Эстәлеккә күсергә

Геология институты (Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө фәнни үҙәге)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Геология институты
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Өфө
Баш компания (ойошма, предприятие) Отдел наук о Земле[d]
Алмаштырылған Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәге[1]
Рәсми сайт ig.ufaras.ru

Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө фәнни үҙәгенең Геология институты — федераль дәүләт бюджет фән учреждениеһы, Башҡортостан Республикаһындағы төп ғилми-тикшеренеү учреждениеһы; геотектоника; палеозой стратиграфияһы; кайнозой геологияһы; геофизика; магматизм; метаморфизм; мәғдән ятҡылыҡтары; палеовулканология һәм металлогения; геохимия һәм изотоплы геология; гидрогеология һәм геоэкология өлкәләрендә тикшеренеүҙәр алып бара. Институтта 5 ғилми һөнәр буйынса аспирантура бар, «Геологический сборник» журналы нәшер ителә.

Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө фәнни үҙәгенең Геология институты 1951 йылда Өфөлә СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалының Тау-геология институты булараҡ асыла, 1967 йылдан — СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалының геология институты, 1992 йылдан — хәҙерге статуста.

Институт директорҙары[2]:

Файҙалы ҡаҙылма ятҡылыҡтарының барлыҡҡа килеү шарттарын өйрәнеү, Башҡортостан Республикаһында геодинамика, геоморфология һәм тектоника, Уралдың һәм Көнсығыш Европа платформаһының стратиграфияһы.

Институттың структураһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Лабораториялары:

  • геотектоника (Рәсәй Фәндәр академияһы мөхбир ағзаһы В. Н. Пучков)
  • палеозой стратиграфияһы (геология-минералогия фәндәре кандидаты О. В. Артюшкова)
  • кайнозой геологияһы (геология-минералогия фәндәре кандидаты Г. А. Данукалова)
  • геофизика (физика-математика фәндәре докторы И. В. Голованова)
  • магматизм (геология-минералогия фәндәре докторы Д. Н. Сәлихов)
  • метаморфизм (геология-минералогия фәндәре докторы А. А. Алексеев)
  • геохимия һәм изотоплы геология (геология-минералогия фәндәре кандидаты В. М. Горожанин)
  • мәғдән ятҡылыҡтары (геология-минералогия фәндәре докторы В. И. Сначев)
  • палеовулканология һәм металлогения (геология-минералогия фәндәре кандидаты А. М. Косарев)
  • гидрогеология һәм геоэкология (геология-минералогия фәндәре докторы Р. Ф. Абдрахманов)
  • Минераль сеймалды анализлау бүлеге.
  • Институт геологии УНЦ РАН. Маршрут длиною в 60 лет. Уфа, 2011.
  • Пучков В. Н. «Палеогеодинамика Южного и Среднего Урала», Уфа: ГИЛЕМ, 2000. 146с.
  • Р. Ф. Абдрахманов, В. И. Мартин, В. Г. Попов, А. П. Рождественский,А. И. Смирнов, А. И. Травкин. «Карст Башкортостана»,

Уфа: Информреклама, 2002.

  • Р. Ф. Абдрахманов, В. Г. Попов «Геохимия и формирование подземных вод Южного Урала», Уфа: АН РБ, Гилем, 2010.
  • Казанцева Т. Т. «Аллохтонные структуры и формирование земной коры Урала». М.: Наука, 1987.

Институттың ҡаҙаныштары: Урал һәм Урал буйы рельефының йәшен нигеҙләү; уның тектоникаһы; Уралдың һәм Урал алды ситке бөгөлөшөнөң шарьяжлы-шыуышыулы төҙөлөшө иҫбатланған; Уралдың палеозой геодинамикаһы өйрәнелгән; Көньяҡ Уралдың палеовулканологик картаһы төҙөлгән; йылы ағымының Уралдағы аномалияһы асыҡланған); Көньяҡ Урал һәм Урал алды рельефының мезозойҙағы һәм кайнозойҙағы үҫеше өйрәнелгән һ.б.

  1. Единый Государственный Реестр Юридических Лиц, ЕГРЮЛ
  2. Тарихи күҙәтеү: РФА өфө ғилми үҙәге геология институты