Хәҙрәт Солтан (мәсет)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Мәсет
Хазрет Султан
ҡаҙ. Әзірет Сұлтан мешіті
Hazret Sultan Mosque 2015.jpg
Мечеть Хазрета Султана
(2015 год)
Ил Ҡаҙағстан Ҡаҙағстан
Город Астана
йүнәлеш, мәктәп суннитская, ханафитская
Диниә назараты, мөхтәсибәт ДУМ Казахстана
Мәсет төрө Джума-мечеть
Архитектура стиле классический исламский[1]
Төҙөүсе Sembol Insaat[2]
Төҙөлөш 20102012 йылдар
Төп даталары:
15.01.2012 — пожар в мечети
06.07.2012 — открытие соборной мечети
Последний имам Серікбай Ораз
Статус национальная мечеть Казахстана
Дөйөм майҙаны более 11 гектаров
Бина майҙаны 17 700 м²
Вместимость от 5 до 10 тыс.
Көмбәҙҙәр һаны 9
Көмбәҙ бейелеге 51 м
Манаралар һаны 4
Манара бейеклеге 77 м
Сайт muslim.kz

2012

Хәҙрәт Солтан (ҡаҙ. Әзірет Сұлтан мешіті) — Астаналағы йәмиғ мәсете, Үҙәк Азияла иң ҙур мәсет.

Атамаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ил башлығы Нурсолтан Назарбаев тәҡдиме буйынса мәсет «Хәҙрәт Солтан» тип атала, был «Изге Солтан» тигәнде аңлата. Билдәле булыуынса, «Хәҙрәт Солтан» — «Диуан һәм Хикмет» авторы булған суфый шәйех Әхмәт Хужа Йәсәүи эпитеттарының береһе, уның мавзолейы Төркөстанда урынлашҡан.

Төҙөү[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

«Хәҙрәт Солтан» йәмиғ мәсетен төҙөү Астанала 2009 йылдың июнь айында башлана. Мәсетте төҙөүҙә төрлө осорҙа 1000-дән алып 1500 кешегә тиклем кеше ҡатнаша. 2012 йылдың 6 июлендә 12:30 сәғәттә башҡаланың уникаль объекттар исемлеген тулыландырған «Хәҙрәт Солтан» йәмиғ мәсетен асыу тантанаһы үтә.

Характеристикаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Бина классик ислам стилендә традицион ҡаҙаҡ орнаменттарын ҡулланып төҙөлә. Есил йылғаһының уң яҡ ярында урынлашҡан мәсет Тыныслыҡ һарайы һәм «Қазақ Елі» монументы менән йәнәш. Ул биш мең кешене, ә байрам көндәрендә — 10 меңгә тиклем кешене һыйҙыра ала. Хәҙрәт Солтан мәсетенең дөйөм майҙаны 11 гектарҙан ашыу тәшкил итә, ә ҡоролош майҙаны 17 700 квадрат метр тәшкил итә[3]. «Хәҙрәт Солтан» Ҡаҙағстанда иң ҙур көмбәҙгә эйә, уның бейеклеге 51 м, диаметры көмбәҙ нигеҙендә 28,1 м. Мәсеттә шулай уҡ һигеҙ бәләкәй — 7,6 һәм 10,45 метр диаметрлы, түбәһендә — 33,46 һәм 25, 25 метр булған көмбәҙҙәр бар. Мәсет мөйөштәрендә 77 метр бейеклектәге 4 манара урынлашҡан. Архитектура идеяһы буйынса, ғибәҙәтхана 80 метрлыҡ шпиль менән осланып тамамланырға һәм ярымурағы Мәккә яғына боролоп торорға тейеш була. Был объекттың функционаллегенә килгәндә, бинала тәһәрәт алыу, никахлашыу йолаларын үткәреү өсөн бүлмәләр, Ҡөрьән уҡыу, уҡыу-ағартыу төркөмдәре дәрестәрен үткәреү өсөн залдар иҫәпкә алынған. Бер һүҙ менән әйткәндә, бөтә был ғәйәт ҙур ҡоролма заман талаптарына яуап бирә.

Ваҡиғалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • 2012 йылдың 15 ғинуарында мәсеттә янғын була[4][5].
  • 2012 йылдың 6 июлендә мәсет асыу тантанаһы үтә.

Имамдары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • 2011 йылдан «Хәҙрәт Солтан» мәсетенең төп имамы булып Ҡаҙағстан мосолмандарының дини идаралығы мөфтөйөнөң беренсе урынбаҫары Ҡайрат Жолдыбайулы тора.
  • 2014 йылдан «Хәҙрәт Солтан» мәсетенең баш имамы Серекбай Ораз була.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]