Тимор диңгеҙе

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Тимор диңгеҙе
УрынлашыуыАвстралия һәм Океания 
Майҙаны432 мең км²
Иң ҙур тәрәнлек3300 м
Уртаса тәрәнлек435 м
 Тимор диңгеҙе Викимилектә

Тимор диңгеҙе (индон. Laut Timor, порт. Mar Timor — хәнәүәт диңгеҙ) — Һинд океаны диңгеҙе. Австралия ҡитғаһы һәм Тимор утрауы араһында урынлашҡан. Акватория майҙаны — 432 мең км². Башлыса 250 метрҙан аҙыраҡ тәрәнлектәр өҫтөнлөк итә, максималь тәрәнлеге — 3300 метр. Диңгеҙҙең иң ҙур ҡултыҡтары — Жозеф-Бонапарт һәм Ван-Димен. Тимор диңгеҙе һыуҙары Австралия, Көнсығыш Тимор һәм Индонезия илдәренең ярҙарын йыуа.

Диңгеҙҙә байтаҡ ҡына углеводород запастары бар. 2009 йылда аҙаҡҡы 25 йыл эсендә иң ҙур нефть түгелеү осрағы теркәлә.[1]

География[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тимор диңгеҙендәге нефть табы Монтара нефть скважинаһындағы авария һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә. 2009 йылдың 21 авгусынан 3 сентябренә ҡәҙәр скважинанан көн һайын диңгеҙгә 400 баррель нефть түгелә.

Тимор диңгеҙе Австралия ҡитғаһы һәм Тимор утрауы араһында урынлашҡан. Көнбайышта диңгеҙ — Һинд океаны, ә көнсығышта — Арафур диңгеҙе һыуҙары менән ҡушыла. Төп порты — Дарвин (Австралия).

Диңгеҙҙең күп өлөшөн бихисап һай урындары, эре атоллдар һәм мәрйен рифтары менән бергә Сахул ҡитға һайлығы биләй. Иң ҙур утрауҙары — Батерст, Мелвилл.

Төньяҡ өлөшөндә Ява (Зонд) уйпатының дауамы булып торған Тимор уйпаты урынлашҡан. Уйпат тирәһе әүҙем сейсмик зонаһы булып тора.

Климат[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тимор диңгеҙе өҫтөндә Флойд тропик циклоны, 2006 йыл

Тимор диңгеҙ климаты субэкваториаль муссонлы. Һай тропик диңгеҙ булғанға күрә бынды йыш ҡына тропик тайфундар барлыҡҡа килә.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Andrew Burrell. Montara oil spill firm seeks permission for more drills, News Limited (29 April 2011). 22 май 2011 тикшерелгән.