Астанаға 20 йыл (миҙал)
«Астанаға 20 йыл» миҙалы (ҡаҙ. Астана 20 жыл) — Ҡаҙағстан Республикаһының дәүләт бүләге. 2018 йылдың 17 апрелендә Ҡаҙағстан Республикаһы президенты Нурсолтан Назарбаев указы менән ғәмәлгә ингән. Миҙал менән Ҡаҙағстан Республикаһы һәм уның баш ҡалаһы үҫешенә һиҙелерлек өлөш индергән Ҡаҙағстан Республикаһы ватандаштары һәм сит ил граждандары бүләкләнә.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡаҙағстан Республикаһының баш ҡалаһын Алматынан Астанаға күсереүгә 20 йыл тулыуға ҡарата сығарылған.
2018 йылдың 17 апрелендә Ҡаҙағстан Республикаһы президентының № 667 указ менән ғәмәлгә ингән[1].
Статут
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Миҙал менән бүләк итеү өсөн, Ҡаҙағстан Республикаһы президентына Ҡаҙағстан Республикаһы парламенты палаталары рәйестәре, хөкүмәт, Конституция Шураһы, Юғары суд, министрлыҡтар, бөтә үҙәк дәүләт органдары, Астана һәм Алматы ҡалалры акимдары, өлкә хакимдары, йәмәғәт берләшмәләре тәҡдим индерә ала.
- Миҙалды Ҡаҙағстан Республикаһы президенты, уның тәҡдиме буйынса һәм уның исеменән, Ҡаҙағстан Республикаһы Дәүләт сәркәтибе, Ҡаҙағстан Республикаһы парламенты палаталары рәистәре, Ҡаҙағстан Республикаһы хөкүмәте ағзалары, Астана һәм Алматы ҡалалары акимдары, өлкә хакимдары, бөтә вазифалы заттар тапшыра.
- Миҙал менән бергә, бүләкләнеүсегә таныҡлыҡ та тапшырыла.
- Миҙал күкрәктең һул яғына, Ҡаҙағстан Республикаһының башҡа бүләктәренән астарак йәбештерелә.
Тасуирлама
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Миҙал ике өлөштән — билдә һәм колонканан ҡушыла. Билдә һары төҫтәге еҙдән эшләнгән 34 мм лы түңәрәктән ғибәрәт.
Металдың аверсында (алғы яҡ) 25 мм лы әйләнмәнең эсендә Астана ҡалаһының мөһим биналары һурәтләнгән: үҙәктә беренсе планда — «Астана Байтерек» монументы, һул яҡта икенсе планда — Ҡаҙағстан Республикаһы президентының «Ақорда» резиденцияһы, уң яҡта — Тыныслыҡ һәм татыулыҡ һарайы, «Бойондороҡһоҙлоҡ» монументы. Түңәрәк ситендә өҫтә «АСТАНА», аҫта «20 йыл» тигән яҙыуҙар бар. Әлеге яҙыуҙар араһында тирә-яҡта милли орнамент.
Металдың реверсында (артҡы яҡ) түңәрәк эсендә «ҚАЗАҚСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ 2018» яҙыуы, түңәрәк әйләнәһе тышында милли орнамент.
Миҙалдағы барлыҡ рәсемдәр һәм яҙыуҙар ҡабарынҡы, асыҡ булмаған фонда ялтырап тора. Билдә божра һәм ҡаптырма менән киңлеге 32 мм һәм бейеклеге 50 мм булған мөйөшлө колодкаға йәбештерелә. Колодка 32 мм киңлектәге күк төҫтәге ебәк туҡыма менән тышланған. Һул яҡтан киңлеге 7 мм булған ҡыҙыл төҫтәге буй һуҙылған. Ҡыҙыл төҫтәге буйҙың уң яғында киңлеге 3 әр мм булған һары төҫтәге ике буй һуҙылған. Ике һары буйҙың араһы 1 мм. Колодканың артҡы яғында кейемгә эләктерә торған ҡаптырғыс бар.
Миҙал менән бүләкләнеүселәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Рөстәм Миңлеханов
- Бибигөл Түләгәнова
- Алия Мостафина
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- О юбилейный медали в ознаменование 20-летия столицы Республики Казахстан. Информационно-правовая система нормативных правовых актов Республики Казахстан «Адлет»
- Медаль «20 лет Астане»
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ О юбилейной медали в ознаменование 20-летия столицы Республики Казахстан. Эталонный контрольный банк нормативных правовых актов Республики Казахстан в электронном виде