Арафур диңгеҙе
Арафур диңгеҙе | |
---|---|
![]() | |
Урынлашыуы | Австралия, Индонезия, Папуа — Яңы Гвинея |
Майҙаны | 1017 мең км² |
Иң ҙур тәрәнлек | 3680 м |
Уртаса тәрәнлек | 186 м |
![]() | |
![]() |
Арафур диңгеҙе (ингл. Arafura Sea, индон. Laut Arafura) — Австралия ҡитғаһы, Яңы Гвинея, Танимбар һәм Кай утрауҙары араһында урынлашҡан Һинд океаны диңгеҙе.
География[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Арафур диңгеҙе көнсығышта Торрес боғаҙы аша Мәрйен диңгеҙе, көнбайышта — Тимор диңгеҙе, төньяҡ көнбайышта — Банда һәм Серам диңгеҙҙәре менән тоташа. Оҙонлоғо — 1 290 км, киңлеге — 560 км.
Арафур диңгеҙенең майҙаны Карпентария ҡултығы менән бергә 1017 мең км² тәшкил итә. Уртаса тәрәнлеге — 186 м, максималь тәрәнлеге — 3680 м.
Арафур диңгеҙе өҫтөндәге уртаса һыу температураһы 25—28° С, тоҙлолоғо 34-35 ‰. Йәйен өҫтөнлөк итеүсе елдәр — төньяҡ-көнбайыш муссон, ҡышын — көньяҡ-көнсығыш муссон. Яңы Гвинея яр буйҙарындағы һау артымы ҙурлығы — 4,5 м[1].
Диңгеҙҙә балыҡ һәм устрица тотоу үҫешкән.
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Арафурское море 2014 йылдың 6 июль көнөндә архивланған.
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
![]() |
Арафур диңгеҙе Викимилектә |
---|
- Арафурское море // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)