Парафин
Парафин — балауыҙ ға оҡшаҡан ҡатнашма, (нем. Paraffin), нефть продукты, башлыса мол. м. 300—400 булған нормаль төҙөлөшлө туйынған C18—C35 углеводородтар ҡатышмаһы. С18Н38 (октадекан) дан С35Н72 (пентатриоконтанғаса).
Үҙенсәлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тығыҙлығы 0,880-0,915 г/см³ (15 °C).Уның составында шулай уҡ изопарафин, нафтен‑ароматик, нафтен углеводородтары бар. Төҫһөҙ кристалл (иреү температураһы 45—65 °C, тығыҙлығы 880—915 кг/м³) йәки шыйыҡлыҡ (ҡайнау температураһы 180—360 °C); һыуҙа, этил спиртында иремәй, күп кенә органик иреткестәрҙә, минераль майҙарҙа ирей; тоҡаныуы 160 °C түбән булмаған, үҙенән‑үҙе тоҡаныуы 300 °C түбән булмаған яныусан матдә. Химик реагенттарҙың күбеһенә инерт; азот кислотаһы, һауалағы кислород (140 °C) һ. б. менән майлы кислоталарға тиклем окислана; хлор менән хлоропарафиндар барлыҡҡа килтереп реакцияға инә. Майлы нефть дистиляттарын артабанғы таҙартыу (көкөрт кислоталы, контактлы, перколяцион йәки башҡа таҙартыу) менән парафинһыҙлаштырыу (мәҫәлән, кетон һәм толуол ҡатышмаһы менән) һәм майһыҙландырыу (шыйыҡ углеводородтарҙан арындырыу) юлдары аша алына.
Бүленеше
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Таҙартыу кимәленә ҡарап юғары таҙалыҡтағы техник, таҙартылған, таҙартылмаған, медицина һ. б. парафиндарға бүленә, улар еҫһеҙ, составында бензопирен булырға тейеш.
Ҡулланылышы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Аҡһым‑витамин концентраттары алыу, туҡыманы биҙәкләү өсөн, синтетик май кислоталары, шырпы, ҡәләм, май шәмдәре, синтетик йыуыу саралары етештереүҙә, αα‑олефиндар алыу өсөн сеймал, электроизоляция материалы, пластик майҙар компоненты, майлағыс майҙарға присадка булараҡ; юғары таҙалыҡтағы парафиндар — таралар, төрөү материалдары, Резина‑техник изделиелар эшләүҙә, аҙыҡ‑түлек сәнәғәтендә сәйнәй торған резинкалар компоненты сифатында, медицина парафины парафин менән дауалауҙа файҙаланыла.