Астана Арена
Астана Арена | |
ҡаҙ. Астана Арена | |
Спорт төрө | футбол |
---|---|
Дәүләт | Ҡаҙағстан[1] |
Административ-территориаль берәмек | Астана |
Урын | Астана |
Хужаһы | Астана |
Архитектор | Populous[d] |
Рәсми асылыу датаһы | 2009 |
Төҙөүсе-инженер | Buro Happold[d] |
Обитатель | Астана[d], сборная Казахстана по футболу[d] һәм Байтерек[d] |
Һыйым | 30 000 |
Рәсми сайт | astanaarena.kz |
Астана Арена Викимилектә |
«Астана Арена» — Ҡаҙағстандың баш ҡалаһы Астаналағы 30 000 тамашасыны һыйҙырған стадион.
Башта стадион, рәсми асыу көнөндә, билдәле көрәшсе Кажымуҡан Мунайтпасов хөрмәтенә Кажымуҡан стадионы тип атала[2]. Һуңыраҡ стадион үҙенең хәҙерге Астана Арена исемен ала.
Стадион, беренсе сиратта, футбол өсөн файҙаланыуға юнәлтелә, әммә башҡа спорт саралары өсөн, шул иҫәптән илдә яратҡан спорт төрҙәре — көрәш, бокс, дзюдо өсөн дә еңел яраҡлаштырылыуы мөмкин. 30 000 урынлы Арена ике кимәлдән торған амфитеатр һымаҡ төҙөлгән: уйын яланын уратып алған 15 000 урынлы түбәнге террасанан һәм көнбайыш һәм көнсығыш яҡтарҙан һалынып төшөп торған 15 000 урынлы өҫкө кимәлдән тора. Яланды һәр яҡтан ҡаршылыҡһыҙ күҙәтеп була.
Стадиондың асылмалы ҡыйығы 20 минут эсендә тулыһынса асыла һәм ябыла. Стадиондың яһалма яланы бар һәм донъя кимәлендә матчтар һәм концерттар үткәреү өсөн яраҡлаштырылған бөтә биналар инфраструктураһына эйә.
Стадионы тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Стадион 2009 йылдың 3 июлендә асыла. Шул көндә стадион тарихында беренсе уйында «Астана» һәм Ҡаҙағстандың йәштәр йыйылма командалары сығыш яһай. Матчтың судья вазифаһын билдәле итальян арбитры Пьелуиджи Коллина үтәй, уның һыбыҙғыһы аҫтында беренсе символик тупҡа тибеүҙе Ҡаҙағстандың президенты Нурсолтан Назарбаев башҡара. Һәр команданың составында, уның даими уйынсыларынан тыш, икешәр саҡырылған «йондоҙҙар» сығыш яһай: Ҡаҙағстандың йәштәр йыйылма командаһы составында — Грузия йыйылма командаһы һәм Италияның «Милан» һаҡсыһы Каха Каладзе һәм Украина йыйылма командаһының һөжүмсеһе Андрей Шевченко, ә «Астана» составында билдәле төрөк футболсылары Хәсән Шаш һәм Шөкөр Хакан ҡатнаша.
2009 йылдың 14 октябрендә стадионда тәүге тапҡыр милли йыйылма командаларҙың рәсми матчы үтә: донъя чемпионаты 2010 квалификациялы турниры сиктәрендә Ҡаҙағстандың йыйылма командаһы Хорватия йыйылма командаһы менән осраша. Матч 2:1 иҫәбе менән ҡунаҡтар файҙаһына тамамлана, хәл иткес туп уйын аҙағында, ваҡытты тигеҙләгәндә индерелә.
Стадионда 2011 йылғы Ҡышҡы Азия уйындарын асыу тантанаһы үтә[3][4].
Аренаның төп характеристикаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Дүрт трибуна — Төньяҡ, Көньяҡ, Көнбайыш һәм Көнсығыш.
- Һыйҙырышы — 30 000 тамашасы.
- Ялан күләме — 105 х 68 метр.
- Япмаһы — яһалма.
- Ултырыу урыны — пластик.
- VIP-ложалар.
- Матбуғат ложаһы
- Иркен сисенеү бүлмәһе — 4.
- Судья бүлмәләре.
- Инспектор бүлмәһе.
- 120 кешелек пресс-конференция залы
- Киң мәғлүмәт саралары өсөн 100 кешелек 4 бүлмә.
- Дикторҙар өсөн бүлмә
- 2 хәҙерге заман таблоһы.
- УЕФА талаптарына яуап биргән яҡтылыҡ.
- Тренажер залы.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ GeoNames (ингл.) — 2005.
- ↑ В Астане открыт стадион «Кажымукан» . sports.kz (7 июль 2009). Архивировано 5 апрель 2013 года.
- ↑ Открытие Азиады состоялось 30 января 2011 на крытом стадионе Астаны 2010 йыл 24 ноябрь архивланған.
- ↑ astana-almaty2011.kz(недоступная ссылка)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Официальный сайт стадиона Астана Арена
- Астана-Арена на football-arena.ru 2014 йыл 7 апрель архивланған.
- wikimapia (рус.)(рус.)