Аппалачи

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Аппалачи
ингл. Appalachian Mountains
Аппалачи, Төньяҡ Каролина
Аппалачи, Төньяҡ Каролина
Характеристикалар
Майҙаны1 908 538 км²
Оҙонлоғо2400 км
Киңлеге480 км
Бейек нөктәһе
Иң бейек түбәһеМитчелл 
Бейек нөктәһе2037[1] м
Урынлашыуы
40° с. ш. 78° з. д.HGЯO
Страны
Commons-logo.svg Аппалачи Викимилектә

Аппала́чи[2] (ингл. Appalachian Mountains) — Төньяҡ Американың көнсығышындағы, АҠШ һәм Канадалағы тау системаһы. Оҙонлоғо — 2400 км.

Төньяҡ Аппалачи (Мохок һәм Гудзон йылғаларынан төньяҡҡа табан) — бейеклеге 1916 м (Вашингтон тауы) тиклем булған айырым массивлы убалы яҫы таулыҡ, боронғо боҙлоҡ эҙҙәре бар. Көньяҡ Аппалачи күсәр зонаһында киң үҙәндәр менән бүленгән параллель һырттарҙан һәм массивтарҙан тора; күсәр зонаһына көнсығыштан Пидмонт яйлаһы, көнбайыштан Аппалачи яйлаһы тоташа. Бейеклеге — 2037 м тиклем (Митчелл тауы). Тауҙарҙа таш күмер, нефть һәм газ, тимер мәғдәндәре, титан ятҡылыҡтары; киң япраҡлы, ылыҫлы һәм ҡатнаш урмандар бар.

Пермь осоронда тауҙар ике материктың бәрелешеүе (Пангеяның барлыҡҡа килеүе) һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән.

Географик урынлашыуы һәм төҙөлөшө[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Тау системаһының урынлашҡан урыны

Аппалачи тау системаһы төньяҡ-көнсығыштан көньяҡ-көнбайышҡа табан Канада һәм АҠШ сиктәрендә 2600 километрға һуҙылған. Ул уртаса бүлкәттең көньяҡ яртыһын киҫеп үтә, көньяҡта субтропиктарға инеп китә.

Уға урмандың төр составы буйынса байлығы, уртаса бейек рельеф, ярайһы уҡ эрозия йәһәтенән йырғыланған булыуы, файҙалы ҡаҙылмаларҙың һәм гидроресурстарҙың күплеге хас.

Аппалачиҙың тау алдарында һәм үҙәндәрендә халыҡ тығыҙ йәшәй. Тәбиғәт ландшафттары кеше тарафынан ярайһы ныҡ үҙгәргән.

Тау системаһын киҫеп үткән йылғалар АҠШ-тың эске райондарын Атлантик океандың яр буйы менән тоташтырыусы мөһим юл булып торалар. Аппалачи төньяғында Изге Лаврентий ҡултығы менән тоташа, һәм был тауҙарҙың һырттары Гаспе һәм Яңы Шотландия ярымутрауҙарына (Кобеквид тауҙары) инә. Лаврентий ҡалҡыулығынан улар Изге Лаврентий йылғаһының киң үҙәне менән айырылған. Был өлөшкә шулай уҡ Изге Лаврентий үҙәне менән Онтарио күле араһында урынлашҡан Адирондак тауҙары ҡарай. Структураһы буйынса улар Канада ҡалҡанына ҡарай, әммә барлыҡ ландшафтар комплексы буйынса — Төньяҡ Аппалачиға.

Митчелл тауы

Геоморфологик үҙенсәлектәре буйынса Аппаличины 2 өлөшкә бүләләр: Төньяҡ һәм Көньяҡ[3]. Төньяҡ Аппаличи, йәки Яңы Англия тауҙары (ингл. Northern Appalachian) — тау һыртының төп өлөшөндәге боронғо тауҙар, каледон йыйырсыҡлығы һөҙөмтәһе. Хәҙерге дәүерҙә улар 400-600 м бейеклектәге тигеҙләнгән яҫы таулыҡты хәтерләтә, уның өҫтөнән айырым массивтар һәм һырттар — Адирондак (1628 м), Йәшел тауҙар (1338 м), Аҡ тауҙар (1916 м) һәм башҡалар күтәрелә. Тауҙарҙың түбәләре тигеҙ, һөҙәк, урыны менән карҙар менән йырғыланған битләүҙәре бар. Массивтар трогҡа әйләнгән тектоник үҙәндәр менән бүленгән (иң ҙурҙары — Гудзон, Мохок, Коннектикут йылғалары һәм Шамплейн күле буйлап). Төньяҡ Аппалачилар кристаллы һәм метаморфик тоҡомдарҙан. Тупраҡтары тау, көлһыу һәм кәҫле-көлһыу.

Appalachian map.svg

Төрлө рельефлы Көньяҡ Аппалачиҙар варисция (герцин) йыйырсыҡлығы дәүерендә барлыҡҡа килгәндәр. Көнсығыш тау алды зонаһын бында көнсығышта 40-80 м алып көнбайышта 400 м тиклем бейеклектәге яҫы, үҙәндәре бер аҙ йырғыланған Пидмонт (ингл. Piedmont) яйлаһы тәшкил итә. Уның өҫтөнән ҡапыл текә битләүле түбәләре булған Зәңгәр һырт (ингл. Blue ridge) күтәрелә (2037 м — Митчелл тауы). Аппалачиҙың көнбайыш тау алды зонаһын тар һәм тәрән үҙәндәр менән ныҡ йырғыланған һәм көнсығышта 1500 м алып көнбайышта 500 м тиклем һөҙәк төшкән Аппалачи яйлаһы (ингл. Appalachian plateau) барлыҡҡа килтерә.

Виргинияла урынлашҡан Шенандоа милли паркы

Климаты[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Аппалачи тау системаһына Атлантик океандан килгән һауа ағымдары һәм материктың эске өлөшөндә барлыҡҡа килгән континенталь һауа массалары йоғонто яһай. Климатты океан һәм бигерәк тә Мексика ҡултығы йоғонтоһо йомшарта; төньяҡта — уртаса, көньяҡта — субтропик. Ғинуарҙың уртаса температураһы төньяҡта -12 °C-тан көньяҡта +8 °C тиклем; июль айыныҡы — +18-ҙән +26 °C-ҡа тиклем. Яуым-төшөм йылына 1000-1300 мм тәшкил итә. Ҡыш тауҙарҙың өҫкө бүлкәтендә көслө һыуыҡтар була һәм ҡар яуа; үҙәндәрҙә ҡорораҡ һәм йылыраҡ. Йәй дымлы, болотло, көслө ямғырҙар менән, бигерәк тә көнбайыш битләүҙәрендә. Яуым-төшөмдөң йыллыҡ күләме төньяҡта 1000 мм-ҙан көньяҡта 2000 мм-ға тиклем үҙгәрә. Дымдың күплеге йылға селтәрен үҫтереү өсөн шарттар тыуҙыра, ә ҡайҙа рельеф быға булышлыҡ итә — унда һаҙланыуға килтерә.

Флора һәм фауна[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Аппалачи тауҙарының төньяғы һәм көньяғы араһындағы климат шарттарының айырмаһы шулай уҡ ерҙең үләнле-тупраҡлы япмаһының тәбиғәтендә лә сағыла. Төньяҡта ҡатнаш урмандар өҫтөнлөк итә, тауҙарҙың иң бейек урындарында ылыҫлы урмандар үҫә. Күбеһенсә көлһыу тупраҡ таралған; ҙур майҙандарҙы шулай уҡ һаҙлыҡлы тупраҡ һәм торф һаҙлығы биләй. Көньяҡта һоро тупрактарҙа киң япраҡлы урмандар таралған.

Аппалачиларҙың төньяҡ өлөшөнөң урмандары тик тауҙарҙың өҫкө өлөшөндә генә яҡшы һаҡланған, әммә халыҡ тығыҙ йәшәгән үҙәндәрҙә тулыһынса тиерлек ҡырҡылған; ҡайһы бер урындарҙа ғына шәкәрле һәм ҡыҙыл саған, аҡ һәм һары ҡайын, уҫаҡ, тирәк, имән, аҡ ҡарағай, бальзамлы аҡ шыршы һәм башҡа ылыҫлылар булған урман участкалары бар. Яр буйында көньяҡтан киң япраҡлылар үтеп инәләр һәм Ньюфаундленд утрауына тиклем барып етәләр.

41° с.ш. көньяҡтараҡ Аппалачи япраҡлы урманының типик вәкилдәре — платандар, буктар, йүкәләр, ә һуңынан — реликт лириодендрон, тиҫтәләгән төр каштан һәм гикори сәтләүеге барлыҡҡа киләләр. Киң япраҡлы урмандар тауға 600 метрҙан юғары күтәрелмәйҙәр, артабан уларҙы ҡатнаш урмандар алмаштыра. Ылыҫлы урмандар тик тау түбәләрендә һәм иң дымлы һәм күләгәле урындарҙа ғына үҫә. Урман сигенән бейегерәк тауҙар бер ҡайҙа ла күтәремәй тиерлек. Ҡалын, бай составлы аппалачи урмандары европалылар материкҡа килеп ингәнсе Аппалачи тауҙарының бөтә көньяҡ өлөшөн ҡаплаған. Лиана һәм мәңге йәшел үҫемлектәрҙең күплеге уларға ысын мәғәнәһендә субтропик ҡиәфәт бирә. Был урмандар индеецтарҙың күп кенә һунар ҡәбиләләре, шул иҫәптән был тау системаһына исем биргән апалачтар өсөн һыйыныу урыны һәм йәшәү сығанағы булып хеҙмәт иткән.

Аппалачиҙың хайуандар донъяһы өсөн бик күп эндемиктар хас (виргин боландары, виргин опоссумы, бер нисә ярғанат); шулай уҡ төньяҡ америка дикобразы, ҡара айыу, һеләүһен, янут, буйлы скунс һ. б. бар.

Сәнәғәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Аппалачилар Атлантик ярҙан төньяҡтағы Бөйөк күлдәргә һәм көнбайыштағы Миссисипи йылғаһына тиклем һуҙылған АҠШ-тың иң боронғо индустриаль төбәге — «Сәнәғәт билбауы» составына керә. Йүнәлештәр — металлургия, машиналар эшләү, химия сәнәғәте, күмер сығарыу. Тау системаһы файҙалы ҡаҙылмаларға бай. Ике быуаттан ашыу инде күмер сығарыуҙа уникаль Аппалачи ташкүмер бассейны ҡулланыла. Шулай уҡ асбест, нефть, төрлө мәғдән ятҡылыҡтары бар.

Аппалачи тау системаһы сәнғәттә[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1903 йылда инглиз композиторы Фредерик Делиус хор һәм оркестр өсөн ҙур ораторлыҡ «Аппалачио» (ингл. Appalachia: Variations on a Slave Song) әҫәрен яҙа. Ҡырҡ йыл самаһы үткәс, 1944 йылда Америка композиторы Аарон Копланд «Аппалачи яҙы» (ингл. Appalachian Spring) балетын яҙа.

Тағы ҡырҡ йылдан — 1985 йылда — американ композиторы Алан Хованесс «Аппалачи тауҙары» (ингл. «To the Appalachian Mountains», Симфония № 60, Op. 396) симфонияһы яҙа.

2005 йылда британ режиссёры Нил Маршалл ваҡиғалары был тауҙар территорияһында барған «Спуск» хоррор-фильмын төшөрә.

2003 йылда ваҡиғалары Көнбайыш Виргинияла, Аппалачи тауҙарында барған "Поворот не туда" ҡурҡыныс фильмдар серияһының беренсе өлөшө сыға. Әлеге ваҡытҡа бөтәһе 7 фильм донъя күргән.

1995 йылда америка яҙыусыһы Билл Брайсон дуҫы менән Аппалачи һуҡмағы буйлап үтергә ҡарар итә. Үҙенең тәьҫораттары тураһында 1998 йылда баҫылып сыҡҡан "«Затерявшийся в дебрях»" китабында яҙа. 2015 йылда төп ролдә Роберт Редфорд һәм Ник Нолти менән китап мотивтары буйынса «Прогулка по лесам» фильмы төшөрөлә.

2021 йылда сюжет линияһы Аппалачи тау системаһының ташландыҡ шахтер ҡаласығында барған режиссер Брэдли Паркерҙың "Хребет дьявола" исемле ҡурҡыныс фильмы сыға.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Peakbagger.com. Дата обращения: 6 ноябрь 2012. Архивировано 8 ноябрь 2012 года.
  2. Словарь географических названий зарубежных стран / отв. редактор А. М. Комков. — 3-е изд., перераб. и доп. — М.: Недра, 1986. — С. 23.
  3. Аппалачи / В. П. Чичагов, В. Е. Хаин, Н. М. Забелина // А — Анкетирование. — М. : Большая российская энциклопедия, 2005. — С. 446—447. — (Большая российская энциклопедия : [в 35 т.]; vol. 2004—2017, вып. 1). — ISBN 5-85270-329-X.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]