Лисин Энвер Геннадьевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Ice hockey puck.svg
Энвер Лисин
Энвер Лисин.jpg
Позиция

һөжүмсе

Буйы

186 см

Ауырлығы

92 кг

Ҡулсыр

Һул

Гражданлығы

Рәсәй флагы Рәсәй

Тыуған көнө

22 апрель 1986({{padleft:1986|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:22|2|0}}) (32 йәш)
СССР, Воскресенск ҡалаһы

МХЛ драфты

2004 йылда «Финикс Койотс» клубы менән икенсе раундта 50-се һан аҫтында һайлана

Карьера
2001—ә.в.
Хоккейсы карьераһы
Халыҡ-ара миҙалдары

Лисин Энвер Геннадьевич (22 апрель 1986, Воскресенск) — Рәсәй хоккейсыһы, һөжүмсе. Мәскәүҙең «Динамо» хоккей клубы тәрбиәләнеүсеһе. Әлеге ваҡытта Континенталь хоккей лигаһында сығыш яһаған «Себер» хоккей клубы уйынсыһы. Рәсәй чемпионаты еңеүсеһе, юниорҙар араһында донъя чемпионы, ике тапҡыр йәштәр араһында донъя чемпионатының көмөш миҙалы эйәһе. 2017 йылда КХЛ оҫталыҡ конкурстарында йүгереү тиҙлеге буйынса яңы рекорд ҡуя.

Карьера[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

«Динамо» спорт мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе булһа ла, Энвер ЦСКА спорт мәктәбе өсөн дә уйнап өлгәрә. 1999/2000 йылдар миҙгелендә Мәскәүҙең асыҡ чемпионатының 32 осрашыуында 72 мәрәй (49+23) йыя. ЦСКА беренсе урындан Рәсәй финалына сыға. Финалда ла Энвер яҡшы уйнай — 6 уйында үҙ иҫәбендә 13 мәрәй һала. ЦСКА бер кемгә лә мөмкинлек ҡалдырмай һәм 1986 йылғы үҫмерҙәр араһында Рәсәй чемпионатында еңеүсе була.

«Динамо» һәм «Кристалл» (2001—2004)[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

2001/02 миҙгелендә профессиональ карьераһы башлана. 15 йәшендә «Динамо-2» командаһы өсөн Рәсәй чемпионатының беренсе лигаһы беренсе этабының 6 уйында ҡатнаша. Шул уҡ йылда Мәскәү чемпионатында 31 осрашыуҙа 82 мәрәй йыя. Мәскәү йыйылма командаһы составында регионар араһында Рәсәй беренселегендә көмөш миҙал яулай. 2003 йылда Һарытауҙан «Кристалл» хоккей клубына күсә. Рәсәй чемпионатының Юғары лигаһында даими миҙгелдең 35 осрашыуында 16 мәрәй йыя. «Кристалл» плей-оффтың тәүге раундында Силәбенең «Мечел» хоккей клубына отола. 2004 йылда Милли хоккей лигаһының драфтында Энверҙы икенсе раундта дөйөм 50-се һан аҫтында «Финикс Койотс» хоккей клубы һайлай. Лисин Төньяҡ Америкаға күсергә әҙер була, әммә миҙгелдә МХЛ-да локаут иғлан ителә, һәм Энвер Рәсәйҙә ҡала.

«Аҡ Барс» (2004—2007)[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

2004 йылда Ҡазандан «Аҡ Барс» хоккей клубы ҡаланың мең йыллығына арнап составына иң көслө уйынсыларҙы йыя. Ун һигеҙ йәшлек Лисин да командаға эләгә. Энверҙың шул йылда Рәсәй чемпионатында дебюты була. Ул Суперлиганың даими миҙгелендә 53 уйында 12 (8+4) мәрәй йыя. Тик команда менән ул ҙур уңыштарға өлгәшмәй. Ҡазан командаһы плей-оффтың тәүге этабында уҡ ярыштарҙан төшөп ҡала. Киләһе йылда даими миҙгелдең 43 осрашыуында 12 мәрәй йыя. Плей-оффта «Аҡ Барс» бер тапҡыр ғына еңелә һәм Рәсәй чемпиондары титулын яулай. Лисин бөтә ун өс осрашыуҙа ла ҡатнаша һәм дүрт мәрәй йыя.

Рәсәй чемпионы исемен яулағас, Энвер Америкаға китә. 2006 йылдың 14 октябрендә ул «Финикс» өсөн МХЛ-да тәүге уйынын үткәрә. 17 октябрҙә үҙ иҫәбенә тәүге мәрәй яҙа, ә 4 ноябрҙә тәүге шайба индерә. МХЛ-да шул миҙгелдә ун ете уйында ҡатнаша һәм башҡа бер мәрәй ҙә йыймай. Америка хоккей лигаһында ике уйында ике гол керетә, һәм миҙгелде Рәсәйгә ҡайтып тамамлай. Шул йылда Рәсәй чемпионатында 21 уйында 8 мәрәй йыя. «Аҡ Барс» миҙгелдең финалында еңелә һәм Энвер көмөш миҙалға лайыҡ була. Энвер командаһы менән тағы ла Европа чемпиондары кубогын яулай.

Төньяҡ Америкала[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

2007/08 йылдар миҙгелен Энвер күберәк АХЛ-да үткәрә. Әммә МХЛ-да ла ул уйнап өлгөрә. «Финикс» өсөн 13 осрашыуҙа 5 (4+1) мәрәй йыйһа, фарм-лигала «Сан-Антонио» составында 58 уйында 35 тапҡыр һөҙөмтәле һөжүмдә ҡатнаша. Колдер кубогында — Америка хоккей лигаһының плей-офф уйындарының тәүге раундында уҡ «Сан-Антонио» төшөп ҡала. Лисин шунда алты осрашыуҙа 3 (1+2) мәрәй йыя. Киләһе 2008/2009 йылдар миҙгелендә Энвер күбеһенсә МХЛ-да уйнай — 48 осрашыуҙа уның иҫәбендә 21 (13+8) мәрәй була. Ә АХЛ-да ун осрашыуҙа алты мәрәй йыя. Шул йылда Милли хоккей лигаһында ул өс тапҡыр бер уйында ике гол керетә.

Был миҙгел тамамланғас, Лисинды «Финикс» етәкселеге «Нью-Йорк Рейнджерс» хоккей клубына алмаштыра[1]. Клуб менән контракт бер йылға төҙөлә. Энвер даими миҙгелдең 57 осрашыуында 14 (6+8) мәрәй генә йыя, ә «Рейнджерс» плей-оффҡа эләкмәй. Был йылдан һуң Энвер Рәсәйгә ҡайтырға була. Әммә быға тиклем ул МХЛ-да күнекмәләр лагерендә ҡатнаша, тик бер клубтан да килешеү төҙөргә тәҡдим алмай.

«Металлург» Мг (2010—2013)[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Энвер Лисин «Металлург» составында

2010 йылдың 4 октябрендә Энвер Континенталь хоккей лигаһында сығыш яһаған Магнитогорскиҙан «Металлург» менән ике йыллыҡ контракт төҙөй[2]. Даими миҙгелдең 44 уйынында 25 мәрәй йыя. «Металлург» Гагарин кубогында конференциялар финалында буласаҡ чемпионға «Салауат Юлаев» хоккей клубына еңелә. Энвер плей-оффтың ун биш осрашыуында ике гол керетә. Киләһе миҙгелдең 42 уйынында 14 (7+7) мәрәй йыя. Ә плей-оффта бер осрашыуҙа ғына ҡатнаша.

2012 йылдың 14 апрелендә Энвер «Металлург» менән ике йылға контракт төҙөй[3]. Магнитогорск командаһы миҙгелде конференцияла дүртенсе урында тамамлай, ә плей-оффтың тәүге раундында шул уҡ «Салауат Юлаев» командаһына ете уйында еңелә.

«Адмирал» һәм ЦСКА (2013—2015)[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

2013 йылдың 17 июнендә КХЛ яңы клуб «Адмирал» өсөн киңәйеү драфтын үткәрә. Шунда яңы команда һәр клуб тәҡдим иткән биш кешенән берәйһен һайлай ала ине. «Адмирал» һайлаған кешеләр араһында Энвер Лисин да була[4]. Лисин Владивосток командаһының капитаны тип билдәләнә[5]. Ул 27 декабргә тиклем 28 уйында 18 (7+11) мәрәй йыя. Яңы клуб өсөн уйнауҙан башҡа, Энвер Сочи ҡалаһында Ҡышҡы Олимпия уйындарының олимпия утының эстафетаһында ҡатнаша[6]. 10 декабрҙә журналистар Энверҙы КХЛ бөтә йондоҙҙар уйынына һайлай[7]. 26 декабрҙә «Адмирал» Лисинды Мәскәүҙең ЦСКА хоккей клубына Илья Зубовҡа һәм Михаил Науменковҡа алмаштыра[8]. Братиславала үткән был йондоҙло сараның оҫталыҡтар конкурстарында Энвер «Змейка» һәм командалы эстафеталарында ҡатнаша. Ә уйында Лисин бер гол керетә һәм ике тапҡыр һөҙөмтәле пас бирә. ЦСКА өсөн даими миҙгелдә Энвер 14 осрашыуҙа 2 мәрәй йыя, ә плей-оффта ЦСКА серияла 0-4 иҫәбе менән СКА командаһына еңелә. Миҙгел бөткәс, Энверҙың ЦСКА менән килешеүе тамамлана, һәм ул кире Владивосток ҡалаһына ҡайта[9]. Миҙгел алдынан Лисин команданың капитаны ассистенты тип тәғәйенләнә.[10]. 2014/15 йылдар миҙгелендә Энвер 54 осрашыуҙа 32 (16+16) мәрәй йыя, тик «Адмирал» плей-оффҡа эләкмәй.

«Салауат Юлаев» (2015—2018)[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

2015 йылдың 1 май көнөндә Энвер Өфөнән «Салауат Юлаев» менән ике йылға контракт төҙөй[11]. 2015/16 йылдар миҙгелендә ул 54 уйында 14 тапҡыр ғына һөҙөмтәле һөжүмдә ҡатнаша. «Салауат Юлаев» плей-оффта «Аҡ Барс» һәм «Авангард» хоккей клубтарын үтә. Конференциялар финалдарында ул Магнитогорскиҙан «Металлург» командаһына еңелә. Энвер Рәсәй һәм КХЛ чемпионаттарының бронза миҙалдарын еңә. Киләһе миҙгел статистика яғынан уңышлыраҡ була Энвер өсөн. Ул 55 уйында 30 (14+16) мәрәй йыя. Шулай уҡ ул Өфөлә үткән КХЛ бөтә йондоҙҙар уйынында ҡатнаша. Энвер йүгереү тиҙлеге конкурсында КХЛ-дың яңы рекордын ҡуя[12]. Тағы ла ул командалы эстафетаһында Көнсығыш конференцияһына еңергә ярҙам итә. Ә бөтә йондоҙҙар уйыны мини-турнир форматында үтә. Шунда Лисин Чернышёв дивизионы составында ике гол керетә һәм турнирҙа беренсе урынды ала. Тәүҙә Энвер йондоҙҙар уйынына эләкмәй ҙә ҡала ала ине. Ул ауырып киткән Владимир Соботканы алмаштыра[13]. «Салауат Юлаев» даими миҙгелде конференцияһында алтынса урында тамамлай һәм плей-оффтың тәүге раундында «Аҡ Барс» хоккей клубына серияла 1-4 иҫәбе менән отола. 60 уйында Энвер бөтәһе 33 мәрәй йыя.

17 мартта Энвер Лисин клуб етәкселеге менән килешеүен оҙайтыуы тураһында мәғлүмәт килеп сыға[14]. 21 мартта был турала рәсми рәүештә иғлан ителә — һөжүмсе клуб менән ике йылға контракт төҙөй[15]. 2017/18 йылдар миҙгелендә Энвер даими чемпионатта бар 54 осрашыуҙа ҡатнаша һәм 24 мәрәй йыя. «Салауат Юлаев» конференцияла икенсе урынды яулай, ә плей-оффта конференция ярымфиналында Силәбенән «Трактор» хоккей клубына отола. Миҙгел тамамланғас клуб етәкселеге Энвер менән килешеүҙе өҙә[16].

«Себер» (2018—ә.в.)[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

2018 йылдың 20 июнендә Энвер Лисин Новосибирскиҙан «Себер» хоккей клубы менән бер йылға килешеү төҙөй[17].

Рәсәй йыйылма командаһында[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Рәсәй йыйылма командаһына Энвер тәү тапҡыр 2002 йылда юниорҙар йыйылма командаһына саҡырыла. Словакияла үткән халыҡ-ара турнирҙа Рәсәй хоккейсылары бронза миҙалдарын яулайҙар. Киләһе йылда Лисин Швейцарияла 86 йылғы үҫмерҙәр араһында турнирҙа ҡатнаша һәм 3 (2+1) мәрәй йыя, ә Рәсәй беренсе урынды яулай. 2003 йылда ул Рәсәй юниорҙар йыйылма командаһы составында Чехия менән Словакияла үткән Донъя кубогында көмөш миҙалдарҙы еңә һәм биш осрашыуҙа ике тапҡыр һөҙөмтәле һөжүмдә ҡатнаша. Шул миҙгелдә ул ике тапҡыр халыҡ-ара турнирға барып ҡайта, икеһендә лә беренсе урын яулай һәм 7 осрашыуҙа 11 мәрәй йыя. Был уйыны менән уны 2004 йылдың апрелендә Белоруссияла үткән юниорҙар донъя чемпионатында ҡатнашырға хоҡуҡ ала. Рәсәй үҙ төркөмөндә беренсе урынды ала. Ярымфиналда Канада, ә финалда АҠШ үҫмерҙәрен оталар һәм алтын миҙалдарҙы еңәләр. Энвер алты осрашыуҙа бер гол ғына керетә.

2005 йылда Энвер йәштәр араһында донъя чемпионатында ҡатнаша. Рәсәй үҙ төркөмөндә беренсе урынды ала, ә финалда Канада командаһына еңелә (1:6) һәм көмөш миҙалдарҙы яулай. Лисин 6 уйында 5 (2+3) мәрәйгә өлгәшә. Киләһе йылда Энвер тағы ла йәштәр йыйылма командаһына донъя чемпионатында ҡатнашырға саҡырыла. Шунда Рәсәй үҙ төркөмөндә беренсе була, ә финалда тағы ла Канада хоккейсыларына еңелә. Лисин бул турнирҙа ике гол керетә.

2010 йылда Энвер Лисин Рәсәйҙең төп йыйылма командаһына Швеция хоккей уйындарында ҡатнашырға саҡырыла. Шунда Рәсәй өсөнсө урынды ала, ә Энвер бер мәрәй ҙә йыймай. 2010 йылда Мәскәүҙә үткән Беренсе канал кубогында ул шулай уҡ бер мәрәйгә лә өлгәшмәй, тик Рәсәй шунда беренсе урынды ала. 2011 йылда Энвер Рәсәй-2 составында Белоруссияла Полесья кубогында беренсе урынды яулай һәм 3 уйында 2 (1+1) мәрәй йыя. Беренсе канал кубогында бер уйын ғына үткәрә. 2013 йылда ул Карьяла кубогында 2 осрашыуҙа 3 (2+1) мәрәй йыя. Энвер турнирҙың символик йыйылма командаһына керә[18]. 2014 йылда ЕвроХоккей Челлендж дуҫтарса уйындарҙа Лисин өс уйын үткәрә һәм бер гол керетә. Шунан башҡа ул Рәсәй ййылма командаһына саҡырылмай.

Статистика[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һуңғы яңыртыу: 1 август 2018

Клубта карьераһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Даими миҙгел Плей-офф
Миҙгел Команда Лига У Г П М Штр +/- У Г П М Штр +/-
2001/02 Динамо-2 БЛ 6 3 0 3 14
2003/04 Кристалл ЮЛ 35 10 6 16 30 2 4 1 0 1 0 -2
2004/05 Аҡ Барс РСЛ 53 8 4 12 4 7 3 0 0 0 0 2
2005/06 Аҡ Барс РСЛ 43 7 5 12 26 4 13 3 1 4 6 3
2006/07 Сан Антонио Рэмпэйдж АХЛ 2 2 0 2 4 1
2006/07 Финикс Койотс МХЛ 17 1 1 2 16 -18
2006/07 Аҡ Барс РСЛ 20 6 2 8 18 6 1 0 0 0 0 0
2007/08 Финикс Койотс МХЛ 13 4 1 5 6 -5
2007/08 Сан Антонио Рэмпэйдж АХЛ 58 16 19 35 26 8 6 1 2 3 0 0
2008/09 Сан Антонио Рэмпэйдж АХЛ 10 2 4 6 6 -9
2008/09 Финикс Койотс МХЛ 48 13 8 21 24 -13
2009/10 Нью-Йорк Рейнджерс МХЛ 57 6 8 14 18 -1
2010/11 Металлург Мг КХЛ 44 12 13 25 44 5 15 2 5 7 18 0
2011/12 Металлург Мг КХЛ 42 7 7 14 22 -8 1 0 1 1 0 1
2012/13 Металлург Мг КХЛ 47 11 7 18 32 6 7 0 3 3 12 1
2013/14 Адмирал КХЛ 28 7 11 18 12 7 Команданан китә
2013/14 ЦСКА КХЛ 14 0 2 2 4 -3 4 0 2 2 0 -1
2014/15 Адмирал КХЛ 54 16 16 32 41 1 Команда плей-оффҡа эләкмәй
2015/16 Салауат Юлаев КХЛ 52 5 9 14 30 -11 19 1 6 7 14 -2
2016/17 Салауат Юлаев КХЛ 55 14 16 30 64 -3 5 2 1 3 4 1
2017/18 Салауат Юлаев КХЛ 54 14 10 26 30 -6 13 1 2 3 12 -3
2018/19 Себер КХЛ
Бөтәһе РСЛ-да 116 21 11 32 48 17 17 3 1 4 6 5
Бөтәһе АХЛ-да 70 20 23 43 36 0 6 1 2 3 0 0
Бөтәһе МХЛ-да 135 24 18 42 64 -37
Бөтәһе КХЛ-да 390 86 91 177 279 -12 64 6 20 26 60 -3

Халыҡ-ара карьераһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Йыл Команда Турнир Урын   У Г П М Штр
2004 Рәсәй U18 ЮДЧ Gold medal with cup.svg 6 1 0 1 12
2005 Рәсәй U20 ЙДЧ Silver medal with cup.svg 6 2 3 5 0
2006 Рәсәй U20 ЙДЧ Silver medal with cup.svg 6 2 0 2 2
Бөтәһе (юниор. һәм йәш.) 18 5 3 8 14

Ҡаҙаныштар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Юниорҙар араһында донъя чемпионы — 2004.
  • Йәштәр араһында донъя чемпионатының көмөш миҙалсыһы — 2005, 2006.
  • Рәсәй чемпионы — 2005/06.
  • Европа чемпиондары кубогы еңеүсеһе — 2007.
  • Рәсәй һәм КХЛ чемпионаттарының бронза миҙалсыһы — 2015/16.
  • КХЛ бөтә йондоҙҙар уйынында ҡатнашыусы — 2014, 2017.

Шәхси тормошо[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Энвер милләте буйынса абхаз була, ә ҡатыны Аида татар милләтенеке. Уның менән Энвер Ҡазанда «Аҡ Барс» өсөн сығыш яһағанда таныша. 2011 йылда уларҙа Роберт исемле улдары тыуа[19].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Rangers obtain Lisin in deal with Phoenix
  2. Лисин подписал контракт с магнитогорским «Металлургом»
  3. «Магнитка» продлила контракты с Лисиным и Казионовым
  4. interfax Состоялся драфт расширения КХЛ. InterFax.ru (17 июнь 2013).
  5. Р-Спорт Лисин станет капитаном ХК "Адмирал" в первом сезоне клуба - Селиванов. sports.ru (31 август 2013).
  6. Лисин примет участие в эстафете Олимпийского огня во Владивостоке
  7. КХЛ. Определены вторые пятерки и вратари Матча Звезд-2014
  8. «Адмирал» обменял Лисина в ЦСКА на Зубова и Науменкова
  9. Лисин вернулся в «Адмирал»
  10. Зубов стал капитаном «Адмирала», Лисин и Угаров – ассистентами
  11. Хоккеист Лисин перешел в "Салават Юлаев", подписав контракт на 2 года - Вайсфельд
  12. Матч звезд КХЛ. Лисин выиграл конкурс на скорость и побил рекорд
  13. Лисин заменит Соботку в Матче звезд КХЛ
  14. «Салават Юлаев» продлит контракт с Лисиным
  15. «Салауат Юлаев» рәсми сайты Энвер Лисин ике йылға контрактын озайта. hcsalavat.ru (21 март 2017).
  16. «Салауат Юлаев» расторг контракт с Лисиным
  17. Энвер Лисин подписал контракт с «Сибирью»
  18. Лисин и Зубарев вошли в символическую сборную Кубка «Карьялы»
  19. Энвер Лисин: В каждой команде должен быть тафгай

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]