Гудзон боғаҙы
Уҡыу көйләүҙәре
Координаттар: оҙонлоҡ күрһәтелмәгән
| Гудзон боғаҙы | |
|---|---|
| ингл. Hudson Strait, фр. détroit d'Hudson | |
| Координаттар: оҙонлоҡ күрһәтелмәгән | |
| Тоташтыра | Лабрадор диңгеҙе, Гудзон ҡултығы |
| Ил | |
| Бүлә | Лабрадор ярымутрауы һәм Баффин Ере утрауы |
| Боғаҙың уртаса ҙурлығы | 12,4 м |
| Киңлеге | 115-240 км |
| Оҙонлоғо | 800 км |
| Иң тәрән урыны | 407 м |
Гудзон боғаҙы (ингл. Hudson Strait, франц. détroit d'Hudson) — Канада ярҙарын йыуыусы Төньяҡ Боҙло океан боғаҙы[1].
География
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Боғаҙ Лабрадор ярымутрауы һәм Баффин Ере утрауы араһында урынлашҡанң[2]. Гудзон боғаҙы Лабрадор диңгеҙен Гудзон, Унгава һәм Фокс ҡултыҡтары менән тоташтыра.
Утрауҙары — Милл, Солсбери, Ноттингем, Чарльз, Биг-Айленд, Баттон, Резольюшен, Эджелл, Диггес, Гудвин.
Боғаҙ оҙонлоғо — 800 км, киңлеге — көнсығышта 115 км-ҙан һәм көнбайышта 240 км-ға тиклем. Тәрәнлеге 115 метрҙан 704 метрға барып етә[3]. Һыу артымы бейеклеге 12,4 метрға барып етә. Йыш ҡына штормдар күҙәтелә. Йылдың 4 айы дауамында боғаҙҙа суднолар йөрөй ала.
Боғаҙ Генри Хадсонға бағышлап аталған, ул 1610 йылда боғаҙ аша үткән.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]| Иллюстрации Викимилектә |
- ↑ Гудсонов пролив // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- ↑ Canadian Encyclopedia. Hudson Strait 2011 йыл 5 ноябрь архивланған.
- ↑ Гудзон боғаҙы — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә