/14 Аҡ Барс КХЛ 26 0 4 4 84 0
2014/15 ЦСКА КХЛ 48 0 10 10 42 21 14 1 1 2 22 2
2014/15 ЦСКА КХЛ 14 0 2 2 4 -3 4 0 2 2 0 -1
2015/16 ЦСКА КХЛ 45 1 2 3 79 11 17 0 1 1 56 -1
2016/17 ЦСКА КХЛ 32 4 4 8 79 20 8 0 3 3 56 1
2017/18 Салауат Юлаев КХЛ
Бөтәһе РСЛ-да 194 11 20 31 375 17 29 2 3 5 73 4
Бөтәһе Ьеренсе лигала 70 11 13 24 119 0
Бөтәһе Юғары лигала 26 1 4 5 36 2
Бөтәһе КХЛ-да 344 12 59 71 646 109 94 4 14 18 222 4

Халыҡ-ара карьераһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Йыл Команда Турнир Урын   У Г П М Штр
2005 Рәсәй U20 ЙДЧ Silver medal with cup.svg 6 0 1 1 6

Ҡаҙаныштары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Йәштәр донъя чемпионатының көмөш миҙалсыһы — 2005.
  • Рәсәй чемпионатының көмөш миҙалсыһы — 2004/2005.
  • Континенталь кубок еңеүсеһе — 2008.
  • Гагарин кубогы еңеүсеһе — 2008/09, 2009/10.
  • Рәсәй чемпионы — 2009, 2010, 2015.
  • Виктор Тихонов исемендәге Континент кубогы еңеүсеһе — 2014/15, 2015/16, 2016/17.
  • КХЛ чемпионатының бронза миҙалсыһы — 2015.
  • КХЛ чемпионатының көмөш миҙалсыһы — 2016.

Шәхси тормошо[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Григорий Паниндың тәүге ҡатыны Регина Марк исемле улын тыуҙыра. 2009 йылда Регина автомобилендә авария яһай. Уның һөҙөмтәләре буйынса ике кеше һәләк була. Регинаны дүрт йылға төрмәлә язаға тарттыралар. Әммә бәләкәй балаһы булғанға, язаһын 14 йылға күсерәләр[14]. 2013 йылда Григорий менән Регина айырылышалар. Шунан Григорийға яңы ҡатыны Инна 2015 йылда Платон исемле тағы бер ул тыуҙыра.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]