UTV (Рәсәй)
UTV | |
![]() | |
Нигеҙләү датаһы | 20 июль 2009 |
---|---|
Дәүләт |
![]() |
Штаб-фатирҙың урынлашыуы | Өфө, Рәсәй |
Ҡулланылған тел | урыҫ теле |
Рәсми сайт | utv.ru |
![]() |
Utv ҡала телеканалы — мульти төбәк мәғлүмәт-күңел асыу телеканалы. 2009 йылдың 20 июленән алып тапшырыуҙары «Уфанет» компанияһы кабель селтәрҙәрендә тормошҡа ашырыла. Телеканал нигеҙе — ҡала яңылыҡтары һәм төбәктең ваҡиғаларына, сараларына һәм проблемаларына арналған телепроекттар. Тапшырыу зонаһы — Башҡортостан, Ырымбур өлкәһе, Татарстан. Ҡалаларҙан — Өфө, Октябрьский, Стәрлетамаҡ, Салауат, Ишембай, Мәләүез, Туймазы, Нефтекама, Ҡазан, Ырымбур һәм Орск. Был ҡалаларҙың һәр береһендә телеканалдың үҙ матбуғат үҙәге бар[1].
Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Телеканалдың беренсе эфиры 2009 йылдың 20 июлендә була[2], телеканалда эшләй башлаған тәүге проекттар — «UNews» һәм «Ючебник». Бер йыл дауамында унға яҡын проект барлыҡҡа килә һәм 2010 йылдың 3 июнендә телеканал 24 сәғәтлек тапшырыуға күсә. Телеканал 2011 йылдың майынан тапшырыуҙарҙы Full HD форматында алып бара башлай.
Философия[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Телеканал үҙен позитив һәм тамашасылары менән аралашыуға асыҡ итеп күрһәтә[3].
«Беҙ үҙебеҙ йәшәгән йорт тураһында ҡайғыртабыҙ, унда барған ваҡиғалар тураһында һөйләйбеҙ, был ваҡиғаларҙы үҙебеҙ булдырабыҙ. Беҙ яҡшыға ышанабыҙ һәм барыһы ла һәйбәт булмаған ерҙә яҡшы ҡарар табырға тырышабыҙ. UTV командаһы – ул дуҫлыҡ, ихласлыҡ, асыҡлыҡ, традицияларға тоғролоҡ, таҙалыҡ һәм маҡсатҡа ынтылышлыҡ. Әгәр был һүҙҙәр һинең күңелеңә яҡын икән, беҙҙең командаға рәхим ит!
Ҡала телеканалы ҡала тормошонда әүҙем ҡатнаша, төрлө байрамдарҙы һәм сараларҙы үткәреүҙә ярҙам итә»[4][5].
Шулай уҡ телеканал әленән-әле үҙе саралар ойоштора: 2012 һәм 2013 йылдарҙа «Асыҡ кино күрһәтеү», унда саф һауала билдәле фильмдәр күрһәтелә[6], «UTV тыуған көнө»[7].
Телеканалдың тапшырыуҙар алып барылған ҡалаларға һиҙелерлек йоғонто яһаған проекттарының береһе «Ижади ҡала» проекты, уның сиктәрендә рәссамдар һәм дизайнерҙар йорт стеналарына ҙур биш һүрәт төшөрҙөләр[8].
Эфир[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Телеканалда төрлө йүнәлештәге 20-нән ашыу телепроекттар эшләй: «UNews» мәғлүмәт проекты, «Минең ҡалам» тарихи программаһы, «102RUS» автомобиль тапшырыуы, бейеү проекты «Бейе!», кино яңылыҡтары тураһында «Кинофреш» тапшырыуы һәм башҡа бик күп проекттар[9]. Шулай уҡ UTV телеканалында Рәсәй һәм совет фильмдарын, мультфильмдар һәм танып белеү тапшырыуҙарын ҡарарға була.
Наградалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Телеканал -«ТЭФИ-төбәк» премияһы лауреаты һәм финалисы. 2011 йылда UTV ике номинацияла финалға сыға — «Күңел асыу тапшырыуҙары» «Бейе!» һәм «Телевидение дизайны» проекттары менән[10]. 2013 йылда телеканал «Яҙғы бал 2013» фильмы өсөн «Телевидение һәм тормош: махсус проект» номинацияһында статуэтка яулаған[11].
2014 йылда «Ижад ҡалаһы» проекты өсөн телеканал «Ҙур цифр» күп каналлы цифрлы телевидение өлкәһендәге милли премия бүләген ала.[12].
Шулай уҡ канал «Интернет-һайлау» ҡала конкурсында даими рәүештә призлы урындарҙы биләй[13].
Ҡыҙыҡлы факттар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- UTV ҡала телеканалы базаһында ике телеканал төҙөлгән — Тере тәбиғәт[14][15] һәм Туристар күҙлегенән[16].
Интернет[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- utv.ru — телеканалдың рәсми сайты
- Видео, YouTube
- «Бәйләнештә» социаль селтәрендә UTV (Рәсәй) рәсми бите
- UTV (Рәсәй) Instagram сайтында
- UTV (Рәсәй) «Твиттерҙә»
- UTV (Рәсәй) Google+ социаль селтәрендә
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Презентация городского телеканала UTV . 2016 йылдың 4 март көнөндә архивланған.
- ↑ В Уфе запущен новый телеканал . 2016 йылдың 7 март көнөндә архивланған.
- ↑ Философия телеканала . 2015 йылдың 29 апрель көнөндә архивланған.
- ↑ UTV - инфопартнёр . 2016 йылдың 4 март көнөндә архивланған.
- ↑ Марафон классической музыки .
- ↑ Открытый кинопоказ .
- ↑ День рождения UTV .
- ↑ Город Творчества . 2016 йылдың 14 август көнөндә архивланған.
- ↑ Проекты телеканала .
- ↑ ТЭФИ 2011 . 2016 йылдың 19 апрель көнөндә архивланған.
- ↑ ТЭФИ 2013 . 2014 йылдың 29 апрель көнөндә архивланған.
- ↑ Большая цифра 2014 .
- ↑ В третий раз городской телеканал UTV признан лучшим среди региональных телеканалов .
- ↑ UTV запустил новый телеканал .
- ↑ Живая природа .
- ↑ Глазами туриста .