Бодров Денис Александрович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Денис Бодров
Позиция

Һаҡсы

Буйы

186 см

Ауырлығы

93 кг

Ҡулсыр

Һул

Гражданлығы

Рәсәй флагы Рәсәй

Тыуған көнө

22 август 1986({{padleft:1986|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:22|2|0}}) (37 йәш)
Тольятти, СССР

МХЛ драфты

2006 йылда 2-се раундта 55-се һан аҫтында «Филадельфия Флайерз» клубы менән һайлана

Карьера
2002—ә.в.
Хоккейсы карьераһы
2002—2004 Рәсәй флагы Лада-2
2004—2005 Рәсәй флагы ЦСК ВВС
2005—2009 Рәсәй флагы Лада
2008—2009 Рәсәй флагы Атлант
2010 АҠШ флагы Эдирондек Фантомс
2010—2014 Рәсәй флагы Спартак
2014—2017 Рәсәй флагы Салауат Юлаев
2017—ә.в Рәсәй флагы Автомобилист
Халыҡ-ара миҙалдары

Бодров Денис Александрович (22 август 1986, Тольятти) — Рәсәй хоккейсыһы, һаҡсы. Тольятти хоккейы тәрбиәләнеүсеһе. Әлеге ваҡытта Екатеринбургтан Континенталь хоккей лигаһында сығыш яһаған «Автомобилист» хоккей клубы уйынсыһы.

Карьера[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һамар өлкәһендә (2002—2009)[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Денис Бодров Тольяттиҙа хоккей менән шөғөлләнә башлай. 2002 йылда профессиональ карьераһына «Лада» хоккей клубының фарм-клубында Беренсе лигала башлай. Тәүге миҙгелендә 9 уйын ғына үткәрә һәм шунда ике штраф минуты менән генә иҫкә ҡала. Киләһе миҙгелдә ул тәүге мәрәйен йыя һәм шайбаһын керетә. Бөтәһе Беренсе лигала ул 2003/04 миҙгелендә 45 уйын уҙғара һәм 7 (3+4) мәрәй йыя. Шул йылда «Лада-2» тәүҙә Волга буйы дивизионында чемпион була, ә аҙаҡтан Беренсе лиганың «А» класы командалары араһында Рәсәй беренселегенең Финал турнирында еңә. Тольятти хоккейсылары алтын миҙалдарҙы һәм Беренсе лига чемпионы исемен яулай.

Әлбиттә, бындай миҙгелдән һуң Денистың юғарыраҡ күтәрелергә хоҡуғы бар ине. «Лада» етәкселеге уны Юғары лигала сығыш яһаған Һамар өлкәһенең икенсе командаһы ЦСК ВВС хоккей клубына бер йылға арендағы бирә. Был клуб өсөн ул 2004/05 йылдар миҙгеленең даими чемпионатында 33 уйын үткәрә һәм 7 (1+6) мәрәй йыя. ЦСК ВВС үҙ зонаһында плей-оффҡа эләкмәй, һәм Денистың арендаһы ваҡыты тамамлана.

2005 йылда Рәсәй чемпионатының Суперлигаһында тәүге уйынын үткәрә. Тимәк өс йылда ул Рәсәй чемпионатының өс лигаһында уйнап өлгөрә. Шул миҙгелдә ул даими чемпионатта 35 осрашыуҙа ҡатнаша һәм 4 (2+2) мәрәй йыя. «Лада» даими чемпионатта 9-сы урынға төшә, тик плей-оффҡа барыбер эләгә. Шунда ул сирекфиналда дәғүәсеһенән еңелеп турнирҙан төшөп ҡала. Бодров командаһының бөтә һигеҙ уйында ҡатнаша, тик мәрәйҙәр йыймай. Шулай уҡ «Лада» Рәсәй чемпионатында ҡатнашыуҙан тыш Европала Континенталь кубогын еңә. Денис өс уйында һөҙөмтәлек өсөн ике балл йыя. Миҙгел тамамланғас, уны МХЛ драфтының икенсе раундында 55-се һан аҫтында «Филадельфия Флайерз» клубы һайлай.

2006/07 йылдар миҙгелендә Рәсәй чемпионатында 49 уйын үткәрә, 1 тапҡыр гол керетә һәм 5 тапҡыр һөҙөмтәле пас бирә. «Лада» 11-се урында даими миҙгелде тамамлай, ә плей-оффтың тәүге раундында Мәскәүҙен ЦСКА командаһына еңелә. Киләһе йылда Денис тәү тапҡыр бер миҙгелдә ундан күберәк мәрәй йыя. «Лада» тағы ла тәүге раундта еңелә. Шулай уҡ шул миҙгелдә Бодров Беренсе лигала «Лада-2» 8 осрашыу үткәрә һәм бик яҡшы статистика күрһәтә — 7 (3+4) мәрәй.

2008 йылда Рәсәйҙә Континенталь хоккей лигаһы барлыҡҡа килә. Рәсәй чемпионатының бөтә командалары ла был лига составына керә. Яңы лигала Денис Бодров «Лада» өсөн 24 уйын уҙғарып өлгөрә һәм 6 (1+5) мәрәй йыя. 2008 йылдың 22 ноябрендә «Лада» уны «Атлант» хоккей клубына Михаил Глуховҡа алмаштыра[1]. Ошо саҡта Һамар өлкәһендәге уның карьераһында бер этабы тамамлана. Тик бик яҡшы тамамланмай: Бодров «Лада» менән судлаша[2]. Мәскәү өлкәһе командаһы өсөн ул бөтәһе 33 осрашыу уҙғара һәм 7 (2+5) мәрәй йыйып өлгөрә. Денис «Атлант» өсөн 2009 йылдың 30 ноябренә тиклем уйнай. Шул көндө ул һәм клуб контракты өҙәләр[3].

«Спартак» (2010—2014)[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2010 йылдың 26 ғинуарында «Филадельфия Флайерз» командаһының АХЛ-дағы фарм-клубы «Эдирондек Фантомс» хоккей клубы менән миҙгел тамамланыуына тиклем контракт төҙөй[4]. Шул уҡ көндө КХЛ дисциплинар комитеты Денис Бодровты 5 миллион һумға һәм 10 уйынға штрафлай. Сәбәбе: үткән миҙгелдә «Лада» өсөн сығыш яһағанда ул клуб менән Лигала теркәлгән килешеүҙән тағы контракт төҙөй[5]. «Эдирондек Фантомс» өсөн даими миҙгелдә ул 17 уйын үткәрә һәм 4 (1+3) мәрәй йыя. Денистың командаһы плей-оффҡа эләкмәй ҡала. 2010 йылдың 2 июнендә Бодровтың «Филадельфия» менән өс йыллыҡ килешеү төҙөйәсәге тураһында һүҙ сыға[6]. Шул ваҡытта «Филадельфия» Стэнли кубогының финалында уйнай ине.

Әммә 2010 йылдың 12 июлендә ул Рәсәйгә ҡайта һәм Мәскәүҙең «Спартак» хоккей клубы менән бер йыллыҡ контракт төҙөй[7]. Аҙаҡтан был хәл итеүенең Денис сәбәбен үҙе әйтә. Уның ҡатыны оҙаҡламай бала тыуҙырырға тейеш ине, шуға Рәсәйгә ҡайтырға булдылар[8]. Тик уның КХЛ-ға ҡайтыуы тыныс үтмәй. Шул йылдың ғинуарында КХЛ уны штрафлағайны. Шул штраф буйынса ул 10 уйын үткәрергә тейеш ине. Уйынсы һәм уның агенты был дисквалификацияны бөтөрөргә тырышалар ине[9]. Һәм улар быны эшләй ала. «Спартак» һаҡсыһы миҙгел башында бер уйын да ҡалдырмай. Был клуб өсөн даими миҙгелдә Денис 45 уйын үткәрә, өс тапҡыр гол керетә һәм алты тапҡыр һөҙөмтәле пас бирә. Плей-оффта «Спартак» СКА-ға 0-4 иҫәбе менән отола. Һуңғы уйындан һуң бер көн үткәс, «Спартак» Денис Бодров менән килешеүен ике йылға оҙайта[10].

Денис Бодров ҡапҡа артында «Спартак» өсөн уйнай (2011 йыл).

2011/12 миҙгеле Денис Бодров карьераһында иң уңышлы була. Ул 53 уйында 20 (6+14) мәрәй йыя. Тик «Спартак» плей-оффҡа эләкмәй. Киләһе миҙгелдә Денис клубта капитандың ассистенты исемен ала. Әммә был миҙгел үткәненән дә насарыраҡ була: «Спартактан» көнбайыш конференцияһында Риганан «Динамо» хоккей клубы ғына түбәнерәк ине. Миҙгел барышында клуб етәкселеге Федор Канарейкинды баш тренер вазифаһынан бушата. «Спартак» Өмөт кубогында сирекфиналға етә. Тик был турнирҙа Денис Бодров ҡатнашмай.

2013/14 йылдар миҙгеле алдынан Бодров команданың капитаны итеп һайлана. Шуға күрәлер, ул даими миҙгелдә бер уйынды ла ҡалдырмай һәм 18 (3+15) мәрәй йыя. Тик миҙгел уртаһында «Спартак» клубында финанслау менән ҡыйынлыҡтар тыуа. Уйынсыларға эш хаҡын түләмәй башлайҙар. Клуб плей-оффҡа эләкмәй, ә Өмөт кубогында ҡатнашыуҙан баш тарта. Бодров 2015 йылда тамамлана торған «Спартак» менән контрактын өҙөргә КХЛ дисциплинар комитетын һорай[11]. 2014 йылдың 1 апрелендә КХЛ дисциплинар комитеты Денис Бодровҡа контрактын өҙөргә рөхсәт итә. Был турала уйынсының агенты Николай Тищенко иғлан итә[12].

«Салауат Юлаев» (2014—2017)[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2014 йылдың 7 май көнөндә Денис Бодров «Салауат Юлаев» менән өс йыллыҡ контракт төҙөй[13]. Даими миҙгелдә Денис яңы клубы өсөн 43 уйын уҙғара һәм 5 (1+4) мәрәй йыя. «Салауат Юлаев» конференцияһында алтынсы урында тамамлай миҙгелде. Ә плей-оффтың тәүге раундында Магнитогорскиҙан «Металлург» хоккей клубына биш уйында еңелә. Бодров ошо бөтә биш уйында ла ҡатнаша, тик мәрәйҙәр йыймай.

2015/2016 йылдар миҙгеле алдынан үткән Түбәнге Новгород өлкәһе губернаторы кубогында ул 5 уйында 3 мәрәй йыя, ә «Салауат Юлаев» был кубокты яңы тренер Анатолий Емелин менән еңә. Тик миҙгелде клуб уңышһыҙ башлай, һәм етәкселек 1 октябрҙә Игорь Захаркинды баш тренер итеп ҡуя. Команданың күрһәткестәре яҡшырая һәм даими миҙгелде дүртенсе урында тамамлай. Гагарин кубогының конференциялар ярымфиналында «Авангардҡа» ҡаршы серияның өсөнсө уйынында Денис Бодров йәрәхәтләнә, һәм ул миҙгелдә башҡа боҙға сыҡмай[14]. Бөтәһе шул миҙгелдә Денис 59 уйында ҡатнаша һәм 12 (2+10) мәрәй йыя. Ә «Салауат Юлаев» конференция финалына етә. Тимәк, Бодров һәм уның командаһы КХЛ һәм Рәсәй чемпионатының бронза миҙалдарын еңәләр.

2016/17 йылдар миҙгеле алдынан «Салауат Юлаев» Евгений Бодров — Денистың бер туған ҡустыһы менән ике йыллыҡ контракт төҙөй[15]. Улар быға тиклем «Лада» хоккей клубында дүрт йыл бергә уйнай инеләр. «Салауат Юлаев» Өфөлә үткән Башҡортостан республикаһы кубогын еңә. Миҙгел үткән йыл кеүек уңышһыҙ башланды. Әммә хәҙер тренерҙы алмаштырманылар. «Салауат Юлаев» ноябргә тиклем хәлен яҡшыртты. Ә Денис Бодров команданың капитаны Игорь Григоренко дауаланғанда уның вазифаһын башҡарҙы. «Салауат Юлаев» даими миҙгелде конференцияһында алтынса урында тамамлай һәм плей-оффтың тәүге раундында «Аҡ Барс» хоккей клубына серияла 1-4 иҫәбе менән отола. Денис бөтәһе 42 осрашыуҙа өс мәрәй йыя.

«Автомобилист» (2017—ә.в.)[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2017 йылдың 30 апрелендә Денистың «Салауат Юлаев» менән килешеүе тамамлана. Шунан һуң ул ирекле агент булараҡ 6 майҙа Екатеринбург ҡалаһынан «Автомобилист» хоккей клубы менән өс йылға контракт төҙөй[16]. Миҙгел башында тәүге уйындан һуң команданың тренировка ваҡытында йәрәхәтләнә һәм оҙаҡ дауалана[17]. Киләһе уйынды Денис 27 февралдә генә үткәрә. Был миҙгелдә ул бөтәһе ике уйын да ғына ҡатнаша, икеһен дә «Автомобилист» 1:3 иҫәбе менән еңелә. «Автомобилист» Гагарин кубогының тәүге раундында «Металлург» командаһына серияла 2-4 иҫәбе менән отола. 2018 йылдың 2 май көнөндә Денис Екатеринбург командаһы менән бер йылға яңы килешеү төҙөй[18]. 2018/2019 йылдар миҙгеленең 13-сө аҙнаһында Бодров лигала иң яҡсы һаҡсы тип таныла. «Автомобилист» даими миҙгелде Көнсығыш конференцияһының беренсе урынында тамамлай. Гагарин кубогының плей-офф уйындарында «Трактор» клубын үтә (4-0), тик аҙаҡтан Бодровтың элекке командаһы «Салауат Юлаев» командаһына отола (1-4). Денис миҙгелдең 55 уйынында 15 мәрәй һәм «+23» файҙалыҡ күрһәткесен йыя.

Миҙгел тамамланғас хоккейсы клуб менән ике йылға яңы килешеү төҙөй[19]. Шунан алып Денис командала капитандың ассистенты ролен башҡара. 2019/2020 йылдар миҙгелендә Денис 52 осрашыуҙа 12 мәрәй йыя һәм ике шайба индерә, ә «Автомобилист» Көнсығыш конференцияһында дүртенсе урынды яулай һәм Гагарин кубогының беренсе раундында «Себер» хоккей клубына сериаля 1-4 иҫәбе менән еңелеп ҡала. «Бизнес Online» хәбәре буйынса, Денис Бодровтың йылына эш хаҡы 30 миллион һумға тиң була[20].

Рәсәй йыйылма командаһында[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Денис Бодров Рәсәй йыйылма командаһына тәү тапҡыр 2005 йылда саҡырыла. Шул йылдың ноябрендә Рәсәйҙең Ступино ҡалаһында үткән турнирға Рәсәй йәштәр йыйылма командаһына саҡырыу ала. Ул шунда ике уйын үткәрә һәм ике мәрәй йыя, ә Рәсәй был турнирҙы еңә. Ошо турнирҙағы яҡшы уйыны менән Денис йәштәр донъя чемпионатына барыуға лайыҡ була. Канадала үткән донъя беренселегендә Денис 6 уйын үткәрә һәм өс тапҡыр һөҙөмтәле пас бирә. Рәсәй йыйылма командаһы турнирҙың финалына етә һәм майҙансыҡтың хужаларына еңелеп көмөш миҙалдар менән бүләкләнәләр.

Йәштәр йыйылма командаһына ул башҡа сыҡарылмай. Ә 2010/11 йылдар миҙгелендә Рәсәй төп йыйылма командаһы өсөн ике дуҫтарса уйын үткәрә һәм шуларҙа ике штраф минуты менән билдәле. Ҙурҙар командаһы өсөн тәүге уйынын ул 2011 йылдың 1 апрелендә Белоруссия йыйылма командаһына ҡаршы үткәрә. Шунан бирле ул бер ниндәй ҙә йыйылма командаларға саҡырылмай.

Статистика[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һуңғы яңыртыу: 12 август 2020

Клубта карьераһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Даими миҙгел Плей-офф
Миҙгел Команда Лига У Г П М +/− Штр У Г П М +/− Штр
2002/03 Лада-2 БЛ 9 0 0 0 2
2003/04 Лада-2 БЛ 45 3 4 7 2
2004/05 ЦСК ВВС ЮЛ 33 1 6 7 -5 57
2005/06 Лада РСЛ 35 2 2 4 -10 42 8 0 0 0 -1 8
2006/07 Лада РСЛ 49 1 5 6 0 70 3 0 1 1 0 6
2007/08 Лада РСЛ 46 2 9 11 -7 74 4 1 0 1 -3 2
2007/08 Лада-2 БЛ 8 3 4 7 38
2008/09 Лада КХЛ 24 1 5 6 -2 20
2008/09 Атлант КХЛ 21 1 4 5 5 24 4 0 1 1 1 0
2009/10 Атлант КХЛ 12 1 0 1 -2 6 команданан китә
2009/10 Эдирондек Фантомс АХЛ 17 1 3 4 -11 6
2010/11 Спартак КХЛ 45 3 8 11 -5 46 4 0 2 2 -2 4
2011/12 Спартак КХЛ 53 6 14 20 -17 32
2012/13 Спартак КХЛ 38 4 12 16 -11 29
2013/14 Спартак КХЛ 54 3 15 18 -18 30
2014/15 Салауат Юлаев КХЛ 43 1 4 5 -1 57 5 0 0 0 -3 4
2015/16 Салауат Юлаев КХЛ 50 1 8 9 6 40 9 1 2 3 0 6
2016/17 Салауат Юлаев КХЛ 37 1 2 3 7 93 5 0 0 0 -1 2
2017/18 Автомобилист КХЛ 2 0 0 0 0 0 0 0 0 0 0
2018/19 Автомобилист КХЛ 48 3 11 14 22 32 7 1 0 1 1 12
2019/20 Автомобилист КХЛ 50 2 9 11 -11 45 2 0 1 1 2 6
2020/21 Автомобилист КХЛ
Бөтәһе Беренсе лигала 62 6 8 14 42
Бөтәһе Суперлигала 130 5 16 21 -17 186 15 1 1 2 -4 16
Бөтәһе КХЛ-да 477 27 92 119 -27 454 36 2 6 8 -2 34

Халыҡ-ара карьераһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Йыл Йыйылма команда Ярыш Урын   У Г П М Штр
2006 Рәсәй U20 ЙДЧ 2 6 0 3 3 2

Ҡаҙаныштары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • 1 Шайбалы хоккей буйынса Беренсе лига чемпионы — 2003/04.
  • 2 Йәштәр командалары араһында донъя чемпионатының көмөш миҙалсыһы — 2006.
  • 1 Континенталь кубогы еңеүсеһе — 2006.
  • 1 КХЛ һәм Рәсәй чемпионаттарының бронза миҙалсыһы — 2015/16.

Шәхси тормошо[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Денис Бодров ҡатыны Мария менән ике бала — улдары Ваня һәм ҡыҙы Ева — тәрбиәләйҙәр[21]. Шулай уҡ Денистың бер туған ҡустыһы Евгений Бодров — профессиональ хоккейсы, Гагарин кубогы еңеүсеһе.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Хоккей: "Атлант" пополнил состав Гладских и Бодровым
  2. «Лада» элекке һаҡсыһы менән судлаша. sportbox.ru
  3. Бодров Мытищаҙан китә. sportbox.ru
  4. Денис Бодров Америкала!
  5. Защитник «Атланта» оштрафован более чем на 5 миллионов рублей
  6. Бодров станет полноценным «летчиком»
  7. Бодров Стэнли кубогы финалисы урынына «Спартакты» һайлай
  8. Денис Бодров: Надеюсь, КХЛ меня простит
  9. Вместе с Бодровым «Спартак» приобрел головную боль
  10. Официальный сайт ХК «Спартак». «Спартак» продлил контракты с Губиным и Бодровым. sportbox.ru (28 февраль 2011).
  11. Итар-ТАСС. Капитан ХК "Спартак" Денис Бодров подал заявление о расторжении контракта с клубом. ИТАР-ТАСС (2014-20-03).
  12. Итар-ТАСС. Дисциплинарный комитет КХЛ разрешил Бодрову расторгнуть контракт со «Спартаком». sports.ru (2014-1-04).
  13. ХК «Салауат Юлаев» рәсми сайты. «Салауат Юлаев» обьявил о подписании контракта с Бодровым. ИТАР-ТАСС (2014-5-7).
  14. Бизнес-Online. У Дениса Бодрова повреждение окольной малоберцовой связки коленного сустава. Sports.ru (2016-3-12).
  15. «Салауат Юлаев» рәсми сайты. Добро пожаловать в «Салават Юлаев». «Салауат Юлаев» рәсми сайты (2016-5-7).
  16. Мишарин и Денис Бодров стали игроками "Автомобилиста"
  17. Денис Бодров ныҡ йәрәхәтләнә
  18. Бодров подписал контракт с «Автомобилистом»
  19. Бодров продлил контракт с «Автомобилистом» на 2 года
  20. Платежка «Автомобилиста» – 817 млн рублей. Зарплата Голышева – 70 млн («Бизнес Online»)
  21. Жена хоккеиста «Салавата Юлаева» Мария Бодрова: Когда Дениса увозят на носилках, меня можно класть вместе с ним

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]