Торрес боғаҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску

Торрес боғаҙы
ингл. Torres Strait
Торресов пролив
Торресов пролив
9°52′49″ ю. ш. 142°35′26″ в. д.HGЯO
ТоташтыраАрафур диңгеҙе, Мәрйен диңгеҙе
ИлдәрАвстралия Австралия
Папуа — Яңы Гвинея Папуа — Яңы Гвинея
БүләАвстралия һәм Яңы Гвинея утрауы
Ситке мороноКейп-Йорк
Киңлеге150-240[1] км
Оҙонлоғо74[1] км
Торрес боғаҙы (Тымыҡ океан)
Blue pog.svg
Commons-logo.svg Torres Strait Викимилектә

Торрес боғаҙы — Австралия менән Яңы Гвинея утрауын айырыусы боғаҙ. Тымыҡ (Мәрйен диңгеҙе) һәм Һинд (Арафур диңгеҙе) океандарын тоташтыра. Иң тар киңлеге — яҡынса 150 км. Көньяҡта Австралия ҡитғаһының Кейп-Йорк мороно, ә төньяҡта Папуа — Яңы Гвинея дәүләте урынлашҡан.

География[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Боғаҙ көнсығышта Мәрйен диңгеҙе менән көнбайышта Арафур диңгеҙен бәйләй. Боғаҙ бик һай, рифтар һәм утрауҙар лабиринты уны навигация өсөн хәүефле итә.

Боғаҙҙа бер нисә төркөм утрауҙар бар улар берлектә Торесс боғаҙы утрауҙары тип атала. Ҡайһы бер утрауҙар Оло Барьерлы рифтың дауамы булып тора.

Торесс боғаҙы утрауҙарының һаны 274 кәм түгел, уларҙың 17 генә кешеләр йәшәй. Төп халҡы меланизеялылар.

Тарих[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Боғаҙҙа европылаларҙан тәүгеләрҙән булып испан диңгеҙ сәйәхәтсеһе Луис Ваэс де Торрес булған, ул 1605 йылда Перунан Тымыҡ океандың көньяғына Манилаға Молукка утрауҙары аша йүнәлгән.

1770 йылда Джеймс Кук Австралияны Британия империяһына ҡушҡан ваҡытта, ул Австралия яр буйҙарын тикшергән һәм боғаҙ аша үткән. 1879 йылда Торрес боғаҙы утрауҙары Квинслед (Австралия) британ колонияһына ҡушылған.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]