Үҫеш биологияһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Үҫеш биологияһы
Рәсем
Өйрәнеү объекты процесс развития[d] һәм эмбриогенез животных[d]
 Үҫеш биологияһы Викимилектә

Үҫеш биологияһы — хәҙерге заман биологияһының бүлеге. Организмдың индивидуаль үҫеш (онтогенез) процесын өйрәнә.

Шул уҡ ваҡытта, онтогенездың бөтә этаптары ла өйрәнелә:

  • яралғы һәм яралғы булғанға тиклемге үҫеш этабы.

Онтогенездың башланғыс этабын, шулай уҡ, эмбриология фәне лә өйрәнә.

Үҫеш биологияһы үҙенсәлеге шунда: ул организмдың үҫешен күләм арауығында ғына түгел, ваҡыт арауығында ла (4 үлсәмдә) өйрәнә.

Хәҙерге үҫеш биологияһы организм формалашыуҙың молекуляр, генетик һәм биохимик механизмдарын өйрәнә. Яралғыларҙың субкүҙәнәк һәм күҙәнәк төҙөлөшө үҙенсәлектәрен өйрәнә.

Фән булараҡ xx быуат уртаһында эмбриология, генетика, молекуляр биология кеүек фәндәрҙең асыштары нигеҙендә формалаша башлай.

Өйрәнеү дәирәһе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Индивидуаль үҫеш барышында генетик программа информацияһы атҡарылыуҙың фундаменталь проблемалары хәл итеүҙә ҡатнаша.
  • Онтогенез барышында, морфогенездың, фенотип үҙгәрештәренең молекуляр нигеҙҙәрен өйрәнә.
  • Ҡәҙимге күҙәнәктәрҙең һәм шеш күҙәнәктәренең үҫеү процестарын асыҡлай.
  • Күҙәнәк, туҡыма, ағзаларға махсуслашыу, (дифференцировка) күҙәнәк-ара тәьҫир итешеү механизмдарын өйрәнә.
  • Организм бөтөнлөгөн тәьмин итеүҙе көйләүсе механизмдарының эҙмә-эҙ ҡабыныу, эшләү үҙенсәлектәрен тикшерә…

Төп тикшеренеү йүнәлештәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Хайуандарҙың үҫеш биологияһы.
  • Үҫемлектәрҙең үҫеш биологияһы.
  • Эксперименталь эмбриология.
  • Молекуляр биология.
  • Үҫештең генетик яҡтан көйләнеше.
  • Махсуслашыуҙың молекуляр механизмдары.
  • Үҫеш биологияһын өйрәнеүҙә яңы ысулдар булдырыу.
  • Онтогенездың цитологик нигеҙе.

Бурыс[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Гендардарҙың функцияларын көйләү механизмын өйрәнә .
  2. Молекуляр кимәлдә күҙәнәктәрҙең махсуслашыу мехенизмын өйрәнеү.
  3. Айырым ағзаларҙың һәм дөйөм алғанда бөтә организмдың формалашыу (шәкелен) механизмын өйрәнеү .
  4. Енес формалашыу һәм үҫеү механизмдарын өйрәнеү.
  5. Регенерация процесының механизмын өйрәнеү . .
  6. Организмды клонлау проблемаһы .
  7. Ҡартайыу механизмын өйрәнеү. .

Шулай уҡ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Үҫемлектәрҙең үҫеш генетикаһы

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • [ Биология развития] — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә
  • Зуссман М. Биология развития. — М.: Мир, 1977. — 301 с.