Эстәлеккә күсергә

Хан Шатыр

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Хан-Шатыр битенән йүнәлтелде)
Бина
«Хан Шатыр»
«Хан Шатыр» сауҙа-күңел асыу комплексы
Ил Ҡаҙағстан
Астана Астана ҡалаһы, Туран проспекты, 37, Һул яр буйы
Координаталар 51/7/56/N/71/24/14/E
Проект авторы Норман Фостер
Төҙөүсе Sembol Construction
Беренсе тапҡыр 2006
Төҙөлөшө 20062010 йылдар
Статус Эшләй
Сайт Рәсми сайт

2010

«Хан Шатыр» (кемдер хата итеп ҡаҙаҡ теленән «Хан сатыры» тип тәржемә яһай, әммә ысынында «Батша ҡыңғырау», «Батша пушка» һымаҡ һүҙбәйләнеш булып тора, дөрөҫ итеп тәржемә иткәндә Хан шатыр — «сатырҙар араһында хан» була) — Ҡаҙағстандың баш ҡалаһы Астанала урынлашҡан ҙур сауҙа-күңел асыу үҙәге. Илдең иң ҙур сауҙа үҙәге. Ҡаланың яңы символы булып тора, тәүге һәм берҙән-бер лайфстайл-үҙәге, ул бер ҡыйыҡ аҫтында шопингты һәм донъя кимәлендәге күңел асыуҙарҙы берләштерә. Донъяла сатыр формаһында төҙөлгән иң ҙур ҡоролма булып тора[1].

Ҡоролма проектының архитекторы — Бөйөк Британия лорды Норман Фостер була. Ҡоролма 2006 йылда төҙөлә башлай.

Ҡоролма 150 метр (шпиль) бейеклектәге гигант сатырҙы хәтерләтә, ул үтә күренмәле ETFE полимер япмаһы менән ҡапланған ҡорос ванттарынан ҡоролған. Үтә күренмәле ETFE полимер япмаһы үҙенең үҙенсәлекле химик составы арҡаһында, сауҙа комплексының эске яғын киҫкен температура тирбәлеүҙәренән һаҡлай һәм комплекс эсендә уңайлы микроклимат барыҡҡа килтерә.

«Хан Шатыр» сауҙа-күңел асыу комплексы 2010 йылдың 5 июлендә тантаналы рәүештә асыла. «Хан Шатыр» сауҙа-күңел асыу комплексын асыу тантанаһы Астана ҡалаһы көнөн байрам итеү сиктәрендә Ҡаҙағстан Республикаһы президенты Назарбаев Нурсолтан Әбеш улы ҡатнашлығында була. Тантаналы сарала донъяла киң танылған классик музыкаһының итальян теноры Андреа Бочеллиның концерты була.

«Хан Шатыр» сауҙа-күңел асыу комплексының дөйөм майҙаны — 127 мең квадратных метр. Ҡоролма эсендә сауҙа итеү һәм күңел асыу комплекстары урынлашҡан. Улар араһында шул иҫәптән супермаркет, ғаилә паркы, кафе һәм ресторандар, кинотеатрҙар, спорт залдары, яһалма пляж менән аквапарк һәм тулҡын эффекты менән бассейндар, хеҙмәтләндереү һәм офис бүлмәләре, 700 урынға паркинг һәм башҡа күп нимәләр бар. «Хан Шатыр» сауҙа-күңел асыу комплексының төп үҙенсәлеге — пляжлы курорт, ул тропик климатлы, үҫемлектәре лә тропик зонан килтерелгән, температураһы йыл әйләнәһенә +35 градус тәшкил итә. Курорттың ҡомташлы пляждары йылытыу системалары менән йыһазландырылған, ул ысын пляж тойғоһон тыуҙыра, ә ҡом Һинд океанында урынлашҡан Мальдив утрауҙарынан килтерелгән.

Forbes Style журналы версияһы буйынса «Хан Шатыр» сауҙа-күңел асыу комплексы донъяның иң яҡшы ун экологик биналарына исемлегенә керә, ул был хит-парадта Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе илдәре араһынан берҙән-бер ҡоролма була. Хәҙерге ваҡытта бында 196 магазин, 35 кафе һәм ресторандар, спорт залдары, кинотеатрҙар һәм башҡа күңел асыу үҙәктәре урынлашҡан.