Ҡаялы тауҙар

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Ҡаялы тауҙар
ингл. Rocky Mountains
RockyMountainsLocatorMap.png
42°23′ с. ш. 115°56′ з. д.HGЯO
Илдәр Америка Ҡушма Штаттары АҠШ
Канада Канада
Уранлашыуы Төньяҡ Америка
Тау системаһы Кордильерҙар
Майаны 991 691 км²
Оҙонлоғо 2750 км
Киңлеге 1765 км
Иң юғары нөктәһе Элберт
Юғары нөктәһе 4399 м [1]
Ҡаялы тауҙар (Төньяҡ Америка)
Montanya.svg
Ҡаялы тауҙар
Commons-logo.svg Ҡаялы тауҙар Викимилекта Викимилектә
Банф милли паркы
Айсфилд Парквей

Ҡаялы тауҙар (ингл. Rocky Mountains) — Төньяҡ Америкалағы Кордильер тауҙары стстемаһының төп тау һырты. Ул АҠШ меннән Канаданың көнбайышында 60 һәм 32° төньяҡ киңлектәр арауығында урынлашҡан.

Этимология[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Тауҙарҙың «Ҡаялы тауҙар» (ингл. Rocky Mountains) атамаһын канаданың тәү килгән кешеһе, сығышы буйынса француз Пьер Готье Варенн де ла Верандри[fr] 1743 йылдың 1 ғинуарында Pierre Jaune (бөгөнгө Йеллоустон — һары таш йылғаһың кисеп сыҡҡан саҡта биргән[2]. Александр Макензи 1793 йылда тауҙарҙы ашҡан һәм уларҙы Stoney Mountains — «Ҡаялы тауҙар» тип атаған. XIX быуаттың икенсе яртыһында тауҙарға элекке атамаһын ҡайтарғандар.

Геология[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Төньяҡ Ҡаялы тауҙары (төньяҡ киңлектән төньяҡҡа 45°) (Робсон тауы) 3954 м бейклеккә ҡәҙәр гранит ҡатламынан тора. Ҡаялы тауҙар ҡығҡа тау һырттарынан тора. Улар ҡом ҡатламы, баосыҡ сланецтары, бурташ менән аралаш ҡатламдар хәсил итә һәм 4401 м бейеклеккә ҡәҙәр етә (Элберт тауы. Ул Ҡаялы тауҙарҙың иң бейек нөктәһе.

Молибден, баҡыр, алтын, көмөш, ярым металдар, нефть, ҡаҙылма күмер сыҡҡан киң урындар бар. Янартау күренештәре: Гейзерҙар, ҡайнар шишмәләр, һәм ер тетрәүҙәр күҙәтелә.

Климаты[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡаялы тауҙарҙа ҡәҙимге тау климаты. Уртаса йыллыҡ температура 6 °C тирәһендә тирбәлә. Июлдә иң йылы осор, уртаса температура 28 °C ҡа барып етә. Ғинуарҙа иң һыуыҡ осор −14 °C тирәһендә була. Был иң һыуҡ осор. Йыллыҡ яуым-төшөм 360 мм самаһы.

Ҡаялы тауҙарҙа йәй йылы һәм ҡоро, сөнки ямғыр болоттарын көнбайыш тау һырттары тотҡарлай. Йәй уртаса йылылыҡ 15 °C тирәһе. Ғыш ҡарлы һәм һыуыҡ була. Уртаса −2 °C. Ҡар ҡатламы уртаса 29 см. Яҙ уртаса температура 4 °C, яуым-төшөм 107 мм. Көҙ яуым-төшөм 66 мм һәм һауа температураһы 7 °C тирәһе.

Флора һәм фауна[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Үҫемлектәр донъяһын урмандар өҫтөнлөк итә. Төньяҡта тау-тайга һәм төньяҡта ҡарағай урмандары. Урман сиге бейеклеге төньяҡта 1500 метрҙан 3600 метрғаса, юғарыраҡ Альп бүлкәте һәм мәңгелек туңлыҡ.

Урмандарында шыршы, ҡарағай һәм аҡ шыршы ылыҫлы ағастары ҡайын һәм саған менән ҡатнаш. Арктик бүлкәттең киңлектәре кәрлә ҡайын менән ҡапланған. Тайга яғында ылыҫлы ағастар ғына үҙмәй. Унда ҡайын, уҫаҡ, тирәк таралған. Үҙәндәрҙә дала һәм ярым дала.

Бейек тау хайуандарынан бында ҡар кәзәһе, ҡалынмөгөҙ, мышылар, төлкө таралған. бәнерәк итәктәрҙә байбаҡ, аҡҡуян, ҡара ҡойроҡло туғай эте, һәм койот йәшәй.

Ҡаялы тауҙарҙың үпселек ҡоштарын күсмә ҡоштар тәшкил иә. Йәй айҙарында улар балаларын туйындыра. Ултыраҡ ҡоштарҙан бында Һарыбаш тумыртҡа, аҡ ағуна, ҡыҙылтүштең ҡайһы бер төрҙәре һәм өкө.

Ҡаялы тауҙарҙың итәге Колорадо тауҙарында тундра
Кутеней милли паркында айыу балалары

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]