Эстәлеккә күсергә

Сьерра-Невада (АҠШ)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Сьерра-Невада
ингл. Sierra Nevada
Гора Уитни
Гора Уитни
Характеристики
Барлыҡҡа килгән ваҡытыМезозой 
Майҙаны102 594 км²
Оҙонлоғо626 км
Киңлеге373 км
Бейек нөктәләре
Иң бейек түбәһеУитни 
Абсолют бейеклеге4421[1] м
Урынлашыуы
36°34′42″ с. ш. 118°17′31″ з. д.HGЯO
Ил
[[ |Регион административ бүленеше]]Калифорния
Тау системаһыКордильер 
АҠШ Көнбайыш
Красная точка
Сьерра-Невада
 Сьерра-Невада Викимилектә

Сьерра-Невада (исп. Sierra Nevada — «ҡарлы тауҙар») — Төньяҡ Америкала Кордильерҙың көнбайыш бүлкәтендәге тау һырты, Калифорния штатының бөтә көнсығыш өлөшөндә тиерлек үтә. Һырттың атамаһы испан сығышлы, һүҙмә-һүҙ «ҡарлы тауҙар»ҙы аңлата — шулай тип 1776 йылда Хуан Бауист де Анстың икенсе сәйәхәте ваҡытында Педро Фонт атай.

Сьерра-Невада һырты АҠШ-тың көнбайыш яры буйлап 750 км һуҙылған, төньяҡта Фредоньер артылышынан (ингл. Fredonyer Pass) көньяҡта Техачапи артылышына тиклем. Көнбайышта ул Калифорния үҙәне, көнсығышта Ҙур Бассейн менән сикләнгән.

Сьерра-Неваданың арҡыры киҫелешендә тигеҙ булмаған өсмөйөш һыҙаттары бар: көнбайыштан көнсығышҡа табан тауҙарҙың бейеклеге яйлап арта, ә һырт аръяғында, текә битләү барлыҡҡа килтереп, тиҙ кәмей. Шулай итеп, һырттың өҫтө уның көнсығыш өлөшөндә ята. Көнбайыш битләүе буйлап аҡҡан йылғалар ахыр сиктә Тымыҡ океанға ағып төшә. Көнсығыш битләүенең ҡайһы бер йылғалары, мәҫәлән Оуэнс йылғаһы, акведук буйлап йүнәлтелә һәм Лос-Анджелес ҡалаһын туҡландыра, шул рәүешле шулай уҡ Тымыҡ океанға барып эләгә.

Һырттың иҫтәлекле урындары араһында түбәндәгеләрҙе билдәләргә мөмкин:

  • Тахо күле — Сьерра-Неваданың төньяҡ өлөшөндәге диңгеҙ кимәленән 1897 м бейеклектәге ҙур сөсө һыулы күл. Күлдең майҙаны 489 км².
  • Хетч-Хетчи үҙәне, Кингс каньоны (Kings Canyon), Керн каньоны (Kern Canyon) — Сьерра-Неваданың көнбайыш өлөшөндә матур пейзаждары менән билдәле каньондар.
  • Йосемити милли паркы.
  • Уитни тауы диңгеҙ кимәленән 4421 м бейеклектә — Сьерра-Невада һыртының иң юғары нөктәһе.
  • Секвойядендрон ҡулҡылары, йәки Сьерра-Неваданың көнбайыш битләүендәге тар һыҙатта, шул иҫәптән «Секвойя» милли паркында урынлашҡан мамонт ағастары ҡулҡылары. Был донъялағы иң ҙур ағастар — күләме менән 1 500 м³ тиклем ағастар.

Тауҙарҙың бейеклеге әкренләп төньяҡтан көньяҡҡа арта. Фредоньер артылышы менән Тахо күле араһында түбәләрҙең бейеклеге диңгеҙ кимәленән 1 500-ҙән 2 400 метрға тиклем тирбәлә. Тахо күле янындағы һырттың текә яры 2 700 метрға етә, Роуз тауы (Mount Rose, 3285 м) кеүек бер нисә текә ҡая менән; Йосемит милли паркы тирәһендә яҡынса 4000 метрға тиклем күтәрелә. Артабан көньяҡҡа табан бейеклек аҡрынлап кәмей, әммә унда ла Флоренс (Florence Peak, 3,781 м), Оланча (Olancha Peak, 3 695 м) түбәләре бар. Артабан Изабелла күленә тиклем бейеклек 3 000 м кимәлендә һаҡлана, унан һуң диңгеҙ кимәленән 2500 м тиклем кәмей.

Сьерра-Неваданың геологик тарихы яҡынса 150 миллион йыл элек, Юра осоронда башлана. Ул ваҡытта утрауҙар дуғаһы Төньяҡ Американың көнбайыш яры менән осраша һәм тау сылбырын формалаштыра — геологиялағы был процесс «Невадан Орогенияһы» (Nevadan orogeny) исеме менән билдәле. Был процесс һөҙөмтәһендә метаморфик тау тоҡомдары (йәғни метаморфизм һөҙөмтәһендә магматик йәки ултырма тоҡомдарҙан барлыҡҡа килгән тоҡомдар) барлыҡҡа килә. Яҡынса шул уҡ ваҡытта субдукция зонаһы континент ситендә формалаша башлай, йәғни Тымыҡ океан тектоник плитаһы Төньяҡ Америка плитаһы аҫтына күсә башлай. Иреүсе океан плитаһы магмаһы тәрәнлектә гранит иринтрузияһын барлыҡҡа килтерә[2]. Был интрузиялар, 115 һәм 87 миллион йылдар элек, бер нисә тапҡыр формалаша. 65 миллион йыл элек буласаҡ Сьерра-Невада бер нисә мең футлыҡ тәпәш тауға тиклем төшә.

Яҡынса 25 млн йыл элек, Сьерра-Невада күтәрелә һәм көнбайышҡа шыла башлай. Йылғаларҙы тауҙарҙың ике битләүе буйлап тәрән каньондар уя башлай. Ер климаты һалҡыная, һәм 2,5 млн йыл элек боҙлоҡ осоро башлана. Сьерра-Неваданың бөтә оҙонлоғо буйынса боҙлоҡтар U-рәүешле каньондар киҫкеләй башлай. Йылғалар эшмәкәрлегенең һәм боҙлоҡ эрозияһының йыйылмаһы быға тиклем тәрәнлектә урынлашҡан гранит интрузияларҙы өҫкә сығара, улар тау баштарында метаморфик тоҡом ҡалдыҡтарын ғына ҡалдыра. Был боронғо интрузиялар «Сьерра-Невада батолиттары» кеүек билдәле.

Сьерра-Невада күтәрелеше әле лә дауам итә, айырыуса уның көнсығыш яғында. Ошо күтәрелеш 1872 йылдағы кеүек Калифорнияла 7,8 магнитудалы ҙур ер тетрәүҙәр тыуҙыра.

Мамонт күлдәре (Mammoth Lakes), Сьерра-Невада
Сьерра-Неваданың өҫкө тау урманы

Сьерра-Невада нисә биологтк бүлкәткә бүленә:

  • Көнсығыш битләүендә ҡарағай һәм артыш урмандары, бейеклеге 1500—2100 м
Төрҙәре: ҡарағай шыршыһы (Gymnorhinus cyanocephalus), толсторог (Ovis canadensis)
  • Түбәнге тау урмандары, көнбайыш битләү — 1000—2100 м; көнсығыш битләү — 2100—2600 м.
Төрҙәре: һары ҡарағай (Pinus ponderosa), Жеффрей ҡарағайы (Pinus jeffreyi), Келлог имәне (Quercus kelloggii), калоцедрус (Calocedrus), секвойядендрон (Sequoiadendron giganteum), орегон юнко (Junco hyemalis), тау гаичкаһы (Poecile gambeli), көнбайыш һоро тейене (Sciurus griseus), ҡара ҡойроҡло болан (Odocoileus hemionus), барибал (Ursus americanus)
  • Үрге тау урмандары, көнбайыш битләү — 2100—2700 м; көнсығыш битләү — 2600—3100 м.
Төрҙәре: бөгөлгән икң ылыҫлы ҡарағай (Pinus contorta), күркәм шыршы (Abies magnifica), тау тсугаһы (Tsuga mertensiana), көнбайыш артышы (Juniperus occidentalis), барҡылдаҡ-дәрүиш (Catharus guttatus), ҡор <i id="mwiw">Minimus Centrocercus</i>, ҡарсыға ябалаҡ, алтын йомран (Callospermophilus lateralis), Америка һыуһары (Martes americana)
  • Субальп урманы, көнбайыш битләү — 2700—3100 м; көнмығыш битләү — 3100—3500 м.
Төрҙәре: аҡ олонло ҡарағай (Pinus albicaulis), Бальфур ҡарағайы (Pinus balfouriana), Төньяҡ Америка сәтләүеге (Nucifraga columbiana)
  • Альп болондары, көнбайыш битләү 3100 метрҙан бейегерәк; көнсығыш битләү — 3500 метрҙан бейегерәк
Төрҙәре: йәбешкәк синюха (Polemonium viscosum), сипылдаҡ (Ochotona), алтын йомран (Callospermophilus lateralis), һары ҡорһаҡлы байбаҡ (Marmota flaviventris), толсторог (Ovis canadensis)
Оуэнс үҙәне һәм Сьерра-Невада тауҙары

Был тауҙарҙа тәүге ултыраҡтарҙан Көнсығыш битләүендә индеецтарҙың Пайют (ингл. Paiute) һәм көнбайыш битләүендә Сьерра-Мивок (ингл. Sierra Miwok) ҡәбиләләре билдәле була. Әлеге ваҡытта тарлауыҡтарға ҡәбиләләр араһындағы сауҙа ваҡытына ҡараған обсидиандан (магматик тау тоҡомо, быяла рәүешендәге аморф масса) уҡ башаҡтарының массаһы һибелгән. Был ҡәбиләләр араһында территория өсөн шулай уҡ алыштарҙа сағылған ярышыу булған[3].

Тау системаһын Европа-Америка тикшереүе 1840-сы йылдарҙа башлана. 1844 йылдың ҡышында лейтенант Джон Фримонт үҙенең юлдашы Кит Карсон (ингл. Kit Carson) менән Тахо күлен күргән беренсе аҡ кеше була.

1860 йылға, Калифорнияның алтын биҙгәгенә ҡарамаҫтан, Сьерра-Неваданың байтаҡ өлөшө билдәһеҙ ҡала[4][5]. Тауҙарҙы рәсми тикшереү маҡсатында урындағы закондар сығарыу власы Калифорния геологик экспедицияһын ойоштора. Экспедицияларҙа ҡатнашыусы Х.Бруер (William Henry Brewer), Чарльз Ф. Хоффманн (Charles F. Hoffmann), һәм Кларенс Кинг (Clarence King) территорияларҙы тикшерә, аҙаҡ улар 1863 йылда Йосемити милли паркы була. 1864 йылда улар Кингс районын өйрәнә. 1871 йылда Кинг яңылыш Сьерра-Неваданың иң юғары нөктәһе Лонгли тауы тип иҫәпләй һәм уның түбәһенә менә. Әммә ул, Уитниҙың иң бейек нөктәһенә күтәрелергә йыйынғансы, Лоун-Пайн ҡалаһы балыҡсылары алдан өлгөрә һәм түбәһендә яҙыу ҡалдыра.

1892 һәм 1897 йылдар араһында Теодор Соломонс (Theodore Solomons) һырт аша юл картаһын төҙөргә маташҡан тәүге сәйәхәтсе була.

  1. Peakbagger.com. Дата обращения: 6 ноябрь 2012. Архивировано 3 ноябрь 2017 года.
  2. Подробнее о движении плит в статье Тектоника плит
  3. Charles F. Hoffmann. Notes on Hetch-Hetchy Valley. Proceedings of the California Academy of Science pp. 368—370
  4. Steve Roper. Sierra High Route: Traversing Timberline Country. The Mountaineers Press. 1997. ISBN 0-89886-506-9
  5. James G Moore. Exploring the Highest Sierra. Stanford University Press. 2000. ISBN 0-8047-3703-7