Эстәлеккә күсергә

Воробьёв Дмитрий Сергеевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Дмитрий Воробьёв
Позиция

Һаҡсы

Буйы

188 см

Ауырлығы

108 кг

Ҡулсыр

Һул

Гражданлығы

Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Тыуған көнө

18 октябрь 1985({{padleft:1985|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:18|2|0}}) (39 йәш)
Тольятти, СССР

МХЛ драфты

2004 йылда 5-се раундта 157-се һан аҫтында «Торонто Мейпл Лифс» клубы менән һайлана

Хоккейсы карьераһы
2002—2003 Рәсәй флагы Лада-2
2003—2009 Рәсәй флагы Лада
2009 Рәсәй флагы Салауат Юлаев
2009—2010 Рәсәй флагы Динамо М
2010—2011 Рәсәй флагы ХК ВМФ
2010—2011 Рәсәй флагы СКА
2011—2012 Рәсәй флагы Торпедо
2012—2013 Рәсәй флагы СКА
2013 Рәсәй флагы Торпедо
2013 Рәсәй флагы Авангард
2013—2014 Рәсәй флагы Адмирал
2014—2016 Рәсәй флагы Лада
2016—2017 Рәсәй флагы Салауат Юлаев
2017—2018 Рәсәй флагы Лада
2018—2019 Рәсәй флагы Амур
2019—2020 Словакия Дукла Михаловце
Халыҡ-ара миҙалдары
Дәүләт наградалары

Воробьёв Дмитрий Сергеевич (18 октябрь 1985 йыл) — Рәсәй хоккейсыһы, һаҡсы. Тольятти хоккейы тәрбиәләнеүсеһе. Донъя чемпионы. Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры (2009)[1]. Һуңғы клубы Словакиянан «Дукла Михаловце» командаһы була.

Дмитрий Воробьёв хоккей менән тыуған ҡалаһы Тольяттиҙа 7 йәшендә шөғөлләнә башлай. Уның тәүге тренеры Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры Владимир Гуженков була. «Лада-2» өсөн Беренсе лигала 2002/03 Йылдар миҙгелендә тәү тапҡыр уйнай. Шул миҙгелдә ул 31 уйында 8 (3+5) мәрәй йыя. Киләһе миҙгелдә ул йәштәр командаһы өсөн сығыш яһауын дайам итә. Шул уҡ ваҡытта ул төп состав өсөн күберәк уйнай башлай. «Лада» составында булғанда ул бөтәһе 27 уйын уҙғара һәм шуларҙа бер гол керетә. Дмитрий «Лада» менән Рәсәй чемпионатының бронза миҙалдарын еңә, ә «Лада-2» менән Беренсе лиганың чемпионы була. Миҙгел тамамланғас, 2004 йылдың июнь айында уны МХЛ драфтында «Торонто Мейпл Лифс» командаһы 5-се раундта 157-се һан аҫтында һайлай. Тик Дмитрий бер ҡасан да Төньяҡ Америкаға уйнарға сығып китмәй.

2004/05 йылдар миҙгелендә МХЛ-да локаут була һәм күп Рәсәй хоккейсылары тыуған илгә ҡайта. Ә Воробьёв йәш булыуына ҡарамаҫтан составта урынын юғалтмай һәм даими миҙгелең 53 уйынында 8 (2+6) мәрәй йыя. «Лада» плей-оффҡа икенсе урындан эләгә. Тольятти командаһы бер-бер артлы Новокузнецкиҙан «Металлург» һәм Ярославлдән «Локомотив» командаларын ота. Финалда иһә Дмитрийҙың командаһы Мәскәүҙән «Динамо» командаһына еңелә һәр Рәсәй чемпионатының көмөш миҙалдарын яулай. Воробьёв команданың плей-оффта бөтә уйындарында ла ҡатнаша, тик бер мәрәй ҙә йыймай, әммә көмөш миҙалға өлгәшә.

2005/06 йылдар миҙгелендә Дмитрий тыуған клубы өсөн 42 осрашыуҙа шул уҡ 8 (1+7) мәрәйгә өлгәшә. «Лада» даими чемпионатта 9-сы урынға төшә, тик плей-оффҡа барыбер эләгә. Шунда ул сирекфиналда дәғүәсеһенән еңелеп турнирҙан төшөп ҡала. Воробьёв командаһының бөтә һигеҙ уйында ҡатнаша, тик мәрәйҙәр йыймай. Шулай уҡ «Лада» Рәсәй чемпионатында ҡатнашыуҙан тыш Европала Континенталь кубогын еңә. Дмитрий өс уйында һөҙөмтәлек өсөн бер балл йыя.

Киләһе ике миҙгелдә «Лада» хоккей клубының спорт күрһәткестәре насарая, ул плей-оффтың тәүге раундын үтә алмай башлай. Ошо ваҡыт эсендә Воробьёв бөтәһе 116 уйын үткәрә. Бигерәк тә уның өсөн 2007/08 миҙгеле уңышлы була: ул 29 (16+13) мәрәй йыя. Ул команданың бомбардиры була. Шайбалар һаны буйынса лигала уға тиң хоккейсылар булмай.

2008 йылда Рәсәйҙә Континенталь хоккей лигаһы барлыҡҡа килә. Рәсәй чемпионатының бөтә командалары ла был лига составына керә. Дмитрий яңы лигала «Лада» өсөн 39 уйында 18 мәрәй йыйып өлгөрә. 4 ғинуарҙа был клуб өсөн һуңғы уйын үткәргәс, ул Өфөнән «Салауат Юлаев» хоккей клубына күсә. Дмитрий тәү тапҡыр Тольяттиҙан башҡа клуб өсөн уйнай. Яңы клуб составында ул биш уйында ҡатнаша, боҙҙа күп ваҡыт ала, тик бер мәрәй ҙә йыймай һәм Гагарин кубогы өсөн плей-офф уйындарында бөтөнләй ҡатнашмай. Миҙгел тамамланғас, Дмитрий команданан китә.

Көнбайыш клубтарында

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2009/10 йылдар миҙгеле башланыр алдынан Дмитрий Мәскәүҙән «Динамо» составын тулыландыра. Ул баш ҡала командаһы өсөн 54 уйында 11 мәрәй йыя. «Динамо» КХЛ-дың икенсе миҙгелендә Гагарин кубогының тәүге раундында «Спартак» хоккей клубына отола. Миҙгел тамамланыуы менән Дмитрий командаһынан китә. 2010 йылдың 13 октябрендә ул Санкт-Петербургтан СКА хоккей клубы менән контракт төҙөй. Тәүҙә ул ЮХЛ-да СКА-ның фарм-клубы ХК ВМФ өсөн ике уйын уҙғара. Шунан һуң ғына ул СКА өсөн сығыш яһай башлай. Шул миҙгелдә уға 23 уйында ҡатнашырға тура килә. Плей-оффта иһә ул бер осрашыу ҙа үткәрмәй. Шуға күрәлер, уға командала урын табылмай.

2011/12 йылдар миҙгелен ул Түбәнге Новгородта «Торпедо» составында башлай. Был клуб өсөн ул 2012 йылдың ғинуарына тиклем уйнай. Сөнки шул ваҡытта ул СКА хоккей клубына киренән ике йыллыҡ контракт менән ҡайта. СКА Көнбайыш конференцияһын еңә һәм Гагарин кубогында ярымфиналға етеп, буласаҡ чемпионға отола. Дмитрий яңы миҙгелдә күп 39 уйын ғына үткәрә, ә команда плей-оффта конференция финалына етә һәм КХЛ бронза миҙалдарын яулай. Воробьёв икенсе тапҡыр Рәсәй чемпионатының бронза миҙалдарын яулай.

Был миҙгелдән һуң Дмитрий «Торпедо» командаһына күсә[2]. Әммә был клуб өсөн бер рәсми уйында ҡатнашып та өлгөрмәй. Сөнки «Торпедо» уны «Авангард» хоккей клубына Павел Валентенкоға алмаштыра[3].

Көнсығыш клубтарында (2013—2016)

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Омскиҙан «Авангард» өсөн Дмитрий Воробьёв КХЛ даими чемпионатында 24 уйын уҙғарып өлгөрә. 2013 йылдың 22 ноябрендә Дмитрий менән тағы бер алышыу була. «Авангард» уны Владивостоктан «Адмирал» хоккей клубына Антон Полещукка алмаштыра[4]. Яңы клубы өсөн Дмитрий 24 осрашыу үткәрә һәм дүрт мәрәй йыя. Тәүге миҙгелен үткәргән «Адмирал» Гагарин кубогына эләгә. Шунда Алыҫ Көнсығыш хоккейсылары Магнитогорскиҙан «Металлург» хоккей клубына биш уйында еңелә. Воробьёв плей-оффта бер гол керетеп өлгөрә.

Шул ваҡытта яңы миҙгелдә Тольяттиҙан «Лада» хоккей клубының лигаға ҡайтыуы билдәле ине. Миҙгел тамамланғас, Дмитрийҙың «Адмирал» менән контракты тамамлана, һәм ул тыуған клубының составын тулыландыра[5]. 2014 йылдың 19 сентябрендә «Лада» өсөн ил чемпионаттарында 300-сө осрашыуын үткәрә[6]. 2015 йылдың 20 февралендә ул Рәсәй чемпионаттарында 50-се шайбаһын керетә һәм бөйөк Вячеслав Фетисов клубына инә[7]. «Лада» өсөн ул даими чемпионатта 59 уйын үткәреп ун мәрәй йыя, ә клуб плей-оффҡа эләкмәй.

Дмитрий Воробьёв тыуған командаһы менән контрактын бер йылға оҙайта. 2015/2016 йылдар миҙгеле башланыр алдынан үткән Лада кубогында ул өс уйында бер гол индерә, «Лада» был трофейҙы еңә. Дмитрий «Лада» өсөн даими миҙгелдә бөтә 60 уйынды үткәрә һәм 20 (10+10) мәрәй йыя. Тольятти клубы тағы ла Гагарин кубогына эләгә алмай.

«Салауат Юлаев» (2016—2017)

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2016 йылдың 1 май көнөндә Дмитрий «Салауат Юлаев» хоккей клубына яңынан ҡайта һәм ике йыллыҡ килешеү төҙөй[8]. 2016 йылдың 23 авгусында ул «Салауат Юлаев» өсөн икенсе уйынын үткәрә, ә 27 сентябрҙә — тәүге шайбаһын керетә. «Салауат Юлаев» даими миҙгелде конференцияһында алтынса урында тамамлай һәм плей-оффтың тәүге раундында «Аҡ Барс» хоккей клубына серияла 1-4 иҫәбе менән отола. Дмитрий даими миҙгелдә 42 уйында 3 мәрәй йыйһа, Гагарин кубогында ҡатнашмай. Миҙгел тамамланғас, клуб етәкселеге һаҡсы менән контрактты оҙайтырға уйламай, һәм Дмитрий команданан китә.

Башҡа клубтар (2017—ә.в.)

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

15 майҙа Дмитрий тыуған Тольятти ҡалаһына ҡайта һәм «Лада» менән бер йылға килешеү төҙөй[9]. Даими миҙгелде «Лада» Көнсығыш конференцияһында 13-сө урында тамамлай һәм плей-оффҡа эләкмәй. Дмитрий барыһы 50 осрашыуҙа 9 (2+7) мәрәй йыя. Миҙгел тамамланғас, Континенталь хоккей лигаһында «Лада» хоккей клубы ҡатнашыусылар составынан сығарыла. Шуға күрә ул Хабаровскиҙан «Амур» хоккей клубына күсә. Яңы командаһы өсөн 2018/19 миҙгелендә Дмитрий 38 осрашыуҙа 5 (1+4) һәм «-14» файҙалыҡ күрһәткесен йыя, ә «Амур» Гагарин кубогы өсөн плей-офф уйындарына эләгә алмай.

2019 йылдың 1 сентябрендә Дмитрий Словакия чемпионатында сығыш яһаған «Дукла Михаловце» командаһы менән контракт төҙөй[10]. Дмитрий Словакия даими чемпионатының 50 уйынында 5 һөҙөмтәле пас бирә, ә командаһы етенсе урынға үрмәләй. Плей-офф уйындары коронавирус пандемияһы арҡаһында үткәрелмәй. Шулай итеп Дмитрий Воробьёвтың профессиональ кимәлдә уйынсы карьераһы тамамлана.

Рәсәй йыйылма командаһында

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Дмитрий Воробьёв 17 йәшенән башлап Рәсәйҙең төрлө йыйылма командаларына саҡырыла башлай. 2004 йылда ул тәүге шайбаһын керетә һәм 2005 йылдың башында үткән йәштәр донъя чемпионатына ҡатнашырға саҡырыла. Рәсәй үҙ төркөмөндә беренсе урынды яулай, ярымфиналда АҠШ командаһын еңеп финалға сыға. Әммә унда Канада йәштәр командаһынан отола — 6:1. Воробьёв бөтә 6 уйында ҡатнаша, 6 (1+5) мәрәй йыя һәм көмөш миҙалдар яулай.

Киләһе миҙгелдән башлап Рәсәй төп йыйылма командаһына саҡырыла башлай. 2008 йылда ул Канадала үткән донъя чемпионатында ҡатнашырға Рәсәй йыйылма командаһына саҡырыу ала. Дмитрий биш уйын үткәрә, бер мәрәй йыя. Финалда ул ҡатнашмай, әммә Рәсәй турнирҙың хужаларын еңеп донъя чемпиондары исемен еңә һәм Дмитрий донъя чемпионатының алтын миҙалын яулай. Башҡа ул Рәсәй йыйылма командаһына саҡырылмай. Еврохоккейтурҙың этаптарында дөйөм алғанда ул 12 уйын үткәрә һәм бер мәрәй йыя.

Һуңғы яңыртыу: 12 август 2020

Даими миҙгел Плей-офф
Миҙгел Команда Лига У Г П М Штр У Г П М Штр
2003/04 Лада РСЛ 23 1 0 1 12 4 0 0 0 4
2004/05 53 2 6 8 30 10 0 0 0 8
2005/06 42 1 7 8 73 8 0 0 0 8
2006/07 54 10 7 17 48 3 0 0 0 6
2007/08 55 16 12 28 74 4 3 0 3 2
2008/09 КХЛ 39 4 14 18 18
Салауат Юлаев 5 0 0 0 0
2009/10 Динамо М 50 2 7 9 12 4 0 2 2 8
2010/11 ХК ВМФ ЮХЛ 2 0 0 0 0
2010/11 СКА КХЛ 23 2 3 5 4 0 0 0 0 0
2011/12 Торпедо 39 2 11 13 16
СКА 14 0 2 2 8 15 1 1 2 6
2012/13 СКА 34 0 5 5 8 5 1 0 0 0
2013/14 Авангард 24 1 2 3 2 0 0 0 0 0
Адмирал 24 1 3 4 8 5 1 0 1 4
2014/15 Лада 59 2 8 10 14
2015/16 60 10 10 20 18
2016/17 Салауат Юлаев 42 1 2 3 14
2017/18 Лада 50 2 7 9 20
2018/19 Амур 38 1 4 5 16
2019/20 Дукла Словакия 50 0 5 5 37
Бөтәһе Суперлигала 227 30 32 62 237 29 3 0 3 28
Бөтәһе КХЛ-да 500 28 78 106 155 29 3 3 6 20

Халыҡ-ара карьераһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Турнир Урын У Г П М +/- Штр
ЙДЧ-2005 2 6 6 1 5 7 27
ДЧ-2008 1 5 1 0 1 2 4
  • Шайбалы хоккей буйынса Беренсе лига чемпионы — 2003/04.
  • Рәсәй чемпионатының бронза миҙалдары — 2003/04, 2012/13.
  • Йәштәр донъя чемпионатының көмөш миҙалы — 2005.
  • Рәсәй чемпионатының көмөш миҙалы — 2005.
  • Континенталь кубогы еңеүсеһе — 2006.
  • Донъя чемпионы — 2008.
  • КХЛ чемпионатының бронза миҙалсыһы — 2012/2013.