Ҡыҙылтүш
Ҡыҙылтүш турғай | ||||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Фәнни классификация | ||||||||||||||||
|
||||||||||||||||
Латинса исеме | ||||||||||||||||
Pyrrhula pyrrhula Linnaeus, 1758 | ||||||||||||||||
|
Халыҡ-ара Ҡыҙыл китап ![]() IUCN 3.1 Least Concern : / 149595 |

Ҡыҙылтүш (лат. Pyrrhula pyrrhula, рус. снегирь) — Алаҡас турғай һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған, атаһының түше ҡыҙыл булған урман турғайы.
Ҡылыҡһырлама[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ҡантүш, аҡыя, йылҡәйҙәүес, зилҡәйҙәүес, атайҙауыи Турғайҙан ҙурыраҡ. Яҙғыһын һәм йәйгеһен парлашып, көҙгөһөн һәм ҡышҡыһын туп булып йөрөйҙәр. Ата ҡоштоң башы, ҡанаттары һәм ҡойроғо йымылдаҡ ҡара. Арҡаһы күкһел һоро, ҡорһағы, ҡойроҡ төбө өҫтән дә аҫтан да аҡ. Түше ҡыҙыл. Инә ҡоштоң түше көрәнһыу һоро. Ҡыҙыл турғайҙан башы ҡара, һырты һоро булыуы менән айырыла.
Тауышы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Яңғырауыҡлы һыҙғыра: «фиү-фиүү». Сырҡылдап һайрай.
Йәшәү рәүеше[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ылыҫлы һәм аралаш урмандарҙа, ҡышҡыһын төрлө урында, кеше торлағына яҡын йәшәй. Төрлө орлоҡтар, бөжәктәр ашай. Ҡышҡыһын беҙҙең яҡтарҙа ҡалалар, бер урындан икенсе урынға күсеп йөрөйҙәр. Киң генә таралған. Ағаста оялай. Ҡыҙғылт көрән таплы аҡһыл зәңгәр 4—6 бөртөк йомортҡаһы була.
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Э.Ф. Ишбирҙин. Башҡортостан ҡоштары китабы. Өфө,1986 йыл. ИБ №3478 28.693.35 И 90