Эстәлеккә күсергә

Гудзон ҡултығы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Гудзон ҡултығы
ингл. Hudson Bay, фр. baie d'Hudson, инуктитут Kangiqsualuk ilua
Майҙаны1 230 000 км²
Иң ҙур тәрәнлек258 м
Канада
Точка
Гудзон ҡултығы
 Гудзон ҡултығы Викимилектә

Гудзон ҡултығы (ингл. Hudson Bay, франц. baie d'Hudson, инук. Kangiqsualuk ilua) — Төньяҡ Боҙло океандың бер өлөшө, шулай уҡ Атлантик океанына йәнәшә урынлашҡан.

Гудзон ҡултығы ҡышын

Ғәмәлдә ул көнбайыштан, көньяҡтан һәм көнсығыштан Канада провинциялары (Квебек, Онтарио, Манитоба, Нунавут) менән сикләнгән эске диңгеҙ булып тора. Лабрадор диңгеҙе менән Гудзон боғаҙы аша, ә Төньяҡ Боҙло океан менән — Фокс боғаҙы һыуҙары аша тоташа.

Акваторияһының майҙаны — яҡынса 1,23 млн км². Тәрәнлеге — 258 метрға тиклем. Октябрҙән июлгә ҡәҙәр боҙ менән ҡаплана.

Ҡултыҡтың иң ҙур утрауҙары: Саутгемптон, Котс, Мансел, Ноттингем, Солсбери, Лонг-Айленд, Белчер утрауҙары, Оттава утрауҙары, Слипер утрауҙары.

Ҡултыҡҡа ҡойған эре йылғалар: Телон, Черчилл, Нельсон, Северн, Уиниск, Хейс, Каскаттама, Кетл, Нискиби, Та-Анн, Тлевиаза, Карибу, Сил, Настапока, Птит-Бален, Гранд-Бален, Когалук, Повонгнитук.

Ҡултыҡ, б.э.т. яҡынса 6200-се йылдарҙағы климатик катаклизмдары ваҡытында, уйһыулыҡтарҙа ғәйәт ҙур боҙло күленең һыуҙары баҫыуы һөҙөмтәһендә, барлыҡҡа килгән. Дөрөҫ датаһы дискуссион булып тора, әммә ҡултыҡ гигант Стурегга скандинав шыуышмаһынан бер ни тиклем алдараҡ барлыҡҡа килеүе билдәле[1].

Хужалыҡта әһәмиәте

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Треска, сельд, камбала балыҡтарын тотоу, тюлень аулау тармаҡтары үҫешкән. Төп порттары — Черчилл, Порт-Нельсон.