Рио-Гранде (Мексика ҡултығына ҡойоусы йылға)
Рио-Гранде | |
---|---|
ингл. Rio Grande, исп. Río Bravo | |
Рио-Гранде йылғаһы Биг-Бенд милли паркында | |
Характеристика | |
Оҙонлоғо | 3034 км |
Бассейн | 607 965 км² |
Һыу сығымы | 160 м³/с |
Һыу ағымы | |
Инеше | |
· Урынлашыуы | Колорадо штатының көньяғы |
· Бейеклеге | 3900 м |
· Координаталар | 37°47′52″ с. ш. 107°32′18″ з. д.HGЯO |
Тамағы | Мексика ҡултығы |
· Бейеклеге | 0 м |
· Координаталар | 25°57′22″ с. ш. 97°08′43″ з. д.HGЯO |
Урынлашыуы | |
Илдәр | АҠШ, Мексика |
Рио-Гранде Викимилектә |
Ри́о-Гра́нде (ингл. Rio Grande, исп. Río Bravo) — Төньяҡ Америкалағы йылға. Йылға буйлап АҠШ һәм Мексика араһында дәүләт сик үтә (Мексикала йылға Рио-Браво йәғни Рио-Браво-дель-Норте тип атала). Рио-Гранде АҠШ-та оҙонлоғо буйынса өсөнсө урында.
Гидрография
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Оҙонлоғо — 3034 км, бассейн майҙаны — 607 965 км².
Рио-Гранде (Рио-Браво) йылғаһы АҠШ-тың Колорадо штатында, Сан-Хуан тауҙарында башланып, Сан-Луис үҙәне буйлап аға, артабан көньяҡҡа йүнәлә һәм Нью-Мексико штатының сиге аша үтә. Эль-Пасо—Сьюдад-Хуарес халыҡ-ара ҡала агломерацияһынан алып Мексика ҡултығына ҡойғанға тиклем АҠШ һәм Мексика араһында тәбиғи сик барлыҡҡа килтерә.
Төп ҡушылдыҡтары: Рио-Кончос, Пекос һәм Девилс-Ривер.
Үҙенең атамаһына (испан теленән — Бөйөк йылға) һәм оҙонлоғона ҡарамаҫтан, Рио-Гранде йылғаһында суднолар йөрөй алмай. Һуғарыу һәм халыҡтың башҡа ихтыяжын ҡәнәғәтләндереү өсөн 1950-се йылдарҙан һуң йылға һыуҙары күпләп тотонола, шунлыҡтан Рио-Гранде һаманда һайый бара. Ғәҙҙәттә йылға үҙәненең барлыҡ оҙонлоғонда уны кисеп үтергә мөмкин, урыны менән йылға тулыһынса кибә йәки ваҡ күлдәр селтәренә тарала.
2003 йылдан алып йылға даими рәүештә һыуҙарын Мексика ҡултығына ҡоймай башланы, киң дельтаһы юҡ була. Һөҙөмтәлә күп һыу организмдарының (шул иҫәптән балыҡтар, ҡоштар һәм хайуандарҙың) төрҙәре юғалыу аҫтында ҡалды.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Рио-Гранде-дель-Норте // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- Paul Horgan, Great River: The Rio Grande in North American History. Volume 1, Indians and Spain. Vol. 2, Mexico and the United States. 2 Vols. in 1, 1038 pages — Wesleyan University Press 1991, 4th Reprint, ISBN 0-8195-6251-3
Был гидрология буйынса тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып Википедия проектына ярҙам итә алаһығыҙ